Бөйөк афәт нимә ул?
Изге Яҙманан яуап
Бөйөк афәт кешелек тарихында иң ауыр ваҡыт буласаҡ. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр буйынса ул «ахырызаманда» йәки «ахырғы ваҡытта» буласаҡ (2 Тимофейға 3:1; Данил 12:4). Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ул көндәрҙә Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бүтән бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер» (Марк 13:19; Данил 12:1; Матфай 24:21, 22).
Бөйөк афәт ваҡытында буласаҡ ваҡиғалар
Ялған диндең юҡ ителеүе. Ялған дин бик тиҙ юҡ ителәсәк (Асылыш 17:1, 5; 18:9, 10, 21). Быны сәйәси көстәрҙе символлаштырған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы башҡарасаҡ. Шулай итеп Алланың ихтыяры үтәләсәк (Асылыш 17:3, 15—18)a.
Хаҡ дингә һөжүм итеү. Йәзәкил күренешендә «Магог еренән Гог» итеп һүрәтләнгән халыҡтар берләшмәһе хаҡ динде тотҡан кешеләрҙе юҡ итергә тырышасаҡ. Әммә Алла үҙ хеҙмәтселәрен яҡлаясаҡ (Йәзәкил 38:1, 2, 9—12, 18—23).
Ерҙә йәшәүселәр өҫтөнән хөкөм. Ғайса кешелекте хөкөм итәсәк һәм «көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған шикелле, кешеләрҙе ике төркөмгә бүләсәк» (Матфай 25:31—33). Ул һәр бер кешене уның менән күктә идара итәсәк «ҡәрҙәштәренә» ярҙам иткәнме, юҡмы икәненә ҡарап хөкөм итәсәк (Матфай 25:34—46).
Күктәге Батшалыҡта идара итеүселәрҙе йыйыу. Мәсих менән күктә идара итеү өсөн һайланған тоғро хеҙмәтселәр ерҙәге юлын тамамлап, күктә йәшәр өсөн терелтеләсәк (Матфай 24:31; 1 Коринфтарға 15:50—53; 1 Фессалоникаларға 4:15—17).
Армагеддон. Был «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә буласаҡ һуғыш» «Алла көнө» тип тә атала (Асылыш 16:14, 16; Ишағыя 13:9; 2 Петр 3:12). Мәсих тарафынан юҡ ителеүгә хөкөм ителгәндәр һәләк буласаҡ (Сафуния 1:18; 2 Фессалоникаларға 1:6—10). Изге Яҙмала ете башлы януар итеп һүрәтләнгән бөтә донъя сәйәси системаһы ла юҡ ителәсәк (Асылыш 19:19—21).
Бөйөк афәттән һуң буласаҡ ваҡиғалар
Шайтан менән ендәр төрмәгә ябыласаҡ. Бөйөк фәрештә Шайтанды һәм ендәрҙе «упҡынға» ырғытасаҡ. Улар унда үлемгә тиң хәлдә буласаҡ (Асылыш 20:1—3). Шайтан төрмәлә ултырған тотҡон һымаҡ бер кемгә лә тәьҫир итә алмаясаҡ (Асылыш 20:7).
Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһының башы. Алла Батшалығы үҙенең Меңйыллыҡ идараһын башлаясаҡ һәм был кешелеккә мул фатихалар килтерәсәк (Асылыш 5:9, 10; 20:4, 6). Иҫәбе-һаны булмаған «бихисап күп халыҡ» «бөйөк афәттә» тере ҡаласаҡ. Улар Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы нисек башланасағын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк (Асылыш 7:9, 14; Зәбур 37:9—11).
a Асылыш китабында ялған дин Бөйөк Вавилон, «бөйөк фәхишә» тип атала (Асылыш 17:1, 5). Бөйөк Вавилонды ҡып-ҡыҙыл януар юҡ итәсәк. Был януар бөтә донъя халыҡтарын берләштереүсе һәм уларҙың вәкиле булып хеҙмәт итеүсе ойошманы символлаштыра. Тәүҙә ул Милләттәр Лигаһы тип атала ине, ә хәҙер Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булараҡ билдәле.