39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Исемегеҙ «тормош китабына» яҙылғанмы?
«Йәһүәнән ҡурҡҡан... кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине» (МАЛ. 3:16).
61-СЕ ЙЫР Шаһиттар, алға!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Малахи 3:16 буйынса, Йәһүә ниндәй китап яҙа һәм ул китапта нимә яҙылған?
БЫНА инде меңәрләгән йылдар дауамында Йәһүә китап яҙа. Был китапта Алланың тоғро хеҙмәтселәренең исемдәре яҙылған, һәм Һабилдың исеме был китапта беренсе булып яҙылған (Лука 11:50, 51)b. Тарих дауамында Йәһүә был китапҡа яңы исемдәр индерә барған, һәм инде уларҙың һаны бөгөн миллионлаған. Изге Яҙмала был китап «хәтер китабы» һәм «тормош китабы» тип атала. Был мәҡәләлә беҙ уны «тормош китабы» тип атарбыҙ (Малахи 3:16-ныc уҡығыҙ; Асыл. 3:5; 17:8).
2. Тормош китабына кемдәрҙең исемдәре яҙылған һәм унда беҙҙең дә исемебеҙ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?
2 Был китапта Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт күрһәткән һәм уның исемен ҡәҙерләгән хеҙмәтселәрҙең исемдәре яҙылған. Уларҙың мәңге йәшәргә мөмкинлектәре буласаҡ. Исемебеҙҙең шул китапҡа яҙылыуын теләһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә кәрәк (Яхъя 3:16, 36). Күктә йәшәргә өмөтләнәбеҙме йә ерҙәме, беҙ барыбыҙ ҙа исемебеҙҙең был китапҡа яҙылған булыуын теләйбеҙ.
3, 4. а) Әгәр исемебеҙ тормош китабына яҙылған икән, был беҙҙең мәңгелек тормош аласағыбыҙҙы аңлатамы? Аңлатығыҙ. б) Ошо һәм киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Әммә исемдәре тормош китабына яҙылғандар мәңгелек тормошто мотлаҡ аласаҡ тип әйтеп буламы? Яуапты беҙ Йәһүәнең Мусаға әйткән һүҙҙәрендә табабыҙ: «Кем миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, шул кешенең исемен мин үҙ китабымдан бөтөрәсәкмен» (Сығ. 32:33). Тимәк, Йәһүә беҙҙең исемебеҙҙе, әйтерһең дә, ҡәләм менән яҙған: ул юҡҡа сығарырға мөмкин (Асыл. 3:5). Исемебеҙ тормош китабында ҡалһын өсөн, йәғни Йәһүә уны «ручка» менән яҙып ҡуйһын өсөн, беҙгә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк.
4 Әлбиттә, ҡайһы бер һорауҙар тыуа. Мәҫәлән, тормош китабына исемдәре яҙылғандар һәм исемдәре яҙылмағандар тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелә? Исемдәре был китапҡа яҙылғандар мәңгелек тормошто ҡасан аласаҡ? Ә Йәһүәне белмәйенсә үлгәндәр менән нимә була? Уларҙың исемдәре был китапҡа яҙылырмы? Яуаптар ошо һәм киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.
ТОРМОШ КИТАБЫНА КЕМДӘРҘЕҢ ИСЕМДӘРЕ ЯҘЫЛҒАН?
5, 6. а) Филиптарға 4:3 буйынса, кемдәрҙең исемдәре тормош китабына яҙылған? б) Был исемдәр тормош китабына «ручка» менән бөтөнләйгә ҡасан яҙыласаҡ?
5 Кемдәрҙең исемдәре тормош китабына яҙылған? Был һорауға яуап бирер өсөн, биш төркөм кешеләрҙе ҡарап сығайыҡ. Был китапта кемдеңдер исемдәре яҙылған, ә кемдекелер — юҡ.
6 Беренсе төркөм Ғайса менән күктә идара итергә тейеш булған майланған мәсихселәрҙән тора. Хәҙер уларҙың исемдәре был китапта бармы? Эйе. Илсе Павел Филипптағы йыйылышҡа яҙған хатында исемдәре тормош китабына яҙылған майланған мәсихселәрҙе иҫкә алған. (Филиптарға 4:3-тө уҡығыҙ.) Әммә уларҙың исемдәре был образлы китапта ҡалһын өсөн, улар артабан да Аллаға тоғро булырға тейеш. Улар йә үлер алдынан, йә ҙур афәт башланыр алдынан мәңгегә мөһөрләнә. Шул саҡта ғына уларҙың исемдәре был китапҡа бөтөнләйгә яҙыла (Асыл. 7:3).
7. Асылыш 7:16, 17-лә яҙылғанса, «бихисап күп халыҡтың» исемдәре ҡасан тормош китабына бөтөнләйгә индереләсәк?
7 Икенсе төркөм — ул «бихисап күп халыҡ». Әле уларҙың исемдәре тормош китабында бармы? Эйе. Армагеддондан һуң уларҙың исемдәре ҡаламы? Эйе (Асыл. 7:14). Ғайса улар тураһында «мәңгелек тормошҡа китер» тип әйткән (Матф. 25:46). Әммә Армагеддон үткәс, улар шунда уҡ был бүләкте алмай. Уларҙың исемдәре тормош китабында һаман да ҡәләм менән яҙылған кеүек буласаҡ. Меңйыллыҡ идара ваҡытында Ғайса уларҙы «тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр». Шунан һуң Ғайсаға тыңлаусан булғандарҙың һәм Йәһүә тоғро тип һанағандарҙың исемдәре тормош китабына бөтөнләйгә индереләсәк. (Асылыш 7:16, 17-не уҡығыҙ.)
8. Тормош китабында кемдәрҙең исемдәре юҡ һәм уларҙы нимә көтә?
8 Өсөнсө төркөм Армагеддонда юҡ ителәсәк кешеләрҙән тора. Тормош китабында уларҙың исемдәре юҡ. Ғайса уларҙы кәзә тәкәләре менән сағыштырған һәм «улар мәңгелек язаға... китер» тип әйткән (Матф. 25:46). Илсе Павел да улар тураһында «мәңгелек һәләкәткә дусар ителер» тип яҙған (2 Фес. 1:9; 2 Пет. 2:9). Тарих дауамында белә тороп изге рухҡа ҡаршы гонаһ ҡылғандар тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Уларҙы мәңгелек тормош түгел, ә бөтөнләйгә юҡ ителеү көтә. Улар терелтелмәйәсәк (Матф. 12:32; Марк 3:28, 29; Евр. 6:4—6). Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ерҙә йәшәргә терелтеләсәк ике төркөмгә иғтибар итәйек.
ТЕРЕЛӘСӘК КЕШЕЛӘР
9. Ерҙә йәшәр өсөн ниндәй ике төркөм кешеләре тереләсәк һәм улар араһында ниндәй айырма бар? (Ғәмәлдәр 24:15).
9 Изге Яҙмала, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» һәм уларҙың ерҙә мәңге йәшәргә мөмкинлектәре буласаҡ, тип әйтелгән. (Ғәмәлдәр 24:15-те уҡығыҙ.) «Тәҡүә кешеләр» ғүмер буйы Аллаға тоғро хеҙмәт иткән. Ә «тәҡүә булмағандар» — Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр, һәм күпселек осраҡтарҙа уларҙың тәртибе тәҡүәлектән йыраҡ торған. Әгәр был ике төркөм терелтелә икән, уларҙың исемдәре тормош китабында бар, тип әйтеп буламы? Был һорауға яуап табыр өсөн, әйҙәгеҙ, һәр төркөм тураһында айырым һөйләшәйек.
10. Ни өсөн «тәҡүә булғандар» тереләсәк һәм уларҙың ҡайһы берҙәре ниндәй хөрмәткә лайыҡ буласаҡ? (Ерҙә йәшәр өсөн терелтеү тураһында был сығарылыштың «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләнән күберәк белеп була.)
10 «Тәҡүә булғандар» — ул дүртенсе төркөм. Үлгәнгә тиклем уларҙың исемдәре тормош китабына инде индерелгән булған. Йәһүә уларҙың үлеменән һуң исемдәрен китаптан һыҙып ташлағанмы? Юҡ, сөнки улар уның хәтерендә һаман да тере. Йәһүә — «үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере» (Лука 20:38). Тимәк, тәҡүә булғандар ерҙә йәшәр өсөн терелгәс, уларҙың исемдәре ҡәләм менән яҙылған кеүек булһа ла, һаман да тормош китабында буласаҡ (Лука 14:14). Һис шикһеҙ, тәҡүә булғандарҙың ҡайһы берҙәре «бөтә ер буйлап кенәздәр итеп» билдәләнәсәк (Зәб. 45:16).
11. «Тәҡүә булмағандарҙың» исемдәре тормош китабына яҙылһын өсөн, улар нимәне белергә тейеш?
11 Бишенсе төркөм — «тәҡүә булмағандар» төркөмө тураһында беләйек. Улар тәҡүә тормош алып бармаған (бәлки, Йәһүәнең нормаларын белмәгәнгәлер). Шуға күрә уларҙың исемдәре тормош китабында юҡ. Әммә Алла уларҙы терелтәсәк һәм уларҙың исемдәренә был китапта яҙылырға мөмкинлек бирәсәк. Әлбиттә, «тәҡүә булмағандарға» ҙур ярҙам кәрәк буласаҡ. Үлгәнгә тиклем уларҙың ҡайһы берҙәре ҡот осҡос яуызлыҡтар ҡылған, шуға күрә уларға Йәһүәнең ғәҙел нормалары буйынса йәшәргә өйрәнергә кәрәк булыр. Бының өсөн Алла Батшалығы бер ҡасан да булмаған ғәйәт ҙур өйрәтеү программаһын башҡарасаҡ.
12. а) Тәҡүә булмағандарҙы кем өйрәтер? б) Үҙгәрергә теләмәгәндәр менән нимә буласаҡ?
12 Тәҡүә булмағандарҙы кем өйрәтер? «Бихисап күп халыҡ» һәм терелгән тәҡүә кешеләр. Тәҡүә булмағандарҙың исемдәре тормош китабында булһын өсөн уларға Йәһүә менән дуҫлашырға һәм тормоштарын уға бағышларға кәрәк. Ғайса Мәсих һәм майланғандар күктән тәҡүә булмағандарҙың рухи үҫештәрен иғтибар менән күҙәтәсәк (Асыл. 20:4). Үҙгәрергә теләмәгәндәргә 100 йәш булһа ла, мәңге йәшәргә рөхсәт ителмәйәсәк (Ишағ. 65:20). Йәһүә һәм Ғайса кешеләрҙең йөрәген күрә һәм бер кемгә лә башҡаларға зыян килтерергә юл ҡуймаҫ (Ишағ. 11:9; 60:18; 65:25; Яхъя 2:25).
ЙӘШӘҮ ӨСӨН ҺӘМ ХӨКӨМ ИТЕЛЕҮ ӨСӨН ТЕРЕЛТЕҮ
13, 14. а) Беҙ элек Ғайсаның Яхъя 5:29-ҙа яҙылған һүҙҙәрен нисек аңлай инек? б) Был һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңлар өсөн нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
13 Ерҙә йәшәргә терелтелгән кешеләр тураһында Ғайса әйткән: «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр — йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» (Яхъя 5:28, 29). Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?
14 Элек беҙ Ғайсаның һүҙҙәре кешеләрҙең терелгәндән һуң эшләгән эштәренә ҡағыла тип уйлағайныҡ. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, берәүҙәре яҡшылыҡ эшләр, ә икенселәре насарлыҡ ҡылыр, тип уйлағайныҡ. Әммә иғтибар итегеҙ: Ғайса, терелгәндәр яҡшылыҡ эшләр йәки насарлыҡ эшләр, тип әйтмәгән. Ғайса бында үткән заманды ҡулланған. Ул «яҡшылыҡ эшләгәндәр» һәм «яуызлыҡ эшләгәндәр» тураһында әйткән. Һүҙ кешеләрҙең үлеменә тиклем эшләнгән эштәре тураһында бара. Ризалашырһығыҙ, бындай һығымта яһау бик тә аңлайышлы, сөнки яңы донъяла бер кемгә лә яуызлыҡ ҡылырға рөхсәт ителмәҫ. Тимәк, тәҡүә булмағандар яуызлыҡты үлеменә тиклем эшләгән. Улайһа, Ғайсаның һүҙҙәрен беҙгә хәҙер нисек аңларға? Был ике төркөм тураһында әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?
15. Мәңгелек тормош алыр өсөн, кем терелер һәм ни өсөн?
15 Тәҡүәләр мәңгелек тормош алыр өсөн тереләсәк, сөнки уларҙың исемдәре тормош китабына инде яҙылған. Тимәк, Яхъя 5:29-ҙағы яҡшылыҡ эшләгәндәрҙең терелеүе һәм Ғәмәлдәр 24:15-тәге тәҡүә кешеләрҙең терелеүе — бер үк нәмә. Был аңлатма Римдарға 6:7-ләге һүҙҙәргә тура килә. Унда: «Үлгән кеше гонаһтан азат ителде», — тип яҙылған. Үлеме менән тәҡүә кешенең гонаһтары кисерелә. Ә тере саҡта эшләгән игелекле эштәре Йәһүәнең хәтерендә ҡала (Евр. 6:10). Шуға күрә уларҙың исемдәре тормош китабында ҡала. Әлбиттә, исемдәре тормош китабынан юйылмаһын өсөн, улар артабан да Аллаға тоғро булырға тейеш.
16. «Хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» кешеләр кем улар?
16 Ә яуызлыҡ ҡылғандар тураһында нимә әйтеп була? Үлгәндән һуң уларҙың гонаһтары кисерелһә лә, тере саҡта улар Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән. Шуға күрә тормош китабында уларҙың исемдәре юҡ. Яхъя 5:29-ҙағы «яуызлыҡ эшләгәндәр» һәм Ғәмәлдәр 24:15-тәге «тәҡүә булмағандар» бер үк кешеләрҙе аңлата. Терелгәндән һуң улар «хөкөм [ителәсәк]»d. Был нимәне аңлата? Ғайса уларҙың эштәрен иғтибар менән күҙәтәсәк (Лука 22:30). Исемдәре тормош китабына яҙылырға лайыҡмы, юҡмы икәнен билдәләр өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Тәҡүә булмағандар яуыз эштәренән арынһа һәм үҙ тормоштарын Йәһүәгә бағышлаһа ғына, Алла уларҙың исемдәрен тормош китабына индерер.
17, 18. Ерҙә йәшәргә терелтелгәндәргә нимә эшләргә кәрәк булыр һәм Асылыш 20:12, 13-тә ниндәй эштәр тураһында һүҙ бара?
17 Терелгәндәрҙең бөтәһенә лә — тәҡүәләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яңы төргәктәрҙә яҙылған ҡанундарға буйһонорға кәрәк булыр. Был төргәктәр Меңйыллыҡ идара ваҡытында асыласаҡ. Был хаҡта илсе Яхъя бына нимә тип яҙған: «Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап — тормош китабы — асылды. Китаптарҙа [«төргәктәрҙә», ЯДТ] яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде» (Асыл. 20:12, 13).
18 Терелгәндәр ниндәй эштәренә ҡарап хөкөм ителер? Уларҙың үлеменә тиклем эшләгән эштәре тураһында һүҙ барамы? Юҡ. Онотмағыҙ, үлеме менән уларҙың гонаһтары кисерелгән булған. Тимәк, был уларҙың үткәндә ҡылған эштәре түгел. Күрәһең, бында уларҙың яңы донъяла өйрәтеү программаһына нисек ҡараясаҡтары тураһында әйтелә. Хатта Нух, Самуил, Дауыт, Данил кеүек тоғро кешеләргә лә Ғайса Мәсих тураһында белергә һәм уның йолом ҡорбанына иман итергә кәрәк булыр. Ә тәҡүә булмағандар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ!
19. Исемдәре тормош китабына мәңгегә яҙылыуын теләмәгәндәрҙе нимә көтә?
19 Исемдәре тормош китабына мәңгегә яҙылыуын теләмәгәндәрҙе нимә көтә? Асылыш 20:15-тә: «Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды», — тип яҙылған. Улар бөтөнләйгә юҡ ителәсәк. Шуға күрә исемебеҙ тормош китабына яҙылһын өсөн һәм унан бер ҡасан да юйылып ташланмаһын өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк.
20. Меңйыллыҡ идара итеү ваҡытында ниндәй иҫ киткес эш башҡарыласаҡ? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
20 Ғайса Мәсихтең Меңйыллыҡ идара итеү ваҡыты ни тиклем иҫ киткес буласаҡ! Ул ваҡытта быға тиклем бер ҡасан да булмаған өйрәтеү үтәсәк. Шулай уҡ күктәге хөкөмсөләр тәҡүәләрҙе лә, тәҡүә булмағандарҙы ла иғтибар менән күҙәтеп торасаҡ (Ишағ. 26:9; Ғәм. 17:31). 1 000 йыл дауамында өйрәтеү программаһы нисек үткәреләсәк? Киләһе мәҡәлә беҙгә быны яҡшыраҡ аңларға һәм был иҫ киткес өйрәтеү программаһын ҡәҙерләргә ярҙам итер.
147-СЕ ЙЫР Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош
a Яхъя 5:28, 29-ҙа Ғайсаның терелеү тураһында әйткән һүҙҙәре яҙылған. Ул мәңгелек тормош алыр өсөн терелгәндәр тураһында һәм хөкөм ителер өсөн терелгәндәр тураһында әйткән. Әйҙәгеҙ, был аяттарҙың яңыса аңлатылыуын ҡарап сығайыҡ.
b Был китап «донъя яратылғандан алып» яҙыла. Донъя — ул Ғайсаның йолом ҡорбанынан файҙалана алған кешеләр (Матф. 25:34; Асыл. 17:8). Шуға күрә тоғро Һабилдың исеме, күрәһең, был китапта яҙылған исемдәрҙең беренсеһе.
c Малахи 3:16: «Ул саҡта Йәһүәнән ҡурҡыусылар бер-береһе менән — һәр береһе үҙ яҡыны менән һөйләште, ә Йәһүә иғтибар итте һәм тыңлап торҙо. Уның алдында Йәһүәнән ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине».
d Элек беҙ, был аяттағы «хөкөм ителеү» тигән һүҙбәйләнеш «ғәйепләү» йәки «ғәйепләү ҡарары сығарыу» тигәнде аңлата, тип уйлаған инек. Эйе, был һүҙбәйләнештең шундай мәғәнәһе булырға мөмкин. Әммә Ғайса «хөкөм ителеү» тигән һүҙбәйләнеште, күрәһең, киңерәк мәғәнәлә ҡулланған. Һүҙлектәр буйынса, был һүҙбәйләнеш «эште судта ҡарау» йәки «кемдеңдер артынан иғтибар менән күҙәтеүҙе» аңлатырға мөмкин.