59-СЫ ДӘРЕС
Эҙәрләүҙәрҙә һин ныҡ булып ҡала алаһың!
Иртәме-һуңмы, һәр мәсихсе ҡаршылыҡтар йә хатта эҙәрләүҙәр менән осраша. Был беҙҙе ҡурҡытырға тейешме?
1. Ни өсөн беҙ эҙәрләүҙәргә әҙер булырға тейеш?
Изге Яҙмала ап-асыҡ әйтелә: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер» (2 Тимофейға 3:12). Ғайса Шайтан донъяһының өлөшө булмаған, шуға күрә уны эҙәрләгәндәр. Беҙ ҙә был донъя өсөн ят, шунлыҡтан хөкүмәттәрҙең һәм дини ойошмаларҙың беҙҙе эҙәрләүе һис тә ғәжәп түгел (Яхъя 15:18, 19).
2. Эҙәрләүҙәргә нисек әҙерләнергә?
Беҙгә инде хәҙер Йәһүәгә таянырға өйрәнергә кәрәк. Көн һайын уға доға ҡылыуға һәм Изге Яҙманы уҡыуға ваҡыт бүл. Йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырма. Был һиңә көс бирер, һәм һин һәр ҡайһы эҙәрләүҙе, хатта ғаиләңдәгеләр тыуҙырған ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сыға алырһың. Эҙәрләүҙәргә йыш осраған илсе Павел былай тип яҙған: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын» (Еврейҙарға 13:6).
Вәғәздә даими ҡатнашыу ҙа ҡыйыулыҡ үҫтерергә ярҙам итә. Вәғәзләгәндә, беҙ Йәһүәгә таянырға һәм кешеләрҙән ҡурҡыуҙы еңергә өйрәнәбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25). Әле үк ҡыйыулыҡ үҫтерһәк, хөкүмәт хатта эшмәкәрлегебеҙҙе тыйһа ла, вәғәзләүҙән туҡтамаҫбыҙ (1 Фессалоникаларға 2:2).
3. Ни өсөн һынауҙарҙа Аллаға тоғро ҡалыу мөһим?
Әлбиттә, эҙәрләүҙәр беҙгә шатлыҡ килтермәй. Әммә һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра һәм иманыбыҙҙы нығыта. Сыҙарлыҡ көс инде ҡалманы тип уйлағанда, беҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең ярҙамын тоябыҙ, һәм был беҙҙе уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра. (Яҡуб 1:2—4-те уҡы.) Беҙҙең ғазап сиккәнебеҙҙе күргәндә, Йәһүәнең күңеле әрней, әммә беҙ уға тоғро ҡалһаҡ, уның йөрәге һөйөнә. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә» (1 Петр 2:20). Тоғро ҡалған хеҙмәтселәренә Йәһүә иҫ киткес бүләк — бер ниндәй ҙә эҙәрләүҙәр булмаған яңы донъяла мәңгелек тормош вәғәҙә итә (Матфай 24:13).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Ни өсөн эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро булып ҡалыу мөмкин икәнен һәм тоғролоғобоҙҙоң нисек бүләкләнәсәген бел.
4. Туғандарың ҡаршы килһә лә, һин ныҡ булып ҡала алаһың
Ғайса алдан киҫәткәнсә, туғандарыбыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙгә ҡаршы булырға мөмкин. Матфай 10:34—36-ны уҡы һәм яуап бир:
Әгәр кеше Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар итһә, уның ғаиләһе быға нисек ҡарарға мөмкин?
Бына тормоштан бер миҫал. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.
Берәй туғаның йә дуҫың Йәһүәгә хеҙмәт итеүеңә ҡамасауларға тырышһа, һин нимә эшләрһең?
Зәбур 27:10 һәм Марк 10:29, 30-ҙы уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:
Туғандарың йә дуҫтарың баҫым яһағанда, был вәғәҙә һиңә нисек ярҙам итер?
5. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтама
Башҡалар һиңә ҡаршылыҡ күрһәткәндә, Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.
Был миҫалдарҙан ниндәй һабаҡтар алдың?
Ғәмәлдәр 5:27—29 һәм Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:
Хөкүмәт вәғәзләүҙән һәм бергә йыйылыуҙан тыйһа ла, Йәһүәгә табыныуҙы дауам итеү ни өсөн мөһим?
6. Йәһүә барыһын да йырып сығырға ярҙам итәсәк
Бөтә ер шары буйынса Йәһүә шаһиттары — ололар ҙа, балалар ҙа — эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, Йәһүәгә хеҙмәт итеүен дауам итә. Улар ҡайҙан көс ала? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир:
Был Йәһүә шаһиттарына тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?
Римдарға 8:35, 37—39 һәм Филиптарға 4:13-тө уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:
Был өҙөк һәр ҡайһы һынауҙы еңеп сыға алырыңа ышанысыңды нисек нығыта?
Матфай 5:10—12-не уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн хатта эҙәрләүгә дусар булғанда ла һин бәхетле була алаһың?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Мин эҙәрләүгә түҙә алмаясаҡмын».
Изге Яҙманан ниндәй аяттар ундай кешеләргә ышаныс бирә ала?
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә беҙҙең эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан үҙенә хеҙмәт итер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй. Уның ярҙамы менән беҙ барыһын да йырып сыға алабыҙ!
Ҡабатлау
Ни өсөн мәсихселәр эҙәрләүҙәргә ғәжәпләнмәй?
Һин инде хәҙер эҙәрләүҙәргә нисек әҙерләнә алаһың?
Ни өсөн һин һәр ҡайһы һынауҙы йырып сыға алырыңа тулыһынса ышана алаһың?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Бер йәш ағай-ҡәрҙәште нейтралитет һаҡлағаны өсөн төрмәгә ултыртҡандар. Ул Йәһүәнең үҙенә нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләй.
Бер ирле-ҡатынға, күп йылдар буйы эҙәрләүҙәргә дусар булһалар ҙа, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итергә нимә ярҙам иткәнен бел.
Эҙәрләүҙәр ваҡытында ҡыйыу булырға нимә ярҙам итер?
«Хәҙерҙән үк эҙәрләүҙәргә әҙерләнегеҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2019 йыл, июль)
Туғандарҙың ҡаршы килеүенә нисек ҡарарға һәм үҙеңде нисек тоторға?
«Хәҡиҡәт тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерә» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, октябрь)