17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Евника — өлгөлө әсәй
«Әсәйеңдең күрһәтмәһен ҡалдырма. Улар — башың өсөн матур итеп үрелгән таҡыя, муйыныңа тағылған нәфис биҙәк» (ҒИБ. ҺҮҘ. 1:8, 9).
137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1, 2. а) Беҙ Евника тураһында нимә беләбеҙ һәм ул улын тәрбиәләгәндә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? б) Тышлыҡтағы рәсемдә нимә төшөрөлгәнен һөйләп бирегеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА Тимофейҙың һыуға сумдырылыуы тасуирланмаһа ла, уның әсәһе Евника өсөн был бик бәхетле көн булған (Ғиб. һүҙ. 23:25). Күҙ алдына килтерегеҙ: ул Тимофейҙың һыуға кереп барғанын күҙәтә. Әсәй кеше улы менән ғорурлана, уның йөҙө шатлыҡтан балҡый. Тимофейҙың өләсәһе Лоида уны ҡосаҡлап тора. Евника тын да алмай Тимофейҙың һыуға сумғанына ҡарай. Һәм бына ағай-ҡәрҙәш ихлас йылмайған Тимофейҙы һыуҙан күтәрә. Ә тулҡынланған әсәһе шатлығынан илап ебәрә. Ул үҙенең улында Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә ҡарата яратыу үҫтерә алған. Шулай ҙа был еңел булмаған һәм уға күп ауырлыҡтарҙы еңергә тура килгән.
2 Тимофейҙың атаһы менән әсәһенең диндәре төрлө булған. Уның атаһы — грек, ә әсәһе менән өләсәһе йәһүд булған (Ғәм. 16:1). Күрәһең, Тимофейҙың үҫмер сағында Евника менән Лоида мәсихсе булып киткән. Ә уның атаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҡиҡәтте ҡабул итмәгән. Тимофей ниндәй тормош юлын һайлар? Ул ваҡытҡа Тимофей, күрәһең, үҙе ҡарар ҡабул итә алырлыҡ йәштә булған. Ул атаһының яғына баҫырмы? Бала саҡта өйрәтелгән йәһүд йолаларына тоғро ҡалырмы йә, әсәһе һымаҡ, Ғайса Мәсихтең шәкерте булып китерме?
3. Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9-ҙан күренеүенсә, үҙ балаларына хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән апай-ҡәрҙәштәргә Йәһүә нисек ҡарай?
3 Балалары булған апай-ҡәрҙәштәр, Евника кеүек, үҙ ғаиләләрен ныҡ ярата. Уларҙың иң ҙур теләге — балаларына Йәһүәнең дуҫы булып китергә ярҙам итеү. Беҙҙең Аллабыҙ уларҙың бала тәрбиәләүҙә һалған тырышлыҡтарын бик ҡәҙерләй. (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9-ҙыb уҡығыҙ.) Йәһүә инде күп апай-ҡәрҙәштәргә балаларында хәҡиҡәткә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам иткән.
4. Бөгөн әсәйҙәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?
4 Әсәй кеше өсөн балаһы Йәһүәгә хеҙмәт итерме, юҡмы икәне тураһында борсолоу тәбиғи. Атай-әсәйҙәр балаларының Шайтан донъяһында ниндәй баҫым менән осрашҡанын яҡшы белә (1 Пет. 5:8). Бынан тыш, күп апай-ҡәрҙәштәрҙең ирҙәре хәҡиҡәттә түгел, йә улар балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Мәҫәлән, Кристинаc исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Минең ирем яҡшы атай һәм ғаилә башлығы ине, әммә ул балаларҙы хәҡиҡәткә өйрәткәнемә ҡаршы булды. Балаларым Йәһүәгә хеҙмәт итер микән тип борсолоп, йылдар дауамында мин күп күҙ йәштәре түктем».
5. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
5 Апай-ҡәрҙәштәр, әгәр балаларығыҙ булһа, һеҙ ҙә, Евника һымаҡ, өлгөлө әсәй була алаһығыҙ. Унан нисек үрнәк алырға? Балаларҙы һүҙҙәр һәм эштәр менән нисек өйрәтергә? Йәһүәнең ниндәй ярҙамына таянып була? Был һорауҙарға яуаптарҙы ошо мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.
БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫ ҺҮҘҘӘРЕГЕҘ МЕНӘН ӨЙРӘТЕГЕҘ
6. Тимофей нисек мәсихсе булып киткән? (2 Тимофейға 3:14, 15).
6 Евника Тимофейҙы бала саҡтан уҡ Яҙмалар менән таныштырырға тырышҡан. Ул ваҡытта Евника Ғайса Мәсих тураһында бер нәмә лә белмәгән. Шулай ҙа Яҙмаларҙан алынған белем Тимофейға мәсихселәр динен ҡабул итергә ярҙам итә алған. Әммә ул мәсихсе булырға теләрме? Уның шундай һайлау яһарға хоҡуғы булған. Әлбиттә, Тимофейҙың мәсихсе булып китеү ҡарарына әсәһе ҙур өлөш индергән. (2 Тимофейға 3:14, 15-те уҡығыҙ.) Евника, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улында Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерә алғанына ҡыуанған. Ул үҙ исеменә лайыҡ булған тип әйтеп була, сөнки «Евника» тигән исем «яулап алыу» тигәнде аңлата.
7. Тимофей һыуға сумдырылғандан һуң да, Евника уға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә алған?
7 Һыуға сумдырылыу Тимофейҙың тормошонда мөһим ваҡиға булған, әммә бының менән Евниканың борсолоуҙары бөтмәгән. Уның улы ғүмерен нимәгә бағышлар? Насар дуҫтар менән аралаша башламаҫмы? Ә, бәлки, ул Афиналағы мәктәпкә уҡырға керер, һәм мәжүси фәлсәфәләр уға йоғонто яһар? Үҙ ваҡытын, көсөн, йәшлеген байлыҡ йыйыр өсөн сарыф итмәҫме? Евника Тимофей урынына ҡарарҙар ҡабул итә алмаһа ла, уға ярҙам итә алған. Нисек итеп? Ул артабан да улын Йәһүәне яратырға һәм Ғайсаға рәхмәтле булырға өйрәтә алған. Атай менән әсәйҙең икеһе лә Йәһүәгә хеҙмәт иткән ғаиләләр шундай уҡ ауырлыҡтар менән осраша. Балаларға Йәһүә яғына баҫырға ярҙам итеү еңел түгел. Был йәһәттән ата-әсәләр Евниканан нимәгә өйрәнә ала?
8. Апай-ҡәрҙәштәр хәҡиҡәттә булған ирҙәренә балаларының рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға нисек ярҙам итә ала?
8 Балалар менән Изге Яҙманы өйрәнегеҙ. Апай-ҡәрҙәштәр, хәҡиҡәттә булған ирҙәрегеҙгә балаларҙың рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға ярҙам итегеҙ. Йәһүә быны һеҙҙән көтә. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу регуляр рәүештә үтһен өсөн, һеҙ үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Һеҙгә ғаилә менән Изге Яҙманы өйрәнергә оҡшағаны һүҙҙәрегеҙҙән күренһен. Әсәй булараҡ, ғаиләлә йылы һәм күңелле мөхит булдырығыҙ. Ғаилә менән өйрәнеү ҡыҙығыраҡ үтһен өсөн ирегеҙгә төрлө ысулдар тәҡдим итергә оялмағыҙ. Бынан тыш, балаларығыҙ бик бәләкәй булмаһа, ирегеҙгә «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса һәр береһе менән айырым өйрәнеү үткәрергә ярҙам итегеҙ.
9. Балаларын үҙҙәре генә тәрбиәләгән апай-ҡәрҙәштәр өсөн ниндәй ярҙам бар?
9 Арабыҙҙа яңғыҙ әсәйҙәр һәм ирҙәре хәҡиҡәттә булмаған апай-ҡәрҙәштәр бар. Улар балалары менән Изге Яҙма өйрәнеүен үҙҙәре үткәрә. Әгәр һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, зинһар, сиктән тыш борсолмағыҙ. Йәһүә һеҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ул һеҙгә үҙ ойошмаһы аша иҫ киткес өйрәтеү ҡоралдары биреп тора. Уларҙы ҡулланығыҙ. Бынан тыш, ғаилә өйрәнеүен төрлөләндереп ебәрер өсөн тәжрибәле атай-әсәйҙәр менән кәңәшләшеп була (Ғиб. һүҙ. 11:14)d. Йәһүә һеҙгә балаларығыҙ менән аралашырға ярҙам итер. Доға ҡылып, Алланан уларҙың күңелендә нимә булғанын асыҡларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Ғиб. һүҙ. 20:5). Мәҫәлән: «Мәктәптә ниндәй ауырлыҡтарың бар?» — тигән ябай ғына һорау бала менән ихлас һөйләшергә ярҙам итер.
10. Һеҙ тағы нисек балаларығыҙға Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итә алаһығыҙ?
10 Балаларығыҙға Йәһүә тураһында һөйләр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Уларға Йәһүә һәм уның беҙҙең өсөн ни тиклем күп эшләгәне хаҡында һөйләгеҙ (Ҡан. 6:6, 7; Ишағ. 63:7). Өйҙә балалары менән Изге Яҙманы өйрәнә алмаған апай-ҡәрҙәштәр өсөн был айырыуса мөһим. Юғарыла иҫкә алынған Кристина былай ти: «Ирем алдында Алла тураһында һөйләй алмағас, һәр мөмкинлекте ҡулланырға тырыштым. Йәһүәнең ижади эштәре һәм башҡа рухи темалар хаҡында һөйләшер өсөн, мин ҡыҙҙарымды һәм улымды саф һауала йөрөргә йә кәмәлә йөҙөргә алып сыға торғайным. Ә балаларыбыҙ әҙерәк үҫкәс, мин уларҙы үҙҙәрен Изге Яҙманы өйрәнергә дәртләндерҙем». Бынан тыш, Йәһүәнең ойошмаһы һәм ҡәрҙәштәр тураһында насар һөйләмәгеҙ. Өлкән булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәрҙе тәнҡитләмәгеҙ, юғиһә балаларығыҙға ярҙам кәрәк булғанда, улар ағай-ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт итмәҫ.
11. Яҡуб 3:18-ҙәге һүҙҙәр буйынса, ни өсөн өйҙә тыныс мөхит булдырыу мөһим?
11 Өйөгөҙҙә тыныс мөхит булдырығыҙ. Яҡындарығыҙға яратыуығыҙ тураһында йышыраҡ әйтегеҙ. Тормош иптәшегеҙ тураһында игелекле һәм хөрмәтле итеп һөйләгеҙ. Балаларығыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ. Шул саҡта өйҙә тыныслыҡ булыр, ә ундай мөхиттә Йәһүә тураһында һөйләүе күпкә еңелерәк. (Яҡуб 3:18-ҙе уҡығыҙ.) Румынияла махсус пионер булып хеҙмәт иткән Йожеф исемле ағай-ҡәрҙәштең ғаиләһендә тап шулай булған да. Уның бала сағы еңелдән булмаған. Атаһы уға, әсәһенә һәм апаһы менән ҡустыларына Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулаған. Йожеф былай тип иҫенә төшөрә: «Әсәйем, бар көсөн һалып, өйҙә тыныс мөхит булдырырға тырышты. Атайым ҡатыраҡ булған һайын, әсәйем уның менән наҙлыраҡ була торғайны. Бер саҡ беҙгә атайыбыҙҙы хөрмәт итергә һәм уға тыңлаусан булырға ауыр булып китте. Шуға күрә әсәйем беҙҙең менән Ефестарға 6:1—3-тәге һүҙҙәрҙе ентекләп ҡарап сыҡты. Ул беҙҙең менән атайыбыҙҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләште һәм ни өсөн ул яратыуыбыҙға лайыҡ икәнен аңлатты. Шулай итеп ул ғаиләлә булған көсөргәнеште кәметте һәм күп проблемаларға үҫергә бирмәне.
БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫ ЭШТӘРЕГЕҘ МЕНӘН ӨЙРӘТЕГЕҘ
12. Евниканың миҫалы Тимофейға ниндәй йоғонто яһаған? (2 Тимофейға 1:5).
12 2 Тимофейға 1:5-те уҡығыҙ. Евника Тимофей өсөн яҡшы өлгө булған. Моғайын, ул Тимофейға иман менән эштәр араһында тығыҙ бәйләнеш булғанын аңлатырға тырышҡандыр (Яҡ. 2:26). Тимофей әсәһенең эштәрендә Йәһүәгә ҡарата көслө яратыу күргән һәм Аллаға хеҙмәт итеү уға ысын бәхет килтергәнен белгән. Евниканың үрнәге Тимофейға ниндәй йоғонто яһаған? Илсе Павел, Тимофейҙың иманы әсәһенеке һымаҡ көслө, тип әйткән. Күрәһең, Тимофей әсәһенең нисек эш иткәнен күҙәткән һәм унан үрнәк алған. Бөгөн дә күп апай-ҡәрҙәштәр «һүҙҙәрһеҙ» яҡындарының йөрәктәрен яулап ала (1 Пет. 3:1, 2). Шикләнмәгеҙ: был һеҙҙең дә хәлегеҙҙән килә. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
13. Ни өсөн Йәһүә менән мөнәсәбәттәр әсәй кешенең тормошонда беренсе урында булырға тейеш?
13 Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙ тормошоғоҙҙа беренсе урында булһын (Ҡан 6:5, 6). Күпселек әсәйҙәр кеүек, һеҙ ҙә күп ҡорбандарға бараһығыҙ. Балаларығыҙҙың өҫ-башы бөтөн һәм тамаҡтары туҡ булһын өсөн, һеҙ күп ваҡыт һәм аҡса бүләһегеҙ, шулай уҡ йоҡонан һәм башҡа нәмәләрҙән баш тартаһығыҙ. Әммә ғаиләләге мәшәҡәттәр Йәһүәгә бүлгән ваҡытығыҙҙы урларға тейеш түгел. Шуға күрә көн һайын уның менән һөйләшер өсөн мөмкинлектәр табығыҙ, Изге Яҙманы даими өйрәнегеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгөҙ. Шулай эшләп, һеҙ үҙегеҙҙе рухи яҡтан нығытырһығыҙ һәм ғаиләгеҙгә лә, башҡаларға ла яҡшы өлгө булырһығыҙ.
14, 15. Һеҙ Лиана, Мария һәм Жоауҙың һүҙҙәренән ниндәй һабаҡ алдығыҙ?
14 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, шундай әсәйҙәрҙең балалары нимә әйткәненә иғтибар итәйек. Әсәләрҙең өлгөһө ярҙамында улар Йәһүәне яратырға һәм уға таянырға өйрәнгән. Кристинаның ҡыҙы Лиана бына нимә ти: «Беҙ Изге Яҙманы асыҡтан-асыҡ өйрәнә алманыҡ. Әммә әсәйебеҙ йыйылыш осрашыуҙарын бер ҡасан да ҡалдырманы. Изге Яҙма тураһында күп белмәһәк тә, уның өлгөһө һәм инанғанлығы беҙгә көслө иман үҫтерергә ярҙам итте. Осрашыуҙарға йөрөй башлауҙан күпкә алдараҡ әсәй беҙҙе хәҡиҡәткә өйрәтә икәнен аңланыҡ».
15 Марияның атаһы уларҙы йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгәнгә әрләгән, ә ҡайһы саҡта хатта туҡмаған. Ул бына нимә ти: «Әсәйем — мин белгән иң ҡыйыу апай-ҡәрҙәштәрҙең береһе. Бала саҡта мин, башҡаларҙан ҡурҡып, ҡайһы ваҡыт дөрөҫ эш итмәй торғайным. Ә әсәйем иһә бик ҡыйыу булды һәм Йәһүә менән дуҫлығын хатта ғүмеренән дә нығыраҡ ҡәҙерләне. Уның үрнәге миңә ҡурҡыуҙарымды еңергә ярҙам итте». Жоау исемле ағай-ҡәрҙәштең атаһы Йәһүә һәм Изге Яҙма тураһында бер һүҙ ҙә әйтергә рөхсәт итмәгән. Ул былай ти: «Беләһегеҙме, нимә миңә бик ныҡ тәьҫир итте? Әсәйем атайым хаҡына барыһын ҡорбан итергә әҙер булһа ла, Йәһүә менән дуҫлығы уның өсөн ҡәҙерлерәк ине».
16. Балаларын үҙҙәре генә тәрбиәләгән апай-ҡәрҙәштәрҙең миҫалы башҡаларға ниндәй йоғонто яһай ала?
16 Апай-ҡәрҙәштәр, һеҙҙең миҫалығыҙ балаларығыҙ өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә өлгө булып тора икәнен онотмағыҙ. Евниканың өлгөһө илсе Павелға ниндәй йоғонто яһағаны тураһында уйланайыҡ. Павел үҙенең хатында, Тимофейҙыҡы кеүек эскерһеҙ иман тәүҙә Евникала булған, тип яҙған (2 Тим. 1:5). Павел уның иманын ҡайҙа күрә алған? Үҙенең беренсе миссионер сәйәхәтендә ул Листра ҡалаһында булған. Моғайын, тап шунда ул беренсе тапҡыр Лоида менән Евниканы осратҡандыр һәм уларға мәсихселәр булып китергә ярҙам иткәндер (Ғәм. 14:4—18). Ә хәҙер бына нимә тураһында уйланығыҙ: 15 йылдан күберәк ваҡыт үтә, һәм Павел Тимофейға яҙған хатында Евниканың иманын башҡаларға өлгө итеп килтерә. Күрәһең, уның иманы Павелға һәм башҡа мәсихселәргә көслө йоғонто яһаған. Шуға күрә, апай-ҡәрҙәштәр, әгәр һеҙ балаларығыҙҙы рухи яҡтан үҙегеҙ генә тәрбиәләһәгеҙ, шикләнмәгеҙ, һеҙҙең иманығыҙҙы ла өлгө итеп ҡуйырға була.
17. Күп көс һалыуығыҙға ҡарамаҫтан, балағыҙ рухи яҡтан үҫмәй кеүек тойолһа, нимә эшләргә?
17 Күп көс һалыуығыҙға ҡарамаҫтан, балағыҙ рухи яҡтан үҫмәй кеүек тойолһа, нимә эшләргә? Онотмағыҙ: бала тәрбиәләү — оҙайлы процесс. Рәсемгә иғтибар итегеҙ, сәселгән һәр орлоҡ үҫеп емеш килтермәй. Үҫеү процесы кешенән тормай. Үҫемлеккә һыу һибергә һәм уға яҡшы шарттар булдырырға кәрәк (Марк 4:26—29). Рухи тәрбиә менән дә шулай уҡ. Ҡайһы саҡта әсәй кеше, мин баламдың йөрәгенә тәьҫир итә алырмынмы, тип борсолорға мөмкин. Әлбиттә, ул балаһының ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеренә тәьҫир итә алмай. Әгәр әсәй баланы тәрбиәләр өсөн бар көсөн һалһа, ул уның рухи үҫешенә яҡшы шарттар булдырыр (Ғиб. һүҙ. 22:6).
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫНА ТАЯНЫҒЫҘ
18. Йәһүә балаларығыҙға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә ала?
18 Йәһүә инде йыйылыштағы күп егеттәр һәм ҡыҙҙар менән дуҫлыҡ үҫтергән (Зәб. 22:9, 10). Әгәр балаларығыҙҙың теләге булһа, Алла уларға ла рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер (1 Кор. 3:6, 7). Улар Йәһүәгә бик теләп хеҙмәт итмәһә лә, ул уларҙы ярата (Зәб. 11:4). Әгәр Йәһүә балағыҙҙың «хәҡиҡәтте ҡабул итергә» әҙ генә булһа ла теләген күрһә, ул шунда уҡ уға үҙенә яҡынлашырға ярҙам итер (Ғәм. 13:48, ЯДТ; 2 Йыл. 16:9). Ул һеҙгә дөрөҫ һүҙҙәр һайларға һәм уларҙы «үҙ ваҡытында», йәғни балағыҙға был һүҙҙәрҙе ишетергә кәрәк булғанда әйтергә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 15:23). Ә, бәлки, берәй һиҙгер ҡәрҙәште балағыҙға иғтибар бүлергә дәртләндерер. Хатта балаларығыҙ үҫкәс тә, Йәһүә уларға бала саҡта ишеткәндәрен иҫтәренә төшөрә ала (Яхъя 14:26). Йәһүә балаларығыҙға рухи яҡтан үҫергә ярҙам итһен өсөн, һеҙгә был эштә үҙ өлөшөгөҙҙө башҡарырға кәрәк. Уларҙы һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ менән өйрәтегеҙ.
19. Ни өсөн апай-ҡәрҙәштәр Йәһүәнең хуплауына ышана ала?
19 Ҡәҙерле апай-ҡәрҙәш, Йәһүәнең һиңә ҡарата яратыуы балаларыңдың ҡабул иткән ҡарарҙарына бәйле түгел. Йәһүә һине ярата, сөнки һин уны яратаһың. Әгәр һин балаларыңды яңғыҙың тәрбиәләйһең икән, Йәһүә балаларыңа — Атай, ә һинең өсөн Яҡлаусы булырға вәғәҙә итә (Зәб. 68:5). Һин балаларыңды тормошта дөрөҫ һайлау яһарға мәжбүр итә алмайһың, әммә Йәһүәгә таянһаң һәм көсөңдән килгәндең барыһын эшләһәң, уның хуплауын алырһың.
134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк
a Был мәҡәлә Тимофейҙың әсәһенә — Евникаға арналған. Уның үрнәгенән апай-ҡәрҙәштәр балаларында Йәһүәгә ҡарата яратыу нисек үҫтереп булғанын белер.
b Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8, 9: «Улым, атайыңдың өгөт-нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең күрһәтмәһен ҡалдырма. 9 Улар — башың өсөн матур итеп үрелгән таҡыя, муйыныңа тағылған нәфис биҙәк».
c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.