Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ни өсөн Ғайса үлер алдынан Дауыттың Зәбур 22:1-ҙә яҙылған һүҙҙәрен ҡабатлаған?
Матфей 27:46 һәм Марк 15:34 буйынса, үлер алдынан Ғайса көслө тауыш менән былай тип әйткән: «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» Шулай итеп, Дауыттың Зәбур 22:1-ҙә яҙылған һүҙҙәре үтәлгән. Ғайсаның был һүҙҙәрҙе әйтеүе уның Аллаға ышанысын юғалтҡанын йә уға иман етмәгәнен аңлатмаған. Ғайса үҙенең ни өсөн үлергә тейеш булғанын аңлаған һәм быға әҙер булған (Матф. 16:21; 20:28). Бынан тыш, ул шуны белгән: үлем алдынан Йәһүә уны яҡлауһыҙ ҡалдырыр (Әйүп 1:10). Шулай итеп, Йәһүә Ғайсаға, уның үлем язаһы ниндәй генә ҡурҡыныс булһа ла, тоғро ҡаласағын күрһәтергә мөмкинлек биргән (Марк 14:35, 36).
Улайһа, ни өсөн Ғайса Зәбур китабындағы был һүҙҙәрҙе әйткән булған? Теүәл әйтә алмаһаҡ та, әйҙәгеҙ, мөмкин булған бер нисә сәбәпте ҡарап сығайыҡa.
Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса, бәлки, шуға баҫым яһағандыр: Йәһүә уның үлеменә юл ҡуясаҡ. Ғайса йолом ҡорбанын үҙе килтерергә тейеш булған. Йәһүә уға быны эшләргә ярҙам итмәгән. Үҙ ғүмерен башҡалар хаҡына йолом ҡорбаны итеп бирер өсөн, уға үлергә кәрәк булған (Евр. 2:9).
Зәбурҙан бер нисә һүҙ әйтеп, Ғайса тыңлаусыларҙың иғтибарын бөтөн мәҙхиәгә йүнәлтергә теләгәндер. Ул көндәрҙә йәһүдтәр күп мәҙхиәләрҙе яттан белгән. Бер өҙөктө ишетеп, улар бөтөн мәҙхиәне иҫкә төшөрә алған. Әгәр Ғайсаның маҡсаты шундай булһа, ул йәһүдтәрҙән булған шәкерттәренә был мәҙхиәләге башҡа пәйғәмбәрлектәрҙе лә иҫтәренә төшөрөргә теләгән. Был пәйғәмбәрлектәр уның үлеме менән бәйле булған (Зәб. 22:7, 8, 15, 16, 18, 24). Бынан тыш, улар шуны иҫкә төшөрә алған: был мәҙхиәнең һуңғы аяттары Йәһүәне данлай һәм уны бөтә ер өҫтөнән идара иткән Батша итеп һүрәтләй (Зәб. 22:27—31).
Ғайса, Дауыттың һүҙҙәрен әйтеп, бәлки, үҙенең ғәйепле булмағанын күрһәтергә теләгән. Үлем язаһы алдынан Ғайса ғәҙелһеҙ суд алдына баҫҡан булған, һәм был суд уны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгән (Матф. 26:65, 66). Ул суд ашығыс рәүештә төндә ойошторолған һәм бөтә ғәҙеллек ҡанундарын боҙоп ҡарар сығарған (Матф. 26:59; Марк 14:56—59). Ғайса: «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» — тигән риторик һорау биреп, үҙенең бер ниндәй енәйәт ҡылмағанын һәм үлем язаһына лайыҡ булмағанын күрһәтергә теләгән.
Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса, бәлки, был мәҙхиәнең авторына — Дауытҡа иғтибар итергә теләгән. Йәһүә Дауыттың ғазап кисергәненә юл ҡуйһа ла, ысынында ул уны ҡалдырмаған. Дауыттың был мәҙхиәнең беренсе аятында биргән һорауы уға иман етмәгәнен аңлатмаған, сөнки һорауҙан һуң ул Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡарасағына ышаныс белдергән (Зәб. 22:23, 24, 27). Бынан тыш, Йәһүә Дауытты артабан да фатихалаған. Шуның шикелле, «Дауыт Улы» Ғайса ла, яфаланыу бағанаһында ғазаптар кисерһә лә, Йәһүәнең хуплауын юғалтмаған (Матф. 21:9).
Атаһы үҙенең яҡлауын Улынан алғанға, Ғайса был һүҙҙәр менән үҙенең йән әрнеүен белдерә алған. Ғайса үҙ тоғролоғон тулыһынса раҫлай алһын өсөн, Йәһүәгә шулай эш итергә тура килгән. Йәһүә үҙ Улының яфа сигеүен һәм үлеүен теләмәгән. Был Әҙәм менән Һауаның фетнәһе арҡаһында кәрәк булған. Ғайса бер ниндәй гонаһ ҡылмаған, әммә ул ғазаптар һәм үлем аша үтергә тейеш булған. Шулай итеп ул Шайтан күтәргән бәхәсле һорауҙарға яуап бирә алған һәм Йәһүәгә кешелекте йолоп алыр өсөн кәрәкле ҡорбан килтергән (Марк 8:31; 1 Пет. 2:21—24). Был Йәһүә ҡыҫҡа ваҡытҡа Ғайсаны үҙ яҡлауынан мәхрүм иткән саҡта ғына мөмкин булған. Быға тиклем Йәһүә Ғайсаны бер ҡасан да ҡалдырмаған.
Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре уның ни өсөн бағанала үлергә тейеш булғанын аңламаған. Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Ғайса, бәлки, быны аңлатырға тырышҡандырb. Ғайса, енәйәтсе һымаҡ үлеп, башҡаларҙы абындыра алғанын белгән (1 Кор. 1:23). Әммә шәкерттәр Ғайса үлеменең ысын сәбәбен аңлаһа, улар уның мәғәнәһенә лә төшөнөр ине (Гал. 3:13, 14). Шул саҡта улар Ғайсаны енәйәтсе итеп түгел, ә ҡотҡарыусы итеп күрер ине.
Ғайса Зәбур 22:1-ҙәге һүҙҙәрҙе ни өсөн ҡабатлағанын беҙ теүәл әйтә алмайбыҙ. Әммә шуныһы билдәле: ул тормошондағы һәр ваҡиғаның Йәһүәнең ихтыяры буйынса булғанын белгән. Мәҙхиәләге һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Ғайса: «Тормошҡа ашты!» — тип әйткән (Яхъя 19:30; Лука 22:37). Эйе, Ғайса ерҙә үтәргә тейеш булған нәмәләрҙе тулыһынса үтәһен өсөн, Йәһүә уны бер ни тиклем ваҡытҡа ҡалдырған. Шулай итеп ул «Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа» яҙылғандарҙы тормошҡа ашырған (Лука 24:44).
a Шулай уҡ был сығарылышта «Ғайсаның һуңғы һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән мәҡәләнең 9, 10-сы абзацтарын ҡарағыҙ.
b Ғайса ҡайһы ваҡыт нимәлер әйткәндә йә һорағанда үҙенең ҡарашын сағылдырмаған. Ул быны шәкерттәрҙе үҙ фекерҙәре менән бүлешергә дәртләндерер өсөн эшләгән (Марк 7:24—27; Яхъя 6:1—5; 2010 йыл 15 октябрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 4—5-се биттәрен ҡарағыҙ).