Март
Дүшәмбе, 1 март
Уларҙан айырылығыҙ, — ти Раббы. — Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ (2 Кор. 6:17).
Туғандар йә дуҫтар беҙҙе Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларҙа ҡатнаштырырға тырышҡанда, Алланы һәм уның Һүҙен яратыу беҙгә Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға көс бирә. Улар беҙҙе, мәрхүмде яратмайһың йә хөрмәт итмәйһең, тип оялтырға мөмкин. Йәки, шундай тәртибең арҡаһында мәрхүм беҙгә зыян килтерә ала, тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, Кариб утрауҙарында йәшәгән бер халыҡта бындай хөрәфәт таралған: имеш, кеше үлгәндән һуң, уның рухы тереләр араһында йөрөй һәм элек үҙе менән насар мөғәмәлә иткән кешеләргә яза бирә. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, был рух хатта «бөтөн ҡәбиләгә зыян килтерергә» мөмкин. Ә Африкала үлгән кешенең өйөндә көҙгөләрҙе ҡаплайҙар һәм уның фотоларын стена яғына бороп ҡуялар. Ни өсөн? Сөнки, үлгән кеше үҙен күрергә тейеш түгел, тип һанайҙар. Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ ундай хөрәфәттәргә ышанмайбыҙ һәм Шайтандың ялғаны менән бәйле йолаларҙа ҡатнашмайбыҙ (1 Кор. 10:21, 22). w19.04 16 б., 11, 12 абз.
Шишәмбе, 2 март
Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ (Матф. 7:12).
Шәкерттәрен ғәҙел булырға өйрәтер өсөн, Ғайса уларға төрлө принциптар биргән. Мәҫәлән, «алтын ҡағиҙә» тураһында уйлап алайыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә башҡаларҙың үҙебеҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итеүен теләйбеҙ. Шуға күрә үҙебеҙ ҙә башҡаларға ҡарата ғәҙел булырға тейеш. Шулай эшләһәк, был, моғайын, уларҙы ла беҙҙең менән ғәҙел эш итергә дәртләндерер. Ә әгәр берәйһе беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, нимә эшләргә? Ғайса үҙ шәкерттәрен Йәһүәгә таянырға өйрәткән. Ул былай тигән: «Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң?» (Лука 18:6, 7). Был һүҙҙәр менән Ғайса шуны әйтергә теләгән: ғәҙел Аллабыҙ беҙҙең һуңғы көндәрҙә ниндәй һынауҙар менән осрашыуыбыҙҙы белә һәм үҙ ваҡытында ғәҙеллек урынлаштырасаҡ (2 Фес. 1:6) Ғайса өйрәткән принциптар буйынса йәшәһәк, беҙ башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә итербеҙ. Ә әгәр Шайтан донъяһында ғәҙелһеҙлек менән осрашһаҡ, Йәһүәнең киләсәктә ғәҙеллек урынлаштырасағын белеү беҙҙе йыуатыр. w19.05 5 б., 18, 19 абз.
Шаршамбы, 3 март
Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам... менән эшләгеҙ (1 Пет. 3:15, 16).
Әйтәйек, һеҙ — мәктәптә уҡыған үҫмер, ти. Бөтә синыфташтарығыҙ эволюцияға ышана. Һеҙ бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергәнен дәлилләргә теләйһегеҙ, әммә, белемем етерлекме икән, тип шикләнәһегеҙ. Тимәк, тикшереү үткәрергә кәрәк! Һеҙ ике маҡсат ҡуя алаһығыҙ: 1) Алланың Барлыҡҡа килтереүсе булыуына иманығыҙҙы нығытыу һәм 2) ҡараштарығыҙҙы яҡшыраҡ аңлатырға өйрәнеү (Рим. 1:20). Тәүҙә үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Синыфташтарым, эволюция теорияһын яҡлап, ниндәй дәлилдәр килтерә ала?» Шунан баҫмаларыбыҙ ярҙамында тикшереү үткәрегеҙ. Ҡараштарығыҙҙы аңлатыу һеҙ уйлағандан еңелерәк булып сығырға мөмкин. Күптәр абруйлы кешеләрҙең һүҙҙәре арҡаһында ғына эволюцияға ышана. Алланың барлығын раҫлаған бер-ике генә фекер әйтеп тә, һеҙ яуаптар эҙләгән берәй эскерһеҙ кешегә ярҙам итә алаһығыҙ (Кол. 4:6). w19.05 29 б., 13 абз.
Кесаҙна, 4 март
Әсә балаһын йыуатҡан кеүек, мин дә һеҙҙе йыуатып торормон (Ишағ. 66:13).
Ильяс пәйғәмбәр, үҙен үлтерергә теләүселәрҙән ҡасып барғанда, шул тиклем бойоҡҡан булған, хатта үлергә теләгән. Уны нығытыр өсөн, Йәһүә ҡеүәтле фәрештәһен ебәргән. Ильяс шул ваҡытта нимәгә мохтаж булған, фәрештә уға тап шуны биргән дә: эҫе ризыҡ әҙерләгән һәм уны ашап алырға өндәгән (1 Бат. 19:5—8). Был осраҡтан мөһим һабаҡ алып була: ҡайһы ваҡыт ябай ғына игелекле эшебеҙ ҙә кеше өсөн бик әһәмиәтле булырға мөмкин. Мәҫәлән, берәй ризыҡ бешереп килтерһәк йәки бәләкәй генә бүләк йә открытка бирһәк, бойоҡҡан ҡәрҙәшебеҙ яратыуыбыҙҙы һәм ҡайғыртыуыбыҙҙы тойорға мөмкин. Ҡәрҙәш менән уның хистәре тураһында һөйләшергә уңайһыҙланһаҡ, беҙ уға ғәмәли ярҙам күрһәтә алабыҙ. Йәһүә Ильясҡа Хореб тауына тиклем оҙон юл үтер өсөн мөғжизәле рәүештә көс биргән, унда ул үҙен үлтерергә теләгән кешеләрҙән йыраҡ булған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Енси йәберләүгә дусар булғандарҙы йыуатырға теләһәк, тәүҙә уларға үҙҙәрен яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, шуны иҫәпкә алырға кәрәк: кемгәлер өйҙә, ә кемгәлер Батшалыҡ залында һөйләшеүе уңайлыраҡ. w19.05 16 б., 11 абз.; 17 б., 13, 14 абз.
Йома, 5 март
Бөтә ил зар илаясаҡ... Натан йорто ҡәбиләһе... айырым илаясаҡ (Зәк. 12:12).
Әйтәйек, һеҙ Зәкәриә китабының 12-се бүлеген уҡыйһығыҙ, ти. Унда Мәсихтең үлеменә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр яҙылған (Зәк. 12:10). 12-се аятта, «Натан йорто ҡәбиләһе» Мәсихтең үлеме арҡаһында ҡайғырып илаясаҡ, тип әйтелә. Был нескәлеккә иғтибар итмәйенсә артабан уҡыу урынына, туҡтап бындай һорау өҫтөндә уйланығыҙ: «Мәсих менән Натан йорто араһында ниндәй бәйләнеш бар? Был хаҡта өҫтәмә мәғлүмәт ҡайҙан табып була?» Әйҙәгеҙ, бәләкәй генә тикшереү үткәрәйек. Был аятҡа килтерелгән киҫешкән һылтанма беҙҙе 2 Самуил 5:13, 14-кә ебәрә. Унда һеҙ Натандың Дауыт батша улдарының береһе булғанын белерһегеҙ. Ә икенсе киҫешкән һылтанма Лука 3:23, 31-гә ебәрә. Был аяттарҙа Ғайсаның Мәрйәм яғынан Натандың тоҡомо булғаны хаҡында әйтелә. Ризалашырһығыҙҙыр, бик ҡыҙыҡ! Пәйғәмбәрлектәр буйынса, Мәсих Дауыттың тоҡомо булырға тейеш (Матф. 22:42). Әммә Дауыттың 20-нән күберәк улы булған. Шуға күрә Зәкәриә китабында Натан йортоноң Мәсих үлгәнгә ныҡ ҡайғырасағына айырым иғтибар бирелгәне ғәжәп түгелме ни? w19.05 30 б., 17 абз.
Шәмбе, 6 март
Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ (Рим. 12:2).
Беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Шәхси өйрәнеүҙе даими үткәреп, беҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙың хәҡиҡәт икәненә инанырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең нормалары һәр ваҡыт дөрөҫ икәнен асығыраҡ күрербеҙ. Шул саҡта беҙ, ныҡлы тамыр йәйгән ағас кеүек, иманда нығынырбыҙ (Кол. 2:6, 7). Шуны иҫтә тотоғоҙ: бер кем дә һеҙҙең урынға иманығыҙҙы нығыта алмай, шуға күрә артабан да яңыса фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ. Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ, Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Тәрән уйланығыҙ, хистәрегеҙгә һәм этәргес теләктәрегеҙгә анализ яһағыҙ. Яҡшы дуҫтар һайлағыҙ, зиһенегеҙҙе яңыртырға ярҙам иткән кешеләр менән аралашығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ, Шайтан донъяһы таҡҡан зыянлы ҡараштарҙан арынып, Алла тураһындағы белемгә ҡаршы торған «һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы» емерә алырһығыҙ (2 Кор. 10:5). w19.06 13 б., 17, 18 абз.
Йәкшәмбе, 7 март
Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу — бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү... ул (Яҡ. 1:27).
Руфь Нәғмиәне ҡалдырмаған кеүек, беҙ ҙә яҡын кешеһен юғалтҡандарға ярҙам күрһәтеүҙән туҡтарға тейеш түгел (Руфь 1:16, 17). Пола былай ти: «Ирем үлгәндән һуң, миңә күптәр ярҙам итте. Әммә ваҡыт уҙыу менән улар ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайтты, ләкин мин улай итә алманым, сөнки тормошом бөтөнләй үҙгәрҙе. Яҡынының үлгәненә ҡайғырған кеше айҙар һәм хатта йылдар буйына ярҙамға мохтаж. Башҡаларҙың быны аңлауы бик мөһим». Әлбиттә, кешеләр төрлө була. Берәүҙәр яңы шарттарға сағыштырмаса тиҙ эйәләшә. Ә башҡалар иһә, элек мәрхүм менән бергә башҡарған эштәрҙе эшләгән һайын, күңел әрнеүе тоя. Кешеләр ҡайғыны төрлөсә кисерә. Әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: Йәһүә беҙгә тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыу вазифаһын йөкмәткән. Был ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. w19.06 24 б., 16 абз.
Дүшәмбе, 8 март
Яуыз бәндә янымда булғанда, ауыҙыма ауыҙлыҡ кейҙерермен (Зәб. 39:1).
Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған саҡта «өндәшмәү ваҡыты бар» икәнен иҫтә тотоу үтә мөһим (Вәғ. 3:7). Ҡәрҙәштәрҙең исемдәре, осрашыуҙарҙың үткәрелеү урындары, вәғәзләү ысулдары һәм рухи аҙыҡ алыу юлдары менән бәйле мәғлүмәтте сер итеп тота белергә кәрәк. Беҙ ундай мәғлүмәтте хөкүмәт вәкилдәренә лә, хатта илебеҙҙә йә сит илдә йәшәгән ҡәрҙәштәргә һәм туғандарға ла бирмәҫбеҙ. Юғиһә беҙ ҡәрҙәштәрҙең именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр инек. Аңлашылмаусанлыҡтар берҙәмлегебеҙҙе емермәһен. Шайтан шуны белә: берәй ғаилә бүленһә, ундай ғаилә тарҡалыр (Марк 3:24, 25). Шуға күрә ул һәр ваҡыт арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырыша. Ул беҙҙең үҙе менән түгел, ә бер-беребеҙ менән көрәшә башлауыбыҙға өмөтләнә. Хатта рухи яҡтан етлеккән мәсихселәргә лә был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлар өсөн бар көсөбөҙҙө һалһаҡ, Шайтан берҙәмлегебеҙҙе емерә алмаҫ (Кол. 3:13, 14). w19.07 11—12 бб., 14—16 абз.
Шишәмбе, 9 март
[Раббыға хеҙмәт итеүсе] бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир... булырға... тейеш (2 Тим. 2:24, 25).
Йыш ҡына вәғәздә нимә һөйләүебеҙ генә түгел, ә нисек һөйләүебеҙ ҙә ҙур роль уйнай. Игелекле, ипле һәм шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр бөтәһенә лә оҡшай. Беҙ кешеләргә үҙ ҡараштарыбыҙҙы тағырға теләмәйбеҙ. Киреһенсә, уларҙың дингә нисек ҡарауын аңларға һәм хистәренә иғтибарлы булырға тырышабыҙ. Йәһүдтәр менән Павел Яҙмаларға нигеҙләнеп фекер алышҡан. Әммә, Ареопагта грек фәлсәфәселәре менән һөйләшкәндә, ул нимәгә нигеҙләнеп һөйләгәнен әйтмәгән (Ғәм. 17:2, 3, 22—31). Павелдан нисек өлгө алып була? Мәҫәлән, һеҙ Изге Яҙманан уҡығанда, кеше уңайһыҙланһа, аяттарҙы электрон яйланманан күрһәтеп була. Ә әгәр кеше Изге Яҙмаға ышанмаһа, уға Изге Яҙманың үҙенән уҡымау яҡшыраҡ булыр. w19.07 21 б., 5, 6 абз.
Шаршамбы, 10 март
Һаҡ булығыҙ, йөрәгегеҙ алданып, юлдан яҙмағыҙ һәм башҡа илаһтарға табынып сәждә ҡылмағыҙ (Ҡан. 11:16).
Шайтан, израилдәрҙе оҫта алдап, уларҙы боттарға табынырға ҡотортҡан. Иблис израилдәргә ашарға кәрәклеген белгән һәм бынан файҙаланған. Вәғәҙә ителгән ергә кергәс, израилдәргә ер эшкәртеү ысулдарын үҙгәртергә кәрәк булған. Мысырҙа йәшәгәндә, улар, ерҙе һуғарыр өсөн, һыуҙы Нил йылғаһынан ташыған. Әммә Вәғәҙә ителгән ер йылға һыуҙары менән түгел, ә ямғыр һәм ысыҡ менән һуғарылған (Ҡан. 11:10—15; Ишағ. 18:4, 5.) Шунлыҡтан израилдәргә ер эшкәртеүҙең яңы ысулдарын үҙләштерергә тура килгән. Әммә ни өсөн Йәһүә, ер эшкәртеүҙең яңы ысулдарын үҙләштерергә тура киләсәге хаҡында әйткәндә, ялған илаһтарға табыныуҙан киҫәткән? Йәһүә шуны белгән: израилдәр ер эшкәртеү ысулдарын тирә-яҡтағы мәжүси халыҡтарҙан үҙләштерергә теләйәсәк, ә Ҡынаан халҡының фекер йөрөтөү рәүешенә Ваалға табыныу тәьҫир иткән (Һан. 25:3, 5; Хөк. 2:13; 1 Бат. 18:18). w19.06 3—4 бб., 4—6 абз.
Кесаҙна, 11 март
Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам (Флп. 1:9).
Рим колонияһы булған Филипп ҡалаһына килгәс, Павел, Сила, Лука һәм Тимофей һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә теләгән күп кешеләрҙе осратҡан. Был дүрт ашҡыныусан мәсихсе унда йыйылыш ойошторған, һәм яңы шәкерттәр бергә йыйыла башлаған. Улар, моғайын, ҡунаҡсыл Лидиәнең өйөндә йыйылғандыр (Ғәм. 16:40). Күп тә үтмәҫтән, яңы ойошторолған йыйылыш ауырлыҡтар менән осрашҡан. Шайтан дошмандарҙы Павелға һәм уның хеҙмәттәштәренә ҡаршы ҡотортҡан. Павел менән Силаны ҡулға алғандар, ҡамсылағандар һәм төрмәгә ултыртҡандар. Төрмәнән азат ителгәс, улар, яңы шәкерттәр янына барып, уларҙы рухландырған. Унан һуң Павел, Сила һәм Тимофей Филипп ҡалаһынан киткән, ә Лука, күрәһең, шунда ҡалған. Филипптағы йыйылыш менән артабан нимә булған? Йәһүәнең ярҙамы менән яңы шәкерттәр ашҡынып хеҙмәт итеүен дауам иткән (Флп. 2:12). Һис шикһеҙ, Павелдың улар менән ғорурланырға сәбәбе булған! w19.08 8 б., 1, 2 абз.
Йома, 12 март
Бурысҡа алыусы бурысҡа биреүсенең ҡоло була (Ғиб. һүҙ. 22:7).
Һеҙгә яңыраҡ күсенергә тура килдеме? Күсенеү бик күп аҡса талап итһә, еңел генә бурысҡа батырға мөмкин. Бурыстар әҙерәк булһын өсөн, әллә ни кәрәк булмаған әйберҙәрҙе кредитҡа алмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3). Көслө стресс кисергәндә, мәҫәлән, ауырыған туғаныбыҙҙы ҡарағанда, бурысҡа күпме аҡса алырға кәрәклеген хәл итеү ауыр булырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа Йәһүәгә ялбарып доға ҡылығыҙ, был һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Доғаларығыҙға яуап итеп, Йәһүә һеҙгә йөрәгегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе һаҡлай алған тыныслыҡ бирер һәм хәлде айыҡ аҡыл менән баһаларға ярҙам итер (Флп. 4:6, 7; 1 Пет. 5:7). Ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ. Дуҫтарығыҙға, бигерәк тә һеҙҙекенә оҡшаш шатлыҡтар һәм ауырлыҡтар кисергәндәргә хәлдәрегеҙ һәм хистәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Был һеҙгә эмоциональ яҡтан көс өҫтәр (Вәғ. 4:9, 10). Элек хеҙмәттәшлек иткән дуҫтарығыҙ һаман да дуҫтарығыҙ булып ҡалғанын иҫтә тотоғоҙ. w19.08 22 б., 9, 10 абз.
Шәмбе, 13 март
[Улар] батшаларҙы... «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы (Асыл. 16:16).
Ни өсөн Йәһүә һуңғы бөйөк һуғышты Мегиддо менән бәйләгән? Боронғо заманда күп кенә һуғыштар Мегиддола һәм уның янындағы Йәзрәил үҙәнендә үткән. Йәһүә шул һуғыштарҙың ҡайһы берҙәрендә үҙе ҡатнашҡан. Мәҫәлән, «Мегиддо һыуҙары янында» Алла израилдәрҙең хөкөмсөһө Варакка Ҡынаан ғәскәрен һәм уларҙы етәкләгән Сисараны еңергә ярҙам иткән. Варак һәм пәйғәмбәр ҡатын Девора, мөғжизәле еңеү өсөн Йәһүәгә рәхмәт белдереп, былай тип йырлаған: «Күктән йондоҙҙар... Сисараға ҡаршы һуғышты. [...] Эй Йәһүә, бөтә дошмандарың юҡҡа сыҡһын, ә һине яратыусылар балҡып күтәрелеүсе ҡояштай булһын» (Хөк. 5:19—21, 31). Армагеддон һуғышында ла Алланың дошмандары юҡҡа сығыр, ә Йәһүәне яратыусылар ҡотҡарылыр. Әммә был ике һуғыш араһында мөһим айырма бар. Армагеддон ваҡытында Алла халҡы һуғышмаясаҡ. Уларҙың хатта хәрби ҡоралдары ла булмаясаҡ! Улар, «тыныс ҡалып», шулай уҡ Йәһүәгә һәм уның күктәге ғәскәрҙәренә таянып, «көслө булыр» (Ишағ. 30:15; Асыл. 19:11—15). w19.09 9 б., 4, 5 абз.
Йәкшәмбе, 14 март
Миңә килегеҙ (Матф. 11:28).
Ғайсаға килер өсөн ысулдарҙың береһе — уның һүҙҙәрен һәм эштәрен ентекләп тикшереү (Лука 1:1—4). Беҙҙең урынға быны бер кем дә эшләй алмай, бының өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы. Тағы бер ысул — һыуға сумдырылып Мәсихтең шәкерте булып китеү. Ғайсаға килер өсөн башҡа бер мөмкинлек — ярҙам кәрәк булғанда йыйылыш өлкәндәренә мөрәжәғәт итеү. «Бүләк» итеп бирелгән был ир-аттар ярҙамында Ғайса үҙ һарыҡтары хаҡында ҡайғырта (Ефес. 4:7, 8, 11; Яхъя 21:16; 1 Пет. 5:1—3). Өлкәндәрҙең ярҙамын алыр өсөн, беҙҙең үҙебеҙгә уларға мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар бит уйҙарыбыҙҙы уҡый алмай һәм нимәгә мохтаж икәнебеҙҙе белмәй. Джулиан исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Өлкәндәрҙе саҡырырға хәл иттем, һәм уларҙың килеп китеүе тормошомдағы иң яҡшы бүләктәрҙең береһе булды». Джулианға килеп киткән ике өлкән кеүек, тоғро өлкәндәр беҙгә «Мәсих аңына» эйә булырға, йәғни уның фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөргә һәм уны үҙләштерергә ярҙам итә ала (1 Кор. 2:16; 1 Пет. 2:21). Өлкәндәрҙең килеп китеүе — ысындан да бик ҡәҙерле бүләк! w19.09 21 б., 4, 5 абз.
Дүшәмбе, 15 март
Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар (Яхъя 10:16).
Изге Яҙмала 144 000 һанына кермәгән, әммә изге рух тәьҫире аҫтында эш иткән күп тоғро ирҙәр һәм ҡатындар тураһында әйтелә. Мәҫәлән, уларҙың береһе — Сумдырыусы Яхъя (Матф. 11:11). Тағы бер миҫал — Дауыт (Ғәм. 2:34). Улар һәм башҡа күп кешеләр ерҙәге ожмахта йәшәү өсөн терелтеләсәк. Терелтелгән кешеләр бихисап күп халыҡ менән бергә Йәһүәгә һәм уның хакимлығына тоғро булыуҙарын күрһәтә аласаҡ. Кешелек тарихында беренсе тапҡыр Алла, бөтә халыҡтарҙан миллиондарса кешеләрҙе йыйып, уларҙы берләштерә. Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙ мөмкин тиклем күберәк кешегә бихисап күп «бүтән һарыҡтар» һанына керергә ярҙам итергә тейеш. Тиҙҙән Йәһүә, ҙур афәт булдырып, кешелеккә ҡайғы килтергән хөкүмәттәрҙе һәм диндәрҙе юҡ итәсәк. Бихисап күп халыҡ һанына кергән кешеләрҙең алдында иҫ киткес мөмкинлек асыла — улар ерҙә Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итә аласаҡ (Асыл. 7:14). w19.09 31 б., 18, 19 абз.
Шишәмбе, 16 март
Аҙаҡҡы көндәрҙә... мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ (2 Пет. 3:3).
Иблис донъяһының ахыры яҡынлашҡан һайын, беҙҙең Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғролоғобоҙ тағы ла нығыраҡ һыналыр. Кешеләр, моғайын, артабан да беҙҙән мыҫҡыллап көлөр. Нейтралитет һаҡлауыбыҙ арҡаһында хәлебеҙ тағы ла нығыраҡ ауырлашырға мөмкин. Ҙур афәт ваҡытында тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә инде хәҙер Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡ үҫтерергә кәрәк. Алла халҡы араһында етәкселек алған ағай-ҡәрҙәштәр тураһында әйткәндә, ҙур афәт ваҡытында бер үҙгәреш буласаҡ. Әле ерҙә йәшәгән бөтә майланған мәсихселәр Армагеддон һуғышында ҡатнашыу өсөн күккә алынасаҡ (Матф. 24:31; Асыл. 2:26, 27). Тимәк, Етәксе кәңәшмә беҙҙең менән ерҙә инде булмаҫ. Шулай ҙа бихисап күп халыҡ артабан да яҡшы ойошторолған булыр. Бүтән һарыҡтар һанына ингән тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр етәкселекте үҙ өҫтөнә алыр. Беҙгә, Йәһүәнең шул ағай-ҡәрҙәштәр аша бирелгән күрһәтмәләренә буйһоноп, тоғролоҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Шулай эшләп кенә, беҙ ҡотола алырбыҙ! w19.10 17 б., 13, 14 абз.
Шаршамбы, 17 март
Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын... Һин ҡайҙа үлһәң, мин шунда үлермен (Руфь 1:16, 17).
Нәғмиә Йәһүәне яратҡан тоғро ҡатын булған. Әммә иренең һәм ике улының үлеменән һуң ул үҙенең исемен «Мара» тигән исемгә алмаштырырға теләгән. Был исем «әсе» тигәнде аңлата (Руфь 1:3, 5, 20 төшөрмә, 21). Килене Руфь бөтә ҡайғыларҙа уның янында булған. Ул, Нәғмиәгә ғәмәли ярҙам күрһәтеүҙән тыш, шулай уҡ уны йыуатҡан. Ул ябай һәм эскерһеҙ һүҙҙәр менән Нәғмиәгә яратыуын белдергән. Тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәр ҙә беҙҙең ярҙамға мохтаж. Ир менән ҡатын йәнәш үҫкән ике ағасҡа оҡшаш. Йылдар буйы бергә үҫкән ағастарҙың тамырҙары бер-береһенә уралып бөтә. Бер ағасты төбө-тамыры менән аҡтарып сығарһаң, икенсе ағас ҙур зыян күрә. Шуның шикелле, ир менән ҡатындың береһе үлһә, икенсеһе оҙаҡ ваҡыт ауыр хистәр кисерергә мөмкин. w19.06 23 б., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 18 март
Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра (Яҡ. 1:14).
Беҙгә күңел асыуҙың төрөн генә түгел, ә шулай уҡ уға күпме ваҡыт сарыф итеүебеҙҙе лә контроль аҫтында тоторға кәрәк. Юғиһә, Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә ҡарағанда күңел асыуға күберәк ваҡыт бүлә башлауыбыҙ ихтимал. Беренсенән, күңел асыуға күпме ваҡыт сарыф итеүегеҙҙе билдәләгеҙ. Мәҫәлән, аҙна дауамында телевизор ҡарауға, интернетта ултырыуға һәм телефон йә планшетта уйындар уйнауға күпме ваҡыт киткәнен календарға яҙып барырға була. Әгәр күңел асыуҙар сиктән тыш күп ваҡыт алһа, график төҙөгөҙ. Тәүҙә мөһимерәк эштәргә ваҡыт бүлегеҙ, һәм шунан һуң ғына күңел асыуҙы планлаштырығыҙ. Йәһүәнән графигығыҙ буйынса эш итергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Шул саҡта һеҙҙең шәхси өйрәнеү, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу, йыйылыш осрашыуҙары, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү өсөн көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ күберәк булыр. Шулай уҡ һеҙ, рухи эштәрҙе беренсе урынға ҡуйғанға, күңел асыуҙан күберәк шатлыҡ алырһығыҙ. w19.10 30 б., 14, 16 абз.; 31 б., 17 абз.
Йома, 19 март
Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым (Рим. 7:18).
Б. э. яҡынса 55 йылында Коринфтағы мәсихселәр бер мөһим ҡарар ҡабул иткән. Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең ярлылыҡтан интеккәнен белгәс, уларға ярҙам итер өсөн аҡса йыя башлаған (1 Кор. 16:1; 2 Кор. 8:6). Бер нисә ай үткәс, илсе Павел Коринфтағы мәсихселәрҙең һаман да аҡса йыймағаны тураһында белеп ҡалған. Артабан да был эш менән һуҙған булһалар, улар үҙ иғәнәләрен Иерусалимға кәрәкле ваҡытта ебәреп өлгөрмәҫ ине (2 Кор. 9:4, 5). Коринфтағы мәсихселәр яҡшы ҡарар ҡабул иткән, һәм Павел уларҙы көслө имандары һәм йомартлыҡ сағылдырырға теләгәндәре өсөн маҡтаған. Әммә ул шулай уҡ уларҙы башлаған эштәрен тамамларға дәртләндергән (2 Кор. 8:7, 10, 11). Был осраҡ беҙҙе шуға өйрәтә: хатта тоғро мәсихселәргә лә үҙ ҡарарҙары буйынса эш итеүе ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Камилһыҙ булғанға, беҙ йыш ҡына эштәребеҙҙе аҙаҡҡа ҡалдырабыҙ. Бынан тыш, көтөлмәгән хәлдәр планлаштырған эштәребеҙгә ҡамасауларға мөмкин (Вәғ. 9:11). w19.11 26—27 бб., 3—5 абз.
Шәмбе, 20 март
Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ (Ефес. 6:16).
Ҙур ҡалҡан тәндең күп өлөшөн һаҡлаған һымаҡ, иман беҙҙе был донъяның әхлаҡһыҙ, мәрхәмәтһеҙ һәм боҙоҡ рухынан һаҡлай. Мәсихселәр булараҡ, беҙ яуыз рухтарға ҡаршы һуғыш алып барабыҙ (Ефес. 6:10—12). Иман ҡалҡаныбыҙ һынауҙарҙа сыҙармы, юҡмы икәнен нисек белергә? Беренсенән, Алланан ярҙам һорап доға ҡылырға кәрәк. Икенсенән, Изге Яҙма ярҙамында Алланың беҙҙең хаҡта нимә уйлауын аңларға тырышырға кәрәк (Евр. 4:12). Алла Һүҙендә былай тиелә: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма» (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Был һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, һуңғы арала ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙға анализ яһап ҡарағыҙ. Бәлки, һеҙ матди ауырлыҡтар менән осрашҡанһығыҙҙыр. Шул ваҡытта Йәһүәнең «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһе иҫегеҙгә төштөмө? (Евр. 13:5). Был вәғәҙә һеҙгә Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышаныс өҫтәнеме? Ошо һорауҙарға «эйе» тип яуап бирә алһағыҙ, тимәк, һеҙ иман ҡалҡанығыҙҙы яҡшы хәлдә һаҡлайһығыҙ. w19.11 14 б., 1, 4 абз.
Йәкшәмбе, 21 март
Балалар — Йәһүәнән килгән мираҫ (Зәб. 127:3, төшөрмә).
Атай ҙа, әсәй ҙә һәр балаһына етерлек ваҡыт һәм көс бүлергә тейеш, сөнки балалар быға бик мохтаж. Шуға күрә, ғаиләлә балаларҙың йәш айырмаһы ҙур булмаһа, ата-әсәгә уларҙың һәр береһенә ваҡыт табыуы ауыр булырға мөмкин. Бер нисә бәләкәй балаһы булған ҡайһы бер парҙар үҙҙәрен йонсоған итеп тойғандарын таный. Әсәй кеше эмоциональ һәм физик яҡтан хәлһеҙләнергә мөмкин. Ныҡ арығанға, уның регуляр рәүештә Изге Яҙманы өйрәнергә, доға ҡылырға һәм вәғәздә ҡатнашырға көсө ҡалмауы ихтимал. Уға шулай уҡ йыйылыш осрашыуында иғтибарлы булыу һәм программанан файҙа алыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Әлбиттә, ҡайғыртыусан ир өйҙә лә, осрашыуҙарҙа ла ҡатынына балаларҙы ҡарашыр өсөн хәленән килгәндең барыһын эшләр. Мәҫәлән, ул өй эштәрендә ярҙамлаша ала. Шулай уҡ, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисе даими үткәрелһен өсөн һәм ғаиләнең һәр ағзаһы унан файҙа алһын өсөн, атай кеше бар көсөн һалырға тырышыр. Һәм, әлбиттә, мәсихсе атайҙар үҙ ғаиләләре менән даими вәғәзләр. w19.12 24 б., 8 абз.
Дүшәмбе, 22 март
Илленсе йыл һеҙҙең өсөн Азатлыҡ йылы булып китер (Лев. 25:11).
Азатлыҡ йылы израилдәргә ниндәй файҙа килтергән? Әйтәйек, Израиль кешеһе, бурысҡа батып, биләмәһен һатырға мәжбүр булған. Азатлыҡ йылында был биләмә уға кире ҡайтарылған. Шулай итеп, был ир үҙ биләмәһенә ҡайта алған, һәм уның балалары был биләмәне мираҫ итеп алған. Йә, әйтәйек, бурысы бик ҙур булғанға, кеше үҙен йә балаларының береһен ҡоллоҡҡа һатҡан. Азатлыҡ йылында был кешене азат итергә һәм «үҙ ғаиләһенә» ҡайтарырға кәрәк булған (Лев. 25:10). Тимәк, бер кем дә ғүмер буйы ҡол булып ҡалырға тейеш булмаған! Шулай уҡ Йәһүә былай тип әйткән: «Араңдан бер кем дә ярлы булмаһын, сөнки Йәһүә һине, һис шикһеҙ, Аллаң Йәһүә үҙеңә мираҫ итеп бирәсәк ерҙә фатихалар» (Ҡан. 15:4). Был хәҙерге донъянан шул тиклем айырылып тора, сөнки бөгөн байҙар байығандан-байый, ә ярлылар ярлылыҡҡа тағы ла нығыраҡ бата. w19.12 8—9 бб., 3, 4 абз.
Шишәмбе, 23 март
Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр (Ғиб. һүҙ. 27:11).
Һынауҙар ваҡытында Ғайса «илап һәм ҡысҡырып» доға ҡылған (Евр. 5:7). Ҡайнар доғалары уның Йәһүәгә ҡарата ҡаҡшамаҫ тоғролоғон күрһәткән, шундай доғалар уға Атаһына тыңлаусан булып ҡалырға ярҙам иткән. Йәһүә өсөн Ғайсаның доғалары хуш еҫле фимиам кеүек булған. Ғайсаның ерҙәге тормошо Атаһына ҙур шатлыҡ килтергән һәм уның хакимлығын яҡлаған. Беҙ нисек Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ? Йәһүәгә тыңлаусан һәм тоғро булыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Һынауҙар менән осрашҡанда, беҙ ярҙам һорап уға ҡайнар доға ҡылабыҙ, сөнки уны ҡыуандырырға теләйбеҙ. Беҙ шуны аңлайбыҙ: Йәһүә хөкөм иткән эштәр ҡылһаҡ, ул беҙҙең доғаларҙы ҡабул итмәйәсәк. Ә уның нормалары буйынса йәшәһәк, эскерһеҙ доғаларыбыҙ уның өсөн хуш еҫле фимиам кеүек буласаҡ. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: беҙҙең сафлыҡ, тыңлаусанлыҡ һәм тоғролоҡ күктәге Атабыҙға ҙур шатлыҡ килтерә. w19.11 21—22 бб., 7, 8 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (9-сы нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 19:29—44
Шаршамбы, 24 март
Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? (Матф. 24:45).
1919 йылда Ғайса Мәсих майланған мәсихселәрҙең бәләкәй төркөмөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» итеп билдәләгән. Был «хеҙмәтсе» вәғәз эше менән етәкселек итә һәм мәсихселәргә рухи «ризыҡты үҙ ваҡытында» өләшә. Иблис һәм уның донъяһы ышаныслы хеҙмәтсе башҡарған эшкә ҡамасауларға тырыша. Йәһүә ярҙам итмәһә, хеҙмәтсе үҙенә тапшырылған йөкләмәне үтәй алмаҫ ине. Беренсе һәм Икенсе бөтә донъя һуғыштарына, глобаль иҡтисади кризистарға, бөтмәҫ эҙәрләүҙәр һәм ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан, ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе мәсихселәргә рухи аҙыҡ өләшеүен дауам итә. Бөгөн рухи аҙыҡтың муллығы таң ҡалдыра. Уны 900-ҙән ашыу телдә түләүһеҙ алып була! Был Йәһүәнең ышаныслы хеҙмәтсегә ярҙам итеүенә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булып тора. Вәғәз эше — Йәһүәнең хеҙмәтсегә хуплауын күрһәткәненә тағы бер дәлил. Һөйөнөслө хәбәр ысынлап та «бөтә донъяла иғлан» ителә (Матф. 24:14). w19.11 24 б., 15, 16 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (10-сы нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 19:45—48; Матфей 21:18, 19; 21:12, 13
Кесаҙна, 25 март
Оло ихтирамы арҡаһында Уның [Ғайсаның] үтенесе Аллаға барып ишетелде (Евр. 5:7).
Йолоу көнөндә баш рухани тәүҙә фимиам яндырырға тейеш булған, шунан һуң ғына ул ҡорбандар килтерә алған. Шулай эшләп, ул Йәһүәнең гонаһ өсөн килтереләсәк ҡорбандарҙы ҡабул итеренә инанған. Ерҙә булғанда, Ғайса, үҙ ғүмерен ҡорбанға килтерер алдынан, тәүҙә кешелектең ҡотолоуына ҡарағанда күпкә мөһимерәк бер нәмә эшләргә тейеш булған. Нимә тураһында һүҙ бара? Йәһүә Ғайсаның ҡорбанын ҡабул итһен өсөн, Ғайса саф тормош алып барырға һәм үлеменә тиклем тоғро булып ҡалырға тейеш булған. Шулай эшләп, Ғайса Йәһүәнең ихтыярын үтәү берҙән-бер дөрөҫ юл икәнен күрһәтер ине. Бының менән ул шулай уҡ Атаһының хакимлығын аҡлар ине. Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса ғүмере буйы Йәһүәгә камил рәүештә буйһонған. Төрлө һынауҙар һәм ҡотҡолар менән осрашһа ла, Ғайса тәүәккәллек менән Атаһының хакимлығын аҡлаған (Флп. 2:8). w19.11 21 б., 6, 7 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (11-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 20:1—47
Йома, 26 март
Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ (Лука 22:28).
Ғайсаның ерҙәге хеҙмәте дауамында тоғро илселәр уның ысын дуҫтары булған (Ғиб. һүҙ. 18:24). Ғайса шундай дуҫлыҡты бик ҡәҙерләгән. Ул ерҙә хеҙмәт иткән осорҙа бер туған ҡустыларының береһе лә уға ышанмаған (Яхъя 7:3—5). Бер ваҡыт туғандары хатта уның хаҡында аҡылдан яҙған тип уйлаған (Марк 3:21). Уларҙан айырмалы рәүештә, илселәр Ғайса өсөн терәк булған. Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса уларға бөгөнгө аяттағы һүҙҙәрҙе әйткән. Ваҡыт-ваҡыт илселәр Ғайсаны күңелһеҙләндергән, әммә ул иғтибарын уларҙың хаталарына тупламаған, ә уларҙың иман итеүен ҡәҙерләгән (Матф. 26:40; Марк 10:13, 14; Яхъя 6:66—69). Үлеме алдынан һуңғы төндө Ғайса был тоғро ирҙәргә: «Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем», — тигән (Яхъя 15:15). Һис шикһеҙ, дуҫтары Ғайсаны бик рухландырған. w19.04 11 б., 11, 12 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (12-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 22:1—6; Марк 14:1, 2, 10, 11
Иҫкә алыу кисәһе
Ҡояш байығандан һуң
Шәмбе, 27 март
Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай (Рим. 8:16).
Мәсихсе үҙенең күккә саҡырылғанын ҡайҙан белә? Был һорауға яуап алыр өсөн, илсе Павелдың Римда йәшәгән имандаштарына — «изге халыҡ булырға саҡырылғандарға» нимә тип яҙғанына иғтибар итәйек. Бөгөнгө аятта килтерелгән һүҙҙәргә өҫтәп, ул былай тигән: «Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: „Абба! Атам!“ — тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ» (Рим. 1:7; 8:15). Тимәк, Йәһүә, изге рухын ҡулланып, майланған мәсихселәргә күктә йәшәргә һайланғандарын асыҡ итеп белдерә (1 Фес. 2:12). Алла уларға күккә барырға саҡырылғандарын шул тиклем асыҡ итеп белдерә, хатта уларҙың аҡылында һәм күңелендә быға тамсы ла шик ҡалмай (1 Яхъя 2:20, 27). Майланғандарға үҙҙәренең майланған булыуына башҡаларҙың ышандырыуы кәрәкмәй. w20.01 22 б., 7, 8 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (13-сө нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 22:7—13; Марк 14:12—16 (14-се нисан, ҡояш байығандан һуң) Лука 22:14—65
Йәкшәмбе, 28 март
Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ (Яхъя 15:13).
«Мәсих ҡануны» иң яҡшы нигеҙгә — яратыуға ҡоролған (Гал. 6:2). Ғайса бөтә эштәрен яратыуҙан сығып башҡарған. Йәлләү, йәғни ҡыҙғаныу тойғоһо — яратыуҙың бер сағылышы. Кешеләрҙе йәлләгәнгә, Ғайса уларҙы өйрәткән, һауыҡтырған, ашатҡан һәм үлгәндәрҙе терелткән (Матф. 14:14; 15:32—38; Марк 6:34; Лука 7:11—15). Ғайса башҡаларҙың ихтыяждарын үҙенекенән өҫтөн ҡуйған. Ә иң мөһиме: ул, көслө яратыу сағылдырып, үҙ ғүмерен кешеләр хаҡына биргән. Беҙ, башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөн ҡуйып, Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ. Шулай уҡ территориябыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе йәлләп тә Ғайсанан өлгө алып була. Кешеләрҙе йәлләгәнгә, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, беҙ Мәсих ҡанунын үтәйбеҙ. w19.05 4 б., 8—10 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (14-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 22:66—71
Дүшәмбе, 29 март
[Раббы] мине әсирҙәргә — азатлыҡ... иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға [ебәрҙе] (Лука 4:18).
Ғайса кешеләрҙе дин етәкселәренең ялған тәғлимәттәренән азат иткән. Ул ваҡытта йәшәгән күп йәһүдтәр хаталы ҡараштар һәм йолалар ҡоллоғонда булған (Матф. 5:31—37; 15:1—11). Үҙҙәрен рухи көтөүселәр тип һанаған кешеләр ысынында рухи яҡтан һуҡыр булған. Мәсихте һәм ул таратҡан рухи аң-белемде кире ҡағып, улар ҡараңғылыҡта һәм гонаһ ҡоллоғонда ҡалған (Яхъя 9:1, 14—16, 35—41). Хәҡиҡәткә өйрәтеп һәм яҡшы үрнәк күрһәтеп, Ғайса йыуаш кешеләргә рухи азатлыҡҡа эйә булырға ярҙам иткән (Марк 1:22; 2:23—3:5). Ғайса шулай уҡ кешелеккә Әҙәмдән күскән гонаһ ҡоллоғонан азат булырға мөмкинлек биргән. Ғайсаның ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә был ҡорбанға иман иткән һәм иманын эштәре менән күрһәткән кешеләрҙең гонаһтарын кисерә алған (Евр. 10:12—18). w19.12 10 б., 8 абз.; 11 б., 10, 11 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (15-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Матфей 27:62—66
Шишәмбе, 30 март
Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ. ...Изге Рух — аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә (Ефес. 1:13, 14).
Үҙенең изге рухын ҡулланып, Йәһүә бөтә майланған мәсихселәргә уларҙы һайлағанын асыҡ итеп белдерә. Шулай итеп, изге рух уларҙың ерҙә түгел, ә күктә мәңге йәшәйәсәгенә «ышаныслы билдә», йәғни гарантия булып тора (2 Кор. 1:21, 22). Мәсихсенең изге рух менән майланған булыуы уның күктәге бүләкте мотлаҡ аласағын аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. Үҙенең күккә барырға һайланғанына шикләнмәһә лә, ул бындай һүҙҙәрҙе иҫтә тоторға тейеш: «Имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ» (2 Пет. 1:10). Шуға күрә майланған мәсихсе, күктә йәшәргә һайланған булһа ла, Йәһүәгә тоғро булып ҡалған хәлдә генә был бүләкте аласаҡ (Флп. 3:12—14; Евр. 3:1; Асыл. 2:10). w20.01 21—22 бб., 5, 6 абз.
Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (16-сы нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Лука 24:1—12
Шаршамбы, 31 март
Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай (Ғиб. һүҙ. 12:18).
Ни өсөн Әйүптең ялған йыуатыусылары уны ҡыҙғанмаған? Сәбәптәрҙең береһе: улар хәлдең асылына төшөнөргә тырышмаған. Шуға күрә улар, хаталы һығымталарға килеп, Әйүпте тәнҡитләгән. Беҙгә шундай уҡ хата яһамаҫ өсөн, нимә эшләп була? Шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә генә кешенең хәленә бәйле бөтә факттарҙы белә. Бәләгә эләккән кешене иғтибар менән тыңлағыҙ. Улай ғына ла түгел, уның күңел әрнеүен тойорға тырышығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙ, ҡәрҙәшегеҙҙең хәленә инеп, уны йыуата алырһығыҙ. Ҡыҙғаныусанлыҡ беҙҙе башҡаларҙың ауырлыҡтары тураһында ғәйбәт таратыуҙан тотоп ҡалыр. Ғәйбәтсе йыйылышты нығытмай, ә бүленештәр генә тыуҙыра (Ғиб. һүҙ. 20:19; Рим. 14:19). Ғәйбәтсенең һүҙҙәре былай ҙа ғазап кисергән кешенең яраһына тоҙ һибә (Ефес. 4:31, 32). Кешенең яҡшы сифаттарын күрергә тырышыу һәм уға нисек ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында уйланыу күпкә яҡшыраҡ булыр. w19.06 21— 22 бб., 8, 9 абз.