Изге Яҙмала реинкарнация хаҡында яҙылғанмы?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ. Изге Яҙмала «реинкарнация» тигән һүҙ ҙә, уның хаҡындағы тәғлимәт тә телгә алынмай. Реинкарнацияға инаныу үлемһеҙ йән тәғлимәтенә нигеҙләнгәнa. Изге Яҙмала иһә, йән — ул кеше үҙе, тиелә. Тимәк, йән үлемһеҙ түгел (Башланмыш 2:7; Йәзәкил 18:4). Үлгәс, кеше йәшәүҙән туҡтай (Башланмыш 3:19; Вәғәзсе 9:5, 6).
Реинкарнация менән үленән терелеү араһында ниндәй айырма бар?
Изге Яҙманан күренеүенсә, үленән терелеү үлемһеҙ йән тәғлимәтенә нигеҙләнмәгән. Терелеү ваҡытында кешеләр Алланың көсө ярҙамында яңынан йәшәүгә ҡайтарыласаҡ (Матфей 22:23, 29; Ғәмәлдәр 24:15). Терелеү яңыртылған ерҙә бер ваҡытта ла үлмәй йәшәүгә ҡыуаныслы өмөт бирә (2 Петр 3:13; Асылыш 21:3, 4).
Реинкарнация һәм Изге Яҙма хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш фекер: Изге Яҙмала, Ильяс пәйғәмбәр яңынан тыуып Сумдырыусы Яхъя ҡиәфәтендә килгән, тип яҙылған.
Факт: Алла: «Янығыҙға Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрәм», — тип алдан әйткән. Ғайсаның аңлатыуынса, Сумдырыусы Яхъя ошо пәйғәмбәрлекте тормошҡа ашырған (Малахи 4:5, 6; Матфей 11:13, 14). Әммә был Ильястың, яңынан тыуып, Сумдырыусы Яхъя булып килгәнен аңлатмай. Яхъя үҙе, мин Ильяс түгел, тигән (Яхъя 1:21). Бында, Ильяс кеүек, Яхъя ла, кешеләргә Алла хәбәрен еткереп, уларҙы тәүбәгә саҡырып йөрөгәне күҙ уңында тотолған (1 Батшалар 18:36, 37; Матфей 3:1). Яхъя, «Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып», эш иткән (Лука 1:13—17).
Яңылыш фекер: Изге Яҙмалағы «яңынан тыуыу» тигән һүҙҙәр реинкарнацияны аңлата.
Факт: Изге Яҙмалағы «яңынан тыуыу» тигән һүҙҙәр кешенең әле тере сағында рухи мәғәнәлә тыуыуын аңлата (Яхъя 1:12, 13). Рухи мәғәнәлә тыуыу кешенең элекке эштәренең ҡотолғоһоҙ эҙемтәһе түгел. Ул — Алланың фатихаһы, һәм ҡайһы бер кешеләргә киләсәккә ҡарата айырым бер өмөт бирә (Яхъя 3:3; 1 Петр 1:3, 4).
a Үлемһеҙ йән һәм реинкарнация хаҡындағы тәғлимәт боронғо Вавилонда башланғыс алған. Һуңыраҡ һинд фәлсәфәселәре карма хаҡындағы тәғлимәтте уйлап сығарған. «Донъя диндәренең Британия энциклопедияһында» әйтелгәнсә, карма — ул «сәбәп — эҙемтә ҡанунына ярашлы, кешенең әлеге тормошонда ҡылған эштәренең киләһе тормошона тәьҫир итеүе» («Britannica Encyclopedia of World Religions», 913 бит).