1-СЕ ДӘРЕС
Һөйөнөслө хәбәр нимә тураһында?
1. Алланан килгән хәбәр нимә тураһында?
Алла кешеләрҙең рәхәтләнеп йәшәүен теләй. Беҙҙе яратҡанға күрә ул ерҙе һәм ерҙәге бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән. Тиҙҙән ул бөтә кешенең дә тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк. Донъяла башҡаса ғазаптар булмаясаҡ. Иремия 29:11-ҙеa уҡығыҙ.
Бер хөкүмәт тә көс ҡулланыу, ауырыуҙар һәм үлемде бөтөрә алмаған. Әммә яҡшы хәбәр бар. Алла кеше хөкүмәттәренең барыһын да үҙенең хөкүмәте менән алмаштырасаҡ. Бөтә кеше лә тыныслыҡта йәшәйәсәк һәм сәләмәт буласаҡ. Ишағыя 33:24b; Данил 2:44c; Асылыш 21:4-те уҡығыҙ.
2. Ни өсөн был хәбәр шул тиклем мөһим?
Алла яуыз кешеләрҙе юҡ иткәс кенә ғазаптар бөтәсәк (2 Фессалоникаларға 1:8). Был ҡасан булыр? Алла Һүҙендә бөгөнгө көндәрҙәге ваҡиғалар алдан әйтелгән булған, һәм улар Алланың тиҙҙән эш итә башлаясағын иҫбатлай. 2 Тимофейға 3:1—5-те уҡығыҙ.
3. Беҙ нимә эшләргә тейеш?
Беҙ Алла хаҡында уның Һүҙенән — Изге Яҙманан белем алырға тейеш. Изге Яҙманы ҡайғыртыусан Атаның балаларына яҙған хаты менән сағыштырырға була. Унда үҙ тормошоңдо нисек итеп әле үк яҡшыртырға һәм киләсәктә ерҙә буласаҡ мәңгелек тормошҡа нисек ирешергә икәне аңлатыла. Бәлки, ҡайһы берәүҙәргә Изге Яҙманы өйрәнеүегеҙ оҡшамаҫ. Ләкин бер кемгә лә үҙегеҙҙе иҫ киткес шарттарҙа йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм итергә юл ҡуймағыҙ. Матфей 5:10—12; Асылыш 14:6, 7-не уҡығыҙ.
a Иремия 29:11: «„Һеҙгә нимә эшләргә йыйынғанымды мин яҡшы беләм, — ти Йәһүә. — Киләсәгегеҙ һәм өмөтөгөҙ булһын өсөн, мин һеҙгә бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ бирермен“».
b Ишағыя 33:24: «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ. Ул ерҙә йәшәүсе халыҡтың гонаһы кисерелер».
c Данил 2:44: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».