Ысын азатлыҡҡа алып барған юл
«Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ» (ЯХЪЯ 8:36).
1, 2. а) Ирекле булыр өсөн, кешеләр нимә эшләй? б) Азатлыҡ өсөн көрәш нимәгә килтерә?
БӨГӨН тигеҙ хоҡуҡ һәм азатлыҡ тураһында күп һөйләйҙәр. Күп ерҙәрҙә кешеләр ғәҙелһеҙ мөғәмәлә, тиҫкәре мөнәсәбәт һәм ярлылыҡтан азат булырға теләй. Башҡалар һүҙ иркен, һайлау иркен һәм үҙбилдәләнеш хоҡуғын талап итә. Кешеләр, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ирекле булырға теләй.
2 Ирекле булыр өсөн, кешеләр, протест белдереп, демонстрациялар ойоштора, хатта революциялар күтәрә. Әммә улар маҡсаттарына ирешәме? Юҡ. Йыш ҡына был күп ғазаптарға һәм хатта үлемгә килтерә. Сөләймән батшаның: «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына килтергәнен аңланым», — тигән һүҙҙәре бик тә дөрөҫ (Вәғ. 8:9).
3. Ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлеккә ирешер өсөн нимә эшләргә?
3 Изге Яҙмала бәхетле һәм ирекле булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәне аңлатыла. Шәкерт Яҡуб былай тип яҙған: «Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ...ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ» (Яҡ. 1:25). Камил ҡанунды Йәһүә биргән, ул нимәнең ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтергәнен яҡшыраҡ белә. Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ысын азатлыҡ бүләк иткән һәм бәхетле йәшәр өсөн барыһын да биргән.
КЕШЕЛӘР ҠАСАН ЫСЫН АЗАТЛЫҠҠА ЭЙӘ БУЛҒАН?
4. Әҙәм менән Һауа ниндәй азатлыҡҡа эйә булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
4 Башланмыш китабының 1-се һәм 2-се бүлектәре Әҙәм менән Һауаның ниндәй азатлыҡҡа эйә булғанын асыҡлай. Ундай азатлыҡ — бөгөнгө кешеләр өсөн хыял ғына. Әҙәм менән Һауаның бөтә кәрәк нәмәһе булған. Уларҙы бер нәмә лә ҡурҡытмаған. Улар менән бер кем дә ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итмәгән. Әҙәм менән Һауа ризыҡ, эш, ауырыуҙар йә үлем арҡаһында борсолмаған (Баш. 1:27—29; 2:8, 9, 15). Әммә уларҙың азатлығы сикһеҙ булғанмы? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
5. Күптәр азатлыҡ тураһында нимә уйлай, ләкин һәр кеше ирекле була алһын өсөн нимә кәрәк?
5 Күптәр, ысын азатлыҡҡа эйә булған кеше эҙемтәләр хаҡында борсолмайынса теләһә нәмә эшләй ала, тип уйлай. Бер энциклопедияла әйтелгәнсә, ирекле булыу «һайлау яһау һәм шул һайлау буйынса эш итеү мөмкинлеге» тигәнде аңлата («The World Book Encyclopedia»). Әммә шул уҡ сығанаҡта, хөкүмәт кешеләрҙең азатлығын ғәҙел, кәрәкле йә аҡыллы ысулдар менән сикләгән осраҡта ла кешеләр ирекле булып ҡала, тиелә. Сөнки, һәр кеше ирекле була алһын өсөн, ниндәйҙер сикләүҙәр кәрәк. Ләкин кем сикләүҙәрҙең ғәҙел, кәрәкле һәм аҡыллы икәнен билдәләргә хоҡуҡлы?
6. а) Ни өсөн Йәһүә генә тулы азатлыҡҡа эйә? б) Кешеләр ниндәй иреклектән кинәнә ала һәм ни өсөн?
6 Шуны иҫтә тотоу мөһим: Йәһүә Алла ғына тулы, сикһеҙ азатлыҡҡа эйә. Ни өсөн? Сөнки ул бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән, ул — Ғаләмдең сикһеҙ ҡөҙрәтле Хакимы (1 Тим. 1:17; Асыл. 4:11). Дауыт батша, матур һүҙҙәр ҡулланып, Йәһүәнең дәрәжәһен тасуирлаған. (1 Йылъяҙма 29:11, 12-не уҡығыҙa.) Йәһүәнән айырмалы рәүештә, күктә һәм ерҙә йәшәгән аҡыллы заттарҙың иреклеге бер аҙ сикләнгән. Алла шуны аңлауыбыҙҙы теләй: ул ғына ниндәй сикләүҙәр ғәҙел, кәрәкле һәм аҡыллы икәнен билдәләргә хоҡуҡлы. Йәһүә баштан уҡ үҙе барлыҡҡа килтергән аҡыллы заттар өсөн сикләүҙәр ҡуйған.
7. Ниндәй тәбиғи ихтыяждар тормошобоҙҙо йәмләй?
7 Әҙәм менән Һауа ҙур азатлыҡтан кинәнһә лә, уларҙың азатлығы бер аҙ сикләнгән булған. Сикләүҙәрҙең ҡайһы берҙәре улар өсөн тәбиғи булған. Мәҫәлән, тын алмай, ашамай һәм йоҡламай, улар йәшәй алмаҫ ине. Был, улар ирекле булмаған, тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Йәһүә был эштәрҙең бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтереүен хәстәрләгән (Зәб. 104:14, 15; Вәғ. 3:12, 13). Барыбыҙ ҙа саф һауа һуларға, тәмле аштар ашарға һәм төнөн яҡшы итеп йоҡларға ярата. Был ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр булһаҡ та, беҙ һис тә үҙебеҙҙе сикләнгән итеп тоймайбыҙ. Моғайын, Әҙәм менән Һауа ла үҙҙәрен шулай тоймағандыр.
8. Алла Әҙәм менән Һауаға ниндәй махсус йөкләмә биргән һәм ни өсөн?
8 Йәһүә Әҙәм менән Һауаға махсус йөкләмә биргән. Ул уларға балалар тыуҙырырға һәм, ерҙе тултырып, уның хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Баш. 1:28). Был йөкләмә уларҙы азатлыҡтан мәхрүм иткәнме? Һис тә юҡ! Ул Әҙәм менән Һауаға иҫ киткес мөмкинлектәр биргән: улар, бөтә ер йөҙөн ожмахҡа әйләндереп, унда камил балалары менән бергә мәңге йәшәй алған. Алла шулай ниәтләгән булған (Ишағ. 45:18). Бөгөн кешеләр өйләнмәҫкә йә кейәүгә сыҡмаҫҡа һәм балалар тапмаҫҡа ҡарар иткәндә, был Аллаға буйһонмау тип һаналмай. Шулай ҙа кешеләр, хатта өйләнешеү йә бала табыу ауырлыҡтар тыуҙыра алған осраҡта ла, бындай мөмкинлектән баш тартмай (1 Кор. 7:36—38). Ни өсөн? Сөнки улар бының бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтереренә өмөтләнә (Зәб. 127:3). Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә буйһонған булһа, улар ғаилә тормошона мәңге кинәнә алыр ине.
ЫСЫН АЗАТЛЫҠ НИСЕК ЮҒАЛТЫЛҒАН БУЛҒАН?
9. Ни өсөн Башланмыш 2:17-ләге әмер ғәҙелһеҙ, кәрәкһеҙ йә аҡылһыҙ булмаған?
9 Йәһүә Әҙәм менән Һауаға тағы бер әмер биргән һәм шул әмергә буйһонмау ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәген асыҡ итеп аңлатҡан. Ул былай тигән: «Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең» (Баш. 2:17). Был әмер ғәҙелһеҙ, кәрәкһеҙ йә аҡылһыҙ булғанмы? Йә уларҙы азатлыҡтан мәхрүм иткәнме? Әлбиттә, юҡ. Күп Изге Яҙма белгестәре иҫәпләүенсә, Алланың был әмере бик аҡыллы һәм мәғәнәле булған. Белгестәрҙең береһе әйтеүенсә, был әмер беҙҙе шуға өйрәтә: Алла ғына кешеләр өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен белә. Шулай уҡ был белгес иғтибар итеүенсә, бәхетле булыр өсөн, кешеләргә Аллаға тулыһынса ышанырға һәм уға буйһонорға кәрәк, ә буйһонмаһалар, уларға нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙҙәренә хәл итергә тура килер. Ә быны хәл итеү кешеләр өсөн үтә ауыр мәсьәлә.
10. Ни өсөн ихтыяр ирке һәм нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләү хоҡуғы — бер үк нәмә түгел?
10 Ҡайһы бер кешеләр, Йәһүә Әҙәмгә теләгән эштәрен эшләр өсөн кәрәкле иреклек бирмәгән, тип уйларға мөмкин. Әммә улар шуны аңламай: ихтыяр ирке, йәғни һайлау яһау хоҡуғы һәм нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләү хоҡуғы — бер үк нәмә түгел. Әҙәм менән Һауа Аллаға буйһонорғамы, юҡмы икәнен һайлай алған. Әммә тик Йәһүә генә нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләргә хоҡуҡлы. Һәм Эден баҡсаһындағы «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы» тап шуны символлаштырған да (Баш. 2:9). Шуны танырға кәрәк: ҡайһы саҡта беҙ ҡарарҙарыбыҙҙың ниндәй эҙемтәләргә килтеререн белмәйбеҙ, өҫтәүенә, уларҙың һәр береһе яҡшы булып сығырмы икәнен әйтә алмайбыҙ. Бына ни өсөн яҡшы ниәттәрҙән сығып ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткән, әммә һуңынан шул ҡарар арҡаһында ғазап сиккән кешеләрҙе йыш күреп була (Ғиб. һүҙ. 14:12). Эйе, сикләүҙәр кешеләрҙең тормошонда мөһим роль уйнай. Йәһүә, Әҙәм менән Һауаға ағастың емешен ашамаҫҡа ҡушып, уларҙы шуға өйрәтергә теләгән: ысын азатлыҡҡа эйә булыр өсөн, улар уға буйһонорға тейеш. Әҙәм менән Һауа нисек эш итергә булған?
11, 12. Ни өсөн Әҙәм менән Һауаның ҡарары һәләкәткә килтергән? Миҫал килтерегеҙ.
11 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә буйһонмаҫҡа ҡарар иткән. Һауа Шайтандың бындай вәғәҙәһенә ҡолаҡ һалырға булған: «Күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ» (Баш. 3:5). Ҡарарҙары Әҙәм менән Һауаға, Шайтан вәғәҙә иткәнсә, күберәк азатлыҡ килтергәнме? Юҡ, килтермәгән. Ысынында улар Йәһүәнең әмерҙәрен һанға һуҡмау һәләкәткә килтерә икәнен күргән (Баш. 3:16—19). Ни өсөн? Сөнки Йәһүә кешеләргә үҙҙәре өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләргә ирек бирмәгән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:24b һәм төшөрмә; Иремия 10:23-төc уҡығыҙ.)
12 Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, самолетта осҡан пилоттың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Тәғәйенләнгән урынға хәүеф-хәтәрһеҙ барып етер өсөн, ул ғәҙәттә тейешле маршрут буйынса осорға, самолеттағы навигация приборҙарын ҡулланырға һәм диспетчерҙар менән бәйләнештә торорға тейеш. Әммә пилот бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итмәһә һәм ҡайҙа теләй, шунда осһа, был һәләкәткә килтерергә мөмкин. Шундай пилот шикелле, Әҙәм менән Һауа ла үҙенсә эш итергә теләгән. Улар Алланың күрһәтмәләрен кире ҡаҡҡан. Бының һөҙөмтәһе ниндәй булған? Һәләкәт! Ҡарарҙары уларҙың үҙҙәренә лә, тоҡомдарына ла гонаһ һәм үлем килтергән (Рим. 5:12). Улар, үҙҙәре өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләргә тырышып, күберәк азатлыҡҡа ирешмәгән. Киреһенсә, улар Йәһүә биргән ысын азатлыҡты юғалтҡан.
ЫСЫН АЗАТЛЫҠҠА НИСЕК ЭЙӘ БУЛЫРҒА?
13, 14. Ысын азатлыҡҡа нисек эйә булырға?
13 Ҡайһы берәүҙәр сикһеҙ азатлыҡ тураһында хыяллана. Әммә ундай азатлыҡ мөмкинме? Ысынлап та, азатлыҡтың күп ыңғай яҡтары бар, әммә күҙ алдына килтерегеҙ: донъяла бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмаһа, ул нимәгә оҡшар ине? Юғарыла иҫкә алынған энциклопедияла әйтелгәнсә, һәр йәмғиәттең ҡанундары бик ҡатмарлы, сөнки улар кешеләрҙең иреклеген яҡларға ла, шул уҡ ваҡытта бер аҙ сикләргә лә тейеш. Ҡайһы саҡта был еңел түгел. Бына ни өсөн ҡанундар, шулай уҡ шул ҡанундарҙы аңлатҡан һәм уларҙың үтәлеүен тикшергән судьялар һәм хоҡуҡ белгестәре шул тиклем күп.
14 Ғайса Мәсих нисек ысын азатлыҡҡа эйә булырға икәнен аңлатҡан. Ул былай тигән: «Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (Яхъя 8:31, 32). Шуға күрә, ысын азатлыҡҡа эйә булыр өсөн, ике аҙым яһарға кәрәк: беренсенән, Ғайса һөйләгән хәҡиҡәтте ҡабул итергә, икенсенән, уның шәкерте булырға. Шулай эшләп, ысын азатлыҡҡа ирешеп була. Әммә нимәнән азат булыу тураһында һүҙ бара? Ғайса: «Гонаһ ҡылыусы һәр кем — гонаһтың ҡоло», — тигән һәм былай тип өҫтәгән: «Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ» (Яхъя 8:34, 36).
15. Ни өсөн Ғайса вәғәҙә иткән азатлыҡ беҙҙе «ысындан да ирекле» итә ала?
15 Ғайса үҙенең шәкерттәренә вәғәҙә иткән азатлыҡ кешеләр эйә булырға теләгән һәр ҡайһы азатлыҡтан күпкә яҡшыраҡ. «Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ», — тигәндә, Ғайса гонаһ ҡоллоғонан азат булыу хаҡында әйткән. Был ҡоллоҡ кешеләр ҡасан да булһа кисергән теләһә ниндәй ҡоллоҡтан да насарыраҡ. Ниндәй мәғәнәлә беҙ — гонаһ ҡолдары? Гонаһ беҙҙе насар эштәр ҡылырға этәрә ала. Ул шулай уҡ беҙгә яҡшы эштәр ҡылырға йә көсөбөҙҙән килгәнде эшләргә ҡамасауларға мөмкин. Был ҡоллоҡ ҡәнәғәтһеҙлек, күңел әрнеүе, ғазаптар килтерә һәм ахыр сиктә үлтерә (Рим. 6:23). Илсе Павел гонаһ ҡоло булыу ни тиклем ҡыйын икәнен үҙ тәжрибәһенән белгән. (Римдарға 7:21—25-те уҡығыҙ.) Гонаһ тулыһынса юҡ ителгәс кенә, беҙ ҡасандыр Әҙәм менән Һауаға бирелгән ысын азатлыҡҡа эйә булырбыҙ.
16. Беҙ нисек ысын азатлыҡҡа эйә буласаҡбыҙ?
16 Ғайсаның «һүҙемде тотһағыҙ» тип әйткәне шуны күрһәтә: уның беҙҙе азат итеүен теләһәк, нимәлер эшләргә кәрәк. Нимә эшләргә? Бағышланған мәсихселәр булараҡ, беҙ үҙ-үҙебеҙҙән баш тартҡанбыҙ һәм Ғайса үҙ шәкерттәренә ҡуйған сикләүҙәр буйынса йәшәргә ҡарар иткәнбеҙ (Матф. 16:24). Ғайса вәғәҙә иткәнсә, киләсәктә беҙгә йолом ҡорбанының бөтә фатихалары ла яуҙырылғас, беҙ ысын азатлыҡҡа эйә буласаҡбыҙ.
17. а) Ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлеккә нисек ирешеп була? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
17 Ғайса Мәсихтең шәкерттәре булараҡ, уның тәғлимәттәре буйынса йәшәү тормошобоҙҙо мәғәнәле итәсәк һәм беҙгә ҡәнәғәтлек килтерәсәк, шулай уҡ гонаһ менән үлем ҡоллоғонан тулыһынса азат булырға мөмкинлек бирәсәк. (Римдарға 8:1, 2, 20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Киләһе мәҡәләнән беҙ әлеге ваҡытта үҙебеҙҙә булған азатлыҡты нисек аҡыллы ҡулланып булғанын белербеҙ. Азатлығыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланһаҡ, ысын азатлыҡ Аллаһы Йәһүәгә мәңге дан килтерә алырбыҙ!
a 1 Йылъяҙма 29:11, 12: «Эй Йәһүә, һин бөйөклөк, көс-ҡөҙрәт, матурлыҡ һәм дан-шөһрәт менән мөһабәтлеккә эйә, сөнки күктә лә, ерҙә лә бар нәмә — һинеке. Батшалыҡ та — һинеке, эй Йәһүә! Баш булараҡ, һин барыһы өҫтөнән юғары. Байлыҡ та, дан да һинән килә, һәм һин барыһы өҫтөнән идара итәһең. Һинең ҡулың ҡөҙрәтле, ҡеүәтле һәм барыһын да бөйөк һәм ныҡ итергә һәләтле».
b Ғибрәтле һүҙҙәр 20:24: «Кешенең аҙымдарын Йәһүә йүнәлтә. Әҙәм улы үҙ юлын [„йөрөйһө юлын“, төш.] нисек белһен?»
c Иремия 10:23: «Эй Йәһүә, мин яҡшы беләм: кеше үҙ юлы менән идара итә алмай. Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай».