127-СЕ ЙЫР
Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
1. Нимә ҡайтарайым һиңә, Йәһүә?
Йәшәү һин биргәнһең, рәхмәтлемен һиңә.
Изге Һүҙеңдә кәңәштәр мин эҙләйем,
Һиңә яраҡлы булырға бик теләйем.
КҮСЕШ
Мин мәңге данлармын һине, Йәһүә,
Быны мин эшләрмен һине яратҡанға.
Һиңә бағышлайым тормош юлымды,
Теләп башҡарам изге хеҙмәтте.
Эй Аллам, ярҙам ит, төҙәтсе мине,
Һиңә буйһонормон, гел тыңлармын һине.
Тоғро кешегә тоғролоҡ күрһәтәһең,
Сафлыҡ һаҡлаған кешене ҡалдырмайһың.
(Зәб. 18:25; 116:12; Ғиб. һүҙ. 11:20-не лә ҡара.)