Алла рухы беҙҙең рухыбыҙ менән бергә раҫлай
«Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай» (РИМ. 8:16, төшөрмә).
1—3. Ниндәй ваҡиғалар Илленсе көн байрамын үҙенсәлекле иткән, һәм ул көндә Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
ЙӘКШӘМБЕ, сәғәт иртәнге туғыҙҙар тирәһе. Б. э. 33 йылы, Илленсе көн байрамы. Йәһүдтәрҙә был байрам тура килгән көн Шәмбе көнө тип һаналған. Ләкин Иерусалимда йыйылған кешеләр өсөн был байрам айырыуса үҙенсәлекле буласаҡ. Ғибәҙәтханала иртәнге ҡорбандар инде килтерелгән. Халыҡ түҙемһеҙлек менән баш руханиҙың яңы ашлыҡ ононан әсетеп бешерелгән ике икмәкте һелкетеү бүләге итеп килтереүен көтә (Лев. 23:15—20). Был — бойҙай урағы башланыуының билдәһе.
2 Шул арала ҡалалағы бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә күпкә мөһимерәк ваҡиға башланырға тора. Унда Ғайсаның 120 шәкерте йыйылған. Улар берҙәм рәүештә доға ҡыла (Ғәм. 1:13—15). Баш руханиҙың Илленсе көн байрамында башҡарған эштәре бына-бына буласаҡ ваҡиғаға туранан-тура ҡағыла. 800 йыл элек был турала Йәил пәйғәмбәрлек иткән булған (Йәил 2:28—32; Ғәм. 2:16—21). Ниндәй мөһим ваҡиға хаҡында һүҙ бара?
3 Ғәмәлдәр 2:2—4-те уҡығыҙ. Өҫкө бүлмәлә йыйылған мәсихселәр Алланың изге рухы менән һуғарыла (Ғәм. 1:8). Улар пәйғәмбәрлек итә башлай, йәғни үҙҙәре ишеткән һәм күргән ғәжәп нәмәләр хаҡында шаһитлыҡ бирә башлай. Тиҙҙән күп кеше йыйыла, һәм илсе Петер уларға яңы ғына булып үткән ваҡиғаның мәғәнәһен асыҡлап бирә. Шунан ул тыңлаусыларына былай ти: «Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген — Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ». Бөтәһе 3 000-гә яҡын кеше, был саҡырыуға ҡолаҡ һалып, һыуға сумдырыла һәм вәғәҙә ителгән изге рухты ала (Ғәм. 2:37, 38, 41).
4. а) Ни өсөн Илленсе көн байрамында булған ваҡиғалар беҙҙең иғтибарға лайыҡ? б) Күп йылдар элек шул уҡ көндә, күрәһең, ниндәй башҡа мөһим ваҡиға булған? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)
4 Ни өсөн б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамы беҙҙең иғтибарға лайыҡ? Әлбиттә, ул көн ғибәҙәтханала булған ваҡиғалар менән түгел, ә Ғайса Мәсихтең, бөйөк Баш Рухани булараҡ, пәйғәмбәри прообразды үтәүе менән әһәмиәтле[1]. Ул көндә баш рухани Йәһүәгә ҡорбан итеп әсе ҡамырҙан бешерелгән ике икмәк килтергән. Был ике икмәк рух менән майланған шәкерттәрҙе символлаштыра. Улар, Алланың уллыҡҡа алынған балалары булып китер өсөн, гонаһлы кешеләр араһынан һайлап алынған. Шулай итеп «тәүге яңы емештәр» итеп алынған шул кешеләргә Батшалыҡта идара итер өсөн күккә юл асылған. Был Батшалыҡ Аллаға тыңлаусан булған барса кешеләргә мул фатихалар яуҙырасаҡ (Яҡ. 1:18; 1 Пет. 2:9). Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — Ғайса менән күктә идара итеүме йә ерҙәге ожмахта мәңге йәшәүме — шул көндә булған ваҡиғалар беҙҙең тормошобоҙға бик көслө йоғонто яһаған!
МӘСИХСЕ НИСЕК РУХ МЕНӘН МАЙЛАНА?
5. Майланғандарҙың төрлөсә майланыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
5 Баштарына ялҡын телдәре ҡунған теге шәкерттәрҙең береһебулһағыҙ, һеҙ ул көндө бер ҡасан да онотмаҫ инегеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең изге рух менән майланған булыуығыҙға, айырыуса мөғжизәле рәүештә сит телдә һөйләү һәләтен алған булһағыҙ, бер ҙә шикләнмәҫ инегеҙ (Ғәм. 2:6—12). Ләкин бөтә майланған мәсихселәр ҙә изге рухты беренсе 120 шәкерт алған һымаҡ аламы? Юҡ. Шул көндә Иерусалимда булған башҡа кешеләр изге рухты һыуға сумдырылыу үткән ваҡытта алған (Ғәм. 2:38). Уларҙың баштарына ялҡын телдәре ҡунмаған. Өҫтәүенә, бөтә майланған мәсихселәр ҙә изге рухты һыуға сумдырылыу үткәндә алған тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, самариялылар һыуға сумдырылыу үткәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас ҡына изге рух менән майланған булған (Ғәм. 8:14—17). Ә Көрнили һәм уның өйҙәгеләре хатта һыуға сумдырылыу үтер алдынан уҡ майланған булған (Ғәм. 10:44—48).
6. Бөтә майланған мәсихселәр нимә кисерә, һәм был уларға нисек тәьҫир итә?
6 Шулай итеп, майланғандар төрлөсә майлана. Берәүҙәр үҙҙәренең күктәге тормошҡа саҡырылыуына ҡапыл төшөнә, башҡалары иһә быны тора-бара ғына аңлай. Нисек кенә булмаһын, һәр майланған мәсихсе илсе Паул әйткәнде кисерә: «Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ... [Ә] Изге Рух — аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә» (Ефес. 1:13, 14). Изге рух менән мөһөрләнеү — майланғандар аласаҡ өмөткә ышаныслы билдә, йәғни гарантия (йә залог) булып тора. Шундай гарантия алғас, мәсихсе үҙенең майланған булыуына бер ҙә шикләнмәй. (2 Коринфтарға 1:21, 22; 5:5-те уҡығыҙ.)
7. Күктәге әжерен алыр өсөн, һәр майланған мәсихсе нимә эшләргә тейеш?
7 Мәсихсенең шундай ышаныслы билдә алыуы уның күктәге әжерен һис шикһеҙ аласағын аңлатамы? Юҡ. Ундай кеше үҙенең Алла тарафынан саҡырылған булыуына шикләнмәһә лә, күктәге әжерен алырмы, юҡмы икәнлеге уның үҙенең тоғролоғонан тора. Илсе Петер былай тип аңлатҡан: «Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ» (2 Пет. 1:10, 11). Шунлыҡтан һәр майланған мәсихсе тоғро булып ҡалыр өсөн бар көсөн һалырға тейеш. Бар көсөн һалмай икән, ул күктәге әжерен алмаясаҡ (Евр. 3:1; Асыл. 2:10).
УЛ БЫНЫ НИСЕК АҢЛАЙ?
8, 9. а) Ни өсөн күптәргә кешенең нисек итеп майланғанын аңлауы ауыр? б) Мәсихсе үҙенең күккә саҡырылғанын нисек аңлай?
8 Бөгөн Алланың күпселек хеҙмәтселәренә мәсихсенең нисек изге рух менән майланғанын аңлауы ауыр. Был, әлбиттә, аптырарлыҡ түгел, сөнки күптәр быны үҙҙәре кисермәгән. Алланың башланғыс ниәте буйынса, кешеләр ерҙә мәңге йәшәргә тейеш булған (Баш. 1:28; Зәб. 37:29). Шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙең күккә батшалар һәм руханиҙар булыр өсөн һайланыуы — кеше өсөн тәбиғи булмаған күренеш. Был ҡағиҙәнән тайпылыш тип әйтеп була. Майланған булып киткәс, кешенең фекер йөрөтөү рәүеше, донъяға ҡарашы һәм киләсәккә өмөтө үҙгәрә. (Ефестарға 1:18, 19-ҙы уҡығыҙ.)
9 Әммә мәсихсе күктәге тормошҡа саҡырылғанын, йәғни изге рух менән мөһөрләнгәнен нисек аңлай? Яуап Паулдың Римдағы майланған ҡәрҙәрштәренә — Алланың «изге халҡы булырға саҡырылғандарға» яҙған һүҙҙәренән асыҡ күренә. «Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: „Абба! Атам!“ — тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай», — тип яҙған уларға Паул (Рим. 1:7; 8:15, 16). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Алла изге рухы ярҙамында кешегә асыҡ итеп уның күктәге Батшалыҡта Ғайса Мәсих менән бергә идара итәсәген күрһәтә (1 Фес. 2:12).
10. 1 Яхъя 2:27-ләге, майланғандар һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгел, тигән һүҙҙәр нимә аңлата?
10 Алланан был махсус саҡырыуҙы алған мәсихселәргә башҡа бер ниндәй ҙә раҫлау кәрәкмәй. Йәһүәнең рухы уларҙың аҡылдарында һәм күңелдәрендә тамсы ла шик ҡалдырмай. Илсе Яхъя майланған мәсихселәргә: «Һеҙҙе Изге Алла майлаған. Һеҙ барығыҙ ҙа хәҡиҡәтте беләһегеҙ», — тигән. Ул тағы былай тип өҫтәгән: «Һеҙҙе иһә Алла үҙ рухы менән майланы, һәм был рух һеҙҙә һаҡлана. Һеҙ һис кемдең дә өйрәтеүенә мохтаж түгел, Алла һеҙҙе үҙ майлауы аша бар нәмәгә өйрәтә. Был майлау хаҡ, ялған түгел. Ул үҙегеҙҙе өйрәткәнсә, үҙегеҙҙе майлаусы зат менән берҙәмлектә ҡалығыҙ» (1 Яхъя 2:20, 27, ЯДТ). Майланғандар ҙа, башҡалар кеүек үк, рухи етәкселеккә мохтаж. Әммә уларға кешеләрҙең, һин ысындан да майланған мәсихсе, тигән иҫбатлауҙары кәрәк түгел. Быға уларҙы Ғаләмдәге иң бөйөк көс — изге рух инандыра!
«ЯҢЫНАН ТЫУЫУ»
11, 12. Майланғандар үҙҙәренә ниндәй һорау бирергә мөмкин, әммә нимәгә улар тамсы ла шикләнмәй?
11 Изге рух тәьҫирендә шундай инанғанлыҡ барлыҡҡа килгәс, мәсихсе үҙендә ғәжәп үҙгәрештәр тоя. Ғайса Мәсих, Никодим менән һөйләшкәндә, был процесты тасуирлап биргән. Ундай кеше «яңынан тыу[ырға]», йәғни «юғарынан тыу[ырға]» тейеш, тип әйткән ул[2] (Яхъя 3:3, 5, төш.). Шунан ул Никодимға былай тип аңлатҡан: «Минең һиңә: „Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш“, — тип әйтеүемә ғәжәпләнмә. Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була» (Яхъя 3:7, 8). Күренеүенсә, майланмаған мәсихселәр майланғандарҙың ниндәй тойғолар кисергәнен тулыһынса аңлай алмай.
12 Майланғандарҙың үҙҙәренә ошондай һорау биреүе ихтимал: ни өсөн Йәһүә башҡа кешене түгел, ә мине һайлаған? Улар хатта шундай хөрмәткә лайыҡ булыуҙарына шикләнергә мөмкин. Әммә үҙҙәренең майланған булыуына улар бер ҙә шикләнмәй. Уларҙың күңелдәре шатлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән тула. Майланғандар Петер кисергәнде кисерә. Ул иһә, Алла тарафынан рухландырылып, былай тип яҙған: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай» (1 Пет. 1:3, 4). Был һүҙҙәрҙе уҡығанда, майланғандар күктәге Аталары шәхсән үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүен теүәл белә.
13. Майланған мәсихселәрҙең фекер йөрөтөү рәүеше нисек үҙгәрә, һәм бының сәбәбе нимәлә?
13 Был мәсихселәр Алланан махсус саҡырыу алғанға тиклем ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән. Улар түҙемһеҙлек менән Йәһүәнең, яуызлыҡты юҡ итеп, ер йөҙөн ожмахҡа әйләндереүен көткән. Улар хатта терелтелгән ғәзиздәрен ҡаршылауҙарын күҙ алдына килтергәндер. Улар үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәргә һәм баҡсаларында үҫкән емештәрҙе ашарға теләгәндер (Ишағ. 65:21—23). Ни өсөн хәҙер уларҙың фекер рәүеше үҙгәргән һуң? Әллә уларға ерҙәге өмөт берәй нәмә менән оҡшамағанмы? Йәки бының сәбәбе уларҙың күп ҡайғы-хәсрәт кисереүе йә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүеме? Ә, бәлки, улар, ерҙә мәңге йәшәү ялҡытҡыс һәм күңелһеҙ булыр тип уйлағанға, күктәге тормошто татып ҡарарға булғандыр? Юҡ. Улар Алланың рухы тәьҫирендә шундай үҙгәрештәр кисерә. Изге рух, уларҙа майланған булыуҙарына ныҡлы ышаныс тыуҙырыуҙан тыш, фекер йөрөтөү рәүештәрен һәм киләсәккә өмөттәрен үҙгәртә.
14. Майланғандар ерҙәге тормоштарына нисек ҡарай?
14 Тимәк, майланғандар үлергә теләй, тигән һөҙөмтәгә килеү дөрөҫ булыр инеме? Илсе Паул был һорауға былай тип яуап биргән: «Эйе, беҙ донъялағы „ҡыуыш“ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ» (2 Кор. 5:4). Майланғандар үлергә теләмәй, һәм уларҙың ерҙәге тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы ла һүрелмәй. Киреһенсә, улар, тормоштан кинәнеп, һәр көндө ғаиләләре һәм дуҫтары менән Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡулланырға теләй. Әммә, нимә генә эшләһәләр ҙә, улар киләсәккә иҫ киткес өмөттәрен гел иҫтә тота (1 Кор. 15:53; 2 Пет. 1:4; 1 Яхъя 3:2, 3; Асыл. 20:6).
ҺЕҘ КҮКТӘГЕ ТОРМОШҠА САҠЫРЫЛҒАНҺЫҒЫҘМЫ?
15. Нимә кешенең рух менән майланғанын дәлилләмәй?
15 Бәлки, һеҙ, минең шундай саҡырылыуым бармы икән, тип уйланаһығыҙҙыр. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙе саҡырылған итеп тояһығыҙ икән, ошондай һорауҙар хаҡында уйланығыҙ: мин хеҙмәттә ашҡыныу рухы сағылдыраммы? Алла Һүҙен ентекләп өйрәнәмме һәм «Алла тәрәнлектәрен[ә]» төшөнөргә яратаммы? (1 Кор. 2:10) Хеҙмәтемдә үҙенә бер төрлө фатихалар күрәмме? Алланың ниәтен үтәргә ашҡынып тораммы? Мин башҡаларҙы яратаммы һәм уларға рухи яҡтан ярҙам итеүҙе ҙур яуаплылыҡ итеп ҡабул итәмме? Тормошомда Алланың ярҙам ҡулын һиҙәмме? Бәлки, һеҙ бөтә был һорауҙарға һис шикләнмәй «эйе» тип яуап биргәнһегеҙҙер. Әммә был һеҙҙең күктәге тормошҡа саҡырылыуығыҙҙы аңлатамы? Юҡ. Ни өсөн? Сөнки Алланың майланмаған хеҙмәтселәре лә был һорауҙарға ыңғай яуап бирергә мөмкин. Мәсихселәрҙең өмөтө ниндәй генә булмаһын — ерҙә йәшәргәме йә күктәме — Алланың изге рухы һәммәһенә лә бер тигеҙ тәьҫир итә. Үҙегеҙҙең майланған булыуығыҙға шикләнеү ысынбарлыҡта һеҙҙең рух менән майланмағанығыҙҙы аңлата. Алланан саҡырыу алғандар үҙҙәренә изге рух тарафынан майланғанмынмы, юҡмы тигән һорау бирмәй. Улар быны теүәл белә!
16. Алла рухын алған бөтә кешеләрҙең дә күккә саҡырылмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
16 Изге Яҙмала Алланың изге рухын алған, әммә күктәге тормошҡа саҡырылмаған тоғро хеҙмәтселәрҙең миҫалдары бик күп. Уларҙың береһе Сумдырыусы Яхъя булған. Ғайса Мәсих, Яхъяны юғары баһалаһа ла, Яхъя күктәр Батшалығына инмәйәсәк, тип әйткән (Мат. 11:10, 11). Алланың изге рухы шулай уҡ Дауыт батшаға ла тәьҫир иткән (1 Иш. 16:13). Ул бик рухи кеше булған һәм хатта, Алла тарафынан рухландырылып, Изге Яҙманың ҡайһы бер китаптарын яҙған (Марк 12:36). Шулай булһа ла, Илленсе көн байрамында Петер Дауытты «күккә ашманы» тигән (Ғәм. 2:34). Изге рух ярҙамында бөйөк эштәр башҡарыуҙарына ҡарамаҫтан, был кешеләр күктәге тормошҡа саҡырылмаған. Әммә һис тә был уларҙың ундай хөрмәткә лайыҡ булмағанын аңлатмай. Ысынында Йәһүә уларҙы ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн терелтәсәк (Яхъя 5:28, 29; Ғәм. 24:15).
17, 18. а) Бөгөн Алланың күпселек хеҙмәтселәре киләсәктә ҡайҙа йәшәргә өмөтләнә? б) Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?
17 Бөгөн Алланың күпселек хеҙмәтселәре күктәге тормошҡа саҡырылмаған. Улар, Дауыт, Сумдырыусы Яхъя һәм Алланың боронғо заманда йәшәгән башҡа хеҙмәтселәре кеүек үк, ерҙә йәшәргә өмөтләнә. Ибраһим һымаҡ, Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәре түҙемһеҙлек менән Батшалыҡтың идараһы аҫтындағы тормошто көтөп йәшәй (Евр. 11:10). Был донъяның һуңғы көндәрендә күктәге тормошҡа саҡырылғандар бик әҙ ҡалған (Асыл. 12:17). Тимәк, күктә идара итер өсөн һайланған 144 000-дең күбеһе инде тоғролоғон һаҡлап үлгән.
18 Ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр үҙҙәрен майланған тип атаусыларға нисек ҡарарға тейеш? Хужа кисәһендә йыйылыштағы берәй ҡәрҙәш символдарҙан ауыҙ итә башлаһа, быға нисек ҡарарға? Үҙҙәрен майланған тип атаусыларҙың һаны арта барыуы беҙҙе борсорға тейешме? Был һорауҙарға яуап киләһе мәҡәләлә биреләсәк.
^ [1] (4-се абзац) Илленсе көн байрамы, күрәһең, Синай тауында Мусаға Ҡанун бирелгән ваҡытҡа тура килә (Сығ. 19:1). Улай булһа, шул көндә Муса аша израилдәр менән Ҡанун килешеүе төҙөлгән, ә быуаттар үткәс, шул уҡ көндә Ғайса Мәсих аша рухи Израиль менән яңы килешеү төҙөлә.
^ [2] (11-се абзац) Яңынан тыуыу нимә аңлата? Был хаҡта күберәк белер өсөн, «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 2009 йыл, 1 апрель, 3—11 бб. ҡарағыҙ.