36-СЫ ЙЫР
Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ
(Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23)
1. Дөрөҫ юлдан яҙмаҫ өсөн,
Һаҡлайыҡ йөрәкте.
Алла күрә күңел түрен,
Белә һәр теләкте.
Беҙгә һаҡ булырға кәрәк —
Йөрәк бик мәкерле.
Булайыҡ һәр ваҡыт, әйҙә,
Айыҡ уй-фекерле.
2. Һәр көн ҡайнар доға ҡылып,
Асабыҙ йөрәкте.
Алла ярҙам итә теләп,
Тыңлай үтенесте.
Уның әмерҙәрен гелән
Үтәйбеҙ ихластан,
Хеҙмәт итербеҙ Аллаға
Тоғро йөрәк менән.
3. Беҙ йүнәлтәбеҙ уйҙарҙы
Сафлыҡ, ғәҙеллеккә.
Алла Һүҙе яҡлау бирә
Беҙҙең йөрәктәргә.
Хоҙай тоғроларҙы ғына
Хуплай һәм ярата.
Беҙ дуҫлыҡты уның менән
Һаҡларбыҙ мәңгегә.
(Зәб. 34:1; Флп. 4:8; 1 Пет. 3:4-те лә ҡара.)