21-СЕ ДӘРЕС
Нисек һөйөнөслө хәбәр ер шары буйлап вәғәзләнә?
Оҙаҡламай Йәһүә үҙенең Батшалығы ярҙамында кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк. Был хәбәр шул тиклем ҡыуаныслы, уны хатта эстә тотоп булмай. Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренең был хәбәрҙе бөтә кешеләргә еткереүен теләгән (Матфей 28:19, 20). Йәһүә шаһиттары Ғайсаның был әмерен нисек үтәй?
1. Матфей 24:14-тәге һүҙҙәр бөгөн нисек үтәлә?
Ғайса бындай пәйғәмбәрлек әйткән: «Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... бөтә донъяла иғлан ителер» (Матфей 24:14). Йәһүә шаһиттары был мөһим эштә теләп ҡатнаша. Беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйлап 1 000-дән ашыу телдә вәғәзләйбеҙ! Был ғәжәп ҙур эш күп тырышлыҡтар һалыуҙы һәм яҡшы ойоштороуҙы талап итә. Йәһүәнең ярҙамы булмаһа, беҙ был эште башҡара алмаҫ инек.
2. Кешеләргә вәғәзләр өсөн, беҙ ниндәй тырышлыҡтар һалабыҙ?
Беҙ кеше булған бөтә ерҙә вәғәзләйбеҙ. Беренсе мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә хәбәрҙе кешеләргә өйҙәренә килеп һөйләйбеҙ (Ғәмәлдәр 5:42). Был вәғәз ысулы беҙгә йыл һайын миллионлаған кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ярҙам итә. Ҡайһы саҡта кешеләр өйҙә булмай, шунлыҡтан беҙ йәмәғәт урындарында ла вәғәзләйбеҙ. Уларға Йәһүә һәм уның ниәте тураһында һөйләр өсөн, беҙ һәр ҡайһы мөмкинлектән файҙаланабыҙ.
3. Вәғәзләү яуаплылығы кемгә тапшырылған?
Үҙен ысын мәсихсе тип һанаған һәр кеше һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү өсөн яуаплы. Беҙ был яуаплылыҡҡа бик етди ҡарайбыҙ һәм көсөбөҙҙө йәлләмәй вәғәзләйбеҙ, сөнки быға кеше ғүмере бәйле икәнен аңлайбыҙ. (1 Тимофейға 4:16-ны уҡы.) Изге Яҙмала: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тип яҙылғанға, беҙ был эш өсөн түләү алмайбыҙ (Матфей 10:7, 8). Кешеләрҙең күбеһе хәбәребеҙгә ҡолаҡ һалмай. Әммә беҙ артабан да вәғәзләйбеҙ, сөнки шулай итеп Йәһүәгә тыңлаусан булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм уның йөрәген һөйөндөрәбеҙ.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йәһүә шаһиттарының бөтә ер шары буйлап вәғәзләр өсөн күпме тырышлыҡ һалғанын һәм Йәһүәнең уларға был эште башҡарырға нисек ярҙам иткәнен бел.
4. Һәр кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн, күп тырышлыҡ һалабыҙ
Бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләр өсөн, Йәһүә шаһиттары күп көс һала. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:
Йәһүә шаһиттарының вәғәзләр өсөн күпме көс һалғаны тураһында әйткәндә, һине нимә таң ҡалдыра?
Матфей 22:39 һәм Римдарға 10:13—15-те уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:
Вәғәз эшебеҙ кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә?
Һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеүселәргә Йәһүә нисек ҡарай? (15-се аятты ҡара.)
5. Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре
Күп осраҡтар Йәһүәнең вәғәз эшебеҙ менән етәкселек иткәнен күрһәтә. Мәҫәлән, Яңы Зеландиялағы Пол исемле ҡәрҙәшебеҙ, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, бер ҡатынды осратҡан. Шул көндө иртәнсәк был ҡатын Аллаға, Йәһүә исемен әйтеп, доға ҡылған һәм берәйһенең үҙенә килеүен һораған. «Өс сәғәттән һуң мин инде уның ишек төбөндә тора инем», — тип әйтә Пол.
1 Коринфтарға 3:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
Ошондай осраҡтар Йәһүәнең вәғәз эше менән етәкселек иткәнен нисек күрһәтә?
Ғәмәлдәр 1:8-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн вәғәз эшен башҡарыуҙа беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк?
Һин белә инеңме?
Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙарҙа беҙ вәғәзләргә өйрәнәбеҙ. Һин ундай осрашыуҙарҙа булғаның бармы? Ундай өйрәтеү тураһында нимә уйлайһың?
6. Беҙ Алла ҡушҡан эште башҡарабыҙ
Беренсе быуатта ҡаршы килеүселәр вәғәз эшен туҡтатырға маташҡан. Әммә ул ваҡытта йәшәгән мәсихселәр һөйөнөслө хәбәрҙе законлаштырыуҙа һәм вәғәзләү хоҡуғын яҡлауҙа көрәшкән (Филиптарға 1:7). Бөгөн Йәһүә шаһиттары шуны уҡ эшләйa.
Ғәмәлдәр 5:27—42-не уҡы һәм һорауға яуап бир:
Ни өсөн беҙ вәғәзләүҙән туҡтамаясаҡбыҙ? (29, 38-се һәм 39-сы аяттарҙы ҡара).
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары өйҙән-өйгә йөрөй?»
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Ғайса үҙ шәкерттәренә һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә халыҡтарға вәғәзләргә ҡушҡан. Йәһүә үҙ халҡына был эште башҡарырға ярҙам итә.
Ҡабатлау
Һөйөнөслө хәбәр бөтә ер шары буйлап нисек вәғәзләнә?
Хеҙмәтебеҙ кешеләрҙе яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә?
Нисек уйлайһың, вәғәз эше шатлыҡ килтерәме? Аңлат.
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Йәһүә шаһиттарының ҙур ҡалаларҙа нисек вәғәзләгәнен бел.
Йәһүә шаһиттары ҡасаҡтарға нисек ярҙам итә?
Бер ҡатын, бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлап, бынан ҙур ҡәнәғәтлек кисергәне тураһында һөйләй.
Вәғәз эшен еңеләйткән ҡайһы бер юридик еңеүҙәр тураһында бел.
«Батшалыҡ вәғәзселәре судтарға мөрәжәғәт итә» («Алла Батшалығы идара итә!», 13-сө бүлек)
a Алла үҙе беҙгә вәғәзләргә ҡушҡан. Шуға күрә Йәһүә шаһиттарына вәғәзләр өсөн хөкүмәттән рөхсәт алырға кәрәкмәй.