Аримафейҙан Йософ ҡыйыу эшкә бара
АРИМАФЕЙҘАН булған Йософтоң, Рим идарасыһына барырға баҙнат итермен, тигән уй башына ла килмәгәндер. Понтий Пилат үтә лә тиҫкәре тигән яманаты сыҡҡан кеше булған. Ләкин Ғайсаны айырым бер ҡәҙер күрһәтеп ерләргә кәрәк булған, тимәк, кемдер уның кәүҙәһен Пилаттан һорап алырға тейеш. Йософ, моғайын, бик борсолғандыр, ләкин идарасы менән осрашыу көтөлмәгәнсә шыма үткән. Пилат, йөҙбашын саҡырып алып, Ғайсаның үлгәнме икәнлеген белешкән һәм Йософтоң үтенесен ҡәнәғәтләндергән. Ауыр уйҙар менән Йософ, кәүҙәһен алырға тип, Ғайса үлгән урынға ашығып киткән (Марк 15:42—45).
Аримафейҙан Йософ кем булған?
Уның Ғайса менән ниндәй бәйләнеше булған?
Уның миҫалы беҙгә нимә менән ҡыҙыҡлы?
ЮҒАРЫ КӘҢӘШМӘ АҒЗАҺЫ
Һөйөнөслө хәбәрҙе бәйән итеүсе Марк Йософто «Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы» тип атай. «Юғары кәңәшмә» шул ваҡыттағы йәһүдтәрҙең дини һәм донъяуи тормошона ҙур йоғонто яһаған юғары суд булған (Марк 15:1, 43). Тимәк, Йософ үҙ халҡының башлыҡтарының береһе булған, һәм, бәлки, тап шуның өсөн дә ул Рим идарасыһы менән шәхси осрашыуға ирешә алған. Өҫтәүенә, Йософтоң бай булыуы ла бер ҙә ғәжәп түгел (Матф. 27:57).
Һеҙ Ғайсаны үҙ Батшағыҙ итеп асыҡ танырға ҡурҡмайһығыҙмы?
Дөйөм алғанда, Юғары кәңәшмәнең ағзалары Ғайсаға ҡырҡа ҡаршы булған һәм уны үлтерергә һөйләшкән. Ләкин Йософ Изге Яҙмала «изгелекле һәм тәҡүә кеше» тип атала (Лука 23:50). Юғары судтың күпселек ағзаларынан айырмалы рәүештә, Йософ намыҫлы, юғары әхлаҡлы тормош алып барған һәм Алланың әмерҙәрен үтәргә тырышҡан. Ул «Алла Батшалығы килеүен көт[кән]» һәм, күрәһең, шунлыҡтан Мәсихтең шәкерте булып киткән (Марк 15:43; Матф. 27:57). Моғайын, Йософ хәҡиҡәттең һәм ғәҙеллектең тантана итеүен күрергә бик ныҡ теләгәнгә, Ғайса вәғәзләгән хәбәр уны йәлеп иткәндер ҙә.
ЙӘШЕРЕН ШӘКЕРТ
Яхъя 19:38-ҙә әйтелгәнсә, Йософ, Ғайсаның шәкерте булһа ла, «йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында» быны йәшергән. Нимәнән ҡурҡҡан һуң ул? Йософ йәһүдтәрҙең Ғайсаға көслө нәфрәт менән ҡарағанын белгән. Улар Ғайсаға иманын асыҡ белдергән һәр кемде ғибәҙәтхананан ҡыуырға ҡарар иткән (Яхъя 7:45—49; 9:22). Ғибәҙәтхананан ҡыуылыу милләттәштәр араһында мыҫҡыл ителеүҙе һәм ситкә ҡағылыуҙы аңлатҡан. Бына ни өсөн Йософ үҙенең Ғайса шәкерте икәнен асыҡ итеп белгертергә батырсылыҡ итмәгән. Шулай эшләһә, ул үҙенең юғары дәрәжәһен һәм абруйын юғалтыр ине.
Йософ ундай ауыр һайлау алдында торған берҙән-бер кеше булмаған. Яхъя 12:42-лә былай тиелгән: «Башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр». Юғары кәңәшмәнең тағы бер ағзаһы Никодим да шундай уҡ хәлгә эләккән (Яхъя 3:1—10; 7:50—52).
Йософ Ғайсаның шәкерте булған, ләкин быны асыҡтан-асыҡ белгертергә батырлығы етмәгән. Был етди проблема булған, сөнки Ғайса былай тигән: «Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен. Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен» (Матф. 10:32, 33). Йософ, әлбиттә, Ғайсанан ваз кисмәгән, әммә уның менән берҙәмлеген танырға ла ҡыйыулығы етмәгән. Уның урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?
Изге Яҙмала, Йософ Юғары кәңәшмәнең Ғайсаға ҡаршы ҡорған мәкерле заговорын хупламаған, тип әйтелә (Лука 23:51). Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Йософ Юғары кәңәшмәнең шул хурлыҡлы ултырышында булмаған. Нисек кенә булһа ла, шундай ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек Йософҡа ерәнгес булған, ләкин быны туҡтатыр өсөн ул бер нәмә лә эшләй алмаған.
ҠЫЙЫУҺЫҘЛЫҠТЫ ЕҢЕҮ
Ғайса үлгәс, Йософ, күрәһең, ҡурҡыуын еңеп, Мәсих шәкерттәренең юлын һайларға ныҡлы ҡарар иткән. Был Марк 15:43-тән күренә, унда: «Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны», — тиелгән.
Йософ Ғайсаның кәүҙәһен һорарға тип килгәс, «Пилат Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыра[ған]» (Марк 15:44). Күренеүенсә, Йософ Ғайсаның үлгәне тураһында Пилаттан алдараҡ белгән, тимәк, ул, моғайын, Ғайса һуңғы һулыш алғанда, уның янында булған. Әгәр Йософ бағанаға ҡаҙаҡланған Ғайсаның үлем алдынан нисек ғазапланыуын күргән булһа, бәлки, ошо Йософто үҙ тормошона яңыса ҡарарға һәм тулыһынса хәҡиҡәт яғына баҫырға этәргәндер? Һәр хәлдә, Йософ тәүәккәл эш итә башлаған. Ул бүтән йәшерен шәкерт булырға теләмәгән.
ҒАЙСАНЫ ЕРЛӘҮ
Муса ҡануны буйынса, бағанала язалап үлтерелгән кешене ҡояш байығансы ерләргә кәрәк булған (Ҡан. 21:22, 23). Римдар иһә, ғәҙәттә, үлтерелгән енәйәтселәрҙең кәүҙәләрен бағанала серергә ҡалдырған йәки дөйөм ҡәбергә ерләгән. Йософ Ғайсаның кәүҙәһе менән шулай эшләүҙәренә юл ҡуя алмаған. Язалап үлтереү урынынан йыраҡ түгел уның таш ҡаяны өңөп яһаған яңы ҡәбере булған. Унда бығаса бер кем һалынмаған булған, тимәк, Йософ Аримафейҙанa Иерусалимға күптән түгел күсенгән һәм был урынды ғаилә төрбәһе итеп ҡулланырға ниәтләгән булған (Лука 23:53; Яхъя 19:41). Ғайсаны үҙенең буласаҡ ҡәберендә ерләп, Йософ ниндәй киң күңеллелек күрһәткән! Ошоноң менән, Мәсих «байҙар менән ерләнде», тигән пәйғәмбәрлек үтәлгән (Ишағ. 53:5, 8, 9).
Һеҙҙең өсөн Йәһүә менән дуҫлыҡтан мөһимерәк берәй нәмә бармы?
Һөйөнөслө хәбәрҙең дүрт китабында ла, Ғайсаның кәүҙәһен бағананан төшөргәндәр, һәм Йософ уны, етен туҡымаға урап, үҙенең ғаилә төрбәһенә һалған, тип әйтелә (Матф. 27:59—61; Марк 15:46, 47; Лука 23:53, 55; Яхъя 19:38—40). Изге Яҙмала Йософҡа ярҙам иткән бер генә кеше иҫкә алына. Был Никодим булған, ул Ғайсаның кәүҙәһен ерләүгә әҙерләр өсөн хуш еҫле май килтергән. Йософ менән Никодимдың дәрәжәһен иҫәпкә алһаҡ, улар барыһын да үҙҙәре эшләмәгәндер. Моғайын, Ғайсаны улар үҙҙәре түгел, ә уларҙың хеҙмәтселәре алып килеп ерләгәндер. Шулай булған булһа ла, Никодим менән Йософ тотонған эште ябай ғына эш тип атап булмай. Ҡанун буйынса, мәйеткә ҡағылған кеше бер аҙнаға нәжес булып киткән. Бынан тыш, был кеше ҡағылған бөтә нәмә лә нәжес тип һаналған (Һан. 19:11; Агг. 2:13). Ҡотҡарылыу байрамы ваҡытында ундай кеше йәмғиәттән ситтә булырға тейеш булған һәм бер ниндәй ҙә йола һәм сараларҙа ҡатнаша алмаған (Һан. 9:6). Шулай уҡ, Ғайсаны ерләп, Йософ Юғары кәңәшмәнең бүтән ағзаларының мыҫҡыллауына дусар була алған. Ләкин был инде Йософто туҡтатмаған. Ул Ғайсаны лайыҡлы итеп ерләргә теләгән һәм үҙен уның шәкерте итеп асыҡтан-асыҡ белгертергә ҡурҡмаған.
ЙОСОФТОҢ АРТАБАНҒЫ ТОРМОШО
Изге Яҙмала Аримафейҙан булған Йософ Ғайсаның ерләнеүе тасуирланған өҙөктәрҙә генә иҫкә алына, һәм беҙҙең, әлбиттә, артабан был кеше менән нимә булған, тигән һорау тыуа. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был билдәле түгел. Беҙ ҡарап сыҡҡан ваҡиғаларҙан күренеүенсә, уның үҙен асыҡтан-асыҡ мәсихсе итеп белдереүе бик тә ихтимал. Ахыр сиктә, ауыр ваҡытта ул ҡурҡаҡлыҡ күрһәтмәгән, ә иман һәм ҡыйыулыҡ менән эш иткән. Был яҡшы күрһәткес.
Йософ тураһында ҡарап сыҡҡан ваҡиғалар беҙҙе бер бик мөһим һорау тураһында уйланырға дәртләндерә: «Минең өсөн иң мөһиме нимә: йәмғиәттә тотҡан урын, карьера, матди байлыҡ, туғанлыҡ хистәре, минең азатлыҡмы йәки Йәһүә менән мөнәсәбәттәрме?»
a Күрәһең, Аримафей — Самуил пәйғәмбәрҙең тыуған ҡалаһы Раманың икенсе исеме (1 Сам. 1:19, 20). Ул Иерусалимдан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 35 саҡрым йыраҡлыҡта, хәҙер Рентис (Рантис) тип аталған ерҙә урынлашҡан.