38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
«Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен»
«Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен» (МАТФ. 11:28).
17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Матфей 11:28—30-ҙа яҙылғанса, Ғайса ниндәй вәғәҙә биргән?
ҒАЙСА МӘСИХ үҙен тыңларға йыйылған кешеләргә бындай иҫ киткес матур вәғәҙә биргән: «Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен [«йәндәрегеҙҙе яңыртып ебәрермен», ЯДТ]». (Матфей 11:28—30-ҙы уҡығыҙ.) Был буш һүҙҙәр булмаған. Мәҫәлән, уның ҡаты ауырыуҙан интеккән ҡатын өсөн нимә эшләгәнен иҫкә төшөрәйек.
2. Ғайса ауырыған ҡатын өсөн нимә эшләгән?
2 Был ҡатын ярҙамға бик мохтаж булған. Һауығырға теләп, ул күп табиптарҙы йөрөп сыҡҡан. Ул ауырыуынан инде 12 йыл интеккән, әммә бер кем дә уға ярҙам итә алмаған. Муса ҡануны буйынса, ул нәжес тип һаналған (Лев. 15:25). Һәм бына ул Ғайса Мәсихтең ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғаны хаҡында ишетә, шуға күрә уны эҙләп китә. Ғайсаны тапҡас, ул уның өҫ кейеменең салғыйына ҡағыла һәм шунда уҡ һауыға! Әммә Ғайса, уны һауыҡтырыуҙан тыш, шулай уҡ уға ихтирам күрһәтә. Мәҫәлән, ҡатын менән һөйләшкәндә, Ғайса уға йылы итеп «ҡыҙым» тип өндәшә. Һис шикһеҙ, уның һүҙҙәре был ҡатындың йәнен яңыртҡан, йәғни уға көс өҫтәгән (Лука 8:43—48).
3. Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?
3 Иғтибар итегеҙ, ҡатын үҙе Ғайсаға килгән. Был унан тырышлыҡтар талап иткән. Шуның шикелле, бөгөн дә Ғайсаға килер өсөн көс һалырға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта Ғайса үҙенә килгән кешеләрҙе мөғжизәле рәүештә һауыҡтырмай. Шулай ҙа ул әле лә «миңә килегеҙ... һеҙгә тыныслыҡ бирермен» тип кешеләрҙе саҡыра. Кеше Ғайсаға нисек килә ала? «Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ» тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Ни өсөн, беҙгә тапшырылған эш көс өҫтәй, тип әйтеп була? Ғайсаның ҡамыты артабан да беҙгә көс өҫтәһен өсөн, нимә эшләп була? Был һорауҙар ошо мәҡәләлә ҡаралыр.
«МИҢӘ КИЛЕГЕҘ»
4, 5. Кеше Ғайсаға нисек килә ала?
4 Ғайсаға килер өсөн ысулдарҙың береһе — уның һүҙҙәрен һәм эштәрен ентекләп тикшереү (Лука 1:1—4). Беҙҙең урынға быны бер кем дә эшләй алмай, бының өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы. Тағы бер ысул — һыуға сумдырылып Мәсихтең шәкерте булып китеү.
5 Ғайсаға килер өсөн башҡа бер мөмкинлек — ярҙам кәрәк булғанда йыйылыш өлкәндәренә мөрәжәғәт итеү. «Бүләк» итеп бирелгән был ир-аттар ярҙамында Ғайса үҙ һарыҡтары хаҡында ҡайғырта (Ефес. 4:7, 8, 11; Яхъя 21:16; 1 Пет. 5:1—3). Өлкәндәрҙең ярҙамын алыр өсөн, беҙҙең үҙебеҙгә уларға мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар бит уйҙарыбыҙҙы уҡый алмай һәм нимәгә мохтаж икәнебеҙҙе белмәй. Джулиан исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтар арҡаһында Вефиль хеҙмәтен ҡалдырҙым, һәм бер дуҫым миңә өлкәндәр менән һөйләшеп алырға кәңәш итте. Тәүҙә, өлкәндәрҙең килеп китеүенә мохтаж түгелмен, тип уйлай инем. Әммә һуңыраҡ өлкәндәрҙе саҡырырға хәл иттем, һәм уларҙың килеп китеүе тормошомдағы иң яҡшы бүләктәрҙең береһе булды». Джулианға килеп киткән ике өлкән кеүек тоғро өлкәндәр беҙгә «Мәсих аңына» эйә булырға, йәғни уның фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөргә һәм уны үҙләштерергә ярҙам итә ала (1 Кор. 2:16; 1 Пет. 2:21). Өлкәндәрҙең килеп китеүе — ысындан да бик ҡәҙерле бүләк!
«ҠАМЫТЫМДЫ ҮҘЕГЕҘГӘ КЕЙЕГЕҘ»
6. «Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ» тип әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?
6 «Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ» тиеп, Ғайса, бәлки, «хакимлығыма буйһоноғоҙ» тип әйтергә теләгәндер. Уның һүҙҙәрен былай тип тә аңларға була: «Минең менән ҡамыт аҫтына тороғоҙ, һәм Йәһүәнең эшен бергә башҡарырбыҙ». Нисек кенә булһа ла, ҡамытты кейеү эш башҡарыуҙы аңлата.
7. Матфей 28:18—20 буйынса, беҙгә ниндәй эш тапшырылған, һәм нимәгә һис тә шикләнмәҫкә була?
7 Ғайсаның саҡырыуын нисек ҡабул итеп була? Ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышлап һәм һыуға сумдырылып. Ғайса бөтә кешеләрҙе лә саҡыра, ул бер ҡасан да ысын күңелдән Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләүселәрҙе кире ҡаҡмай (Яхъя 6:37, 38). Йәһүә Ғайсаға тапшырған эштә бөтә мәсихселәр ҙә ҡатнаша ала. Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Ғайсаның был эштә беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торасағына һис тә шикләнмәҫкә була. (Матфей 28:18—20-не уҡығыҙ.)
«МИНӘН ӨЙРӘНЕГЕҘ»
8, 9. Ни өсөн баҫалҡы кешеләр Ғайсаға тартылған, һәм беҙгә ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланып алырға кәрәк?
8 Баҫалҡы кешеләр Ғайсаға тартылған (Матф. 19:13, 14; Лука 7:37, 38). Ни өсөн? Сөнки Ғайса фарисейҙарҙан бик ныҡ айырылып торған. Дин етәкселәре туң күңелле һәм тәкәббер булған (Матф. 12:9—14). Ә Ғайса баҫалҡы булған һәм кешеләр менән йылы мөғәмәлә иткән. Фарисейҙар дан яратҡан һәм йәмғиәттәге дәрәжәләре менән ғорурланған. Ғайса иһә дан һөйөүсәнлекте хөкөм иткән, ул шәкерттәрен баҫалҡылыҡ сағылдырырға һәм башҡаларға хеҙмәт итергә өйрәткән (Матф. 23:2, 6—11). Фарисейҙар кешеләрҙе ҡурҡытып үҙенә буйһондорған (Яхъя 9:13, 22). Ә Ғайса, изгелекле эштәр ҡылып һәм яғымлы һүҙҙәр әйтеп, кешеләрҙе рухландырған.
9 Ғайсаның үрнәге һеҙгә тәьҫир итәме? Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып алығыҙ: мин йыуаш һәм баҫалҡы кеше булараҡ билдәлеме? Ябай һәм башҡаларға күренмәгән эштәрҙе теләп башҡараммы? Мин башҡаларға ҡарата игелеклеме?
10. Ғайса ниндәй мөхит булдыра белгән?
10 Шәкерттәре менән булғанда, Ғайса тыныс һәм иркен мөхит булдырған һәм уларҙы шатланып өйрәткән (Лука 10:1, 19—21). Ул уларҙы һорауҙар бирергә дәртләндергән һәм, улар үҙ фекерен белдергәндә, теләп тыңлаған (Матф. 16:13—16). Ғайсаның шәкерттәре, теплицалағы үҫемлектәр кеүек, гөрләп сәскә атҡан. Улар Ғайсаның өйрәткәндәрен күңелдәренә һеңдергән һәм яҡшы эштәр ҡылып емештәр килтергән.
11. Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш?
11 Башҡалар өҫтөнән хакимлыҡҡа эйә булһағыҙ, үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин эштә һәм өйҙә ниндәй мөхит булдырам? Тыныслыҡҡа өлөш индерәмме? Башҡалар миңә һорау бирергә ҡыйынһынмаймы? Берәйһе үҙ фекерен белдергәндә, уны теләп тыңлайыммы?» Беҙ фарисейҙарға оҡшарға һис тә теләмәҫ инек, улар һорауҙар биргән кешеләргә асыуланған һәм башҡа ҡарашта торғандарҙы эҙәрләгән (Марк 3:1—6; Яхъя 9:29—34).
«ҺЕҘГӘ ТЫНЫСЛЫҠ БИРЕРМЕН»
12—14. Ни өсөн, Ғайса беҙгә тапшырған эш көс өҫтәй, тип әйтеп була?
12 Ни өсөн, Ғайса беҙгә тапшырған эш көс өҫтәй, тип әйтеп була? Быға күп сәбәптәр бар, әммә беҙ уларҙың бер нисәһен генә ҡарап сығырбыҙ.
13 Беҙҙең иң яҡшы күҙәтеүселәр бар. Йәһүә, иң юғары дәрәжә биләһә лә, үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата рәхмәтһеҙ һәм тупаҫ түгел. Ул беҙ башҡарған эштәрҙе ҡәҙерләй (Евр. 6:10). Ул беҙгә вазифаларыбыҙҙы үтәргә көс бирә (2 Кор. 4:7; Гал. 6:5). Ә Батшабыҙ Ғайса Мәсих беҙгә камил өлгө күрһәтә (Яхъя 13:15). Беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡан өлкәндәр «һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһе» Ғайсанан үрнәк ала (Евр. 13:20; 1 Пет. 5:2). Беҙҙе яҡлағанда һәм рухи яҡтан туҡландырғанда, улар игелекле, ҡыйыу булырға һәм беҙҙе рухландырырға тырыша.
14 Беҙҙең иң яҡшы дуҫтар бар. Тағы кемдең шундай ҡайғыртыусан дуҫтары һәм мәғәнәле эше бар? Уйлап ҡына ҡарағыҙ: беҙ юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәгән, әммә үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған кешеләр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар һәләтле, әммә тыйнаҡ, шулай уҡ башҡаларҙы өҫтөн күрә. Һәм улар беҙҙе хеҙмәттәштәр итеп кенә түгел, ә ысын дуҫтар итеп күрә. Арабыҙҙағы дуҫлыҡ шул тиклем ныҡ, улар хатта беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен бирергә әҙер!
15. Ғайса беҙгә тапшырған эш беҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?
15 Беҙҙең иң яҡшы эш бар. Беҙ кешеләрҙе Алла тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтәбеҙ һәм Иблистең ялғанын фашлайбыҙ (Яхъя 8:44). Шайтан кешеләргә көс етмәҫлек йөктәр йөкмәтә. Мәҫәлән, ул беҙҙе, Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисермәй һәм беҙ яратыуға лайыҡ түгел, тип ышандырырға теләй. Ниндәй ауыр йөк һәм ҡот осҡос ялған! Беҙ Ғайсаға килгәндә, Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Ысынында, ул һәр беребеҙҙе бик ныҡ ярата (Рим. 8:32, 38, 39). Кешеләрҙе Йәһүәгә таянырға өйрәтеү һәм тормоштарының яҡшы яҡҡа үҙгәргәнен күреү шул тиклем шатлыҡлы!
ҒАЙСАНЫҢ ҠЫМЫТЫ АРТАБАН ДА ҺЕҘГӘ КӨС ӨҪТӘП ТОРҺОН
16. Ғайса беҙгә тапшырған йөк бүтән йөктәрҙән нимә менән айырылып тора?
16 Ғайса беҙгә тапшырған йөк бүтән йөктәрҙән айырылып тора. Мәҫәлән, күптәр эш көнөнөң аҙағында үҙен йонсоған һәм ҡәнәғәтһеҙ итеп тоя. Ә Йәһүә менән Ғайсаға хеҙмәт иткәндән һуң, беҙ тәрән ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ. Ҡайһы саҡта эштән һуң беҙ ныҡ арыйбыҙ һәм кискеһен йыйылыш осрашыуына үҙебеҙҙе көсләп тиерлек алып барабыҙ. Әммә йыш ҡына осрашыуҙан һуң беҙ көсөбөҙҙө яңыртып һәм ҡанатланып ҡайтабыҙ. Вәғәзләү һәм Изге Яҙманы шәхси өйрәнеү тураһында шуны уҡ әйтеп була. Рухи эштәр менән шөғөлләнгәндә, беҙ сарыф иткән көсөбөҙгә ҡарағанда күпкә күберәк көс алабыҙ!
17. Нимәне таныу мөһим, һәм ни өсөн беҙгә һаҡ булырға кәрәк?
17 Айыҡ фекерле булайыҡ: көсөбөҙҙөң сикле булғанын онотмайыҡ. Көсөбөҙҙө ниндәйҙер эштәргә сарыф итер алдынан, яҡшылап уйларға кәрәк. Мәҫәлән, беҙ, мөлкәт йыйырға тырышып, көсөбөҙҙө бушҡа сарыф итергә мөмкин. Бер йәш бай кеше: «Мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?» — тип һорағас, Ғайсаның уға нимә тип яуап биргәненә иғтибар итегеҙ. Был йәш кеше Муса ҡанунын инде тотҡан булған. Ул, күрәһең, яҡшы кеше булған, сөнки, Марк китабында әйтелгәнсә, Ғайсаның «күңеленә хуш» килгән. Ғайса уға: «Бар, булған мөлкәтеңде һат... Унан һуң кил дә Миңә эйәр», — тип тәҡдим иткән. Был йәш кеше Ғайсаның шәкерте булырға теләгән, әммә байлығын ҡалдыра алмаған (Марк 10:17—22). Һөҙөмтәлә ул, Ғайсаның ҡамытын кире ҡағып, байлыҡтың ҡоло булып ҡалған (Матф. 6:24). Ә һеҙ нимәне һайлар инегеҙ?
18. Ваҡыт-ваҡыт нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?
18 Ваҡыт-ваҡыт тормошобоҙҙа нимә мөһим икәнен тикшереп торорға кәрәк. Ни өсөн? Был беҙгә көсөбөҙҙө аҡыллы ҡулланырға ярҙам итер. Марк исемле егет бына нимә ти: «Күп йылдар мин, ябай тормош алып барам, тип уйланым. Мин пионер булып хеҙмәт иттем, әммә һәр ваҡыт аҡса тураһында һәм тормошомдо нисек уңайлыраҡ итеп булғаны хаҡында уйлай инем. Мин, ни өсөн тормошом ҡатмарланды, тип аптырай инем. Шунан күбеһенсә үҙ мәнфәғәтемде ҡайғыртып йәшәүемде аңланым, ә Йәһүәгә мин ваҡытымдың һәм көсөмдөң ҡалдығын ғына бирә инем». Марк, үҙенең фекер йөрөтөү һәм йәшәү рәүешен төҙәтеп, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итә башлаған. Ул былай ти: «Ҡайһы саҡта аҡса тураһында борсолһам да, Йәһүәнең һәм Ғайсаның ярҙамы менән иғтибарымды хеҙмәткә туплай алдым».
19. Ни өсөн дөрөҫ ҡараш һаҡлау бик мөһим?
19 Ғайсаның ҡамыты артабан да беҙгә көс бирһен өсөн, өс кәңәшкә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Беренсенән, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш һаҡлағыҙ. Беҙ Йәһүәнең эшен башҡарабыҙ, шунлыҡтан уны Йәһүә теләгәнсә эшләү мөһим. Беҙ — эшселәр, ә Йәһүә — Хужабыҙ (Лука 17:10). Уның эшен үҙебеҙсә башҡарһаҡ, беҙгә Ғайсаның ҡамытын йөрөтөүе ауыр булыр. Хатта көслө үгеҙ ҙә, хужаһына буйһонмайынса үҙ йүнәлеше менән барырға маташһа, үҙен йәрәхәтләр һәм хәлдән тайыр. Икенсе яҡтан, Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса эш итһәк, беҙ ғәжәп эштәр башҡара алырбыҙ һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ. Онотмағыҙ: бер кем дә Алла ихтыярының үтәлеүенә ҡамасаулай алмай! (Рим. 8:31; 1 Яхъя 4:4).
20. Ғайсаның ҡамытын йөрөтөргә беҙҙе нимә дәртләндерергә тейеш?
20 Икенсенән, этәргес ниәттәрегеҙ дөрөҫ булһын. Маҡсатыбыҙ — ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүәгә дан килтереү. Беренсе быуатта үҙ файҙаһын ғына эҙләгән ҡомһоҙ кешеләр, шатлыҡ юғалтып, тиҙ арала Ғайсаның ҡамытын ҡалдырған (Яхъя 6:25—27, 51, 60, 66; Флп. 3:18, 19). Уларҙан айырмалы булараҡ, Алланы һәм кешеләрҙе ысын күңелдән яратҡан кешеләр, Мәсих менән күктә идара итергә өмөтләнеп, Ғайсаның ҡамытын ерҙәге ғүмерҙәренең аҙағына тиклем шатланып йөрөткән. Этәргес ниәттәребеҙ дөрөҫ булһа, беҙ ҙә Ғайсаның ҡамытын шатланып йөрөтөрбөҙ.
21. Матфей 6:31—33 буйынса, беҙ нимәгә өмөтләнә алабыҙ?
21 Өсөнсөнән, Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышанығыҙ. Беҙ фиҙаҡәр тормош алып барырға һәм тырышып хеҙмәт итергә ҡарар иттек. Ғайса үҙ шәкерттәрен эҙәрләүҙәр хаҡында киҫәткән. Әммә беҙ Йәһүәнең һынауҙар ваҡытында көс бирәсәгенә өмөтләнә алабыҙ. Күберәк сыҙамлыҡ сағылдырған һайын, беҙ көслөрәк була барабыҙ (Яҡ. 1:2—4). Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең үҙебеҙҙе бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итәсәгенә, Ғайсаның көтөүсебеҙ буласағына һәм ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе ҡалдырмаясағына өмөтләнә алабыҙ. (Матфей 6:31—33-тө уҡығыҙ; Яхъя 10:14; 1 Фес. 5:11). Эйе, сыҙам булып ҡалыр өсөн беҙҙең бөтә нәмә бар!
22. Беҙ нимә өсөн рәхмәтлебеҙ?
22 Ғайса һауыҡтырған ҡатындың хәле шунда уҡ еңеләйгән. Әммә, Мәсихтең тоғро шәкерте булып ҡына, ул оҙайлы бәхет кисерә алған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Ғайсаның ҡамытын йөрөтөргә ҡарар иткән булһа, хәҙер ул күктә хеҙмәт итә! Был ҡатын Мәсихтең шәкерте булыр өсөн ҡорбандарға барған булһа, алған фатихалары менән сағыштырғанда улар бер нәмә лә түгел. Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәме — беҙ Ғайсаның «Миңә килегеҙ» тигән саҡырыуы өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө
a Ғайса Мәсих беҙҙе үҙенә килергә саҡыра. Беҙ нисек уның саҡырыуын ҡабул итә алабыҙ? Яуапты беҙ был мәҡәләнән белербеҙ. Шулай уҡ Ғайса менән хеҙмәттәшлек итеү беҙгә нисек көс биргәнен ҡарап сығырбыҙ.
b РӘСЕМДӘ: Ғайса эштәре һәм һүҙҙәре менән башҡаларҙы рухландырған.
c РӘСЕМДӘ: Ғайса Мәсих кеүек, ағай-ҡәрҙәш башҡаларҙы төрлөсә рухландыра.