47-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Бер нәмә лә һеҙҙе Йәһүәнән айырмаһын
«Мин, эй Йәһүә, һиңә таянам» (ЗӘБ. 31:14).
122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Йәһүәнең беҙгә яҡынлашырға теләгәнен ҡайҙан беләбеҙ?
ЙӘҺҮӘ беҙҙе үҙенә яҡынлашырға саҡыра (Яҡ. 4:8). Ул беҙҙең өсөн Алла, Атай һәм Дуҫ булырға теләй. Ул доғаларыбыҙға яуап бирә һәм ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә. Шулай уҡ ул үҙенең ойошмаһы аша беҙҙе өйрәтә һәм яҡлай. Әммә уға яҡынлашыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш?
2. Беҙ Йәһүәгә нисек яҡынлаша алабыҙ?
2 Доға ҡылғанда, уның Һүҙен уҡығанда һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланғанда беҙ Йәһүәгә яҡынлашабыҙ. Шулай эшләгәндә йөрәгебеҙ Йәһүәгә ҡарата яратыу һәм рәхмәт хисе менән тула. Беҙҙең уға тыңлаусан булырға һәм уны данларға теләк тыуа. Ул бит быға лайыҡ! (Асыл. 4:11). Йәһүәне яҡшыраҡ белгән һайын, беҙ уға һәм уның ойошмаһына күберәк ышана башлайбыҙ.
3. Иблис беҙҙе Йәһүәнән нисек йыраҡлаштырырға тырыша, әммә беҙгә Йәһүәнән һәм уның ойошмаһынан бер ҡасан да баш тартмаҫҡа нимә ярҙам итер? (Зәбур 31:13, 14).
3 Иблис, тормошобоҙҙағы ауырлыҡтарҙы ҡулланып, беҙҙе Йәһүәнән йыраҡлаштырырға тырыша. Ул быны нисек эшләй? Ул Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡарата ышанысыбыҙҙы яйлап ҡаҡшатырға маташа. Әммә беҙ уға ҡаршы тора алабыҙ. Йәһүәгә ҡарата ышанысыбыҙ ҡаҡшамаҫ булһа һәм иманыбыҙ ныҡ булһа, беҙ бер ҡасан да Йәһүәнән һәм уның ойошмаһынан баш тартмаҫбыҙ. (Зәбур 31:13, 14-теb уҡығыҙ.)
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
4 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата алған өс ауырлыҡты ҡарап сығырбыҙ. Был ауырлыҡтар беҙҙе Йәһүәнән нисек йыраҡлаштыра ала? Шайтандың һөжүмдәренә ҡаршы торор өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
ТОРМОШ АУЫРЛЫҠТАРЫ
5. Ауырлыҡтар Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышанысыбыҙҙы нисек ҡаҡшатырға мөмкин?
5 Ҡайһы саҡта беҙ ғаиләлә ҡаршылыҡтар менән осрашабыҙ йә көтмәгәндә эшебеҙҙе юғалтабыҙ. Ундай ауырлыҡтар беҙҙе Йәһүәнән йыраҡлаштырырға һәм уның ойошмаһына ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин. Ауырлыҡтарыбыҙ оҙаҡ ваҡыт сиселмәһә, төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ бар. Был хәлде ҡулланып, Шайтан күңелебеҙгә, Йәһүә һине яратмай, тигән фекерҙе сәсергә тырыша. Ул беҙҙе бөтә ғазаптарыбыҙҙа Йәһүә һәм уның ойошмаһы ғәйепле тип ышандырырға тырыша. Шуға оҡшаш хәл Мысырҙа йәшәгән ҡайһы бер израилдәр менән булған. Тәүҙә улар Йәһүәнең Муса менән Һарунды израилдәрҙе азат итер өсөн ебәргәненә ышанған (Сығ. 4:29—31). Әммә һуңыраҡ фирғәүен израилдәрҙең тормоштарын ауырлаштырғас, улар, бөтә проблемаларҙа Муса менән Һарунды ғәйепләп, былай тигән: «Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе нәфрәт итә башланы, һәм һеҙ уларҙың ҡулдарына беҙҙе үлтереү өсөн ҡылыс бирҙегеҙ» (Сығ. 5:19—21). Улар Алланың тоғро хеҙмәтселәрен ғәйепләгән. Аҡылға һыймаҫлыҡ! Һынауығыҙ оҙаҡҡа һуҙылһа, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышаныс юғалтмаҫҡа һеҙгә нимә ярҙам итер?
6. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, беҙ Абаҡум пәйғәмбәрҙән ниндәй өлгө ала алабыҙ? (Абаҡум 3:17—19).
6 Күңелегеҙҙе Йәһүәгә бушатығыҙ һәм унан ярҙам эҙләгеҙ. Абаҡум пәйғәмбәр күп ауырлыҡтар күргән. Ул хатта Йәһүәнең уның хаҡында ҡайғыртыуына шикләнә башлаған. Шуға ул үҙ хистәрен Аллаға һөйләргә булған: «Эй Йәһүә, күпме миңә һинән ярҙам үтенергә? Ҡасан инде һин ишетерһең? [...] Ниңә һин йәбер-золомдо күреп тә түҙеп тораһың?» (Аб. 1:2, 3). Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтсеһенең ихлас доғаһына яуап ҡайтарған (Аб. 2:2, 3). Йәһүә элек үҙ халҡын нисек ҡотҡарғаны тураһында тәрән уйланып, ул яңынан шатлыҡ кисергән. Шулай итеп Абаҡум Йәһүәнең уның хаҡында ҡайғыртҡанына һәм уға һәр ҡайһы һынауҙы йырып сығырға ярҙам иткәненә ышанысын нығытҡан. (Абаҡум 3:17—19-ҙыc уҡығыҙ.) Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Әгәр ҙә тормошоғоҙҙа ауырлыҡтарҙың осо-ҡырыйы күренмәй кеүек тойолһа, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм үҙ хистәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Тулыһынса уға таянығыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: сыҙам ҡалыр өсөн Йәһүә һеҙгә көс бирәсәк. Уның ярҙамын тойғанда, иманығыҙ нығыныр.
7. Ширлиҙың туғандары уны нимәгә ышандырырға тырышҡан һәм ул Йәһүәгә ышанысын нисек һаҡлап ҡалған?
7 Рухи эштәр тәртибен һаҡлағыҙ. Тап шулай эш итеү Папуа — Яңы Гвинеяла йәшәгән Ширлиd исемле апай-ҡәрҙәшкә ауырлыҡтарын йырып сығырға ярҙам иткән. Уның ғаиләһе ярлы булған һәм уларға хатта ризыҡ табыуы еңел булмаған. Бер туғаны, уның Йәһүәгә ҡарата ышанысын ҡаҡшатырға тырышып, былай тигән: «Һин, беҙгә Алланың изге рухы ярҙам итә, тип әйтәһең. Улайһа ҡайҙа уның ярҙамы? Күпме инде хәйерселектә йәшәргә була? Вәғәзгә ваҡытыңды ғына әрәм итәһең». Апай-ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Ә, бәлки, ысынлап та Йәһүә беҙҙе онотҡандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә мин үҙ хистәремде тыйманым һәм барыһын Йәһүәгә һөйләнем. Мин артабан да Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡыным, вәғәзләнем һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөм». Ваҡыт үтеү менән Ширли Йәһүәнең ҡайғыртыуын күрә башлаған: улар ас ултырмаған һәм, бер нигә ҡарамаҫтан, шатлыҡтарын юғалтмаған. Ширли дауам итеп: «Тормошомда Йәһүәнең ҡулын тойҙом», — тип әйтә (1 Тим. 6:6—8). Әгәр һеҙ ҙә рухи эштәр тәртибен һаҡлаһағыҙ, бер ниндәй ауырлыҡ та, шик тә һеҙҙе Йәһүәнән айыра алмаҫ.
ЯУАПЛЫ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ҠАРАТА ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК
8. Яуаплы ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин?
8 Киң мәғлүмәт сараларын һәм социаль селтәрҙәр ҡулланып, дошмандар яуаплы ҡәрҙәштәр тураһында ялған һәм шиктәр тарата (Зәб. 31:13). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе, хатта енәйәтселектә ғәйепләп, төрмәгә ултырттылар. Беренсе быуатта илсе Павел менән шундай уҡ хәл булған. Уны, ғәҙелһеҙ хөкөм итеп, төрмәгә япҡандар. Был уның ҡәрҙәштәренә нисек тәьҫир иткән?
9. Илсе Павелды төрмәгә ултыртҡас, ҡайһы бер мәсихселәр үҙҙәрен нисек тотҡан?
9 Беренсе быуатта илсе Павел Римда төрмәлә ултырғанда, ҡайһы бер мәсихселәр уны ташлап киткән (2 Тим. 1:8, 15). Ни өсөн? Кешеләр Павелды енәйәтсе тип һанағанға, мәсихселәр, бәлки, унан оялғандыр (2 Тим. 2:8, 9). Ә, бәлки, уларҙы ла эҙәрләрҙәр тип ҡурҡҡандыр. Павел улар хаҡына күп ауырлыҡтар менән осрашҡан, хатта ғүмерен бирергә әҙер булған. Улар уны ташлап киткәс, Павелдың нимә хис иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ (Ғәм. 20:18—21; 2 Кор. 1:8). Шундай мәсихселәргә оҡшаш булмайыҡ! Яуаплы ҡәрҙәштәрҙе эҙәрләгәндә, беҙгә нимәне иҫтә тотоу мөһим?
10. Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙе эҙәрләгәндә нимәне иҫтә тотоу мөһим һәм ни өсөн?
10 Беҙҙе ни өсөн эҙәрләгәндәрен һәм бының артында кем торғанын онотмағыҙ. 2 Тимофейға 3:12-лә былай тиелгән: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер». Шуға күрә Шайтандың яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә һөжүм итеүе ғәжәп түгел. Ул уларҙың тоғролоҡтарын ҡаҡшатырға һәм уларҙы ҡурҡытырға тырыша (1 Пет. 5:8).
11. Онисифорҙан нимәгә өйрәнеп була? (2 Тимофейға 1:16—18).
11 Ағай-ҡәрҙәштәрҙе һәр ваҡыт нығытығыҙ һәм улар янында булығыҙ. (2 Тимофейға 1:16—18-ҙе уҡығыҙ.) Беренсе быуатта йәшәгән Онисифор исемле мәсихсене иҫкә төшөрәйек. Павел уның тураһында: «Ул төрмәлә ултырыуымдан да оялманы», — тип яҙған. Киреһенсә, Онисифор Павелды эҙләгән, ә тапҡас, уға ярҙам күрһәткән. Шулай эшләп, ул үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе ҡыйыу булып ҡалыуҙан һәм эҙәрләүгә дусар булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеүҙән туҡтатмаһын. Әйҙәгеҙ, уларҙы һәр ваҡыт яҡлайыҡ һәм уларға ярҙам күрһәтәйек (Ғиб. һүҙ. 17:17). Улар яратыуыбыҙға һәм нығытыуыбыҙға бик мохтаж.
12. Рәсәйҙә йәшәгән ҡәрҙәштәр беҙгә ниндәй өлгө күрһәтә?
12 Рәсәйҙә йәшәгән ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр беҙгә яҡшы өлгө күрһәтә. Улар төрмәлә ултырған ҡәҙерле имандаштарына ярҙам ҡулы һуҙа. Йәһүә шаһиттарын хөкөм иткәндә, күп ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр судҡа килеп уларға булышлыҡ күрһәтә. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы өлгө! Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә яла яҡҡанда, уларҙы эҙәрләгәндә һәм төрмәгә ултыртҡанда, ҡурҡыуға бирелмәгеҙ. Улар өсөн доға ҡылығыҙ, туғандары хаҡында ҡайғыртығыҙ һәм ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн башҡа мөмкинлектәр эҙләгеҙ (Ғәм. 12:5; 2 Кор. 1:10, 11).
МЫҪҠЫЛЛАУҘАР
13. Мыҫҡыллауҙар Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышанысыбыҙҙы нисек ҡаҡшатырға мөмкин?
13 Ҡараштарыбыҙҙы уртаҡлашмаған туғандарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ йәки синыфташтарыбыҙ Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәгәнебеҙ һәм вәғәзләгәнебеҙ өсөн беҙҙе мыҫҡылларға мөмкин (1 Пет. 4:4). Ҡайһы саҡта улар: «Һин үҙең яҡшы кеше, әммә динең һиңә ирек бирмәй, һин тормоштан артта ҡалғанһың», — тип әйтә. Ә ҡайһы берәүҙәр йыйылыштан сығарылған ҡәрҙәштәргә ҡараштарыбыҙҙы хөкөм итә. Улар: «Нисек инде һин, яҡыныңды яратам, тип әйтә алаһың?» — тип беҙҙе тәнҡитләй. Шул саҡта шикләнә башлауыбыҙ бар. Беҙҙең: «Йәһүәнең талаптары сиктән тыш юғары түгелме? Уның ойошмаһы мине артыҡ сикләмәйме?» — тигән һорауҙарыбыҙ тыуырға мөмкин. Һеҙгә лә шундай хәл таныш булһа, Йәһүәнән һәм уның ойошмаһынан йыраҡлашмаҫҡа нимә ярҙам итер?
14. Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгәнебеҙ өсөн кешеләр беҙҙән көлгәндә, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторға тейеш? (Зәбур 119:50—52).
14 Бер нигә ҡарамаҫтан Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгеҙ. Был яҡтан Әйүптең миҫалы беҙгә яҡшы өлгө булып тора. Башҡалар уны мыҫҡыллаһа ла, ул Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгән. Үҙен Әйүптең дуҫы тип атаған бер кеше уны, һин Алланың нормалары буйынса йәшәйһеңме, юҡмы был уға файҙа килтермәй, тип ышандырырға тырышҡан (Әйүп 4:17, 18; 22:3). Ләкин Әйүп был ялғанға ышанмаған. Ул Йәһүә урынлаштырған яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларының дөрөҫ булыуын белгән һәм улар буйынса йәшәргә бик теләгән. Әйүп үҙен ғәйепләүселәргә: «Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — тип әйткән (Әйүп 27:5, 6). Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы өлгө! Мыҫҡыллауҙар Йәһүә нормаларының дөрөҫ булыуына шиктәр тыуҙырмаһын. Үҙ тормошоғоҙға ҡарағыҙ. Моғайын, һеҙ Йәһүәнең нормалары иң яҡшы булыуына һәм һеҙгә файҙа килтергәненә күп тапҡыр инанғанһығыҙҙыр. Был нормалар буйынса эш иткән ойошманы бер ҡасан да ҡалдырмағыҙ. Кешеләр һеҙҙе ни тиклем мыҫҡыллаһа ла, был һеҙҙе Йәһүәнән айырмаһын. (Зәбур 119:50—52-неe уҡығыҙ.)
15. Ни өсөн Бриджит мыҫҡыллауҙарға дусар булған?
15 Әйҙәгеҙ, Һиндостандан булған Бриджит исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Дине арҡаһында туғандары унан көлгән. 1997 йылда Бриджит һыуға сумдырылғандан һуң, уның хәҡиҡәттә булмаған ире эшен юғалтҡан һәм ғаиләһен башҡа ерҙә йәшәгән ата-әсәһе янына күсерергә ҡарар иткән. Ләкин был бәләләрҙең башы ғына булған. Ире эшкә урынлаша алмағас, ғаиләһен тәьмин итер өсөн уның үҙенә көнө буйы эшләргә тура килгән. Бынан тыш, йыйылыш улар йәшәгән ерҙән 350 километр йыраҡлыҡта булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иренең туғандары Бриджитты Йәһүә шаһиты булғанға күрә тәнҡитләгән. Ҡаршылыҡтар түҙә алмаҫлыҡ булып киткәс, улар ғаиләһе менән башҡа ергә күсенгән. Бер нисә ваҡыттан һуң уның ире ҡапыл үлеп киткән. Һуңыраҡ ҡыҙҙарының береһе 12 генә йәшендә рак ауырыуынан үлгән. Әммә хәл тағы ла насарайған, сөнки туғандары бөтә бәләләрҙә Бриджитты ғәйепләгән. Улар: «Һин Йәһүә шаһиты булмаһаң, тормошоңда был фажиғәләр булмаҫ ине», — тигән. Шулай ҙа апай-ҡәрҙәшебеҙ Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышаныуын юғалтмаған.
16. Бриджиттың Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғро булыуы нисек фатихаланған?
16 Бриджит йыйылыштан йыраҡ йәшәгәнгә, район күҙәтеүсеһе уға үҙе йәшәгән ерҙәге кешеләргә вәғәзләргә һәм өйөндә осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим иткән. Тәүҙә был тәҡдим ауыр булып күренгән, шулай ҙа ул ағай-ҡәрҙәштең кәңәшенә ҡолаҡ һалған. Бриджит башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләгән, өйөндә осрашыуҙар үткәргән һәм ҡыҙҙары менән даими рәүештә ғаилә өйрәнеүен үткәргән. Был ниндәй һөҙөмтәгә килтергән? Апай-ҡәрҙәшебеҙ күп өйрәнеүҙәр башлаған, һәм өйрәнеүселәрҙең күбеһе һыуға сумдырылған. 2005 йылда ул даими пионер булып хеҙмәт итә башлаған. Бриджиттың Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғро булыуы фатихаланған. Уның ҡыҙҙары Йәһүәгә хеҙмәт итә, ә ул йәшәгән ерҙә хәҙер ике йыйылыш. Апай-ҡәрҙәшебеҙ Йәһүәнең уға ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм туғандарының мыҫҡыллауҙарына сыҙам булырға көс биргәненә бер ҙә шикләнмәй.
ЙӘҺҮӘГӘ ҺӘМ УНЫҢ ОЙОШМАҺЫНА ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ
17. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?
17 Шайтан, ауырлыҡтар менән осрашһағыҙ, Йәһүә һеҙҙе ташлап китә, уның ойошмаһында ҡалыу тормошоғоҙҙо тик ауырайта ғына, тип ышандырырға тырыша. Яуаплы ҡәрҙәштәргә яла яҡҡанда, уларҙы эҙәрләгәндә һәм төрмәгә ултыртҡанда, Шайтан беҙҙең ҡурҡыуға бирелеүебеҙҙе теләй. Ул, мыҫҡыллауҙарҙы ҡулланып, Йәһүәнең нормалары дөрөҫ булыуына һәм уның ойошмаһына ышаныуыбыҙҙы ҡаҡшатырға тырыша. Әммә беҙ Шайтандың ниәттәрен яҡшы беләбеҙ, ул беҙҙе алдай алмаҫ (2 Кор. 2:11). Шайтандың ялғанын кире ҡағығыҙ, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғро булып ҡалығыҙ. Йәһүә бер ҡасан да һеҙҙе ҡалдырмаясағын онотмағыҙ (Зәб. 28:7). Бер кем дә һәм бер нәмә лә һеҙҙе Йәһүәнән айырмаһын (Рим. 8:35—39).
18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
18 Был мәҡәләлә беҙ тормошта була алған ауырлыҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Әммә йыйылышта ла ауырлыҡтар тыуа ала. Улар Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ҡарата ышанысыбыҙҙы һынарға мөмкин. Был ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға беҙгә нимә ярҙам итер? Был һорауға яуапты киләһе мәҡәләнән белербеҙ.
118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»
a Был ауыр һуңғы көндәрҙә Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн уға һәм уның ойошмаһына ышанырға кәрәк. Шайтан шул ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатыр өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Был мәҡәләлә беҙ Шайтан ҡулланған өс ҡоралды ҡарап сығырбыҙ һәм уға ҡаршы торор өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен белербеҙ.
b Зәбур 31:13, 14: «Мин күп яман хәбәрҙәр ишетәм, мине ҡурҡыу солғап ала. Берҙәй булып миңә ҡаршы йыйылғанда, улар йәнемде алырға тип хәйлә ҡора. 14 Ә мин, эй Йәһүә, һиңә таянам. „Һин минең Аллам“, — тип иғлан итәм».
c Абаҡум 3:17—19: «Хатта инжир ағасы сәскә атмаһа ла һәм йөҙөм ботаҡтарында емештәр булмаһа ла, хатта зәйтүн ағастары уңыш бирмәһә лә һәм баҫыуҙар ризыҡ булдырмаһа ла, хатта ялан кәртәләрҙә ваҡ мал ҡалмаһа ла һәм аҙбарҙарҙа эре мал булмаһа ла, 18 мин барыбер Йәһүәлә һөйөнөс табырмын, мин Ҡотҡарыусы Алламда шатланырмын. 19 Аллаһы Тәғәлә Йәһүә — минең ҡөҙрәтем. Ул аяҡтарымды боландыҡы шикелле етеҙ итер һәм мине бейек урындарҙа йөрөтөр».
d Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
e Зәбур 119:50—52: «Ҡайғы-хәсрәт кисергәндә мине йыуата, һинең һүҙең ғүмеремде һаҡлап ҡала. 51 Үҙ белдекле бәндәләр мине аяуһыҙ мәсхәрәләй. Тик мин һинең ҡануныңдан тайпылмайым. 52 Эй Йәһүә, борондан килгән хөкөмдәреңде иҫемә төшөрәм, уларҙан мин йыуаныс табам».