55-СЕ ДӘРЕС
Һин үҙ йыйылышыңа нисек ярҙам итә алаһың?
Бөтә донъя буйынса миллионлаған Йәһүә шаһиты меңәрләгән йыйылышта шатланып хеҙмәт итә. Улар йыйылыш осрашыуҙарында бирелгән өйрәтеүҙе һәм күрһәтмәләрҙе бик ҡәҙерләй. Үҙ йыйылышына ярҙам итергә улар һәр ваҡыт әҙер. Һиндә лә шундай ынтылыш бармы?
1. Йыйылышҡа ярҙам итер өсөн ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө нисек ҡуллана алабыҙ?
Һәр беребеҙ йыйылышҡа ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтә ала. Мәҫәлән, әгәр йыйылышыңда оло йәштәге йә ауырыған кешеләр булһа, шул хаҡта уйла: уларҙы йыйылыш осрашыуына алып бара алыр инеңме? йә бәлки, магазинға барып йә өйҙәрен йыйыштырып, уларға эш менән ярҙам итә алыр инеңме? (Яҡуб 1:27-не уҡы.) Беҙ шулай уҡ Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереүҙә һәм йыйыштырыуҙа ярҙам итә алабыҙ. Беҙҙе бер кем дә быны көсләп эшләтмәй. Беҙ Алланы һәм ҡәрҙәштәрҙе яратҡанға йыйылышҡа ярҙам итергә әҙербеҙ (Зәбур 110:3).
Һыуға сумдырылған Йәһүә шаһиттарының йыйылышҡа ярҙам итер өсөн мөмкинлектәре тағы ла күберәк. Изге Яҙма талаптарына тура килгән ағай-ҡәрҙәштәр хеҙмәт ярҙамсыһы, ә ваҡыт уҙыу менән өлкән булып китә ала. Ағай-ҡәрҙәштәр ҙә, апай-ҡәрҙәштәр ҙә, пионер булып хеҙмәт итеп, вәғәз эшенә ҙур булышлыҡ күрһәтә ала. Ҡайһы берәүҙәр иһә Батшалыҡ залдарын төҙөүҙә ҡатнаша ала йә ярҙам кәрәк булған ергә күсеп хеҙмәт итә ала.
2. Йыйылышҡа матди яҡтан нисек ярҙам итә алабыҙ?
Беҙ, үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын биреп, Йәһүәгә хөрмәт күрһәтә алабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:9). Аҡса һәм башҡа матди нәмәләр биреп, беҙ үҙ йыйылышыбыҙға һәм бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эшенә шатланып булышлыҡ итәбеҙ. (2 Коринфтарға 9:7-не уҡы.) Иғәнәләребеҙ шулай уҡ тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн тотонола. Күптәр, иғәнә һалыр өсөн, даими рәүештә аҡсаһының бер өлөшөн айырып ҡуя. (1 Коринфтарға 16:2-не уҡы.) Иғәнәләрҙе Батшалыҡ залындағы йәшниккә һалырға йә donate.jw.org сайты аша онлайн ебәрергә була. Иғәнә биреп, беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йыйылышҡа нисек ярҙам итеп булғаны хаҡында бел.
3. Беҙ матди ярҙам күрһәтә алабыҙ
Йәһүә һәм Ғайса Мәсих шатланып биреүсене ярата. Мәҫәлән, Ғайса ярлы бер тол ҡатынды башҡаларға өлгө итеп ҡуйған. Аҡсаһы бик аҙ булһа ла, ул иғәнә биргән. Лука 21:1—4-те уҡы һәм яуап бир:
Йәһүәне тик ҙур иғәнәләр генә һөйөндөрәме?
Беҙ ысын күңелдән иғәнә биргәндә, Йәһүә һәм Ғайса нимә хис итә?
Иғәнәләрҙең нимәгә тотонолғанын белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара. Шунан һорауға яуап бир:
Иғәнәләребеҙ бөтөн донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә нисек ярҙам итә?
4. Беҙ ярҙам итергә әҙер
Боронғо заманда Йәһүә хеҙмәтселәре, үҙҙәренең табыныу урындарын тейешле хәлдә тотор өсөн, күп көс һалған. Улар аҡсалата ла, башҡаса ла ярҙам иткән. 2 Йылъяҙма 34:9—11-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Һәр израиль кешеһе Йәһүә йортон яҡшы хәлдә тотоуға нисек үҙ өлөшөн индергән?
Бөгөн Йәһүә шаһиттары уларҙың үрнәгенә эйәрә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир:
Ни өсөн Батшылыҡ залын таҙа һәм яҡшы хәлдә тотоу мөһим?
Һин был яҡтан нисек ярҙам итә алыр инең?
5. Ағай-ҡәрҙәштәр йыйылыш өсөн күберәкте эшләй ала
Изге Яҙма ағай-ҡәрҙәштәрҙе йыйылыш өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләргә дәртләндерә. Бына бер миҫал. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.
Был ағай-ҡәрҙәш йыйылышҡа күберәк ярҙам итер өсөн нимә эшләне?
Изге Яҙмала хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән булып хеҙмәт итергә теләгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн талаптар килтерелә. 1 Тимофейға 3:1—13-тө уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән булып хеҙмәт итергә теләгән ағай-ҡәрҙәштәрҙән нимә талап ителә?
Уларҙың ғаилә ағзаларынан нимә көтөлә? (4-се һәм 11-се аяттарҙы ҡара.)
Ағай-ҡәрҙәштәрҙең был талаптарға тура килергә ынтылыуы бөтөн йыйылышҡа ниндәй файҙа килтерә?
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Йәһүә шаһиттары үҙ эшмәкәрлеге өсөн аҡсаны ҡайҙан ала?»
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Ваҡытыбыҙ, көсөбөҙ һәм матди нәмәләребеҙ менән йыйылышҡа ярҙам итеүебеҙҙе Йәһүә бик ҡәҙерләй.
Ҡабатлау
Йыйылышҡа ярҙам итер өсөн ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө нисек ҡуллана алабыҙ?
Беҙ йыйылышҡа матди яҡтан нисек ярҙам итә алабыҙ?
Һин йыйылышҡа нисек ярҙам итергә теләр инең?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Ни өсөн Алла үҙ хеҙмәтселәренән килемдең ундан бер өлөшөн биреүҙәрен бүтән талап итмәй?
«Изге Яҙмала ундан бер өлөш хаҡында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)
Изге Яҙма буйынса, йыйылыштағы вазифалар һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәштәргә бирелә. Әммә был вазифаларҙы һыуға сумдырылған ҡыҙ ҡәрҙәштәргә үтәргә тура килһә, ни эшләргә?
«Баш булыу принцибы йыйылышта нисек ҡулланыла?» («Күҙәтеү манараһы», 2021 йыл, февраль)
Имандаштарына әҙәбиәт еткерер өсөн ҙур ҡорбандарға барған ҡыйыу Йәһүә шаһиттары менән таныш.
Эшмәкәрлегебеҙҙең финансланыуы башҡа дини ойошмаларҙыҡынан бик ныҡ айырылып тора.
«Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге нисек финанслана?» (интернет-мәҡәлә)