Һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап
«Һеҙҙе хәҙер... һыуға сумдырылыу... ҡотҡара» (1 ПЕТ. 3:21, ЯДТ).
1, 2. а) Ҡайһы бер ата-әсәләр, балалары һыуға сумдырылырға теләк белдергәндә, нимә хаҡында уйлана? б) Ни өсөн һыуға сумдырылырға теләгән кешеләрҙән, Аллаға бағышландығыҙмы, тип һорайҙар? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
АТА-ӘСӘҺЕ Марияның һыуға сумдырылырға теләүселәр араһында баҫып тороуын күҙәтә. Докладсы ике һорау бирә. Мария асыҡ итеп һәм ҡысҡырып яуап бирә. Шунан һуң ул һыуға сумдырыла.
2 Марияның ата-әсәһе Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырылған ҡыҙҙары менән бик ғорурлана. Әммә бынан алда әсәһе бер аҙ борсолған. Ул былай тип уйланған: «Мария һыуға сумдырылыр өсөн әле бик йәш түгелме? Ул Йәһүәгә бағышланыуҙың ни тиклем етди аҙым икәнен аңлаймы? Һыуға сумдырылыр алдынан әҙерәк көтөп торорға кәрәкмәйме?» Күп ата-әсәләр, балалары һыуға сумдырылырға теләк белдергәндә, шундай һорауҙар өҫтөндә уйлана (Вәғ. 5:5). Ни өсөн? Сөнки Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — кеше ҡабул итә алған иң мөһим ҡарар. («Үҙегеҙҙе Йәһүәгә бағышланығыҙмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
3, 4. а) Илсе Петр һыуға сумдырылыуҙың бик мөһим икәнен нисек күрһәткән? б) Ни өсөн Петр һыуға сумдырылыуҙы Нухтың кәмә төҙөүе менән сағыштырған?
3 Илсе Петр, һыуға сумдырылыуҙы Нухтың кәмә төҙөүе менән сағыштырып, былай тип яҙған: «Һеҙҙе хәҙер быға оҡшаш һыуға сумдырылыу... ҡотҡара». (1 Петр 3:20, 21-ҙе уҡығыҙa, ЯДТ.) Кәмә башҡаларға Нухтың ысын күңелдән Алла ихтыярын үтәргә теләүен күрһәтеп торған. Нух Йәһүә ҡушҡан эште тоғролоҡ менән башҡарған. Ул иман иткәнгә, Йәһүә Туфан ваҡытында ғаиләһе менән бергә уны ҡотҡарған. Петр беҙҙе нимәгә өйрәтергә теләгән?
4 Кешеләр, кәмәне күргәндә, Нухтың Аллаға иман иткәнен аңлаған. Шуның шикелле, кешеләр, берәйһенең һыуға сумдырылыуын күргәндә, уның Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына һәм терелеүенә иман итеп үҙ ғүмерен Аллаға бағышлағанын аңлай. Нух кеүек, һыуға сумдырылған кешеләр ҙә Аллаға буйһона һәм ул ҡушҡан эште башҡара. Һәм Йәһүә, Туфан ваҡытында Нухты ҡотҡарған һымаҡ, был яуыз донъя юҡ ителгәндә, һыуға сумдырылған тоғро хеҙмәтселәрен ҡотҡарасаҡ (Марк 13:10; Асыл. 7:9, 10). Күренеүенсә, ғүмерҙе Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылыу үтә мөһим. Ысынында, һыуға сумдырылыуҙы оҙаҡҡа һуҙған кеше мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтырға мөмкин.
5. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
5 Һыуға сумдырылыуҙың үтә мөһим икәнен белгәс, бындай өс һорауға яуап алайыҡ: Изге Яҙмала һыуға сумдырылыу тураһында нимә әйтелә? Һыуға сумдырылыр алдынан кеше нимә эшләргә тейеш? Ни өсөн, балаларыбыҙҙы йә башҡа кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәткәндә, һыуға сумдырылыуҙың бик мөһим икәнен һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ ХАҠЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
6, 7. а) Яхъяның һыуға сумдырыуы ниндәй мәғәнәгә эйә булған? б) Кемдең һыуға сумдырылыуы башҡаларҙыҡынан бөтөнләй айырылып торған һәм ни өсөн?
6 Изге Яҙмала башҡаларҙы һыуға сумдырған беренсе кеше итеп Яхъя Сумдырыусы иҫкә алына (Матф. 3:1—6). Ни өсөн кешеләр уға һыуға сумдырылырға килгән? Улар быны Муса ҡанунына ҡаршы ҡылған гонаһтарынан тәүбә итеүен күрһәтер өсөн эшләгән. Ләкин Яхъя бөтөнләй башҡа мәғәнәле һыуға сумдырыуҙа ла ҡатнашҡан, был иң мөһим һыуға сумдырылыу булған. Ул Алланың камил Улы Ғайса Мәсихте һыуға сумдырыу хөрмәтенә эйә булған (Матф. 3:13—17). Ғайса бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шунлыҡтан тәүбә итергә тейеш булмаған (1 Пет. 2:22). Улайһа, ни өсөн ул һыуға сумдырылған? Бының менән Ғайса Алла ихтыярын үтәргә әҙер булыуын күрһәткән (Евр. 10:7).
7 Ғайса ерҙә хеҙмәт иткәндә, уның шәкерттәре кешеләрҙе һыуға сумдыра башлаған (Яхъя 3:22; 4:1, 2). Был кешеләр ҙә Муса ҡанунына ҡаршы ҡылған гонаһтарынан тәүбә итеп һыуға сумдырылған. Әммә Ғайса үлеп терелгәндән һуң, уға эйәрергә теләүселәр быны башҡа маҡсат менән эшләргә тейеш булған.
8. а) Терелтелгәндән һуң, Ғайса шәкерттәренә ниндәй эш ҡушҡан? б) Ни өсөн мәсихселәр һыуға сумдырылырға тейеш?
8 Б. э. 33 йылында, терелтелгәндән һуң, Ғайса Мәсих 500-ҙән ашыу ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм, бәлки, хатта балаларға ла мөрәжәғәт иткән. Моғайын, шул ваҡытта ул ошо һүҙҙәрҙе әйткәндер ҙә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (Матф. 28:19, 20; 1 Кор. 15:6). Ғайса үҙенең эйәрсендәренә шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан. Бының менән ул, «ҡамытымды» кейергә, йәғни шәкертем булырға теләгән һәр кеше һыуға сумдырылырға тейеш, тип әйтергә теләгән (Матф. 11:29, 30). Алла кешенең хеҙмәтен хуплаһын өсөн, кешегә шуны танырға кәрәк: Алла үҙ ихтыярын үтәр өсөн Ғайса Мәсихте ҡуллана. Быны ҡабул иткәндән һуң, кеше һыуға сумдырыла ала. Алла ошондай һыуға сумдырылыуҙы ғына хуплай. Беренсе шәкерттәр һыуға сумдырылыуҙың үтә мөһим икәнен яҡшы аңлаған. Изге Яҙмала быға күп миҫалдар бар. Улар һыуға сумдырылыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаған (Ғәм. 2:41; 9:18; 16:14, 15, 32, 33).
ОҘАҠҠА ҺУҘМАҒЫҘ
9, 10. Хәбәш кешеһе һәм Савлдың осраҡтарынан һыуға сумдырылыу тураһында нимә белеп була?
9 Ғәмәлдәр 8:35, 36-ны уҡығыҙ. Йәһүд динен ҡабул иткән бер хәбәш кешеһе Иерусалимға ғибәҙәт ҡылыр өсөн барған. Өйөнә ҡайтып барғанда уның менән бер хәл булған. Йәһүәнең фәрештәһе хәбәш янына Филипты ебәргән, һәм Филипп уға Ғайса Мәсих тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләп биргән. Бынан һуң хәбәш кешеһе нимә эшләгән? Ул Ғайсаны Хужа итеп таныуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлаған һәм Йәһүәнең мәсихселәргә ҡуйған талабын үтәргә теләк белдергән. Шуға күрә ул оҙаҡҡа һуҙмайынса һыуға сумдырылған.
10 Тағы бер миҫал — Савл исемле йәһүд. Бөтә йәһүд халҡы Аллаға бағышланған булған, әммә, улар буйһонмағанға, Йәһүә уларҙы кире ҡаҡҡан. Савл йәһүдтәрҙең һаман да Аллаға дөрөҫ итеп хеҙмәт иткәненә ышанған, шунлыҡтан мәсихселәрҙе эҙәрләгән. Ләкин бер көндө терелтелгән Ғайса Мәсих күктән Савлға мөрәжәғәт иткән. Савлға был нисек тәьҫир иткән? Ул Анания исемле шәкерттең ярҙамын теләп ҡабул иткән. Изге Яҙмала: «Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте», — тиелә (Ғәм. 9:17, 18; Гал. 1:14). Һуңыраҡ ул илсе Павел булараҡ билдәле булып киткән. Иғтибар итегеҙ: Алланың үҙ ихтыярын үтәр өсөн Ғайса Мәсихте ҡулланғанын аңлағас, Савл шунда уҡ һыуға сумдырылған. (Ғәмәлдәр 22:12—16-ны уҡығыҙ.)
11. а) Бөгөн Изге Яҙманы өйрәнеүселәрҙе һыуға сумдырылырға нимә дәртләндерә? б) Берәйһе һыуға сумдырылғанда, беҙ нимә хис итәбеҙ?
11 Бөгөн Изге Яҙманы өйрәнгән күп кешеләр — йәштәр ҙә, ололар ҙа — шул уҡ рәүешсә эш итә. Көслө иман һәм Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт өсөн рәхмәт тойғоһо уларҙы үҙ тормошон Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылырға дәртләндерә. Барыһы ла ризалашыр: һыуға сумдырылыу тураһындағы телмәр — һәр конгресс программаһының мөһим өлөшө. Изге Яҙманы өйрәнеүселәр, хәҡиҡәтте ҡабул итеп, һыуға сумдырылырға ҡарар иткәндә, Йәһүә шаһиттары бик шатлана. Ата-әсәләр ҙә, балалары шундай ҡарар ҡабул иткәндә, ҙур бәхет кисерә. 2017 хеҙмәт йылы дауамында 284 000-дән ашыу кеше, һыуға сумдырылып, үҙҙәрен Йәһүәгә бағышлағанын күрһәткән (Ғәм. 13:48). Эйе, улар һыуға сумдырылыуҙың мәсихселәр өсөн талап икәнен аңлаған. Әммә һыуға сумдырылыр алдынан улар нимә эшләгән?
12. Һыуға сумдырылыр алдынан өйрәнеүсе нимә эшләргә тейеш?
12 Һыуға сумдырылыу үтергә яраҡлы булыр өсөн, өйрәнеүсе Алла һәм уның кешелеккә ҡарата ниәте, шулай уҡ уның кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн башҡарған эштәре хаҡында белем алырға тейеш (1 Тим. 2:3—6). Шунан өйрәнеүсегә иман үҫтерергә кәрәк, иман Алланың ҡанундарына буйһонорға һәм ул нәфрәт иткән эштәр ҡылыуҙан туҡтарға ярҙам итер (Ғәм. 3:19). Был бик мөһим, сөнки Йәһүә насар эштәрҙе ҡалдырмаған кешенең бағышланыуын ҡабул итмәй (1 Кор. 6:9, 10). Бынан тыш, ғүмерен Йәһүәгә бағышларға теләгән кешегә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә, шулай уҡ вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә даими ҡатнашырға кәрәк. Был талап Ғайса Мәсих артынан барырға теләгән һәр кешегә ҡуйыла (Ғәм. 1:8). Өйрәнеүсе тәүҙә быларҙың барыһын да эшләргә тейеш, шунан һуң ғына ул шәхси доғала Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырыла ала.
ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘРГӘ МАҠСАТ ҠУЙЫҒЫҘ
13. Башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәткәндә, нимәне иҫтә тотоу мөһим һәм ни өсөн?
13 Балаларыбыҙға һәм өйрәнеүселәргә юғарыла иҫкә алынған аҙымдарҙы яһарға ярҙам иткәндә, шуны иҫтә тотоу мөһим: ысын мәсихсе булырға теләүселәр һыуға сумдырылырға тейеш. Урынлы булғанда, уларға бағышланыуҙың һәм һыуға сумдырылыуҙың ни тиклем мөһим икәне хаҡында әйтергә ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙ балаларыбыҙҙың һәм өйрәнеүселәрҙең, рухи яҡтан үҫеп, һыуға сумдырылыуын бик теләйбеҙ!
14. Ни өсөн беҙ бер кемгә лә, һыуға сумдырыл тип, баҫым яһарға тейеш түгел?
14 Әлбиттә, бер кем дә балаға йә өйрәнеүсегә баҫым яһарға тейеш түгел. Йәһүә беҙҙе үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй (1 Яхъя 4:8). Башҡаларҙы өйрәткәндә, беҙ уларға Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтереүҙең мөһимлеген аңларға ярҙам итергә тейеш. Шунан өйрәнеүсе, хәҡиҡәтте ҡәҙерләһә һәм ысын мәсихселәрҙән талап ителгәнде эшләргә ихлас теләһә, үҙе һыуға сумдырылырға ҡарар итер (2 Кор. 5:14, 15).
15, 16. а) Һыуға сумдырылыр өсөн, билдәле бер йәштә булырға кәрәкме? Аңлатығыҙ. б) Ни өсөн башҡа дини ойошмала һыуға сумдырылған кеше Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылырға тейеш?
15 Һыуға сумдырылыр өсөн, билдәле бер йәштә булырға кәрәкмәй. Һәр кеше үҙенә бер төрлө, шуға күрә ҡайһы бер өйрәнеүселәр башҡаларға ҡарағанда рухи яҡтан тиҙерәк үҫә. Йәш саҡта һыуға сумдырылған күп ҡәрҙәштәр ғүмере буйына Йәһүәгә тоғро ҡала. Башҡалар иһә, хәҡиҡәтте белеп, һыуға сумдырылыу үткәндә инде оло йәштә була. Ҡайһы берәүҙәр хатта 100 йәштән уҙғас һыуға сумдырыла!
16 Изге Яҙманы өйрәнгән оло йәштәге бер ҡатын төрлө диндәрҙә инде һыуға сумдырылған булған. Шунлыҡтан ул үҙе менән өйрәнеү үткәргән апай-ҡәрҙәштән, миңә ҡабат һыуға сумдырылырға кәрәкме, тип һораған. Ҡәрҙәшебеҙ, һорауына яуап итеп, Изге Яҙманан бер нисә шиғыр күрһәткән. Был ҡатын Изге Яҙмала нимә талап ителгәнде аңлаған һәм күп тә үтмәҫтән, 80 йәштәр тирәһендә булһа ла, һыуға сумдырылған. Был осраҡтан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүә үҙенең ихтыяры тураһында хәҡиҡәтте белгән кешенең һыуға сумдырылыуын ғына ҡабул итә. Шуға күрә берәйһе, башҡа дини ойошмала һыуға сумдырылған булһа ла, яңынан Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылырға тейеш. (Ғәмәлдәр 19:3—5-те уҡығыҙ.)
17. Һыуға сумдырылған көндө нимә тураһында уйланыу яҡшы?
17 Һыуға сумдырылыу көнө — бик шатлыҡлы көн. Был шулай уҡ бағышланыу һәм һыуға сумдырылыуҙың үҙ эсенә нимәне алыуы тураһында тәрән уйланыр өсөн яҡшы ваҡыт. Ысын мәсихселәрҙән талап ителгәндәрҙең барыһын да эшләр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Ғайсаның шәкерттәре «үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат» өсөн йәшәргә тейеш (2 Кор. 5:15; Матф. 16:24).
18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
18 Был мәҡәләнән белгәнебеҙсә, ысын мәсихсе булырға ҡарар итеү — бик етди аҙым. Бына ни өсөн Марияның әсәһе мәҡәләнең башында килтерелгән һорауҙар өҫтөндә уйланған. Балағыҙ булһа, үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Балам ысынлап та һыуға сумдырылырға әҙерме? Ғүмерен Аллаға бағышлар өсөн, ул хәҡиҡәтте етерлек кимәлдә беләме? Балам, һыуға сумдырылыр алдынан, тәүҙә белем алыу һәм яҡшы эш табыу кеүек маҡсаттарға ирешергә тейешме? Ә әгәр ул һыуға сумдырылғандан һуң етди гонаһ ҡылһа, нимә булыр?» Киләһе мәҡәләнән беҙ был һорауҙарға яуап алырбыҙ, шулай уҡ ата-әсәләрҙең һыуға сумдырылыуға нисек дөрөҫ ҡарай алғанын белербеҙ.
a 1 Петр 3:20, 21, ЯДТ: «Улар боронғо замандарҙа, Нух көндәрендә, буйһонмаусан булған. Шул көндәрҙә Алла кәмәнең төҙөлөп бөтөүен сабырлыҡ менән көткән, һәм ул кәмәлә бик әҙ кеше, йәғни һигеҙ йән генә, һыу аша ҡотҡарылған булған. Һеҙҙе хәҙер быға оҡшаш һыуға сумдырылыу (тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Алланан саф выждан һорау) Ғайса Мәсихтең үленән терелеүе аша ҡотҡара».