УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Ғаилә киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалығыҙ
1. Йәһүәнең ғаиләләргә ҡарата ниәте ниндәй булған?
ЙӘҺҮӘ Әҙәм менән Һауаны никахта берләштергәс, Әҙәм үҙенең шатлығын шиғыр юлдарында белдергән, һәм уның һүҙҙәрен донъя шиғриәтендәге беренсе шиғыр тип иҫәпләргә була (Башланмыш 2:22, 23). Әммә Барлыҡҡа килтереүсе ерҙәге балаларының шатланып йәшәүенән тыш уның ихтыярын үтәүен теләгән. Беренсе парға ул былай тигән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Башланмыш 1:28). Эйе, был иҫ киткес йөкләмә уларға сикһеҙ фатихалар килтерергә тейеш булған! Әгәр Әҙәм менән Һауа Йәһүәне тыңлап ҡына йәшәгән булһа, үҙҙәре лә, балалары ла ни тиклем бәхетле булыр ине!
2, 3. Бөгөн ғаиләләр иң ҙур бәхетте нисек таба ала?
2 Бөгөн дә иң бәхетле ғаиләләр — ул Алланың ихтыярын үтәп йәшәгән ғаиләләр. «Аллаға ихлас табыныу [бирелгәнлек, ЯДТ] һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә — хәҙер ҙә, киләсәктә лә», — тип яҙған илсе Павел (1 Тимофейға 4:8). Йәһүәнең күрһәтмәләре буйынса йәшәгән һәм уға тоғро булған ғаилә инде хәҙер бәхет таба (Зәбур 1:1—3; 119:105; 2 Тимофейға 3:16). Ғаиләлә береһе генә булһа ла Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотһа, ундағы хәл, был принциптарҙы бер кем дә ҡулланмауға ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ булыр.
3 Был китапта Изге Яҙманан ғаилә бәхетенә булышлыҡ иткән күп принциптар ҡарала. Һеҙ, моғайын, иғтибар иткәнһегеҙҙер, уларҙың ҡайһы берҙәре ҡат-ҡат ҡабатлана. Ни сәбәпле? Сөнки уларға ярашлы йәшәү ғаилә тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә, һис шикһеҙ, файҙа килтерә. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотоп йәшәгән ғаилә Аллаға тоғро булыу инде бөгөн «ысын тормош бирә» икәнен күрә. Әйҙәгеҙ, шул мөһим принциптарҙың дүртеһенә тағы бер тапҡыр иғтибар итәйек.
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ҠУЛДА ТОТОУ
4. Ни өсөн ғаиләлә үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү үтә мөһим?
4 «Үҙ-үҙен ҡулда тота алмаған кеше — емерек стеналы бер ҡала ул», — тигән Сөләймән батша (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:28; 29:11). Никахта бәхетле булырға теләгән һәр кем өсөн үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү үтә мөһим. Емергес тойғолар, мәҫәлән, ярһыу, аҙғын нәфсегә бирелеү никахҡа ҙур зыян килтерә. Ә был зыянды төҙәтер өсөн, әгәр төҙәтеп булһа әле, йылдар талап ителә.
5. Камил булмаған кеше нисек тотанаҡлыҡ үҫтерә ала, һәм был сифат ниндәй файҙа килтерә?
5 Әлбиттә, Әҙәм тоҡомдарынан береһе лә камил рәүештә тотанаҡлыҡ сағылдыра алмай (Римдарға 7:21, 22). Шулай ҙа тотанаҡлыҡ — изге рух емешенең бер өлөшө (Галаттарға 5:22, 23). Тимәк, был сифат хаҡында доға ҡылһаҡ, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе тотһаҡ, уны сағылдырған кешеләр менән аралашһаҡ һәм үҙен ҡулда тота алмаған кешеләрҙән ситләшһәк, Алланың рухы беҙҙә тотанаҡлыҡ сифаты үҫтерәсәк (Зәбур 119:100, 101, 130; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Петр 4:7). Быларҙың барыһы беҙгә, хатта ҡотҡоға дусар булғанда ла, «фәхешлектән ҡасы[рға]» ярҙам итер (1 Коринфтарға 6:18). Беҙ көс ҡулланыуҙан баш тартырбыҙ һәм эскелектән ҡасырбыҙ йәки уға ҡаршы тора алырбыҙ. Ауыр шарттарҙа йә берәйһе йәнде көйҙөргәндә, беҙ тыныс ҡала алырбыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән балалар ҙа, изге рухтың был мөһим өлөшөн үҫтерәйек (Зәбур 119:1, 2).
ҒАИЛӘЛӘ БАШ БУЛЫУ ПРИНЦИБЫНА ДӨРӨҪ ҠАРАШ
6. а) Баш булыуға ҡарата Алла ниндәй принцип урынлаштырған? б) Баш булыуы ғаиләгә бәхет килтерһен өсөн, ир нимәне иҫтә тоторға тейеш?
6 Икенсе мөһим принцип — баш булыу принцибын таныу. Тейешле тәртип хаҡында Павел былай тигән: «Мин һәр ирҙең Башы — Мәсих, ҡатындың башы — ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем» (1 Коринфтарға 11:3). Тимәк, ир ғаиләлә баш ролен үтәй, ҡатын уға ярҙам итә, ә балалар ата-әсәһен тыңлай (Ефестарға 5:22—25, 28—33; 6:1— 4). Ләкин баш булыу принцибы уны дөрөҫ башҡарған саҡта ғына ғаиләгә бәхет килтерә. Аллаға тоғро ирҙәр белә: ғаиләлә баш булыу диктатор булыуҙы аңлатмай. Улар үҙенең Башы — Ғайсанан өлгө ала. Ғайса «бөтөн нәмәнән өҫтөн» булырға тейеш булһа ла, «үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн» түгел, ә «үҙе хеҙмәт итергә... тип килде» (Ефестарға 1:22; Матфей 20:28). Шуға оҡшаш, Аллаға хеҙмәт иткән ир, баш булараҡ, үҙ файҙаһын түгел, ә ҡатыны һәм балалары мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш (1 Коринфтарға 13:4, 5).
7. Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар ҡатынға үҙ ролен башҡарырға ярҙам итер?
7 Шулай уҡ Аллаға тоғро булған ҡатын да ире менән ярышмай һәм өҫтөнлөк алырға тырышмай. Ул иренә шатланып ярҙам итә һәм уның менән хеҙмәттәшлек итә. Изге Яҙмала асыҡтан-асыҡ: «Ир — ҡатынының башы», — тиелә (Ефестарға 5:23). «Кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле», — тип әйтелә Инжилдә (Римдарға 7:2). Шул уҡ ваҡыт Тәүратта ҡатын «тулыландырыусы ярҙамсы» тип атала (Башланмыш 2:20, ЯДТ). Ҡатындарҙың ирҙәрҙә булмаған сифаттары һәм һәләттәре бар, шуға күрә улар үҙ ирҙәренә кәрәкле ярҙам күрһәтә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31). Алла Һүҙендә ҡатын шулай уҡ ире менән иңгә-иң хеҙмәттәшлек иткән «тормош иптәше» тип тә атала (Малахи 2:14). Был принциптар ир менән ҡатынға бер-береһенең ролен танырға һәм ихтирам менән мөғәмәлә итергә ярҙам итә.
«ТЫҢЛАУҒА ӨЛГӨР» БУЛЫҒЫҘ
8, 9. Ниндәй принциптар ғаилә ағзаларына аралашыу оҫталығын үҫтерергә ярҙам итер?
8 Был китапта аралашыуҙың мөһимлеге хаҡында йыш әйтелә. Ни өсөн? Сөнки, үҙ-ара һөйләшкәндә, бер-береңде тыңлағанда, ауырлыҡтарҙы хәл итеү еңелерәк. Эйе, аралашыуҙы ике яҡлы юл хәрәкәте менән сағыштырырға була. Был хаҡта Яҡуб: «Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын», — тип яҙған (Яҡуб 1:19).
9 Шулай уҡ һөйләү рәүешебеҙгә лә иғтибар итеү мөһим. Кеше тәнҡитсел, бәйләнсек булһа, уйламай һөйләһә, уның менән аралашыу ауыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1; 21:9; 29:11, 20). Хатта һүҙҙәребеҙ дөрөҫ булһа ла, улар тупаҫ, ғорур, илтифатһыҙ тон менән әйтелә икән, файҙа түгел, зыян ғына килтерер. Һүҙҙәребеҙ «яғымлы, мауыҡтырғыс», «көмөш һауыттағы алтын алмаларҙай» булырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:11; Колосстарға 4:6). Аралашырға өйрәнгән кешеләр ғаилә бәхетенә ҙур өлөш индерә.
ЯРАТЫУҘЫҢ МӨҺИМЛЕГЕ
10. Яратыуҙың ниндәй төрө никахта бик мөһим?
10 Был китапта «яратыу» тигән һүҙ йыш осрай. Романтик мөхәббәт (грек телендә эʹрос) никахта мөһим урын биләй, әммә бәхетле никахта ир менән ҡатын дуҫлыҡ үҫтерә, бер-береһенә эҫенә (грек телендә филиʹа). Ә яратыуҙың ниндәй төрө иң беренсе сиратта иҫкә алына, хәтерләйһегеҙме? Яратыуҙың грек телендә агаʹпе тип аталған төрө барыһынан да тәрәнерәк мәғәнәгә эйә. Ундай яратыуҙы беҙ Йәһүәгә, Ғайсаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата үҫтерәбеҙ (Матфей 22:37—39). Йәһүә кешеләргә тап шундай яратыу күрһәтә (Яхъя 3:16). Беҙ ҙә тормош иптәшебеҙгә, балаларыбыҙға ҡарата шундай уҡ яратыу күрһәтә алабыҙ. Был иҫ киткес! (1 Яхъя 4:19)
11. Яратыу ғаилә именлегенә нисек булышлыҡ итә?
11 Никахта яратыуҙың бындай бөйөк төрө ысындан да «барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерә» (Колосстарға 3:14). Ул ир менән ҡатынды бергә бәйләп, бер-береһе һәм балалары өсөн иң яҡшыһын эшләргә дәртләндерә. Яратыу ғаиләгә ауырлыҡтарҙы бергәләп хәл итергә ярҙам итә. Олоғая барыу менән тап яратыу ир менән ҡатынға бер-береһен ҡәҙерләргә, бер-береһенә терәк булырға ярҙам итә. «Мөхәббәт... үҙенә файҙа эҙләмәй... Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә. ...Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» (1 Коринфтарға 13:4—8).
12. Ни өсөн Аллаға ҡарата яратыу никахты нығыта?
12 Ир менән ҡатын бер-береһен генә түгел, ә иң тәүҙә Йәһүәне яратҡанда, никах айырыуса ныҡ була (Вәғәзсе 4:9—12). Ни өсөн? Илсе Яхъя: «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде», — тип яҙған (1 Яхъя 5:3). Шулай итеп, ир менән ҡатын балаларҙа Аллаға ҡарата бирелгәнлек үҫтерергә тейеш, әммә уларҙы быға үҙ балаларын яратыу ғына түгел, ә Йәһүәнең әмерен үтәү теләге дәртләндерә (Ҡанун 6:6, 7). Ир менән ҡатын әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға тейеш, әммә бер-береһен яратҡан өсөн генә түгел, ә иң беренсе сиратта Йәһүәне яратҡан өсөн, сөнки улар «аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсә[ген]» белә (Еврейҙарға 13:4). Ир йә ҡатын никахта етди проблемалар тыуҙырһа, Йәһүәне яратыу уның тормош иптәшен Изге Яҙмалағы принциптарға ярашлы йәшәргә дәртләндерәсәк. Эйе, Йәһүәне яратыу менән нығытылған ғаиләләр шул тиклем бәхетле!
АЛЛА ИХТЫЯРЫН ҮТӘҮСЕ ҒАИЛӘ
13. Алла ихтыярын үтәргә тәүәккәл булыу кешегә ысындан да мөһим булған нәмәгә тупланырға нисек ярҙам итә ала?
13 Мәсихсе үҙ тормошон тулыһынса Алла ихтыярын үтәүгә туплай (Зәбур 143:10). Аллаға бирелгәнлек тап шуны үҙ эсенә ала. Алла ихтыярын үтәү ғаиләләргә үҙ иғтибарын ысындан да мөһим нәмәләргә тупларға ярҙам итә (Филиптарға 1:9, 10). Мәҫәлән, Ғайса: «Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем. Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр», — тип иҫкәрткән (Матфей 10:35, 36). Эйе, Ғайсаның шәкерттәренең күбеһе үҙ ғаиләһендә ҡаршылыҡтар менән осраша. Был бик ҡыҙғаныс! Шулай ҙа туғанлыҡ ептәре Йәһүә Алланы һәм Ғайса Мәсихте яратыуҙан өҫтөн булырға тейеш түгел (Матфей 10:37—39). Әгәр кеше ғаиләләге баҫымға түҙә икән, ҡаршы тороусылар, уның Аллаға бирелгәнлеге яҡшы емештәр килтереүен күреп, үҙ ҡарашын үҙгәртергә мөмкин (1 Коринфтарға 7:12—16; 1 Петр 3:1, 2). Улай булмаған хәлдә лә, кешенең Аллаға хеҙмәт итеүенән туҡтауы оҙайлы тыныслыҡ килтермәҫ.
14. Алла ихтыярын үтәү теләге ата-әсәләрҙе балалары файҙаһына эш итергә нисек дәртләндерә?
14 Алла ихтыярын үтәү ата-әсәләргә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булыша. Мәҫәлән, ҡайһы бер халыҡта ата-әсәләр балаларына «капитал һалыуға» ҡараған һымаҡ ҡарай, йәғни улар балаларҙы ҡарт көндәрендә үҙҙәрен ҡаратыр өсөн үҫтерә. Әлбиттә, үҫеп еткән балалар олоғайған ата-әсәһе хаҡында ҡайғыртырға тейеш, әммә ундай ҡараш балаларҙы аҡса артынан ҡыуып йәшәргә этәрер ине. Әгәр ата-әсәләр балаларын материаль нәмәләрҙе рухи ҡиммәттәрҙән өҫтөнөрәк ҡуйырға өйрәтһә, был уларға файҙа килтермәҫ (1 Тимофейға 6:9).
15. Евника, Алла ихтыярын үтәгән әсә булараҡ, ҡайһы яҡтан яҡшы өлгө булып тора?
15 Павелдың йәш дуҫы Тимофейҙың әсәһе Евника был йәһәттән яҡшы миҫал булып тора (2 Тимофейға 1:5). Иптәше Алла хәҙмәтсеһе булмаһа ла, Евника Тимофейҙың өләсәһе Лоида менән уны Аллаға тоғро итеп тәрбиәләгән (2 Тимофейға 3:14, 15). Тимофей үҫкәс, Евника уға Батшалыҡ эшендә Павелға юлдаш булырға рөхсәт иткән (Ғәмәлдәр 16:1—5). Улы күренекле миссионер булып киткәс, ул ни ҡәҙәр ҡыуанғандыр! Тимофейҙың Аллаға бирелгән булыуы бала сағындағы тәрбиәгә нигеҙләнгән. Евника улын ныҡ һағынғандыр, әммә уның тоғро хеҙмәте хаҡында ишетеп, һис шикһеҙ, һөйөнгәндер (Филиптарға 2:19, 20).
ҒАИЛӘГЕҘҘЕҢ КИЛӘСӘГЕ
16. Ғайса әсәһе хаҡында нисек ҡайғыртҡан, әммә уның өсөн иң мөһиме нимә булған?
16 Ғайса Аллаға бирелгән ғаиләлә үҫкән һәм әсәһе хаҡында, улы булараҡ, тейешенсә ҡайғыртҡан (Лука 2:51, 52; Яхъя 19:26). Шулай ҙа Ғайса өсөн иң мөһиме Алла ихтыярын үтәү, шул иҫәптән кешеләргә мәңгелек тормошҡа юл күрһәтеү булған. Шул маҡсаттан ул үҙенең ғүмерен йолом итеп биргән дә (Марк 10:45; Яхъя 5:28, 29).
17. Ғайсаның тоғролоғо Алла ихтыярын үтәүселәргә ниндәй ғәжәйеп мөмкинлектәр аса?
17 Ғайса үлгәс, Йәһүә уны күктәге тормошҡа ҡайтарған һәм күктәге Батшалыҡтың батшаһы итеп ҡуйып, уға ҙур хакимлыҡ биргән (Матфей 28:18; Римдарға 14:9; Асылыш 11:15). Ғайсаның ҡорбаны ҡайһы бер кешеләргә Батшалыҡта уның менән бергә идара итергә мөмкинлек бирә. Уның ҡорбаны шулай уҡ башҡа тәҡүә кешеләргә торғоҙоласаҡ ожмахта рәхәтләнеп йәшәүгә юл аса (Асылыш 5:9, 10; 14:1, 4; 21:3—5; 22:1— 4). Был һөйөнөслө хәбәрҙе яҡындарыбыҙға һөйләү ниндәй хөрмәт! (Матфей 24:14)
18. Ғаиләләрҙең һәм айырым кешеләрҙең иҫенә нимә төшөрөлә һәм улар нимәгә дәртләндерелә?
18 Илсе Павел әйтеүенсә, Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған кешеләр «киләсәктә» мәңгелек тормошто мираҫ итеп аласаҡ. Эйе, был — бәхеткә илтеүсе иң яҡшы юл! «Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй» икәнен иҫтә тотоғоҙ (1 Яхъя 2:17). Һеҙ баламы йә оломо, ирме йә ҡатынмы, никахтамы, түгелме, балалымы, балаһыҙмы, Алла ихтыярын үтәргә тырышығыҙ. Кешеләр баҫым яһаған саҡтарҙа һәм башҡа көсөргәнешле ваҡыттарҙа онотмағыҙ: һеҙ тере Алланың хеҙмәтсеһе. Тәртибегеҙ Йәһүәне һөйөндөрһөн (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Йәшәү рәүешегеҙ бөгөн бәхет һәм киләсәк яңы донъяла мәңгелек тормош килтерһен!