8-СЕ ДӘРЕС
Алланың дошмандары. Кемдәр улар?
Алланың төп дошманы — ул Шайтан Иблис. Ул — Йәһүәгә ҡаршы баш күтәреүсе рухи шәхес. Шайтан Аллаға ҡаршы көрәш алып барыуын дауам итә һәм кешеләргә күп ҡайғы килтерә. Иблис яуыз. Ул ялғансы һәм кеше үлтереүсе (Яхъя 8:44).
Башҡа рухи заттар Аллаға ҡаршы фетнәлә Шайтанға ҡушылған. Изге Яҙмалар уларҙы ендәр [яуыз фәрештәләр] тип атай. Шайтан кеүек үк, ендәр ҙә — кешеләрҙең дошмандары. Кешеләргә ғазаптар килтереү уларға оҡшай (Матфей 9:32, 33; 12:22). Йәһүә Шайтан һәм уның ендәрен мәңгелеккә юҡ итәсәк. Уларҙың кешеләргә ҡайғы килтерергә ваҡыты аҙ ҡалған (Асыш 12:12).
Әгәр Алланың дуҫы булғың килһә, Иблис һинән нимә теләй, шуны эшләргә тейеш түгелһең. Иблис һәм уның ендәре Йәһүәне күрә алмай. Улар — Алланың дошмандары һәм һинең дә Алланың дошманы булып китеүеңде теләйҙәр. Һин һайларға тейеш: кемгә ярарға — Иблискәме әллә Йәһүәгәме. Әгәр мәңге йәшәгең килһә, һиңә Алланың ихтыярын үтәргә ҡарар итер кәрәк. Иблистең кешеләрҙе алдай торған хәйлә һәм ысулдары күп. Ул күпселек кешеләрҙе яңылыштырған (Асыш 12:9).