Алла һәр ҡайҙа ламы?
Изге Яҙманан яуап
Алла барыһын да күрә һәм ул, ҡайҙа ғына булмаһын, үҙе теләгәнсә эш итә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:3; Еврейҙарға 4:13). Әммә Изге Яҙма, Алла һәр ҡайҙа ла, йәғни бер үк ваҡытта бөтә ерҙә лә һәм бөтә нәмәлә лә була, тип өйрәтмәй. Уға ярашлы, Алла — шәхес һәм ул билдәле бер урында ғына була.
Йәшәү формаһы. Алла — рухи шәхес (Яхъя 4:24). Ул кеше күҙенә күренмәй (Яхъя 1:18). Изге Яҙмалағы күренештәрҙә Алла һис тә һәр ерҙә түгел, ә бөтә осраҡта ла билдәле бер урында булараҡ һүрәтләнә (Ишағыя 6:1, 2; Асылыш 4:2, 3, 8).
Алланың йәшәү урыны. Алла физик закондар тәьҫирендәге шарттарҙа түгел, ә рухи сферала йәшәй. Шул сферала, күктәрҙә, Алланың «йәшәү урыны» бар (1 Батшалар 8:30). Изге Яҙмала, бер саҡ рухи заттар «Йәһүәa ҡаршыһына килеп баҫты», тиелә. Бынан Алланың күктә билдәле бер йәшәү урыны бар икәне күренә (Әйүп 1:6).
Әгәр Алла һәр ҡайҙа ла түгел икән, ул миңә ярҙам итә аламы ни?
Эйе. Алла кешеләргә һис тә битараф түгел. Рухи сферала йәшәһә лә, Алла эскерһеҙ рәүештә уға ярарға теләгән кешеләрҙе күрә һәм уларға ярҙам итә (1 Батшалар 8:39; 2 Йылъяҙма 16:9). Йәһүәнең уға бөтә йөрәктән бирелгән хеҙмәтселәре хаҡында нисек ҡайғыртыуын ҡарап сығайыҡ.
Беҙ доға ҡылғанда. Йәһүәгә мөрәжәғәт иткәндә, ул беҙҙең доғаларыбыҙҙы ишетә (2 Йылъяҙма 18:31).
Беҙ бойоҡҡан саҡта. «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәбур 34:18).
Беҙ нимә эшләргә лә белмәгәндә. Йәһүә үҙенең Һүҙе, Изге Яҙма, ярҙамында беҙгә аңлау һәләте бирергә һәм дөрөҫ юлға өйрәтергә әҙер (Зәбур 32:8).
Алланың һәр ҡайҙалығы хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Алла үҙе барлыҡҡа килтергән һәр нәмәлә лә бар.
Факт. Алла ерҙә лә, матди Ғәләмдең башҡа берәй урынында ла йәшәмәй (1 Батшалар 8:27). Әлбиттә, йондоҙҙар һәм ул бар иткән башҡа нәмәләр «Алланың данын иғлан итә» (Зәбур 19:1). Әммә рәссам үҙе төшөргән һүрәттә йәшәмәгән кеүек, Алла ла үҙенең ижад эштәрендә йәшәмәй. Шулай ҙа, һүрәтте иғтибар менән ҡарап, уның авторы хаҡында ниҙер белергә була. Ә беҙ күрә алған донъя иһә Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең ҡеүәте, зирәклеге һәм яратыуы кеүек күҙгә «күренмәгән сифаттары» хаҡында һөйләй (Римдарға 1:20).
Яңылыш ҡараш. Һәр ҡайҙа ла булыусы Алла ғына барыһын да белә һәм барыһын да булдыра ала.
Факт. Алланың изге рухы, йәғни эш итеүсе көсө бар. Алла ҡайҙа һәм ҡасан, нимә эшләргә теләй, барыһын да изге рухы ярҙамында башҡара, бының өсөн үҙенә йөрөргә лә кәрәкмәй; ул барыһын да күреп тора (Зәбур 139:7).
Яңылыш ҡараш. Алланың һәр ҡайҙалығы хаҡында Зәбур 139:8-ҙә яҙылған: «Күккә күтәрелгән булһам, һин шунда булыр инең, түшәгем Ҡәберҙә булған булһа, һин шунда булыр инең».
Факт. Был аятта һүҙ Алланың урыны хаҡында бармай. Ә, Алланың буйы етмәҫлек урын юҡ, беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, ул беҙгә ярҙам итә ала, тигән фекер шиғри телдә бирелгән.
a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.