5-се йыр
Мәсих — беҙгә үрнәк
(Римлыларға 5:8)
1. Йәһәвә яратып,
Фатихалар биргән.
Биргән кешелек өсөн үҙ Улын.
Беҙ туҡланһын өсөн,
Мәсих икмәк булған,
Мәңгелек тормош, тыныслыҡ булыр.
2. Ул өйрәтте беҙҙе:
«Алланың исеме
Изге булһын», — тип доға ҡылырға.
Батшалығың килһен,
Ниәтең үтәлһен,
Көндәлек икмәк Унан һорарға.
3. Тоғро һарыҡ булып
Барған шәкерттәрен
Өйрәткән Ғайса Мәсих, йыуатҡан.
Батшалыҡ орлоғон
Һәр көн сәсеп йөрөп,
Урайыҡ шатлыҡ менән ҡыуанып.
(Мат. 6:9—11; Яхъя 3:16; 6:31—51; Эфес. 5:2-не лә ҡара.)