50-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Йәһүә беҙгә азатлыҡ бирә
«Ерегеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн азатлыҡ иғлан итегеҙ» (ЛЕВ. 25:10).
22-СЕ ЙЫР Алла Батшалығы килһен!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1, 2. а) Азатлыҡ йылы нимә ул? («Израилдә байрам ителгән Азатлыҡ йылы нимә ул?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) б) Лука 4:16—19-ҙа Ғайса нимә тураһында әйткән?
ҠАЙҺЫ БЕР илдәрҙә кешеләр мөһим ваҡиғаларҙың 50 йыллығын үткәрә. Шундай байрамдар бер көн дауам итергә йә бер аҙнаға һәм хатта оҙағыраҡ ваҡытҡа һуҙылырға мөмкин. Әммә ахыр сиктә был байрамдар тамамлана, һәм улар килтергән шатлыҡ та онотола.
2 Боронғо Израилдә һәр 50-се йыл Азатлыҡ йылы тип һаналған. Был байрам израилдәргә азатлыҡ килтергән. Ни өсөн беҙ шул турала белергә тейеш? Сөнки израилдәр байрам иткән Азатлыҡ йылы Йәһүә күргән бер иҫ киткес сараны иҫебеҙгә төшөрә. Был сара беҙгә мәңгелек азатлыҡ килтерәсәк, һәм беҙ инде хәҙер унан файҙалана алабыҙ. Ғайса Мәсих тә шул азатлыҡ тураһында әйткән булған. (Лука 4:16—19-ҙы уҡығыҙ.)
3. Левиттар 25:8—12-нән күренеүенсә, Азатлыҡ йылы израилдәргә ниндәй файҙа килтергән?
3 Ғайсаның азатлыҡ тураһындағы һүҙҙәрен яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, тәүҙә Алла боронғо израилдәргә байрам итергә ҡушҡан Азатлыҡ йылын ҡарап сығайыҡ. Йәһүә үҙенең халҡына былай тигән: «Илленсе йылды изгеләндерегеҙ һәм ерегеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн азатлыҡ иғлан итегеҙ. Был һеҙҙең өсөн Азатлыҡ йылы булыр. Һеҙҙең һәр берегеҙ үҙ биләмәһенә һәм үҙ ғаиләһенә әйләнеп ҡайтһын». (Левиттар 25:8—12-неb уҡығыҙ.) Үткән мәҡәләлә беҙ Шәмбе көнөнөң израилдәргә ниндәй файҙа килтергәнен ҡарап сыҡҡан инек. Ә Азатлыҡ йылы уларға ниндәй файҙа килтергән? Әйтәйек, Израиль кешеһе, бурысҡа батып, биләмәһен һатырға мәжбүр булған. Азатлыҡ йылында был биләмә уға кире ҡайтарылған. Шулай итеп, был ир үҙ биләмәһенә ҡайта алған, һәм уның балалары был биләмәне мираҫ итеп алған. Йә, әйтәйек, бурысы бик ҙур булғанға, кеше үҙен йә балаларының береһен ҡоллоҡҡа һатҡан. Азатлыҡ йылында был кешене азат итергә һәм «үҙ ғаиләһенә» ҡайтарырға кәрәк булған. Тимәк, бер кем дә ғүмер буйы ҡол булып ҡалырға тейеш булмаған! Йәһүә үҙ халҡы хаҡында ысынлап та бик ныҡ ҡайғыртҡан!
4, 5. Ни өсөн беҙгә Азатлыҡ йылы тураһында белергә кәрәк?
4 Азатлыҡ йылы тағы ниндәй файҙа килтергән? Йәһүә Муса аша былай тип әйткән: «Араңдан бер кем дә ярлы булмаһын, сөнки Йәһүә һине, һис шикһеҙ, Аллаң Йәһүә үҙеңә мираҫ итеп бирәсәк ерҙә фатихалар» (Ҡан. 15:4). Был хәҙерге донъянан шул тиклем айырылып тора, сөнки бөгөн байҙар байығандан-байый, ә ярлылар ярлылыҡҡа тағы ла нығыраҡ бата.
5 Мәсихселәр булараҡ, беҙ Муса ҡануны буйынса йәшәмәйбеҙ. Тимәк, ҡолдарҙы азат итеү, бурыстарҙы кисереү һәм биләмәләрҙе кире ҡайтарыу тураһындағы бойороҡтар беҙгә ҡағылмай (Рим. 7:4; 10:4; Ефес. 2:15). Шулай ҙа Азатлыҡ йылы тураһында белеү файҙалы булыр, сөнки Йәһүә, боронғо израилдәргә азатлыҡ биргән кеүек, беҙгә лә азатлыҡ бирә.
ҒАЙСА АЗАТЛЫҠ ИҒЛАН ИТКӘН
6. Кешелек ниндәй азатлыҡҡа мохтаж?
6 Беҙ барыбыҙ ҙа азатлыҡҡа мохтаж, сөнки беҙ гонаһ ҡолдары, ә гонаһ — бик аяуһыҙ хужа. Гонаһлы булғанға, беҙ ҡартаябыҙ, ауырыйбыҙ һәм үләбеҙ. Көҙгөгә ҡарағанда йә табипҡа барғанда, күптәр быны ап-асыҡ күрә. Бынан тыш, беҙ хаталар яһайбыҙ һәм шул арҡала бойоғабыҙ. Илсе Павел үҙенең тәнендә «гонаһ ҡануны» эш итеүен таныған. Ул былай тигән: «Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы?» (Рим. 7:23, 24).
7. Ишағыя ниндәй азатлыҡ тураһында пәйғәмбәрлек иткән?
7 Бәхеткә ҡаршы, Алла беҙҙе гонаһтан азат итер өсөн сара күргән. Йәһүәнең был сараһында Ғайса Мәсих төп роль уйнай. Б. э. т. VIII быуатта Ишағыя бөйөк азатлыҡ тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Был бөйөк азатлыҡ израилдәрҙең Азатлыҡ йылы килтергән азатлыҡтан күпкә бөйөгөрәк булырға тейеш булған. Ишағыя былай тип яҙған: «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә миңә үҙенең рухын бирҙе, сөнки Йәһүә мине йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә майланы. Ул мине китек күңеллеләрҙең яраларын бәйләргә, әсирҙәргә — азатлыҡ тураһында... хәбәр итергә ебәрҙе» (Ишағ. 61:1). Был пәйғәмбәрлек кемгә ҡағыла?
8. Ишағыяның азатлыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлеген кем үтәгән?
8 Азатлыҡ тураһындағы был мөһим пәйғәмбәрлек Ғайса үҙенең хеҙмәтен башлағандан һуң үтәлә башлаған. Тыуған ҡалаһы Назарала урынлашҡан синагогаға килгәс, Ғайса унда йыйылған йәһүдтәргә Ишағыяның азатлыҡ тураһындағы шул һүҙҙәрен уҡыған: «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә — азатлыҡ, һуҡырҙарға — күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе» (Лука 4:16—19). Ғайса был һүҙҙәрҙе үҙенә ҡарата ҡулланған. Ул ошо пәйғәмбәрлекте нисек үтәгән?
АЗАТ ИТЕЛГӘН БЕРЕНСЕ КЕШЕЛӘР
9. Ғайса көндәрендә йәшәгән күп кешеләр нимәнән азат булырға теләгән?
9 Ғайса Ишағыя пәйғәмбәрлегенән уҡып биргән азатлыҡ тураһындағы һүҙҙәр беренсе быуатта үтәлә башлаған. «Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты», — тиеп, Ғайса быны иҫбатлаған (Лука 4:21). Уның был һүҙҙәрен ишеткән күп кешеләр, күрәһең, Рим идараһынан азат булырға өмөтләнгән. Улар, бәлки: «Беҙ Уны, Израилде азат итергә тейешле Кешелер, тип өмөтләнгәйнек», — тип әйткән ике шәкерт кеүек уйлағандыр (Лука 24:13, 21). Әммә, белеүебеҙсә, Ғайса үҙенең шәкерттәрен Римға ҡаршы баш күтәрергә өндәмәгән. Бының урынына, ул уларҙы, ҡайсарҙыҡын ҡайсарға бирегеҙ, тип өйрәткән (Матф. 22:21). Улайһа, беренсе быуатта Ғайса нисек кешеләргә азатлыҡ биргән?
10. Ғайса кешеләрҙе нимәнән азат иткән?
10 Алланың Улы кешеләргә нимәнән азат булырға ярҙам иткән? Ике яҡҡа иғтибар итәйек. Беренсенән, ул кешеләрҙе дин етәкселәренең ялған тәғлимәттәренән азат иткән. Ул ваҡытта йәшәгән күп йәһүдтәр хаталы ҡараштар һәм йолалар ҡоллоғонда булған (Матф. 5:31—37; 15:1—11). Үҙҙәрен рухи көтөүселәр тип һанаған кешеләр ысынында рухи яҡтан һуҡыр булған. Мәсихте һәм ул таратҡан рухи аң-белемде кире ҡағып, улар ҡараңғылыҡта һәм гонаһ ҡоллоғонда ҡалған (Яхъя 9:1, 14—16, 35—41). Хәҡиҡәткә өйрәтеп һәм яҡшы үрнәк күрһәтеп, Ғайса йыуаш кешеләргә рухи азатлыҡҡа эйә булырға ярҙам иткән (Марк 1:22; 2:23—3:5).
11. Ғайса тағы нимәнән азат булырға мөмкинлек биргән?
11 Икенсенән, Ғайса кешелеккә Әҙәмдән күскән гонаһ ҡоллоғонан азат булырға мөмкинлек биргән. Ғайсаның ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә был ҡорбанға иман иткән һәм иманын эштәре менән күрһәткән кешеләрҙең гонаһтарын кисерә алған (Евр. 10:12—18). Ғайса былай тигән: «Әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ» (Яхъя 8:36). Һис шикһеҙ, Израилдә Азатлыҡ йылында бирелгән иреклек менән сағыштырғанда, Ғайса биргән азатлыҡ күпкә яҡшыраҡ булған! Мәҫәлән, Азатлыҡ йылында ҡоллоҡтан азат ителгән кеше ҡабат ҡол булып китә алған. Улай булмаған хәлдә лә, ахыр сиктә ул барыбер үлгән.
12. Кем беренсе булып Ғайса иғлан иткән азатлыҡҡа эйә булған?
12 Б. э. 33 йылында Илленсе көн байрамында Йәһүә илселәрҙе һәм башҡа тоғро ирҙәр менән ҡатындарҙы изге рух менән майлаған. Улар киләсәктә күктә терелтелеп Ғайса Мәсих менән идара итә алһындар өсөн, Йәһүә уларҙы балалары итеп ҡабул иткән (Рим. 8:2, 15—17). Был мәсихселәр беренсе булып Ғайса иғлан иткән азатлыҡҡа эйә булған. Улар йәһүдтәрҙең дин етәкселәре таратҡан ялған тәғлимәттәрҙән һәм йолаларҙан азат булған. Шулай уҡ Алла уларҙы үлемгә килтергән Әҙәм гонаһынан азат тип һанаған. Б. э. 33 йылында Мәсих шәкерттәренең майланыуынан башланған символик Азатлыҡ йылы Ғайсаның Меңйыллыҡ идараһының аҙағында тамамланасаҡ. Ул тамамланғансы, тағы ниндәй фатихалар көтөп була?
МИЛЛИОНЛАҒАН КЕШЕ АЗАТ БУЛАСАҠ
13, 14. Майланған мәсихселәрҙән тыш, тағы кем Ғайса иғлан иткән азатлыҡҡа эйә була ала?
13 Беҙҙең көндәрҙә бөтә халыҡтарҙан сыҡҡан миллионлаған эскерһеҙ кеше «бүтән һарыҡтар» һанына керә (Яхъя 10:16). Улар Ғайса менән күктә идара итергә саҡырылмаған. Изге Яҙма буйынса, улар ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнә.
14 Әгәр һеҙ ҙә «бүтән һарыҡтар» һанына инһәгеҙ, һеҙ инде хәҙер майланған мәсихселәр алған ҡайһы бер фатихаларға кинәнә алаһығыҙ. Ғайсаның түгелгән ҡанына иман иткәнгә, һеҙ Йәһүәнән гонаһтарығыҙҙы ғәфү итеүен һорай алаһығыҙ. Шуның ярҙамында һеҙҙең Алла хуплауына һәм саф выжданға эйә булырға мөмкинлегегеҙ бар (Ефес. 1:7; Асыл. 7:14, 15). Ә Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән тәғлимәттәрҙән азат булыу ниндәй ҙур фатиха! Ғайса Мәсих былай тигән: «Хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:32). Ундай азатлыҡҡа эйә булыу бик шатлыҡлы!
15. Киләсәктә беҙ ниндәй азатлыҡҡа эйә булырбыҙ һәм ниндәй фатихалар алырбыҙ?
15 Тиҙҙән беҙ тағы ла күберәк азатлыҡҡа эйә булырбыҙ. Яҡын киләсәктә Ғайса ялған динде һәм ғәҙелһеҙ хөкүмәттәрҙе юҡ итәсәк. Алла үҙенә хеҙмәт иткән «бихисап күп халыҡты» яҡлаясаҡ. Шунан улар ерҙәге ожмахта мул фатихаларға кинәнер (Асыл. 7:9, 14). Ифрат күп кеше терелтеләсәк, һәм уларҙың Әҙәм гонаһының бөтә насар эҙемтәләренән азат ителергә мөмкинлеге булыр (Ғәм. 24:15).
16. Киләсәктә кешеләр ниндәй иҫ киткес азатлыҡҡа эйә булыр?
16 Меңйыллыҡ идара ваҡытында Ғайса һәм уның хакимдаштары кешеләргә физик һәм рухи камиллыҡҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк. Ул ваҡыттағы осор Израилдәге Азатлыҡ йылына оҡшаш булыр. Ахыр сиктә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән бөтә кешеләр, гонаһтан азат ителеп, камил буласаҡ.
17. Ишағыя 65:21—23-тән күренеүенсә, киләсәктә Алла халҡын нимә көтә? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
17 Ишағыя 65:21—23-тәc (уҡығыҙ) ерҙәге ожмахта буласаҡ тормош һүрәтләнгән. Ҡайһы бер кешеләр, ожмахта бер кем дә эшләмәҫ, тип уйлай, әммә ысынында ожмахта беҙ эшһеҙ йөрөмәҫбеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул ваҡытта Алла халҡы ҡәнәғәтлек килтергән файҙалы эштәр менән шөғөлләнер. Ә Меңйыллыҡ идараның аҙағында «Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ» (Рим. 8:21).
18. Ни өсөн беҙҙе бәхетле киләсәк көткәненә һис тә шикләнмәҫкә була?
18 Йәһүә, боронғо израилдәргә эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам иткән кеүек, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ла беҙгә был йәһәттән ярҙам итәсәк. Аллаға табыныу — бәхетле булыр өсөн үтә мөһим шарт, һәм яңы донъяла ла шулай буласаҡ. Ожмахта беҙҙең, әлбиттә, рухи эштәр өсөн ваҡытыбыҙ күп булыр. Эйе, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында беҙ Аллаға хеҙмәт итеп һәм төрлө эштәр башҡарып күп шатлыҡ кисерербеҙ.
142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡлап тотонайыҡ
a Боронғо Израилдә ҡоллоҡҡа эләккән кешеләр иреккә сыға алһындар өсөн, Йәһүә билдәле бер сара күргән. Һүҙ Азатлыҡ йылы тураһында бара. Беҙ Муса ҡануны буйынса йәшәмәйбеҙ, әммә Азатлыҡ йылы тураһында белеү беҙҙең өсөн бик файҙалы булыр. Был мәҡәләнән беҙ шуны белербеҙ: боронғо Азатлыҡ йылы нисек Йәһүәнең беҙҙең хаҡҡа башҡарған эштәрен иҫкә төшөрә, һәм беҙ Йәһүә биргән азатлыҡтан нисек файҙа ала алабыҙ.
b Левиттар 25:8—12: «Ете Шәмбе йылын — ете тапҡыр етешәр йылды иҫәпләп сығарығыҙ, барыһы бергә 49 йыл булыр. Етенсе айҙың унынсы көнөндә ҡаты итеп мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ. Йолоу көнөндә борғо тауышы бөтөн ерегеҙҙә ишетелһен. Илленсе йылды изгеләндерегеҙ һәм ерегеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн азатлыҡ иғлан итегеҙ. Был һеҙҙең өсөн Азатлыҡ йылы булыр. Һеҙҙең һәр берегеҙ үҙ биләмәһенә һәм үҙ ғаиләһенә әйләнеп ҡайтһын. Илленсе йыл һеҙҙең өсөн Азатлыҡ йылы булып китер. Орлоҡ сәсмәгеҙ, төшөп ҡалған орлоҡтарҙан үҫеп сыҡҡанды урмағыҙ һәм ботаҡтары киҫелмәгән йөҙөм ағастарының емештәрен йыймағыҙ. Сөнки ул — Азатлыҡ йылы. Ул һеҙҙең өсөн изге булһын. Һеҙ ерҙә үҙенән-үҙе үҫеп сыҡҡанды ғына ашай алаһығыҙ».
c Ишағыя 65:21—23: «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәҫ, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаҫ. Минең халҡымдың көндәре ағас көндәре кеүек булыр, һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер. Уларҙың тырышып эшләгәндәре юҡҡа булмаҫ, улар балаларын ҡайғы-хәсрәт өсөн тыуҙырмаҫ, сөнки улар үҙҙәре лә, уларҙың нәҫеле лә — Йәһүә фатихалаған тоҡом».
d РӘСЕМДӘ: Азатлыҡ йылында ҡоллоҡта булған ир, азат ителеп, үҙ ғаиләһенә һәм биләмәһенә ҡайта.