Марк яҙған
10 Ғайса ул ерҙән китеп, Йәһүҙиә сиге янында, Иордандың аръяғында урынлашҡан ергә килде. Уның янына тағы күп халыҡ йыйылды, һәм ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтә башланы. 2 Шунда фарисейҙар килде лә, уны һынарға теләп, ир кешенең ҡатынынан айырылырға хоҡуғы бармы, тип һораны. 3 Яуап итеп Ғайса: «Муса һеҙгә нимә ҡушҡан?» — тип һораны. 4 «Муса, ҡатынға айырылышыу ҡағыҙы биреп, уның менән айырылышырға рөхсәт иткән», — тине улар. 5 Ғайса әйтте: «Ул һеҙгә был әмерҙе ҡаты күңелле булғанығыҙ өсөн яҙып ҡалдырған. 6 Әммә иң башта „Алла* ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән“. 7 „Шуға күрә ир ата-әсәһен ҡалдырыр ҙа, 8 ҡатыны менән икеһе бер бөтөн* булыр“. Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9 Шулай булғас, Алла ҡушҡанды* кеше айырырға тейеш түгел». 10 Улар өйҙә булғанда, шәкерттәр унан был хаҡта һораша башланы. 11 Ғайса былай тине: «Ҡатынынан айырылып башҡаға өйләнгән кеше, ҡатынына хыянат итеп, зина ҡыла. 12 Ҡатын да, иренән айырылып башҡаға кейәүгә сыҡһа, зина ҡыла».
13 Кешеләр, Ғайса ҡағылһын* өсөн, уға бәләкәй балаларҙы килтерә башланы. Ләкин шәкерттәр уларҙы шелтәләй ине. 14 Быны күргәс, Ғайса асыуланып, былай тине: «Балаларҙы үткәрегеҙ, уларға минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ, сөнки Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын бала кеүек ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк». 16 Ғайса балаларҙы ҡосаҡлап һәм өҫтәренә ҡулдарын ҡуйып, улар өсөн доға ҡыла башланы.
17 Ғайса артабан киткәс, уның янына бер кеше йүгереп килеп, алдына тубыҡланды ла: «Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә?» — тип һораны. 18 Ғайса уға: «Ниңә һин мине изгелекле тип атайһың? Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел, — тине. — 19 Һин бит әмерҙәрҙе беләһең: кеше үлтермә, зина ҡылма, урлама, ялған шаһитлыҡ бирмә, алдама, атай-әсәйеңде хөрмәт ит». 20 Теге кеше: «Остаз, мин быларҙың барыһын да йәш саҡтан уҡ үтәп киләм», — тине. 21 Ғайса уға яратып ҡараны ла былай тине: «Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, бөтә мөлкәтеңде һат та аҡсаһын ярлыларға тарат. Шулай эшләһәң, күктә байлығың булыр. Унан һуң кил дә миңә эйәр». 22 Әммә был һүҙҙәрҙән теге кешенең күңеле төштө, һәм ул ҡайғырып китеп барҙы, сөнки бик бай ине.
23 Ғайса тирә-яғында торғандарға ҡарап алды ла шәкерттәренә: «Бай кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын булыр!» — тине. 24 Әммә шәкерттәре уның һүҙҙәренә аптыраны. Шунда Ғайса: «Балаларым, Алла Батшалығына инеү шундай ҡыйын! 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк», — тине. 26 Улар, тағы ла нығыраҡ аптырап, унан*: «Улайһа, кем ҡотола ала һуң?» — тип һораны. 27 Уларға ҡарап, Ғайса: «Кешеләр быны булдыра алмай, ә Алла булдыра ала. Алланың ҡулынан килмәгән бер нәмә лә юҡ», — тип әйтте. 28 Шунда Петер: «Ә беҙ? Беҙ бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, һиңә эйәрҙек», — тине. 29 Ғайса яуап бирҙе: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: минең хаҡҡа һәм һөйөнөслө хәбәр хаҡына йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, әсәһен, атаһын, балаларын йә баҫыуҙарын ҡалдырған һәр кем 30 хәҙерге ваҡытта 100 тапҡырға күберәк йорттар, ағай-энеләр, апай-һеңлеләр, әсәйҙәр, балалар һәм баҫыуҙар алыр, шул иҫәптән эҙәрләүҙәргә дусар булыр, ә киләсәктә* мәңгелек тормош алыр. 31 Беренсе булғандарҙың күбеһе — һуңғы, ә һуңғылар беренсе булыр».
32 Улар Йәрүсәлимгә алып барған юлдан китеп бара ине. Ғайса алдан атланы, ә ғәжәпләнгән шәкерттәре уға эйәреп барҙы. Улар менән китеп барғандар ҡурҡыуға төшкән ине. Ғайса 12 илсеһен ҡабат ситкәрәк алып китте лә үҙе менән булырға тейеш хәлдәр хаҡында һөйләй башланы: 33 «Беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ, унда Әҙәм Улы өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп бирелер. Улар уны үлемгә хөкөм итеп, башҡа халыҡ кешеләренә тапшырыр. 34 Тегеләре унан мыҫҡыллап көлөр, уға төкөрөр, уны ҡамсылар һәм үлтерер, әммә өс көндән һуң ул терелеп торор».
35 Ғайса янына Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъя килде лә: «Остаз, үтенесебеҙҙе үтәһәң ине», — тине. 36 «Һеҙҙең өсөн нимә эшләйем?» — тип һораны Ғайса уларҙан. 37 Улар: «Батшалығыңда идара иткәндә, беребеҙгә уң яғыңа, икенсебеҙгә һул яғыңа ултырырға рөхсәт итсе», — тип яуап ҡайтарҙы. 38 Ләкин Ғайса: «Нимә һорағанығыҙҙы белмәйһегеҙ. Мин эскән касанан эсә алаһығыҙмы йәки мин кисергәнде кисерә алаһығыҙмы*?» — тип һораны. 39 «Алабыҙ», — тине улар. Шунда Ғайса әйтте: «Мин эскән касанан эсерһегеҙ, мин кисергәнде кисерерһегеҙ. 40 Әммә кемдең уң яғымда, кемдең һул яғымда ултырасағын мин хәл итмәйем. Был урындар кемдәр өсөн әҙерләнгән, унда шулар ултырыр».
41 Был хаҡта ишеткәс, ҡалған 10 шәкерттең Яҡуп менән Яхъяға асыуы килде. 42 Әммә Ғайса уларҙың бөтәһен дә саҡырып алып, былай тине: «Һеҙ беләһегеҙ: идарасылар* халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, бөйөк кешеләр уларҙы буйһондороп тота. 43 Ә һеҙҙең арала улай булырға тейеш түгел. Ләкин арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул һеҙгә хеҙмәтсе булһын 44 һәм кем арағыҙҙа беренсе булырға теләй, шул бөтәгеҙгә лә ҡол булһын. 45 Әҙәм Улы ла бит үҙенә хеҙмәт итһендәр тип түгел, ә башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙ ғүмерен күптәр өсөн йолом итеп бирергә килде».
46 Шунан һуң улар Йәрихәгә килде. Ғайса шәкерттәре һәм бик күп халыҡ менән Йәрихәнән сығып барғанда, юл буйында Бартимай (Тимай улы) тигән һуҡыр кеше хәйер һорап ултыра ине. 47 Ул Назаралы Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп: «Дауыт улы, Ғайса, миңә мәрхәмәтле бул!» — тип ҡысҡыра башланы. 48 Күптәр уны әрләп, тыйырға маташты. Ләкин ул: «Дауыт улы, миңә мәрхәмәтле бул!» — тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырҙы. 49 Ғайса туҡтаны ла: «Саҡырығыҙ уны», — тине. Һуҡырҙы: «Ҡурҡма, тор, ул һине саҡыра», — тип саҡырып алдылар. 50 Ул өҫ кейемен сисеп ырғытып, һикереп торҙо ла Ғайса янына китте. 51 Ғайса унан: «Һинең өсөн нимә эшләйем?» — тип һораны. «Остаз*, күҙҙәрем күрһен ине», — тине һуҡыр. 52 Шунда Ғайса: «Бар, иманың һине һауыҡтырҙы», — тине. Ул шунда уҡ күрә башланы һәм Ғайсаға эйәреп китте.