Ғәҙел һәм мәрхәмәтле Йәһүәнән өлгө алығыҙ
«Ысын ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә тоғро мөхәббәт һәм мәрхәмәт күрһәтеп йәшәгеҙ» (ЗӘК. 7:9).
1, 2. а) Ғайса Алла ҡанунына ҡарата нимә хис иткән? б) Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар нисек Ҡанунды боҙоп күрһәткән?
ҒАЙСА МӘСИХ Муса ҡанунын бик яратҡан. Һәм был һис тә ғәжәп түгел! Ҡанунды уның Атаһы Йәһүә биргән, ә Атаһы менән мөнәсәбәттәр Ғайса өсөн барыһынан да мөһимерәк булған. Уның Алла ҡанунына ҡарата яратыуы хаҡында Зәбур 40:8-ҙә алдан уҡ былай тип әйтелгән булған: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә, һинең ҡануның йөрәгем түрендә». Һүҙҙәре һәм эштәре менән Ғайса Алла ҡанунының камил һәм файҙалы булыуын күрһәткән, шулай уҡ унда яҙылғандарҙың мотлаҡ үтәләсәген иҫбатлаған (Матф. 5:17—19).
2 Ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың Ҡанунды дөрөҫ аңлатмауын күреү Ғайсаның күңелен, моғайын, бик әрнеткәндер. Улар Ҡанундың ҡайһы бер ваҡ нескәлектәрен үтә ентекләп үтәгән, һәм Ғайса, быны танып: «Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ», — тип әйткән. Ләкин уларҙың хатаһы нимәлә булған һуң? Ғайса: «Ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы — ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто — ситтә ҡалдыраһығыҙ», — тигән (Матф. 23:23). Үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәт фарисейҙарҙан айырмалы булараҡ, Ғайса Ҡанундың рухын бик яҡшы аңлаған һәм уның һәр әмерендә Алла сифаттарының сағылышын күргән.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
3 Мәсихселәр Ҡанун килешеүе аҫтында түгел (Рим. 7:6). Шулай ҙа Йәһүә Ҡанунды беҙҙең өсөн үҙ Һүҙендә — Изге Яҙмала һаҡлап ҡалдырған. Ул Ҡанундың һәр нескәлеген ентекләп өйрәнеүебеҙҙе түгел, ә уның мөһим талаптарына төшөнөүебеҙҙе, әмерҙәрҙең нигеҙендә ятҡан юғары принциптарҙы аңлап, улар буйынса йәшәүебеҙҙе теләй. Мәҫәлән, һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун беҙгә ниндәй принциптарҙы аңларға ярҙам итә? Үткән мәҡәләлә ҡасҡын яһаған аҙымдарҙан нимәгә өйрәнеп булғаны ҡаралған ине. Әммә һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун беҙгә шулай уҡ Йәһүә хаҡында күп нәмә белергә һәм нисек уның сифаттарын өлгө итеп алып булғанын аңларға ярҙам итә. Шуға күрә был мәҡәләлә бындай өс һорауға яуап биреләсәк: һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун нисек Йәһүәнең мәрхәмәтле икәнен күрһәтә? Был ҡанундан Алланың кеше ғүмеренә нисек ҡарауы хаҡында нимә белеп була? Был ҡанун Йәһүәнең камил ғәҙеллеген нисек сағылдыра? Был һорауҙарҙың һәр береһе тураһында уйланғанда, күктәге Атағыҙҙан нисек үрнәк ала алыуығыҙҙы күрергә тырышығыҙ. (Ефестарға 5:1-ҙе уҡығыҙ.)
ҺЫЙЫНЫУ ҠАЛАЛАРЫНЫҢ УРЫНЛАШЫУЫ
4, 5. а) Ни өсөн һыйыныу ҡалаларына еңел генә барып етеп булған, һәм был нисек ойошторолған булған? б) Был Йәһүә тураһында нимә аса?
4 Алты һыйыныу ҡалаһына ла еңел генә барып етеп булған. Йәһүә израилдәргә Иордан йылғаһының һәр яғында өсөшәр ҡала һайларға ҡушҡан. Ни өсөн? Бының ярҙамында һәр ҡасҡын тиҙ һәм еңел генә иң яҡындағы һыйыныу ҡалаһына барып етә алған (Һан. 35:11—14). Был ҡалаларға алып барған юлдарҙы яҡшы хәлдә тотҡандар (Ҡан. 19:3). Йәһүдтәрҙең белешмәләре буйынса, юлдарҙа һыйыныу ҡалаларына йүнәлткән күрһәткестәр торған. Был ҡалалар булмаһа, яңылыш енәйәт ҡылған кешегә сит илгә ҡасырға тура килер ине, ә унда ул ялған илаһтарға табыныуға ылығып китә алған.
5 Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә, берәйһен аңлы рәүештә үлтергән кешене язаға тарттырыуҙы талап итһә лә, быны яңылыш эшләгән кешегә мәрхәмәт күрһәткән һәм уны яҡлаған! «Барыһы ла мөмкин тиклем аңлайышлы, ябай һәм еңел ойошторолған булған, — тип яҙған бер Изге Яҙма белгесе. — Был ысындан да Алла мәрхәмәте». Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен язаларға ғына торған аяуһыҙ хөкөмсө түгел. Киреһенсә, ул «сикһеҙ шәфҡәтле» (Ефес. 2:4).
6. Мәрхәмәт сағылдырыуға килгәндә, фарисейҙарҙың кешеләргә мөнәсәбәте Алланыҡынан ни тиклем айырылып торған?
6 Фарисейҙар иһә мәрхәмәткә һаран булған. Мәҫәлән, йәһүд йолаһы буйынса, улар кешене бер үк хата өсөн өс тапҡырҙан да артыҡ кисермәгән. Ғайса, уларҙы фаш итеп, фарисей һәм һалым йыйыусы тураһында ҡисса һөйләгән. Был ҡиссала фарисей былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек — талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм». Ә был ваҡытта һалым йыйыусы, Алланан мәрхәмәт күрһәтеүен үтенеп, баҫалҡы ғына доға ҡылып торған. Ни өсөн фарисейҙар мәрхәмәт сағылдырырға теләмәгән? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, улар «башҡаларға түбәнһетеп» ҡараған (Лука 18:9—14).
7, 8. а) Берәйһе һеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылһа, һеҙ нисек Йәһүәнән өлгө ала алаһығыҙ? б) Ни өсөн, ғәфү иткәндә, баҫалҡылығыбыҙ һынала?
7 Фарисейҙарҙан түгел, ә Йәһүәнән өлгө алығыҙ. Ҡыҙғаныусан булығыҙ. (Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, үҙегеҙҙән ғәфү үтенергә теләгән кешеләр хаҡында уйлағыҙ (Лука 17:3, 4). Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Башҡалар мине хатта ҡат-ҡат рәнйетһә лә, уларҙы тиҙ һәм еңел генә кисерәмме? Мин үҙемде рәнйеткән кешеләр менән ни тиклем ихлас татыулашам?»
8 Кешенең ғәфү итергә әҙер булыуы уның ни тиклем баҫалҡы булыуын һынай. Фарисейҙар был һынауҙы үтмәгән, сөнки башҡаларҙы үҙҙәренән түбәнерәк итеп һанаған. Әммә беҙ, мәсихселәр булараҡ, «башҡаларҙы өҫтөн күре[ргә]» һәм уларҙы ысын күңелдән кисерергә тейеш (Флп. 2:3). Һеҙ Йәһүәнән өлгө алырһығыҙмы һәм баҫалҡылыҡты тикшергән һынауҙы үтерһегеҙме? Ғәфү итеүегеҙгә алып барған «юлды» асыҡ килеш һәм яҡшы хәлдә һаҡлағыҙ. Мәрхәмәт күрһәтеүгә өлгөр, ә үпкәләүгә яй булығыҙ (Вәғ. 7:8, 9).
КЕШЕ ҒҮМЕРЕН ЮҒАРЫ БАҺАЛАҒЫҘ
9. Йәһүә израилдәргә кеше ғүмеренең изгелеген аңларға нисек ярҙам иткән?
9 Һыйыныу ҡалаларының төп маҡсаты израилдәрҙе ҡан түгеүҙән һаҡлау булған (Ҡан. 19:10). Йәһүә кеше ғүмерен юғары баһалай һәм «ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойоусы ҡулдарҙы» нәфрәт итә (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Ғәҙел һәм изге булғанға, Алла хатта берәйһе яңылыш үлтерелгән осраҡтарға ла күҙ йоммаған. Яңылыш енәйәт ҡылған кешегә мәрхәмәт күрһәтелһә лә, уға барыбер барыһын да өлкәндәргә һөйләп бирергә кәрәк булған. Һәм өлкәндәр, енәйәт яңылыш ҡылынған, тигән ҡарарға килһә, был кеше баш рухани үлгәнсегә тиклем һыйыныу ҡалаһында ҡалырға тейеш булған. Был уның өсөн ғүмеренең аҙағына тиклем шунда йәшәүҙе аңлата алған. Бындай етди һөҙөмтәләр израилдәргә кеше ғүмеренең ни тиклем изге икәнен аңларға ярҙам иткән. Йәшәү биреүсе Алланы хөрмәт итергә теләһәләр, израилдәргә нимәлер эшләп йә, киреһенсә, бер нәмә лә эшләмәйенсә кеше ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙан ҡасырға кәрәк булған.
10. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың кеше ғүмерен ҡәҙерләмәүе нимәнән күренгән?
10 Йәһүәнән айырмалы рәүештә, ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың тәртибе кеше ғүмерен ҡәҙерләүҙе сағылдырмаған. Был нимәнән күренгән? «Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ, — тигән уларға Ғайса, — үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә ҡамасауланығыҙ» (Лука 11:52). Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар кешеләргә Алла Һүҙенең мәғәнәһен асырға һәм уларға мәңгелек тормош юлынан барырға ярҙам итергә тейеш булған. Улар иһә кешеләрҙе «Ҡотҡарыусы» Ғайса Мәсихтән ситкә алып киткән (Ғәм. 5:31). Улар күрһәткән юл мәңгегә юҡ ителеүгә алып барған. Ғорур һәм үҙ-үҙҙәрен генә уйлаған ҡанун белгестәре менән фарисейҙар кешеләрҙең ғүмере һәм именлеге хаҡында уйламаған. Ниндәй ҡаты бәғерлелек һәм мәрхәмәтһеҙлек!
11. а) Илсе Павел кеше ғүмеренә Алла кеүек ҡарауын нисек күрһәткән? б) Беҙгә Павел кеүек ашҡынып вәғәзләргә нимә ярҙам итер?
11 Беҙ нисек, ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың башҡаларға ҡарата мөнәсәбәтен сағылдырмайынса, Йәһүәнән өлгө ала алабыҙ? Беҙ кеше ғүмерен хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә тейеш. Илсе Павел быны төплө шаһитлыҡ биреп эшләгән. Һөҙөмтәлә ул, бер кешенең дә ҡанында «ғәйебем юҡ», тип әйтә алған. (Ғәмәлдәр 20:26, 27-не уҡығыҙ.) Ләкин, Павел ғәйеп йә бурыс тойғоһо арҡаһында ғына вәғәзләгән, тип әйтеп булмай. Ул кешеләрҙе яратҡан һәм уларҙың ғүмерен ҡәҙерләгән (1 Кор. 9:19—23). Беҙгә лә кеше ғүмеренә Йәһүә кеүек ҡарарға кәрәк. Йәһүә «бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Пет. 3:9). Ә һеҙ быны көтәһегеҙме? Улайһа, вәғәздә осраған кешеләргә яратыу һәм ҡыҙғаныусанлыҡ күрһәтегеҙ. Был һеҙҙе вәғәз эшендә тағы ла ҙурыраҡ ашҡыныу менән ҡатнашырға дәртләндерер һәм күберәк шатлыҡ табырға ярҙам итер.
12. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре хәүефһеҙлек сараларына етди ҡарарға тейеш?
12 Унан тыш, кеше ғүмерен Йәһүә кеүек ҡәҙерләһәк, хәүефһеҙлек сараларына етди ҡарарбыҙ. Беҙ машинаны һаҡ йөрөтөргә һәм эш урынында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тоторға тейеш. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына барғанда йә ғибәҙәт ҡылыу урындарын төҙөгәндә һәм уларҙы хеҙмәтләндергәндә хәүефһеҙлектең мөһимлеген иҫтә тоторға кәрәк. Аҡсаны ҡыҫып тотоноу йә сроктарҙы үтәү өсөн хәүефһеҙлекте һәм һаулыҡты ҡорбан итергә ярамай. Аллабыҙ һәр ваҡыт дөрөҫ булғанды эшләй. Беҙ шулай уҡ эш итергә теләйбеҙ. Үҙҙәренең һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең хәүефһеҙлеген айырыуса өлкәндәр иҫтә тоторға тейеш (Ғиб. һүҙ. 22:3). Өлкән һеҙгә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрһә, уның кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ (Гал. 6:1). Ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булмаҫ өсөн, кеше ғүмеренә Йәһүә кеүек ҡарағыҙ.
«БЫЛ КҮРҺӘТМӘЛӘР БУЙЫНСА» ХӨКӨМ ИТЕГЕҘ
13, 14. Израилдең өлкәндәре Йәһүәнең ғәҙеллеген нисек сағылдыра алған?
13 Йәһүә Израилдең өлкәндәренә халыҡты үҙенең юғары нормалары буйынса ғәҙел хөкөм итергә ҡушҡан. Тәүҙә уларға бөтә факттарҙы асыҡларға кәрәк булған. Шунан, енәйәт ҡылған кешегә мәрхәмәт күрһәтергәме, юҡмы икәнен хәл итер өсөн, өлкәндәр уның эске ниәттәрен, элекке тәртибен һәм ниндәй рух сағылдырғанын ентекләп тикшерергә тейеш булған. Алла ғәҙеллеге буйынса эш итеп, уларға ҡасҡындың енәйәтте «нәфрәтләнеп» һәм «яуыз ниәт менән» ҡылғанмы, юҡмы икәнен билдәләргә кәрәк булған. (Һандар 35:20—24-те уҡығыҙa.) Шаһиттар булһа, кешене ҡан ҡойоуҙа ғәйепләр өсөн, кәм тигәндә ике шаһиттың һүҙҙәре талап ителгән (Һан. 35:30).
14 Факттарҙы тикшергәс, өлкәндәр кешенең нимә эшләгәне тураһында ғына түгел, ә уның үҙе хаҡында уйларға тейеш булған. Уларға үтә күреүсәнлек, йәғни күҙгә күренгән нәмәләрҙән күберәкте күреү һәм мәсьәләнең асылына төшөнөү һәләте кәрәк булған. Әммә барыһынан да бигерәк, өлкәндәргә Йәһүәнең изге рухы кәрәк булған, сөнки уның ярҙамында улар Йәһүәгә хас үтә күреүсәнлек, мәрхәмәт һәм ғәҙеллек кеүек сифаттарҙы сағылдыра алған (Сығ. 34:6, 7).
15. Ғайсаның һәм фарисейҙарҙың гонаһ ҡылыусыларға мөнәсәбәте нисек айырылып торған?
15 Иғтибарҙы гонаһ ҡылыусының хатаһына ғына туплағанға, фарисейҙар уның йөрәгендә нимә булғанын күрмәгән. Улар, Ғайсаның Матфей ойошторған табынға килгәнен күргәс, уның шәкерттәренән: «Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра?» — тип һораған. Ғайса былай тип яуаплаған: «Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Барығыҙ, „Мин ҡорбан килтерелеүен түгел, ә шәфҡәт күрһәтелеүен теләйем“, — тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем» (Матф. 9:9—13). Был, Ғайса етди гонаһтарҙы аҡлаған, тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, гонаһтарҙа тәүбә итергә өндәү уның хәбәренең мөһим өлөшө булған (Матф. 4:17). Ләкин Ғайса ҡайһы бер һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың үҙгәрергә теләгәнен аңлаған. Улар Матфейҙың өйөнә ашап алыр өсөн генә килмәгән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, унда йыйылғандарҙың күбеһе Ғайсаның шәкерттәре булған (Марк 2:15). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек фарисейҙар кешеләрҙә Ғайса күргән яҡшылыҡты күрмәгән. Фарисейҙар, Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ, тип әйткән, әммә, ғәҙел һәм мәрхәмәтле Алланан айырмалы рәүештә, ватандаштарын өмөтһөҙ гонаһ ҡалыусылар тип хөкөм иткән.
16. Хоҡуҡи комитеттағы өлкәндәр нимәне аңларға тырыша?
16 Бөгөн дә өлкәндәргә «ғәҙеллекте яратҡан» Йәһүәнән өлгө алырға кәрәк (Зәб. 37:28). Башта улар, гонаһ ҡылынғанмы, юҡмы икәнен асыҡлар өсөн, «был турала ентекләп һораштырырға» һәм тәрәнтен тикшереү үткәрергә тейеш. Гонаһ ҡылынған булһа, өлкәндәр был хәлде Изге Яҙмалағы күрһәтмәләр буйынса ҡарап сығыр (Ҡан. 13:12—14). Хоҡуҡи комитеттарҙа хеҙмәт иткән өлкәндәр, етди гонаһ ҡылған мәсихсе тәүбә итәме, юҡмы икәнен аңлар өсөн, бик иғтибарлы булырға тейеш. Ҡайһы ваҡыт быны аңлау еңел түгел. Бының өсөн гонаһ ҡылған кешенең ниндәй рух сағылдырыуын, үҙенең гонаһына нисек ҡарауын һәм уның йөрәк торошон иҫәпкә алырға кәрәк (Асыл. 3:3). Үҙенә мәрхәмәт күрһәтелеүен теләһә, гонаһ ҡылыусы тәүбә итергә тейешb.
17, 18. Өлкәндәргә ысын күңелдән тәүбә итеүҙе күрергә нимә ярҙам итер? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
17 Йәһүә һәм Ғайсанан айырмалы булараҡ, өлкәндәр кешенең йөрәгендә нимә булғанын күрә алмай. Өлкән вазифаһын үтәһәгеҙ, һеҙгә ысын күңелдән тәүбә итеүҙе күрергә нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүәнән зирәклек һәм үтә күреүсәнлек һорап доға ҡылығыҙ (1 Бат. 3:9). Икенсенән, Алла хуп күргән көйөнөүҙе, йәғни ысын күңелдән тәүбә итеүҙе был донъяға хас көйөнөүҙән айырыр өсөн, Алла Һүҙендә килтерелгән һәм ышаныслы хеҙмәтсе биргән кәңәштәр өҫтөндә уйланығыҙ (2 Кор. 7:10, 11). Изге Яҙмала тәүбә иткән һәм тәүбә итмәгән кешеләр хаҡында нимә әйтелгәнен ҡарап сығығыҙ. Унда уларҙың ниндәй рух сағылдырғаны, шулай уҡ тойғолары һәм тәртибе нисек һүрәтләнә?
18 Һәм, ниһайәт, кешенең үҙе хаҡында уйлағыҙ. Уның тәрбиәһен, эске ниәттәрен һәм ауырлыҡтарын иҫәпкә алығыҙ. Изге Яҙмала мәсихселәр йыйылышының Башы Ғайса Мәсих тураһында бындай пәйғәмбәрлек яҙылған: «Ул күҙе күргәне буйынса хөкөм итмәҫ, ҡолағы ишеткәне буйынса ғына фаш итмәҫ. Ул мохтаждарҙы дөрөҫлөк менән хөкөм итер. Ерҙәге йыуаштарҙың файҙаһына кешеләрҙе намыҫлылыҡ менән фаш итер» (Ишағ. 11:3, 4). Өлкәндәр, һеҙ — Ғайса етәкселегендә хеҙмәт иткән көтөүселәр. Ул һеҙгә ғәҙеллек һәм мәрхәмәт менән хөкөм итергә ярҙам итер (Матф. 18:18—20). Шулай эш итергә тырышҡан ҡайғыртыусан өлкәндәр өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ! Улар шулай уҡ беҙгә бер-беребеҙгә ҡарата ғәҙеллек һәм мәрхәмәт сағылдырырға ярҙам итә.
19. Һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанунға килгәндә, һеҙ ниндәй һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға планлаштыраһығыҙ?
19 Муса ҡанунында «белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы» килтерелгән, тимәк, унан Йәһүә һәм уның ғәҙел принциптары тураһында күп нәмә белеп була (Рим. 2:20). Шулай итеп, һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун өлкәндәрҙе — «ысын ғәҙеллек менән хөкөм итергә», ә беҙҙең барыбыҙҙы бер-беребеҙгә «тоғро мөхәббәт һәм мәрхәмәт күрһәтеп йәшәргә» өйрәтә (Зәк. 7:9). Беҙ Муса ҡануны аҫтында булмаһаҡ та, Йәһүә үҙгәрмәгән. Ғәҙеллек һәм мәрхәмәт әле лә уның өсөн бик мөһим сифаттар. Шундай Аллаға ғибәҙәт ҡылыу — беҙҙең өсөн бик ҙур хөрмәт! Әйҙәгеҙ, уның күркәм сифаттарын өлгө итеп алайыҡ. Йәһүә һыйыныу урыныбыҙ булһын!
a Һандар 35:20—24: «Әгәр берәү, нәфрәтләнеп, башҡа кешене этеп ебәрһә йә уға яуыз ниәт менән берәй нәмә бәрһә һәм тегеһе үлһә, йә ул, нәфрәтләнеп, уға ҡулы менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, уға һуҡҡан кеше, һис шикһеҙ, үлтерелергә тейеш. Ул — кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс алыусы уны, осратҡас, үлтерһен. Ләкин ул яңылыш, нәфрәтләнмәйенсә, уны эткән йә, яуыз ниәте булмай тороп, уға берәй нәмә ырғытҡан булһа, йә ул уны күрмәйенсә уға таш төшөргән булһа (ә ул уға дошман булмаған һәм уны зарарларға теләмәгән булһа), һәм теге кеше үлһә, йәмғиәт, был күрһәтмәләр буйынса, уға һуҡҡан кеше һәм ҡан өсөн үс алыусы араһында тыуған хәлде ҡарап сыҡһын».
b 2006 йылдың 1 март һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 30-сы битендә «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.