УН ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК
Ул үрнәк алырлыҡ атай булған
1, 2. а) Йософтоң ғаиләһенең тормошонда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? б) Йософ үҙ ҡатынына ниндәй борсоулы хәбәр еткерә?
ЙОСОФ ишәк өҫтөнә тағы бер йөк һала. Ул сыҙамлы хайуандың арҡаһынан ҡаҡҡылап ала ла эңер солғап алған Бәйтлеһем калаһының тирә-яғына күҙ һала. Йософ алдағы оҙон юл тураһында уйлана. Мысыр! Башҡа кешеләр, сит тел, ят ғөрөф-ғәҙәттәр... Уның бәләкәй генә ғаиләһе шундай ҙур үҙгәрештәргә нисек күнегеп китер икән?
2 Йософҡа борсоулы яңылыҡты үҙенең яратҡан ҡатынына әйтеү үтә ҡыйын булһа ла, ул быны эшләргә була. Уға төшөндә бер фәрештә күренеп, Алланың хәбәрен еткергән: Һируд батша уларҙың сабый ғына улдарын үлтерергә теләй! Уларға һис кисекмәҫтән Бәйтлеһемдән китергә кәрәк. (Матфей 2:13, 14-те уҡы.) Мәрйәм бик ныҡ борсоуға төшә: ниңә һуң уның ғәйепһеҙ сабыйын үлтерергә йыйыналар? Йософ та, Мәрйәм дә быны бөтөнләй баштарына һыйҙыра алмай. Әммә улар тулыһынса Йәһүәгә таяна, шунлыҡтан оҙаҡҡа һуҙмайынса юлға йыйына башлай.
3. Йософтоң үҙ ғаиләһе менән ҡаланан сығып китеүен һүрәтләп бир. (Рәсемде лә ҡуллан.)
3 Төн уртаһы. Бәйтлеһем йоҡоға талған. Халыҡ буласаҡ фажиғә тураһында әле бер нәмә лә белмәй. Йософ менән Мәрйәм Ғайсаны алып Бәйтлеһемдән сығып китә. Улар көньяҡҡа табан юл тота. Көнсығышта инде алһыу таң ата башлай. Йософ тәрән уйҙарға батып бара. Алда уларҙы нимә көтә? Уға, ябай ғына балта оҫтаһына, үҙ ғаиләһен көслө дошмандан нисек яҡларға? Ул үҙ ғаиләһен кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итә алырмы? Йәһүә бит уға шундай ҡәҙерле бала хаҡында ҡайғыртырға һәм уны тәрбиәләп үҫтерергә ҡушҡан. Ул ошо ауыр йөкләмәне үтәй алырмы? Быларҙың барыһы Йософто бик хафаландыра. Йософ ошо ҡыйынлыҡтарҙың һәр береһен нисек кисереп сыҡҡан? Ошо һорауға яуап бөгөнгө атайҙарға һәм беҙҙең һәр беребеҙгә ни өсөн Йософтоң иманын өлгө итеп алырға кәрәк икәнен күрһәтер.
Йософ үҙ ғаиләһен яҡлап торған
4, 5. а) Йософтоң тормошо нисек үҙгәреп киткән? б) Нисек фәрештә Йософто ауыр йөкләмәне ҡабул итергә өндәгән?
4 Ошо ваҡиғаларҙан күп айҙар элек Йософтоң тормошо кинәт үҙгәрә башлай. Ул ваҡытта Йософ әле тыуған ҡалаһы Назарала йәшәгән һәм Илий ҡыҙы Мәрйәм менән йәрәшелгән булған. Ул Мәрйәмдең инсафлы һәм Йәһүәне яратҡан ҡыҙ булыуын белә. Әммә ҡапыл уға Мәрйәмдең ауырлы икәне мәғлүм була! Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, Йософ йәшерен генә уның менән айырылышырға йыйынаa. Ләкин уға төшөндә Йәһүәнең фәрештәһе күренеп Мәрйәмдең изге рух ярҙамында ауырға ҡалғаны тураһында әйтә. Шулай уҡ фәрештә, Мәрйәмдең ҡарынында ятҡан бала «Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ», тип өҫтәй. Ул: «Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма!» — тиеп, Йософто тынысландыра (Мат. 1:18—21).
5 Тәҡүә һәм итәғәтле Йософ тап шулай эш итә лә. Ул үҙ өҫтөнә үтә ауыр йөкләмәне ала: үҙенеке булмаған, әммә Алла өсөн иң ҡәҙерле булған баланы тәрбиәләй һәм уның хаҡында ҡайғырта. Һуңыраҡ, ҡайсарҙың бойороғона буйһоноп, Йософ үҙенең йөклө ҡатыны менән Бәйтлеһемгә теркәлергә бара. Тап шунда Ғайса тыуа ла инде.
6—8. а) Ниндәй ваҡиғалар арҡаһында Йософҡа һәм уның бәләкәй ғаиләһенә ҡабат үҙ тормошон үҙгәртергә тура килгән? б) Ни өсөн «йондоҙҙо» Шайтан ебәргән тип әйтеп була? (Төшөрмәне лә ҡара.)
6 Мәрйәм менән Йософ кире Назараға ҡайтмай, улар Иерусалимдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Бәйтлеһемдә йәшәргә ҡала. Улар ярлы йәшәй, әммә Йософ, Мәрйәм менән Ғайсаны мохтажлыҡтан һәм ҡурҡыныстан ҡурсалар өсөн, ҡулынан килгәндең барыһын эшләй. Улар ябай ғына йортта йәшәй башлай. Ғайса бер аҙ үҫкәс — уға, күрәһең, бер йәш ярым самаһы булғанда — уларҙың тормошо тағы ла кинәт үҙгәреп китә.
7 Уларға көнсығыштан, күрәһең, алыҫ Бабилдан, бер нисә йондоҙсо килә. Юл күрһәткән «йондоҙ» артынан барып, улар Йософ менән Мәрйәмдең йортона килеп инә. Йондоҙсолар киләсәктә йәһүд батшаһы булып китергә тейеш баланы күрергә теләй. Был кешеләр үҙҙәрен бик ихтирамлы тота.
8 Аңлапмы, аңламаймы йондоҙсолар Ғайсаның ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Тәүҙә «йондоҙ» уларҙы Иерусалимға түгел, ә Бәйтлеһемгә килтерәb. Унда улар, яуыз батша Һируд менән һөйләшкәндә, киләсәктә йәһүд батшаһы булырға тейеш баланы эҙләгәндәре тураһында әйтә. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән батшаның йөрәген әсе көнсөллөк тойғоһо биләп ала.
9—11. а) Һируд һәм Шайтандан күпкә ҡеүәтлерәк Шәхес нимә эшләгән? б) Сәйәхәт апокрифик мифтарҙа әйтелгәндәрҙән нимә менән айырылып торған?
9 Бәхеткә ҡаршы, был ваҡиғаларҙа Шайтандан һәм Һирудтан күпкә көслөрәк Шәхес ҡатнаша башлай. Йондоҙсолар, Ғайса йәшәгән йортҡа ингәс, Мәрйәм менән баланы күрә һәм уларға ҡиммәтле бүләктәр бирә. Йософ менән Мәрйәм өсөн «алтын, ладан һәм мирра» кеүек ҡиммәтле бүләктәр алыу ғәҙәти хәл булмаған. Йондоҙсолар Һирудҡа баланың ҡайҙа йәшәгәнен һөйләп бирергә йыйына, әммә төштәрендә Йәһүәнән, Һируд батша янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар «башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып» китә. (Матфей 2:1—12-не уҡы.)
10 Йондоҙсолар киткәс, Йософҡа Йәһүәнең фәрештәһе килә лә: «Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй», — ти (Мат. 2:13). Ошо бүлектең башында әйтелгәнсә, Йософ шунда уҡ юлға сыға. Эйе, уның өсөн иң мөһиме — малайҙың именлеге. Шуға күрә ул ғаиләһе менән Мысырға йүнәлә. Йондоҙсоларҙың ҡиммәтле бүләктәре Йософҡа үҙ ғаиләһе менән сит илгә күсенергә һәм унда йәшәргә мөмкинлек бирә.
11 Апокрифик мифтарҙа һәм риүәйәттәрҙә уларҙың Мысырға сәйәхәттәре күпертеп һүрәтләнә: йәнәһе, бәләкәй Ғайса, мөғжизә ҡылып, сәйәхәт юлын ҡыҫҡартҡан, юлбаҫарҙарҙы ҡыуып ебәргән һәм хатта финик пальмаһына, әсәһе емештәрен ала алһын өсөн, эйелергә ҡушҡанc. Ләкин ысынбарлыҡта юл оҙон һәм ҡыйын булған. Бынан тыш, улар үҙҙәрен алда нимә көткәнен дә белмәгән.
Йософ үҙ ғаиләһе хаҡына уңайлыҡтарҙан баш тартырға әҙер булған
12. Бөгөн балаларын ҡурҡыныс донъяла тәрбиәләгән ата-әсәләр Йософтан нимәгә өйрәнә ала?
12 Йософ миҫалы ата-әсәләрҙе күп нәмәгә өйрәтә ала. Үҙенең ғаиләһен хәүефтән яҡлар өсөн, Йософ эшен ҡалдырып китергә һәм уңайлыҡтарҙан баш тартырға әҙер булған. Әлбиттә, ул үҙ ғаиләһенә Йәһүә биргән ҡиммәтле бүләк тип ҡараған. Бөгөн ата-әсәләр балаларын ҡурҡыныс донъяла тәрбиәләй. Был донъя балаларҙы боҙа, аҙғын юлға этәрә һәм хатта һәләк итеүе лә ихтимал. Йософҡа оҡшарға тырышҡан һәм, үҙ балаларын ошо донъя тәьҫиренән яҡлар өсөн, бөтә көстәрен һалып тәүәккәл эш иткән атайҙар һәм әсәйҙәр маҡтауға лайыҡ!
Йософ ғаиләһе тураһында ҡайғыртҡан
13, 14. Ни өсөн Йософ менән Мәрйәм Назарала йәшәргә була?
13 Йософ ғаиләһе менән Мысырҙа оҙаҡҡа ҡалмай, күрәһең. Тиҙҙән фәрештә уға Һирудтың үлеүе тураһында хәбәр итә, һәм ул үҙ ғаиләһен кире тыуған яҡтарына алып ҡайта. Бер боронғо пәйғәмбәрлектә, Йәһүә үҙ улын «Мысырҙан саҡырып» аласаҡ, тип әйтелгән булған (Мат. 2:15). Йософ был пәйғәмбәрлектең үтәлеүенә өлөш индергән. Ләкин хәҙер улар ҡайҙа йәшәр?
14 Хәҙер Һируд урынына Архелай идара итә, ул да — ҡанһыҙ һәм ғәҙелһеҙ кеше. Йософ һаҡлыҡ һәм аҡыллылыҡ менән эш итә: ул, Алланың етәкселегенә буйһоноп, үҙ ғаиләһен Иерусалимдан йырағыраҡ ергә, төньяҡҡа, элек үҙе йәшәгән Галилеялағы Назараға алып китә. Шунда улар төпләнә лә. (Матфей 2:19—23-тө уҡы.)
15, 16. Йософ ниндәй эш башҡарған һәм ниндәй ҡоралдар ҡулланғандыр?
15 Йософтоң ғаиләһе ябай тормош алып бара. Әммә көнкүрештәре еңелдән булмай. Изге Яҙмаларҙа, Йософ балта оҫтаһы булған, тип әйтелә. Шуға күрә уға, мәҫәлән, ағас ҡырҡырға, бүрәнәләрҙе алып ҡайтып киптерергә кәрәк булған. Һуңынан ул шул ағасты йорт төҙөр өсөн, кәмәләр яһар өсөн, баҫмалар һалыр өсөн, арбалар, тәгәрмәстәр, ҡамыттар һәм башҡа төрлө хужалыҡ ҡоралдары яһар өсөн ҡулланған (Мат. 13:55). Был бик ауыр физик эш булған. Ул замандарҙа балта оҫталары йыш ҡына ишек алдында йә өй янындағы оҫтаханала эшләгән.
16 Йософтоң ҡарамағында төрлө ҡоралдар булған. Ҡайһы берҙәре уға атаһынан ҡалған, күрәһең. Мәҫәлән, ул мөйөшлөк, ауыртмаҡ, аҡбурлы бау, йышҡы, балта, бысҡы, сүкеш, ағас сүкеш, ҡасау, бырау, төрлө елемдәр һәм, ул ваҡытта ҡиммәт булһа ла, бәлки, ҡаҙаҡтар ҡулланғандыр.
17, 18. а) Ғайса үгәй атаһынан нимәгә өйрәнгән? б) Ни өсөн Йософҡа, ғаиләһе тураһында ҡайғыртыр өсөн, күп эшләргә тура килгән?
17 Күҙ алдыңа килтер, бәләкәй Ғайса үгәй атаһының эшләгәнен күҙәтеп тора. Ул иғтибар менән атаһының оҫта хәрәкәттәренә ҡарай, уның киң яурындары һәм көслө ҡулдары менән һоҡланып тора. Бәлки, Йософ үҙ улын ябай эштәр башҡарырға, мәҫәлән, ағастан яһалған нәмәләрҙе киптерелгән балыҡ тиреһе менән ышҡып шымартырға өйрәткәндер. Моғайын, ул Ғайсаға төрлө ағастарҙың — сикомор, имән, зәйтүн ағастарының — бер-береһенән нимә менән айырыла икәнен аңлатҡандыр.
18 Ғайса шуны белә: ағастарҙы киҫкән, бүрәнәләрҙе юнған һәм уларҙы тоташтырып төрлө нәмәләр яһаған ошо көслө ҡулдар — уның үҙен дә, ҡусты-һеңлеләрен һәм әсәһен дә наҙ менән ҡайғыртҡан ҡулдар ул. Йософ менән Мәрйәмдең ғаиләһе яйлап үҫә бара: Ғайсанан башҡа уларҙың кәм тигәндә тағы ла алты балаһы тыуа (Мат. 13:55, 56). Эйе, Йософҡа, ҙур ғаиләһен тәьмин итер өсөн, күп эшләргә тура килә.
Йософ шуны аңлаған: иң мөһиме — ғаиләнең рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыу
19. Йософ үҙ ғаиләһенең рухи ихтыяждары тураһында нисек ҡайғыртҡан?
19 Ләкин Йософ шуны аңлай: иң мөһиме — ғаиләнең рухи ихтыяждары. Шуға күрә ул, балаларына Йәһүә Алла һәм уның ҡанундары хаҡында һөйләр өсөн, ваҡыт бүлеп ҡуя. Йософ менән Мәрйәм даими рәүештә балаларын үҙҙәре менән синагогаға алып бара. Унда Ҡанун уҡылған һәм аңлатылған. Аҙаҡ Ғайса, бәлки, атаһына бик күп һорауҙар биргәндер. Йософ, әлбиттә, улының рухи һыуһынын ҡандырырға тырыша. Бынан тыш, Йософ үҙ ғаиләһен 120 саҡрым самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан Иерусалимға дини байрамдарға, мәҫәлән, йыл һайын үткәрелә торған Пасах байрамына алып бара. Уларға байрамға барып ҡайтыр өсөн, ике аҙна ваҡыт талап ителгән.
20. Ғаилә башлыҡтары, Йософтан үрнәк алып, нимә эшләй ала?
20 Бөгөн дә ғаилә башлыҡтары шулай уҡ эш итә. Әлбиттә, улар ғаиләләрен матди яҡтан тәьмин итеп тора, әммә улар өсөн иң мөһиме — балаларын рухи яҡтан тәрбиәләү. Улар, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәрер өсөн, балаларын мәсихсе осрашыуҙарға, конгрестарға алып барыр өсөн, күп тырышлыҡ һала. Йософ һымаҡ улар шуны аңлай: балаларына Йәһүә тураһында белем биреү — бирә алғандарының иң ҡиммәтлеһе.
Улар бик борсолған
21. Пасах байрамы Йософ ғаиләһе өсөн ниндәй ваҡыт булған, һәм Йософ менән Мәрйәм Ғайсаның юҡлығын ҡасан аңлаған?
21 Ғайсаға 12 йәш булғанда, Йософ ғәҙәттәгесә ғаиләһен Иерусалимға, Пасах байрамына алып бара. Ҙур ғаиләләрҙән торған каруандар һуҙыла-һуҙыла яҙғы йәшеллеккә күмелгән юлдар буйлап бара. Тауҙа урынлашҡан Иерусалимға яҡынлашҡан һайын үҫемлектәр инде унда-бында ғына күренгеләй. Күптәр, ошо ерҙәр аша үткәндә, «күтәрелеү йырҙары» тип аталған мәҙхиәләр йырлай (Зәб. 120—134). Ҡалаға йөҙәрләгән мең кеше ағыла. Байрам көндәре тамамланғас, барыһы ла ҡайтыр юлға сыға. Йософ менән Мәрйәм, күрәһең, юлға әҙерләнеү мәшәҡәттәре күп булғанға, Ғайсаның үҙҙәре янында юҡлығын абайламай һәм, башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлай. Бер көнлөк юл үткәндән һуң ғына, улар ҡот осҡос нәмә белеп ҡала: Ғайса юғалған! (Лука 2:41—44)
22, 23. Йософ менән Мәрйәм үҙ улдарын нисек эҙләгән, һәм, Ғайсаны тапҡас, Мәрйәм нимә әйткән?
22 Күҙ алдыңа килтер: ҡурҡыуға төшкән Йософ менән Мәрйәм кире Иерусалимға ашыға. Улар урамдар буйлап йүгерә-йүгерә үҙ улын эҙләйҙәр, ҡысҡыра-ҡысҡыра уны саҡырып йөрөйҙәр. Ниндәй буш һәм ят булып күренә хәҙер был ҡала. Ҡайҙа һуң ул? Өс көн эҙләй торғас, Йәһүә тапшырған ҡиммәтле баланы һаҡлап ҡала алманыммы ни, тип, Йософ, күрәһең, шомло уйҙарға бирелә башлай. Ахыр сиктә, улар ғибәҙәтханаға йүгереп килә. Улдарын Алла йортонда эҙләп йөрөгәндә, Йософ менән Мәрйәм байтаҡ ҡына Ҡанун белгестәре йыйылған бер бүлмәгә килеп инә. Ҡараһалар, шул уҡымышлы кешеләр араһында Ғайса ултыра! Мәрйәм менән Йософ еңеллек менән һулап ҡуя! (Лука 2:45, 46)
23 Ғайса, шул уҡымышлы кешеләрҙе тыңлап, уларға бик күп һорауҙар бирә. Барыһы ла уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалып ултыра. Әммә Мәрйәм менән Йософ, быны күреп, бик ғәжәпләнә. Йософтоң берәй нәмә әйткәнме-юҡмы икәне беҙгә теүәл билдәле түгел. Ләкин Мәрйәмдең һүҙҙәре уларҙың икеһенең дә хистәрен яҡшы һүрәтләй: «Улым! Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк» (Лука 2:47, 48).
24. Изге Яҙмалар бала тәрбиәләү еңел түгел икәнен нисек күрһәтә?
24 Изге Яҙмаларҙағы ошо ҡыҫҡа ғына өҙөк ата-әсә булыу, хатта камил баланың ата-әсәһе булыу, еңел түгел икәнен күрһәтә. Бөгөнгө ҡурҡыныс донъяла бала тәрбиәләү күп борсолоуҙар менән бәйле. Әммә Йәһүә ата-әсәләргә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен белә. Был иһә уларға һис шикһеҙ йыуаныс бирә.
25, 26. Ғайса ата-әсәһенә нисек яуап биргән, һәм Йософ, улының һүҙҙәрен ишетеп, ниндәй хистәр кисергәндер?
25 Ғайса үҙен күктәге Атаһына бик яҡын хис иткән урында — ғибәҙәтханала булған. Унда ул һәр әйтелгән һүҙҙе йотлоғоп тыңлаған һәм ишеткәндәрен йөрәгенә һеңдереп барған. Ғайса ата-әсәһенә: «Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни?» — тип ихлас яуап бирә (Лука 2:49).
26 Моғайын, Йософ Ғайсаның ошо һүҙҙәре тураһында йыш уйланғандыр, һәм шул ваҡыттарҙа уның йөрәге һис шикһеҙ ғорурлыҡ менән тулғандыр. Ысындан да, үгәй улы Йәһүә Алла менән шундай мөнәсәбәттәрҙә булһын өсөн, Йософ күп тырышлыҡ һалған бит. Ул ваҡытҡа «атай» тигән һүҙ бәләкәй Ғайсала иң йылы хистәр уята башлаған. Ундай хистәрҙең тыуыуына Йософ ҙур өлөш индергән.
27. Атай кеше булһағыҙ, һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ниндәй яуаплылыҡ ята, һәм һеҙ Йософтан нисек үрнәк ала алаһығыҙ?
27 Һеҙ атай кешеме? Яратыусан һәм ҡайғыртыусан атай булып, һеҙ балаларығыҙға күктәге Аталары Йәһүәгә уларҙы яратҡан һәм яҡлаған атайға ҡараған һымаҡ ҡарарға ярҙам итә алаһығыҙ. Әгәр һеҙ үгәй балалар тәрбиәләйһегеҙ икән, Йософтан үрнәк алып, уларҙың һәр береһенә үҙенә күрә бер шәхескә, хазинаға ҡараған һымаҡ ҡарағыҙ. Уларға Йәһүәгә — күктәге Аталарына яҡынлашырға ярҙам итегеҙ. (Ефестарға 6:4-те уҡы.)
Йософ Йәһүә әйткәнде үтәгән
28, 29. а) Лука 2:51, 52-лә Йософ тураһында нимә әйтелә? б) Йософ Ғайсаға «аҡыл тупларға» нисек ярҙам иткән?
28 Изге Яҙмаларҙа Йософтоң тормошо тураһында әллә ни күп әйтелмәһә лә, ундай иҫкә төшөрөүҙәр беҙҙең иғтибарыбыҙға лайыҡ. Алла Һүҙендә, Ғайса ата-әсәһен «бар нәмәлә... тыңлаған», «аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған», тиелә. (Лука 2:51, 52-не уҡы.) Был һүҙҙәрҙән Йософ тураһында нимә белеп була? Мәҫәлән, беҙ Йософтоң яҡшы ғаилә башлығы булғаны хаҡында беләбеҙ, сөнки уның камил улы атаһының хакимлығын хөрмәт иткән һәм уға буйһонған.
29 Беҙ шулай уҡ, Ғайса «аҡыл туплаған», тип уҡып киткәйнек. Һис шикһеҙ, Йософ, Ғайсаға шул йәһәттән ярҙам итер өсөн, күп тырышлыҡ һалған. Ул ваҡыттарҙа йәһүдтәр араһында бер боронғо ғибрәтле хикәйә киң таралған булған. Ул хикәйәне хатта бөгөн дә табып уҡып була. Хикәйәлә, тик буш ваҡыты күп булған кеше генә ысын мәғәнәлә аҡыллы булып китә ала, төрлө эшселәр иһә — балта оҫталары, ер эшкәртеүселәр, тимерселәр — «яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белмәй һәм башҡаларҙы хөкөм итә алмай, уларҙы ғибрәтле хикәйәләр һөйләнгән урындарҙа осратып булмай», тип әйтелә. Һуңыраҡ Ғайса шул һүҙҙәрҙең ялған икәнен күрһәткән. Бала сағында уның үгәй атаһы — ябай балта оҫтаһы, күрәһең, уға йыш ҡына Йәһүә Алланың «яҡшылыҡ менән яманлыҡ» нормалары тураһында һөйләгән.
30. Ғаилә башлыҡтары, Йософтан үрнәк алып, нимә эшләй ала?
30 Ғайса һау-сәләмәт һәм көслө егет булып үҫһен өсөн, Йософ, күрәһең, ҡулынан килгәндең барыһын эшләгән. Бынан тыш, ул улын үҙ һөнәренә өйрәткән. Ғайса балта оҫтаһының улы булараҡ ҡына түгел, ә «балта оҫтаһы» кеүек тә билдәле булған (Марк 6:3). Эйе, Йософтоң тырышлыҡтары бушҡа китмәгән. Ғаилә башлыҡтары, Йософтан үрнәк алып, аҡыллылыҡ менән эш итә: улар балаларына үҙҙәрен тәьмин итә алырлыҡ һөнәргә эйә булырға ярҙам итә.
31. а) Ҡайһы бер факттар буйынса, Йософ ҡасан үлгән? (Рамканы ла ҡара.) б) Йософ барыбыҙға ла ниндәй үрнәк ҡалдырған?
31 Әммә Изге Яҙмаларҙа Ғайсаның 30 йәшендә һыуға сумдырылыу үткәндән һуңғы тормошо хаҡында бәйән ителгәндә, Йософ бөтөнләй иҫкә алынмай. Ҡайһы бер факттарға нигеҙләнеп, Ғайса үҙ хеҙмәтен башлағанда, Мәрйәм инде тол ҡатын булған, тигән һығымтаға килергә була. («Йософ ҡасан үлгән?» тигән рамканы ҡара.) Шулай ҙа Йософ, үҙ ғаиләһе тураһында ҡайғыртып, уны яҡлап тороп һәм үҙ бурысын ахырға тиклем үтәп, бик яҡшы үрнәк ҡалдырған. Һәр атаға, һәр ғаилә башлығына һәм, ғөмүмән, һәр мәсихсегә лә Йософтоң иманын өлгө итеп алырға кәрәк.
a Ул ваҡытта йәрәшелгәндәр инде өйләнешкән кешеләр кеүек иҫәпләнгән.
b Был «йондоҙ» ғәҙәти астрономик күренеш булмаған, уны Алла ла ебәрмәгән. Күрәһең, Шайтан, Ғайсаны үлтерергә теләп, ошо тәбиғи булмаған күренеште ҡулланған.
c Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Ғайса беренсе мөғжизәһен һыуға сумдырылғандан һуң ғына ҡылған. Ул мөғжизә «Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе» булған (Яхъя 2:1—11).