26-СЫ ДӘРЕС
Ни өсөн донъяла яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт күп?
Берәй бәлә-ҡаза килеп сыҡһа, кешеләр, ғәҙәттә: «Нишләп былай булды?» — тип һорай. Бәхеткә ҡаршы, Изге Яҙма был һорауға асыҡ яуап бирә.
1. Нисек яуызлыҡ донъяға үтеп ингән?
Шайтан Иблис Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән. Ул башҡалар менән идара итергә теләгән, шуға күрә тәүге кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, үҙенә ҡушылырға ҡотортҡан. Бының өсөн Иблис Һауаны алдаған (Башланмыш 3:1—5). Ул Һауаны, Йәһүә минән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә, тип уйларға этәргән. Шайтан, кешеләр Алланы тыңламаһа, бәхетлерәк булыр ине, тип әйтергә теләгән. Һауаға, үлмәйһең, тиеп, ул тәүге ялғанды әйткән. Шуға күрә Изге Яҙмала Шайтан «ялғансы һәм ялғандың атаһы» тип атала (Яхъя 8:44).
2. Әҙәм менән Һауа нимәне һайлаған?
Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ҡарата бик йомарт булған. Ул уларға, Эден баҡсаһындағы бөтә ағастан да ашай алаһығыҙ, тик береһенән генә ашамағыҙ, тигән (Башланмыш 2:15—17). Әммә улар барыбер шул ағастың емешен ашарға булған. Тәүратта әйтелгәнсә, Һауа «емеште алды ла ашаны». Һуңынан Әҙәм дә «ашаны» (Башланмыш 3:6). Улар икеһе лә Алланы тыңламаған. Камил булғанға күрә, Әҙәм менән Һауа өсөн дөрөҫ эш итеү тәбиғи булған. Улар белә тороп Алланы тыңламаған. Шулай эшләп, Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылған һәм Алланың идараһын кире ҡаҡҡан. Был ҡарарҙары уларға күп ҡайғы килтергән (Башланмыш 3:16—19).
3. Әҙәм менән Һауаның ҡарары беҙгә нисек тәьҫир иткән?
Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғас, уларҙың гонаһы бөтә тоҡомдарына күскән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған» (Римдарға 5:12).
Беҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында яфа сигәбеҙ. Ҡай саҡ үҙебеҙҙең насар ҡарарҙарыбыҙ арҡаһында интегәбәҙ. Ҡай саҡ башҡаларҙың дөрөҫ булмаған ҡарарҙары арҡаһында яфаланабыҙ. Ә ҡай саҡ тейешһеҙ ваҡытта тейешһеҙ урында булғанға ғазапланабыҙ. (Вәғәзсе 9:11-ҙе уҡы.)
КҮБЕРӘК БЕЛ
Ни өсөн Алланың донъялағы яуызлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт өсөн яуаплы булмағанын һәм беҙ интеккәндә уның нимә хис иткәнен ҡарап сыҡ.
4. Ғазаптарыбыҙҙа кем ғәйепле?
Күптәр, бөтә донъя менән Алла идара итә, тип уйлай. Был ысынлап та шулаймы? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Яҡуб 1:13 һәм 1 Яхъя 5:19-ҙы уҡы ла һорауға яуап бир:
Кешеләрҙең ғазаптарында Алла ғәйеплеме?
5. Шайтандың идараһы нимәгә килтергән?
Башланмыш 3:1—6-ны уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:
Шайтан ниндәй ялған әйткән? (4-се һәм 5-се аяттарҙы ҡара.)
Шайтандың, Йәһүә кешеләрҙән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә, тип әйтергә теләүе ниндәй һүҙҙәрҙән күренә?
Шайтандың һүҙҙәре буйынса, кешеләргә бәхетле булыр өсөн Йәһүәнең идараһы кәрәкме? Был уның ниндәй һүҙҙәренән күренә?
Вәғәзсе 8:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
Йәһүә идара итмәй башлағандан һуң, донъя нисек үҙгәргән?
А. Әҙәм менән Һауа камил булған һәм ожмахта йәшәгән. Ләкин улар, Шайтанды тыңлап, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән
Б. Фетнәнән һуң донъя гонаһ, ҡайғы-хәсрәт һәм үлем менән тулған
В. Йәһүә гонаһ, ҡайғы-хәсрәт һәм үлемде бөтөрәсәк. Кешеләр яңынан камил булып китәсәк һәм ожмахта йәшәйәсәк
6. Йәһүә ғазаптарыбыҙҙы күрә
Аллаға беҙҙең ғазап сигеүебеҙ барыберме? Дауыт батшаның һәм илсе Петрҙың һүҙҙәренә иғтибар ит. Зәбур 31:7 һәм 1 Петр 5:7-не уҡы һәм һорауға яуап бир:
Йәһүәнең ғазаптарыбыҙҙы күреүе һәм беҙҙе йәлләүе һиндә ниндәй хистәр уята?
7. Алла кешеләрҙең бөтә ғазаптарын бөтөрәсәк
Ишағыя 65:17 һәм Асылыш 21:3, 4-те уҡы ла һорауға яуап бир:
Ни өсөн Йәһүәнең бөтә ғазаптарҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрәсәген белеү йыуата?
Һин белә инеңме?
Шайтан, беренсе ялғанды әйткәндә, Йәһүәгә яла яҡҡан. Нисек итеп? Ул, Йәһүәнең ғәҙел һәм ҡайғыртыусан идарасы булыуын шик аҫтына алып, уның исеменә тап төшөргән. Оҙаҡламай Йәһүә, бөтә ғазаптарҙы бөтөрөп, үҙенең исемен аҡлаясаҡ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ул үҙ идараһының иң яҡшыһы икәнен иҫбат итәсәк. Йәһүәнең исемен аҡлау — Ғаләмдәге иң мөһим мәсьәлә (Матфей 6:9, 10).
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Алла ғазаптарҙы кешеләрҙе һынар өсөн бирә».
Һин нимә тип әйтер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Донъялағы бөтә яуызлыҡ өсөн тәү сиратта Шайтан Иблис һәм беренсе ике кеше — Әҙәм менән Һауа яуаплы. Йәһүә ғазаптарыбыҙҙы күрә һәм оҙаҡламай уларҙы бөтөрә.
Ҡабатлау
Шайтан Иблис Һауаны нисек алдаған?
Әҙәм менән Һауаның фетнәһе беҙгә нисек тәьҫир иткән?
Йәһүәнең ғазаптарыбыҙҙы күргәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Изге Яҙма буйынса гонаһтың нимә икәнен бел.
Шайтандың Эден баҡсаһында ниндәй бәхәсле һорауҙар күтәргәне хаҡында уҡы.
«Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 ғинуар)
Ошо ҡатмарлы һорауға йыуаныс килтергән яуапты бел.
«Холокост нилектән килеп сыҡҡан? Ни өсөн Алла уға юл ҡуйған?» (интернет-мәҡәлә)
Бер ирҙең ғазаптар хаҡында нимә белгәнен ҡара.