8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Һынауҙар ваҡытында нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа?
«Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ» (ЯҠ. 1:2).
111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1, 2. Матфей 5:11 буйынса, беҙгә һынауҙарға нисек ҡарарға кәрәк?
ҒАЙСА МӘСИХ үҙ шәкерттәре тураһында ысын мәғәнәлә бәхетле буласаҡтар тип әйткән. Шул уҡ ваҡытта ул уларҙы һынауҙарға дусар буласаҡтары хаҡында киҫәткән (Матф. 10:22, 23; Лука 6:20—23). Әлбиттә, Мәсихтең шәкерте булыу беҙгә шатлыҡ килтерә. Ләкин туғандарыбыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулағанда, хөкүмәт беҙҙе эҙәрләгәндә, синыфташтарыбыҙ йә хеҙмәттәштәребеҙ беҙҙе насар эштәр ҡылырға этәргәндә, беҙ үҙебеҙҙе нисек хис итәбеҙ? Шундай саҡтарҙа бойоғоу — тәбиғи хәл.
2 Һынауҙарға юлыҡҡанда, кешеләр шатланмай. Әммә Изге Яҙма беҙҙе тап шуға дәртләндерә. Мәҫәлән, шәкерт Яҡуб беҙҙе һынауҙар ваҡытында шатлыҡ юғалтмаҫҡа өндәгән (Яҡ. 1:2, 12). Ә Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә, кешеләр һеҙҙе эҙәрләгәндә, һеҙ бәхетле, тигән. (Матфей 5:11-ҙе уҡығыҙ.) Һынауҙар ваҡытында нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа? Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Яҡубтың ҡәрҙәштәренә яҙған хатына иғтибар итәйек. Әммә тәүҙә беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең ниндәй һынауҙар менән осрашҡанын ҡарап сығайыҡ.
МӘСИХСЕЛӘР НИНДӘЙ ҺЫНАУҘАР МЕНӘН ОСРАШҠАН?
3. Яҡуб Ғайсаның шәкерте булып киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, ниндәй ваҡиғалар булған?
3 Ғайсаның ҡустыһы Яҡуб шәкерт булып киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Иерусалимдағы мәсихселәр эҙәрләүҙәргә дусар булған (Ғәм. 1:14; 5:17, 18). Ә шәкерт Стефан үлтерелгәндән һуң, күп мәсихселәр, Иерусалимдан ҡасып, «Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына» таралған, ә ҡайһы берҙәре хатта «Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем» барып еткән (Ғәм. 7:58—8:1; 11:19). Шәкерттәргә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Шулай ҙа улар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, ашҡынып һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгән. Бының ярҙамында йыйылыштар Рим империяһының төрлө урындарында ойошторолған (1 Пет. 1:1). Әммә киләсәктә беренсе мәсихселәрҙе тағы ла ауырыраҡ ваҡыттар көткән.
4. Беренсе быуаттағы мәсихселәр тағы ниндәй һынауҙар менән осрашҡан?
4 Беренсе быуаттағы мәсихселәр төрлө һынауҙарға дусар булған. Мәҫәлән, б. э. яҡынса 50 йылында Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргән. Шуға күрә мәсихселәр булып киткән йәһүдтәр, үҙҙәренең өйҙәрен ҡалдырып, икенсе урынға күсеп китергә мәжбүр булған (Ғәм. 18:1—3). Б. э. яҡынса 61 йылында илсе Павел яҙғанса, мәсихселәрҙе халыҡ алдында мәсхәрәләгәндәр, төрмәгә ултыртҡандар һәм мөлкәттәрен тартып алғандар (Евр. 10:32—34). Етмәһә, уларҙың ҡайһы берҙәре ауырыуҙарҙан һәм ярлылыҡтан интеккән (Рим. 15:26; Флп. 2:25—27).
5. Беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?
5 Яҡуб үҙенең хатын б. э. 62 йылына тиклем яҙған булған. Ул имандаштарының ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын яҡшы белгән. Йәһүә, мәсихселәргә һынауҙарҙа шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итер өсөн, Яҡубты был хатты яҙырға дәртләндергән. Әйҙәгеҙ, Яҡубтың хатын ҡарап сығайыҡ һәм бындай һорауҙарға яуап алайыҡ: Яҡуб ниндәй шатлыҡты күҙ уңында тотҡан? мәсихсе нимә арҡаһында был шатлыҡты юғалта ала? зирәклек, иман һәм ҡыйыулыҡ беҙгә төрлө һынауҙарҙа шатлыҡлы булып ҡалырға нисек ярҙам итә?
ЫСЫН ШАТЛЫҠТЫҢ НИГЕҘЕ
6. Лука 6:22, 23-тән күренеүенсә, ни өсөн мәсихсе һынауҙар ваҡытында шатлығын һаҡлап ҡала ала?
6 Күп кешеләр, минең яҡшы һаулыҡ, күп аҡсам һәм татыу ғаиләм булһа ғына, бәхетле булырмын, тип уйлай. Әммә Яҡуб телгә алған шатлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе, ул кешенең шарттарына бәйле түгел (Гал. 5:22). Мәсихсе, Йәһүәнең үҙен хуплағанын белгәнгә һәм Ғайсаның үрнәгенә эйәргәнгә, ысын бәхет, йәғни тәрән ҡәнәғәтлек кисерә (Лука 6:22, 23-тө уҡығыҙ; Кол. 1:10, 11). Ундай шатлыҡ мәсихсенең йөрәгендә фонарь эсендәге ут кеүек. Уны ямғыр ҙа, елдәр ҙә һүндерә алмай. Ысын шатлыҡ һаулыҡ йә аҡса менән бәйле ауырлыҡтар арҡаһында һүрелмәй, һәм уны туғандарҙың йәки башҡа кешеләрҙең мыҫҡыллауы йә баҫымы һүндерә алмай. Дошмандар уны кәметергә тырышҡан һайын, ул тағы ла нығыраҡ «яна» башлай. Беҙ иман хаҡына кисергән ауырлыҡтар Мәсихтең ысын шәкерттәре икәнебеҙҙе күрһәтә (Матф. 10:22; 24:9; Яхъя 15:20). Шуға күрә Яҡуб былай тип яҙған: «Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ» (Яҡ. 1:2).
7, 8. Ни өсөн һынауҙар ваҡытында беҙҙең иманыбыҙ нығый?
7 Мәсихселәр тағы ни өсөн ҡаты һынауҙарға түҙергә әҙер? Шәкерт Яҡуб тағы былай тип яҙған: «Сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ» (Яҡ. 1:3). Һынауҙарҙы ҡоросто сыныҡтырыу менән сағыштырып була. Ҡоросто тәүҙә утта ҡыҙҙыралар, ә шунан һуң тиҙ генә һыуыталар. Бының ярҙамында ул нығый. Шуның шикелле, һынауҙарҙа беҙ сыҙам булып ҡалғанда, иманыбыҙ сыныға. Бына ни өсөн Яҡуб былай тигән: «Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш» (Яҡ. 1:4). Һынауҙар ваҡытында иманыбыҙҙың нығынғанын күреү шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫҡа ярҙам итә.
8 Үҙенең хатында Яҡуб шулай уҡ шатлығыбыҙҙы урлай алған бер нисә ауырлыҡты телгә алған. Ниндәй ауырлыҡтар тураһында һүҙ бара, һәм уларҙы нисек йырып сығырға?
НИСЕК ШАТЛЫҠ ЮҒАЛТМАҪҠА?
9. Ни өсөн беҙгә зирәклек кәрәк?
9 Ауырлыҡ: нимә эшләргә белмәйһегеҙ. Һынауҙар ваҡытында беҙ Йәһүәне һөйөндөргән, тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан ҡарарҙар ҡабул итергә теләйбеҙ. Бының өсөн беҙгә Йәһүәнән ярҙам һорарға кәрәк (Ирем. 10:23). Ҡаршы килеүселәр менән дөрөҫ һөйләшер өсөн һәм дөрөҫ эш итер өсөн беҙгә зирәклек кәрәк. Нимә эшләргә белмәгәндә, беҙ үҙебеҙҙе көсһөҙ, ярҙамһыҙ итеп тойорға һәм шул арҡала шатлығыбыҙҙы юғалтырға мөмкин.
10. Яҡуб 1:5 буйынса, зирәк булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
10 Хәл итеү юлы: Йәһүәнән зирәклек һорағыҙ. Һынауҙар ваҡытында шатлыҡ юғалтмаҫҡа теләһәк, беҙгә беренсе сиратта Йәһүәнән зирәклек һорарға кәрәк, сөнки шул саҡта ғына беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ. (Яҡуб 1:5-те уҡығыҙ.) Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирмәй кеүек тойолһа, нимә эшләргә? Иғтибар итегеҙ: Яҡуб «һорап ҡараһын» тип түгел, ә «һораһын» тип яҙған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ зирәклекте Алланан өҙлөкһөҙ һорарға тейеш. Зирәклекте ҡат-ҡат һорауыбыҙ Йәһүәне ялыҡтырмай, ул беҙҙе бының өсөн шелтәләмәй. Һынауҙар ваҡытында сыҙам булып ҡалыр өсөн зирәклек һорағанда, Йәһүә беҙгә уны йомартлыҡ менән бирә (Зәб. 25:12, 13). Ул беҙҙең ниндәй һынауҙар менән осрашҡаныбыҙҙы күрә һәм беҙҙе йәлләй. Ул беҙгә ярҙам итергә бик теләй. Һис шикһеҙ, был — шатланыр өсөн етди сәбәп! Әммә Йәһүә беҙгә нисек зирәклек бирә?
11. Зирәк булыр өсөн, беҙгә тағы нимә эшләргә кәрәк?
11 Йәһүә беҙгә зирәклекте үҙенең Һүҙе аша бирә (Ғиб. һүҙ. 2:6). Зирәклеккә эйә булыр өсөн беҙгә Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өйрәнергә кәрәк. Әммә белем туплау ғына әҙ. Беҙгә Алланың кәңәштәрен тормошта ҡулланырға кәрәк. Яҡуб былай тип яҙған: «Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә» (Яҡ. 1:22). Алланың кәңәштәре буйынса эш иткәндә, беҙ тынысыраҡ, аҡыллыраҡ һәм шәфҡәтлерәк булып китәбеҙ (Яҡ. 3:17). Был сифаттар беҙгә һәр төрлө ауырлыҡтар ваҡытында шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итә.
12. Ни өсөн Изге Яҙманы яҡшы белеү мөһим?
12 Алла Һүҙе көҙгөгә оҡшаш. Ул беҙгә ниндәй яҡтарҙан үҙгәрергә кәрәклеген һәм быны нисек эшләп булғанын күрергә ярҙам итә (Яҡ. 1:23—25). Мәҫәлән, Алла Һүҙен өйрәнгәндән һуң беҙ холҡобоҙҙо йүгәнләргә кәрәклеген күрергә мөмкин. Кешеләр йә ауырлыҡтар асыуыбыҙҙы сығарғанда, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ үҙебеҙҙе йыуаш тоторға өйрәнәбеҙ. Ә был, үҙ сиратында, беҙгә ауыр хәлдәрҙән сығыу юлын табырға, айыҡ фекер йөрөтөргә һәм яҡшыраҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Яҡ. 3:13). Эйе, Изге Яҙманы яҡшы белеү үтә мөһим!
13. Ни өсөн беҙгә Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндө уйланырға кәрәк?
13 Ҡайһы ваҡыт беҙ хата яһағас ҡына мөһим һабаҡтар үҙләштерәбеҙ. Әммә шулай итеп өйрәнеү әллә ни яҡшы түгел. Башҡаларҙың дөрөҫ йә хаталы эштәренән өйрәнеү күпкә яҡшыраҡ. Бына ни өсөн Яҡуб беҙҙе Ибраһим, Рахав, Әйүп һәм Ильястың миҫалдарына иғтибар итергә дәртләндерә (Яҡ. 2:21—26; 5:10, 11, 17, 18). Йәһүәнең шул тоғро хеҙмәтселәре шатлыҡ урлай алған һынауҙарҙа ныҡ булып ҡала алған. Тимәк, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҙә сыҙам булып ҡала алабыҙ.
14, 15. Ни өсөн беҙ шиктәребеҙҙән арынырға тейеш?
14 Ауырлыҡ: шиктәр. Ваҡыт-ваҡыт беҙгә Алла Һүҙендәге ҡайһы бер нәмәләрҙе аңлауы ауыр. Йәки Йәһүә доғаларыбыҙға беҙ көткәнсә яуап бирмәйҙер. Был беҙҙә шиктәр тыуҙыра ала. Әгәр беҙ шундай шиктәргә күҙ йомһаҡ, улар беҙҙең иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы боҙорға мөмкин (Яҡ. 1:7, 8). Улар арҡаһында хатта киләсәккә өмөтөбөҙҙө юғалтыуыбыҙ ихтимал.
15 Илсе Павел киләсәккә өмөтөбөҙҙө якорь менән сағыштырған (Евр. 6:19). Дауыл ваҡытында карап ҡаяларға барып бәрелмәһен өсөн, якорь уға бер урында ҡалырға ярҙам итә. Әммә якорҙың файҙаһы булһын өсөн, уны карап менән тоташтырған сылбыр ныҡ булырға тейеш. Тутыҡ сылбырҙың ныҡлығын кәметкән кеүек, шиктәр иманыбыҙҙы ҡаҡшата. Һынауҙар ваҡытында шиктәре булған кеше Йәһүә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә иманын юғалта ала. Ә иманыбыҙҙы юғалтһаҡ, өмөтөбөҙҙө лә юғалтырбыҙ. Яҡуб яҙғанса, «икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған» (Яҡ. 1:6). Ундай кеше, моғайын, шатлыҡлы була алмаҫ!
16. Шиктәр тыуғанда, нимә эшләргә кәрәк?
16 Хәл итеү юлы: шиктәрегеҙҙе таратығыҙ, иманығыҙҙы нығытығыҙ. Быны тиҙ рәүештә эшләгеҙ. Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә Йәһүәнең халҡы икеләнеүсән булған. Шуға Ильяс уларға былай тигән: «Күпме инде, ике төрлө фекер йөрөтөп, аҡһап йөрөргә була? Әгәр хаҡ Алла — Йәһүә икән, уға эйәрегеҙ, Ваал икән, уға эйәрегеҙ!» (1 Бат. 18:21). Әгәр һеҙҙең шиктәрегеҙ бар икән, оҙаҡҡа һуҙмайынса эш итегеҙ. Йәһүә — ысын Алла, Изге Яҙма — уның Һүҙе, ә Йәһүә шаһиттары — уның халҡы икәненә инаныр өсөн тикшереүҙәр үткәрегеҙ (1 Фес. 5:21). Был шиктәрегеҙҙе таратыр һәм иманығыҙҙы нығытыр. Ярҙам кәрәк булһа, өлкәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Йәһүәгә артабан да шатлыҡ менән хеҙмәт итер өсөн кисектермәйенсә эш итегеҙ!
17. Бойоғоу нимәгә килтерергә мөмкин?
17 Ауырлыҡ: бойоғоу. Алла Һүҙендә былай тиелгән: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк» (Ғиб. һүҙ. 24:10). «Күңел төшөү» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе «ҡыйыулыҡ юғалтыу» тигәнде аңлатырға мөмкин. Әгәр ҡыйыулығыбыҙҙы юғалтһаҡ, беҙ тиҙ арала шатлығыбыҙҙы ла юғалтырбыҙ.
18. Сыҙамлыҡ сағылдырыу үҙ эсенә нимәне ала?
18 Хәл итеү юлы: Йәһүәгә таянығыҙ һәм уның үҙегеҙгә ҡыйыулыҡ бирәсәгенә шикләнмәгеҙ. Һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалыр өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк (Яҡ. 5:11). Яҡубтың хатында «түҙемлек», йәғни сыҙамлыҡ тип тәржемә ителгән һүҙ, бер нигә ҡарамай, үҙ урынында торған кешене һүрәтләй. Мәҫәлән, ҡыйыу һалдатты күҙ алдына килтереп була. Һөжүм ниндәй генә көслө булһа ла, ул, бер аҙымға ла сигенмәй, дошманға ҡаршы тора.
19. Павелдың үрнәгенән нимәгә өйрәнеп була?
19 Ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ тураһында әйткәндә, илсе Павел ғәжәп үрнәк ҡалдырған. Ваҡыт-ваҡыт ул үҙен көсһөҙ итеп тойған. Ләкин ул ныҡ булып ҡала алған, сөнки Йәһүәгә таянған һәм уның үҙенә кәрәкле көс бирәсәгенә шикләнмәгән (2 Кор. 4:7; 12:8—10). Беҙ ҙә, Йәһүәнең ярҙамына мохтаж булғаныбыҙҙы баҫалҡылыҡ менән таныһаҡ, кәрәкле көс һәм ҡыйыулыҡ ала алабыҙ (Яҡ. 4:10).
ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҠТЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ ҺӘМ ШАТЛЫҠ ЮҒАЛТМАҒЫҘ
20, 21. Беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?
20 Беҙ шуны яҡшы беләбеҙ: тормошобоҙҙағы һынауҙар Йәһүә ебәргән яза түгел. Яҡуб былай тип яҙған: «Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: „Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән“, — тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай» (Яҡ. 1:13). Беҙ был һүҙҙәргә инанған булһаҡ, ҡайғыртыусан Атабыҙ менән дуҫлығыбыҙ тағы ла көслөрәк булыр (Яҡ. 4:8).
21 Йәһүә үҙгәрмәй (Яҡ. 1:17, ЯДТ). Ул беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе һынауҙар ваҡытында нығытҡан һәм бөгөн дә һәр беребеҙгә ярҙам итер. Ҡайнар доға ҡылып, Йәһүәнән зирәклек, иман һәм ҡыйыулыҡ һорағыҙ. Ул доғаларығыҙға яуап бирәсәк. Шул саҡта һеҙ уның һәр ҡайһы һынауҙарҙа шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итәсәгенә инанған булырһығыҙ!
128-СЕ ЙЫР Ахырғаса сыҙам булайыҡ
a Яҡуб китабында һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән кәңәштәр бик күп. Ошо мәҡәләлә беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Был кәңәштәр беҙгә ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер.
b РӘСЕМДӘРҘӘ: полиция ағай-ҡәрҙәшебеҙҙе өйөндә ҡулға алған, ҡатыны һәм ҡыҙы уны алып киткәндәрен күҙәтеп тора. Ағай-ҡәрҙәш төрмәлә ултырғанда, ҡәрҙәштәр уның ҡатынына һәм ҡыҙына килеп Йәһүәгә бергә ғибәҙәт ҡыла. Ҡатыны менән ҡыҙы һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалыр өсөн Йәһүәгә йыш доға ҡылып көс һорай. Йәһүә уларға ҡыйыулыҡ һәм йән тыныслығы бирә. Һөҙөмтәлә нығынған имандары уларға һынауҙарҙа шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итә.