56-СЫ ЙЫР
Хәҡиҡәтте тормош юлың ит
(Ғибрәтле һүҙҙәр 3:1, 2)
1. Был юл — хәҡиҡәт, иң дөрөҫ һәм тура юл,
Быға бер ҡасан да шикләнмә.
Кәңәш алғанда, баҫалҡы, тыңлаусан бул,
Ышан Йәһүә һүҙенә.
ҠУШЫМТА
Хәҡиҡәт юлы —
Донъяла иң яҡшыһы.
Был юлда бәхет,
Шатлыҡ табырһың,
Үҙ юлың итһәң уны.
2. Изге хеҙмәттә көсөңдө йәлләмәйһең,
Онотмаҫ Хоҙай быны һис тә.
Яңы донъяла тормошҡа кинәнерһең,
Һин мәңге йәшәрһең ерҙә.
ҠУШЫМТА
Хәҡиҡәт юлы —
Донъяла иң яҡшыһы.
Был юлда бәхет,
Шатлыҡ табырһың,
Үҙ юлың итһәң уны.
3. Алла алдында бәләкәй балаларбыҙ,
Беҙҙе етәкләп йөрөтә ул.
Уға тыңлаусан булырға тырышабыҙ,
Был шундай матур, изге юл.
ҠУШЫМТА
Хәҡиҡәт юлы —
Донъяла иң яҡшыһы.
Был юлда бәхет,
Шатлыҡ табырһың,
Үҙ юлың итһәң уны.
(Зәб. 26:3; Ғиб. һүҙ. 8:35; 15:31; Яхъя 8:31, 32-не лә ҡара.)