Асылыш китабы. Ул нимә тураһында?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмалағы Асылыш китабы грек телендә апокалипсис тип атала. Был һүҙ «асыш» тип тәржемә ителә. Был исем Асылыш китабының йөкмәткеһенә тура килә: ул элек йәшерен булған нәмәләрҙе асыҡлай һәм быуаттар үткәс буласаҡ ваҡиғаларҙы аса. Был китапта яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең күбеһе киләсәктә үтәләсәк.
Асылыш китабының эстәлеге
Инеш һүҙ (Асылыш 1:1—9).
Ғайсаның ете имандаштар берҙәмлегенә хаттары (Асылыш 1:10—3:22).
Алланың күктәге тәхетенең күренеше (Асылыш 4:1—11).
Бер-бер артлы килгән күренештәр:
Ете мисәт (Асылыш 5:1—8:6).
Ете борғо, һуңғы өсәүһе өс ҡайғы иғлан итә (Асылыш 8:7—14:20).
Ете кәсә, уларҙың һәр береһендә Алланың нәфрәтен символлаштырған бәлә-ҡаза, уларҙың һәр береһен ергә түгәләр (Асылыш 15:1—16:21).
Алла дошмандарын юҡ итеү күренештәре (Асылыш 17:1—20:10).
Күк һәм ер өсөн Алланың фатихалары күрһәтелә (Асылыш 20:11—22:5).
Йомғаҡлау (Асылыш 22:6—21).
Асылыш китабын аңлау өсөн асҡыстар
Ундағы хәбәр Алла хеҙмәтселәрен ҡурҡытмай, ә өмөт бирә. Күп кешеләр «апокалипсис» һүҙен ниндәйҙер һәләкәт менән бәйләһә лә, Асылыш китабының башында һәм аҙағында, ундағы хәбәрҙе уҡыған, аңлаған һәм ҡулланған кешеләр бәхетле буласаҡ, тип әйтелгән (Асылыш 1:3; 22:7).
Асылыш китабында «символдар» күп, уларҙы тура мәғәнәлә аңларға кәрәкмәй (Асылыш 1:1).
Асылыш китабындағы төп персонаждар, төшөнсәләр һәм символдар Изге Яҙманың башҡа китаптарында ла иҫкә алына:
Йәһүә — күктәрҙәге хаҡ Алла һәм бөтә нәмәне Бар итеүсе (Ҡанун 4:39; Зәбур 103:19; Асылыш 4:11; 15:3).
Ғайса Мәсих — «Алла Бәрәсе» (Яхъя 1:29; Асылыш 5:6; 14:1).
Шайтан Иблис — Алланың дошманы (Башланмыш 3:14, 15; Яхъя 8:44; Асылыш 12:9).
Бөйөк Вавилон, боронғо Вавилон ҡалаһы кеүек, Йәһүә Алланың һәм уның халҡының дошманы, дини ялғандың сығанағы (Башланмыш 11:2—9; Ишағыя 13:1, 11; Асылыш 17:4—6; 18:4, 20).
«Диңгеҙ» — Алланан йыраҡлашҡан яуыз кешелек (Ишағыя 57:20; Асылыш 13:1; 21:1)
Боронғо изге сатырҙағы Аллаға табыныу менән бәйле әйберҙәр һәм үҙенсәлектәр, мәҫәлән, килешеү һандығы, быяла диңгеҙ (йыуыныу өсөн киҫмәк), яҡтыртҡыс, хуш еҫле сайыр төтәҫләү, ҡорбан килтереү урыны (Сығыш 25:10, 17, 18; 40:24—32; Асылыш 4:5, 6; 5:8; 8:3; 11:19).
Кеше хөкүмәттәрен символлаштырыусы януарҙар (Данил 7:1—8; 17—26; Асылыш 13:2, 11; 17:3).
Символик мәғәнәлә ҡулланылған һандар (Асылыш 1:20; 8:13; 13:18; 21:16).
Был күренештәр «Раббы көнөндә» үтәлә. Ул көн 1914 йылда Алла Батшалығы урынлаштырылғас һәм Ғайса тәхеткә ултыртылғас башланған (Асылыш 1:10). Тимәк, Асылышта яҙылғандар башлыса беҙҙең көндәрҙә үтәлә, тигән һығымта яһау аҡыллы булыр.
Асылыш китабын аңлар өсөн, Алла зирәклеге һәм ул китапты аңлаған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк. Былар Изге Яҙмаларҙың башҡа китаптарын аңлау өсөн дә кәрәк (Ғәмәлдәр 8:26—39; Яҡуб 1:5).