37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Йәһүәгә теләп буйһоноғоҙ
«Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни?» (ЕВР. 12:9).
89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә буйһонабыҙ?
ЙӘҺҮӘ — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, шунлыҡтан беҙ уға буйһонорғаb тейеш. Шул уҡ сәбәптән ул яҡшылыҡ менән яуызлыҡ нормаларын урынлаштырырға хоҡуҡлы (Асыл. 4:11). Әммә уға күндәм булыр өсөн тағы бер мөһим сәбәп бар: уның идара итеү ысулы иң яҡшыһы. Тарих дауамында күп кешеләр башҡалар өҫтөнән хакимлыҡ иткән. Улар менән сағыштырғанда, Йәһүә — иң аҡыллы һәм иң ҡайғыртыусан, шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле Идарасы (Сығ. 34:6; Рим. 16:27; 1 Яхъя 4:8).
2. Еврейҙарға 12:9—11-ҙә Йәһүәгә буйһонор өсөн ниндәй сәбәптәр килтерелә?
2 Йәһүә беҙҙең унан ҡурҡҡанға түгел, ә уны яратҡанға һәм ҡайғыртыусан Атабыҙ тип һанағанға буйһоноуыбыҙҙы теләй. Илсе Павел еврейҙарға яҙған хатында аңлатҡанса, Аллаға «тағы ла нығыраҡ буйһонорға» кәрәк, сөнки ул беҙҙе «үҙ файҙабыҙ хаҡына» өйрәтә. (Еврейҙарға 12:9—11-ҙе уҡығыҙ.)
3. а) Йәһүәгә буйһоноуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? б) Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?
3 Йәһүәгә буйһоноуыбыҙҙы күрһәтер өсөн, һәр ваҡыт уға тыңлаусан булырға тырышыу һәм үҙебеҙҙең аңлау һәләтебеҙгә таянмау мөһим (Ғиб. һүҙ. 3:5). Йәһүәнең күркәм сифаттары тураһында күберәк белһәк, беҙгә уға буйһоноуы еңелерәк булыр. Ни өсөн? Сөнки был сифаттар уның бөтә эштәрендә сағыла (Зәб. 145:9). Йәһүәне күберәк белгән һайын, беҙҙең уға ҡарата мөхәббәтебеҙ көсәйә барыр. Ә Йәһүәне яратҡан кешегә яраған һәм ярамаған эштәрҙең оҙон исемлеге кәрәкмәй, сөнки ундай кеше фекер йөрөтөү рәүешен һәм хистәрен Йәһүәнең нормаларына тура килтерергә тырыша (Зәб. 97:10). Әммә ни өсөн ҡайһы саҡта Аллаға буйһоноуы еңел түгел? Өлкәндәр, атайҙар һәм әсәйҙәр идарасы Ниҡәмиҙән, Дауыт батшанан һәм Ғайсаның әсәһе Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.
НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ САҠТА АЛЛАҒА ТЫҢЛАУСАН БУЛЫУ АУЫР?
4, 5. Римдарға 7:21—23 буйынса, ни өсөн ҡайһы саҡ Йәһүәгә буйһоноуы ауыр?
4 Ни өсөн Йәһүәгә буйһоноуы ауыр булырға мөмкин? Сәбәптәрҙең береһе — гонаһ мираҫ итеп алғанға, бөтә кеше камилһыҙ. Шуға күрә беҙгә фетнәсел рух хас. Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәреп һәм тыйылған емеште ашап, Әҙәм менән Һауа үҙҙәре өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен хәл иткән (Баш. 3:22). Бөгөн дә күпселек кеше, Алланың нормаларын һанға һуҡмайынса, нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен үҙҙәре билдәләй.
5 Хатта Йәһүәне белгән һәм яратҡан кешеләргә лә ҡайһы ваҡыт уға буйһоноуы ауыр булырға мөмкин. Илсе Павел да шундай ауырлыҡ менән осрашҡан. (Римдарға 7:21—23-тө уҡығыҙ.) Павел һымаҡ, беҙ ҙә эштәребеҙ менән Йәһүәне ҡыуандырырға теләйбеҙ. Әммә беҙгә һәр ваҡыт насар теләктәр менән көрәшергә тура килә.
6, 7. Тағы нимә арҡаһында Йәһүәгә буйһоноуы ауыр булырға мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.
6 Тағы бер сәбәп — мәҙәниәтебеҙҙең йоғонтоһо. Был донъяның күп кенә идеялары Йәһүәнең ихтыярына ҡаршы килә. Шуға күрә беҙгә, был донъя кешеләре һымаҡ фекер йөрөтмәҫ өсөн, даими көрәш алып барырға кәрәк. Бер генә миҫал ҡарап сығайыҡ.
7 Ҡайһы бер илдәрҙә йәштәрҙе ғүмерҙәрен аҡса йыйыуға бағышларға өндәйҙәр. Мэриc исемле апай-ҡәрҙәш шундай баҫымға дусар булған. Хәҡиҡәтте белмәҫ борон, ул илдәге иң дәрәжәле университеттарҙың береһендә уҡыған. Туғандары, Мэриҙы аҡсалы эшкә урынлашырға өндәп, уға баҫым яһаған. Ул үҙе лә быны теләгән. Әммә Йәһүә тураһында белем алып, уны ярата башлағас, Мэри маҡсаттарын үҙгәрткән. Шуға ҡарамаҫтан, ул былай тип таный: «Ҡайһы саҡ миңә күп аҡса эшләргә мөмкинлек биргән тәҡдимдәр яһайҙар, әммә мин бының рухи эштәр тәртибемде боҙасағын беләм. Алған тәрбиәм арҡаһында миңә был тәҡдимдәрҙән баш тартыуы ауыр. Шуға күрә мин, Йәһүәгә ялбарып, унан ҡотҡоларҙы кире ҡағырға һәм хеҙмәтемә ҡамасаулай алған эштән баш тартырға ярҙам итеүен һорайым» (Матф. 6:24).
8. Киләһе абзацтарҙа нимә ҡаралыр?
8 Йәһүәгә буйһоноу беҙҙең үҙебеҙгә файҙа килтерә. Әммә билдәле бер хакимлыҡҡа эйә булған мәсихселәрҙең, мәҫәлән, өлкәндәрҙең, атайҙар һәм әсәйҙәрҙең Йәһүәгә буйһонорға тағы бер сәбәбе бар — улар башҡалар өсөн яуаплы. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Был миҫалдар беҙҙе үҙ хакимлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәтер.
ӨЛКӘНДӘР НИҠӘМИҘӘН НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘ АЛА?
9. Ниҡәми ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?
9 Йәһүә өлкәндәргә етди яуаплылыҡ — үҙ халҡын ҡайғыртыу вазифаһын ышанып тапшырған (1 Пет. 5:2). Өлкәндәр, Ниҡәмиҙең Алла халҡы менән нисек мөғәмәлә иткәнен тикшереп, күп нәмәгә өйрәнә ала. Йәһүҙә идарасыһы булараҡ, Ниҡәми ҙур хакимлыҡҡа эйә булған (Ниҡ. 1:11; 2:7, 8; 5:14). Уның ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын күҙ алдына килтерегеҙ. Мәҫәлән, ул йәһүдтәрҙең ғибәҙәтхананы нәжесләгәндәре һәм, Ҡанунды боҙоп, левиттарға матди ярҙам күрһәтмәгәндәре хаҡында ишеткән. Улар шулай уҡ Шәмбе көнөн тотмаған, ә ҡайһы берҙәре мәжүси ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән. Идарасы Ниҡәми тыуған хәлде сисергә тейеш булған (Ниҡ. 13:4—30).
10. Ниҡәми Йәһүәнең халҡы менән нисек мөғәмәлә иткән?
10 Ниҡәми үҙ хакимлығын дөрөҫ ҡулланған, шунлыҡтан Алла халҡында үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштырмаған. Ул, ҡайнар доға ҡылып, Йәһүәнән ярҙам һораған һәм халыҡты Алла ҡанунына өйрәткән (Ниҡ. 1:4—10; 13:1—3). Ниҡәми хатта, баҫалҡылыҡ сағылдырып, ҡәрҙәштәре менән бергә Иерусалим стеналарын торғоҙоуҙа ҡатнашҡан (Ниҡ. 4:15).
11. 1 Фессалоникаларға 2:7, 8 буйынса, өлкәндәр йыйылыш менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?
11 Бәлки, өлкәндәр Ниҡәмиҙекенә оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашмаҫ та, әммә улар уның миҫалынан күп һабаҡтар ала ала. Мәҫәлән, улар, бар көсөн һалып, имандаштарына ярҙам итергә тырыша. Улар шулай уҡ, хакимлыҡҡа эйә булһалар ҙа, үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай. Киреһенсә, өлкәндәр йыйылыш менән йомшаҡ мөғәмәлә итә. (1 Фессалоникаларға 2:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Башҡалар менән һөйләшкәндә, уларҙың һүҙҙәрендә эскерһеҙ яратыу һәм баҫалҡылыҡ сағыла. Эндрю исемле тәжрибәле өлкән былай тип әйтә: «Мин шуға иғтибар иттем: өлкәндең игелекле булыуы һәм үҙен дуҫтарса тотоуы ҡәрҙәштәрҙең күңелен йылыта һәм уларҙы уның менән хеҙмәттәшлек итергә дәртләндерә». Оҙаҡ йылдар өлкән булып хеҙмәт иткән Тони былай тип бүлешә: «Мин, Филиптарға 2:3-тә яҙылған кәңәште ҡулланып, һәр ваҡыт башҡаларҙы өҫтөн күрергә тырышам. Был миңә үҙемде диктатор һымаҡ тотмаҫҡа ярҙам итә».
12. Ни өсөн өлкәндәр баҫалҡы булырға тейеш?
12 Өлкәндәр, Йәһүәнән үрнәк алып, баҫалҡы булырға тейеш. Ғаләмдең хакимы булһа ла, Йәһүә, эйелеп, «ябай кешене тупраҡтан күтәрә» (Зәб. 18:35; 113:6, 7). Ә ғорур, тәкәббер кешеләрҙән Йәһүә ерәнә (Ғиб. һүҙ. 16:5).
13. Ни өсөн өлкәндәргә үҙенең телен тыя белергә кәрәк?
13 Йәһүәгә буйһонор өсөн, өлкәндәргә үҙенең телен тыя белергә кәрәк. Юғиһә, берәйһе үҙен ихтирамһыҙ тотһа, өлкән тупаҫ һүҙҙәр әйтергә мөмкин (Яҡ. 1:26; Гал. 5:14, 15). Юғарыла иҫкә алынған Эндрю былай ти: «Ҡайһы саҡта, берәй ҡәрҙәш миңә хөрмәт күрһәтмәгән кеүек тойолғанда, уны урынына ултыртырға теләгем тыуа ине. Ләкин Изге Яҙмала тасуирланған тоғро ир-аттарҙың миҫалдары тураһында уйланыу миңә баҫалҡы һәм йыуаш булыуҙың мөһимлеген аңларға ярҙам итте». Йыйылыш ағзалары, шул иҫәптән башҡа өлкәндәр менән игелекле һәм йомшаҡ һөйләшеп, өлкәндәр Йәһүәгә буйһоноуҙарын күрһәтә (Кол. 4:6).
АТАЙҘАР ДАУЫТ БАТШАНАН НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘ АЛА?
14. Йәһүә атайҙарға ниндәй роль бүлгән, һәм ул уларҙан нимә көтә?
14 Йәһүә атайҙарҙы ғаилә башлыҡтары итеп ҡуйған, һәм ул атайҙарҙан, үҙ балаларын өйрәтерҙәр һәм төҙәтерҙәр, тип көтә (1 Кор. 11:3; Ефес. 6:4). Әммә атай кешенең хакимлығы сикләнгән — ул һәр ғаиләгә «исем» биреүсе Йәһүә алдында яуаплы (Ефес. 3:14, 15). Атай кешеләр, үҙ хакимлығын Йәһүәне ҡыуандырырлыҡ итеп ҡулланып, уға буйһоноуҙарын күрһәтә. Был йәһәттән улар Дауыт батшанан күп нәмәгә өйрәнә ала.
15. Ни өсөн Дауыт батша — атайҙар өсөн яҡшы үрнәк?
15 Йәһүә Дауытты ғаиләнең генә түгел, ә бөтөн Израиль халҡының башлығы итеп билдәләгән. Батша булараҡ, Дауыт ҙур хакимлыҡҡа эйә булған. Ҡайһы ваҡыт ул үҙ хакимлығын дөрөҫ ҡулланмаған һәм етди хаталар яһаған (2 Сам. 11:14, 15). Шулай ҙа ул, төҙәтеүҙе ҡабул итеп, Йәһүәгә буйһоноуын күрһәткән. Дауыт доғала Йәһүәгә күңелен бушатҡан. Ул шулай уҡ Алланың кәңәштәре буйынса эш итер өсөн бар көсөн һалған (Зәб. 51:1—4). Бынан тыш, Дауыт баҫалҡы булған, шунлыҡтан ирҙәрҙән генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да аҡыллы кәңәштәрҙе ҡабул иткән (1 Сам. 19:11, 12; 25:32, 33). Ул үҙ хаталарынан һабаҡтар алған һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйған.
16. Атайҙар Дауыт батшаның миҫалынан ниндәй һабаҡтар ала ала?
16 Атайҙар Дауыт батшаның миҫалынан ниндәй һабаҡтар ала ала? Бына уларҙың бер нисәһе генә: Йәһүәнән бирелгән хакимлыҡтан артыҡ файҙаланмағыҙ, хаталарығыҙҙы танығыҙ һәм башҡаларҙан Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәрҙе ҡабул итегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, ғаиләгеҙ һеҙҙе баҫалҡы булғанығыҙ өсөн хөрмәт итер. Ғаиләгеҙ менән бергә доға ҡылғанда, доғала хистәрегеҙ тураһында әйтегеҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙең ни тиклем Йәһүәнең ярҙамына мохтаж булыуығыҙҙы ишетһен. Ә иң мөһиме, Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошоғоҙҙа иң мөһим урын биләһен (Ҡан. 6:6—9). Яҡшы үрнәгегеҙ — һеҙ ғаиләгеҙгә бүләк итә алған иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе.
ӘСӘЙҘӘР МӘРЙӘМДӘН НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘ АЛА?
17. Йәһүә әсәйҙәргә ниндәй роль бүлгән?
17 Йәһүә әсәйҙәргә ғаиләлә бик хөрмәтле роль бүлгән һәм уларға балалар өҫтөнән бер ни тиклем хакимлыҡ биргән (Ғиб. һүҙ. 6:20). Әсәй кешенең эштәре һәм һүҙҙәре баланың бөтә тормошона тәьҫир итә ала (Ғиб. һүҙ. 22:6). Әйҙәгеҙ, әсәйҙәрҙең Мәрйәмдең миҫалынан нимәгә өйрәнә алғанын ҡарап сығайыҡ.
18, 19. Әсәйҙәр Мәрйәмдең миҫалынан нимәгә өйрәнә ала?
18 Мәрйәм Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән. Ул Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән һәм уның менән яҡын, йылы мөнәсәбәттәр үҫтергән. Йәһүәнең етәкселеге буйынса эш итеү уның тормошон киҫкен үҙгәртә алған саҡтарҙа ла ул Йәһүәгә теләп буйһонған (Лука 1:35—38, 46—55).
19 Әсәйҙәр, һеҙ Мәрйәмдең миҫалынан ниндәй һабаҡтар ала алаһығыҙ? Беренсенән, шәхси өйрәнеү үткәреп һәм доға ҡылып, Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытығыҙ. Икенсенән, Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр яһарға әҙер булығыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙең атай-әсәйегеҙ тиҙ ҡыҙып китеүсән булһа һәм бала сағығыҙҙа һеҙҙең менән ҡырыҫ һөйләшһә, һеҙ, бәлки, балалар менән шулай мөғәмәлә итеү — ғәҙәти хәл, тип уйлап үҫкәнһегеҙҙер. Йәһүәнең нормаларын белгәс тә, һеҙ, бәлки, түҙемле һәм тыныс булып ҡалыуы ауыр булғанын тояһығыҙҙыр, бигерәк тә арыған сағығыҙҙа балалар тыңламай аптыратҡанда (Ефес. 4:31). Шундай ваҡыттарҙа Йәһүәнән ярҙам һорау айырыуса мөһим. Лидия исемле әсәй кеше былай тип бүлешә: «Ҡайһы ваҡыт, улым мине тыңламағанда, миңә асыуымды йүгәнләр өсөн ҡайнар доға ҡылырға кәрәк. Мин хатта, һүҙемде әйтеп бөтөрмәйенсә, эстән генә Йәһүәнән ярҙам һорайым. Доға миңә тынысланырға ярҙам итә».
20. Ҡайһы бер әсәйҙәр ниндәй ауырлыҡ менән осраша, һәм был ауырлыҡты нисек еңеп була?
20 Ә ҡайһы бер әсәйҙәргә балаларына яратыу сағылдырыуы ауыр (Тит. 2:3—5). Шундай ҡатындарҙың, бәлки, бала саҡтарында ата-әсәләре менән йылы мөнәсәбәттәре булмағандыр. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, атай-әсәйегеҙҙең хатаһын ҡабатламағыҙ. Йәһүәгә буйһонған әсәй кеше балаларына яратыу сағылдырырға өйрәнергә тырышыр. Уға үҙенең хистәрен, фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүешен үҙгәртеүе еңел булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа быға өлгәшеп була, һәм ундай үҙгәрештәр уның үҙен дә, ғаиләһен дә бәхетлерәк итер.
АРТАБАН ДА ЙӘҺҮӘГӘ БУЙҺОНОҒОҘ
21, 22. Ишағыя 65:13, 14 буйынса, Йәһүәгә буйһоноу ниндәй фатихалар килтерә?
21 Дауыт батша Йәһүәгә буйһоноу фатихалар килтерә икәнен белгән. Ул былай тип яҙған: «Йәһүәнең бойороҡтары ғәҙел — йөрәкте шатландыра. Йәһүәнең әмере саф — күҙҙәрҙе яҡтырта. Улар һинең хеҙмәтсеңде киҫәтә, улар буйынса йәшәү — оло әжер» (Зәб. 19:8, 11). Бөгөн беҙ Йәһүәгә буйһонған һәм уны тыңламаған кешеләр араһындағы айырманы асыҡ күрәбеҙ. Уға буйһонғандар «йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып» ҡысҡыра. (Ишағыя 65:13, 14-теd уҡығыҙ.)
22 Өлкәндәр, атайҙар һәм әсәйҙәр Йәһүәгә теләп буйһонғанда, уларҙың тормошо яҡшыра, ғаиләләре бәхетлерәк булып китә һәм йыйылыштарҙың берҙәмлеге нығына. Ә иң мөһиме, улар Йәһүәне шатландыра (Ғиб. һүҙ. 27:11). Бынан да яҡшыраҡ берәй нәмә була аламы ни?
123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ
a Был мәҡәләлә беҙ ни өсөн Йәһүәгә буйһонорға кәрәклеген ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ билдәле бер хакимлыҡҡа эйә булған кешеләр — өлкәндәр, атайҙар һәм әсәйҙәр идарасы Ниҡәмиҙән, Дауыт батшанан һәм Ғайсаның әсәһе Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә алғанын белербеҙ.
b АҢЛАТМА. Берәйһенә буйһонорға мәжбүр булған кешеләр өсөн буйһоноу тигән һүҙ тиҫкәре мәғәнә йөрөтә. Ләкин Алланың хеҙмәтселәре үҙҙәре уға буйһонорға ҡарар итә, шуға күрә улар буйһоноуға ыңғай ҡарай.
c Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
d Ишағыя 65:13, 14: «Шунлыҡтан Аллаһы Тәғәлә Йәһүә былай ти: „Бына, минең хеҙмәтселәрем ашар, ә һеҙ ас йөрөрһөгөҙ. Минең хеҙмәтселәрем эсер, ә һеҙ һыуһап йөрөрһөгөҙ. Минең хеҙмәтселәрем шатланыр, ә һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ. Бына, минең хеҙмәтселәрем йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып ҡысҡырыр, ә һеҙ йөрәк әрнеүенән ҡысҡырырһығыҙ, рух төшөнкөлөгөнән ыңғырашырһығыҙ“».
e РӘСЕМДӘ: Ниҡәми Иерусалим стеналарын торғоҙоуҙа ҡатнашҡан кеүек, өлкән үҙенең улы менән Батшалыҡ залын ремонтлауҙа ҡатнаша.
f РӘСЕМДӘ: атай кеше ғаиләһе менән бергә Йәһүәгә эскерһеҙ доға ҡыла.
g РӘСЕМДӘ: малай, сәғәттәр буйы видеоуйындар уйнап, өйҙәге эштәрен һәм дәрестәрен эшләп бөтөрмәгән. Эштән арып ҡайтҡан әсәһе, тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмайынса, тыныс ҡына уны төҙәтә.