2-СЕ ДӘРЕС
Алла кем ул?
1. Ни өсөн беҙ Аллаға ғына табынырға тейеш?
Хаҡ Алла — ул Барлыҡҡа килтереүсе, бөтә нәмәне лә ул булдырған. Уның башланғысы булмаған, ахыры ла юҡ (Зәбур 90:2). Ул — Изге Яҙмала яҙылған һөйөнөслө хәбәрҙең Сығанағы (1 Тимофейға 1:11). Алла беҙгә ғүмер биргән, шуға күрә беҙ уға ғына табынырға тейеш. Асылыш 4:11-ҙе уҡығыҙ.
2. Алла ниндәй ул?
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән, сөнки ул Рух, рух иһә — кешеләрҙекенә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ йәшәү формаһы (Яхъя 1:18; 4:24). Алланы күреп булмаһа ла, уның сифаттарын барлыҡҡа килтергән нәмәләре аша белә алабыҙ. Мәҫәлән, еләк-емеш һәм сәскәләрҙең төрлөлөгө уның аҡыллылығы һәм яратыуы хаҡында күп нәмә һөйләй. Икһеҙ-сикһеҙ Ғаләм уның ҡеүәтен дәлилләй. Римдарға 1:20-не уҡығыҙ.
Изге Яҙманы уҡып, беҙ Алла хаҡында күберәк белә алабыҙ. Мәҫәлән, унда Алла нимә ярата, нимә яратмай икәне, кешеләр менән нисек мөғәмәлә итә һәм төрлө осраҡта нисек эш итә икәне хаҡында әйтелә. Зәбур 103:7—10-дыa уҡығыҙ.
3. Алланың исеме бармы?
Алланың титулдары күп булһа ла, исеме берәү генә. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙгә үҙ исемен әйтә: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем, мин бер кемгә лә үҙ шөһрәтемде һәм боттарға үҙ данымды бирмәйем» (Ишағыя 42:8). Зәбур 83:18-ҙеb уҡығыҙ.
Изге Яҙманың күп тәржемәләренән Алла исеме Раббы йә Алла тигән титулдар менән алмаштырылған. Әммә Изге Яҙманың төп нәсхәһендә Алла исеме 7 000 тапҡыр тирәһе осрай. Ғайса пәйғәмбәр кешеләрҙе өйрәткәндә, Алланың исемен ҡулланған. Яхъя 17:26-ны уҡығыҙ.
«Алланың исеме бармы?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
4. Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы?
Донъяла ғазаптар бик күп. Был, Йәһүә беҙҙе яратмай, беҙҙең хаҡта ҡайғыртмай, тигәнде аңлатамы? Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, Аллаһы Тәғәлә, ғазаптар ебәреп, беҙҙе һынай. Әммә был фекер дөрөҫ түгел. Яҡуб 1:13-тө уҡығыҙ.
Алла кешегә һайлау ирке бүләк иткән. Был бүләкте ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтер өсөн, беҙ Аллаға хеҙмәт итеүҙе һайларбыҙмы? (Ешуа 24:15). Күптәр һайлау иркен насар эштәр ҡылыр өсөн ҡуллана, шул арҡала күп кеше ғазаплана. Ундай ғәҙелһеҙлекте күреү Йәһүәнең күңелен әрнетә. Башланмыш 6:5, 6-ны уҡығыҙ.
Йәһүә беҙҙе ярата. Ул беҙҙең ҡыуанып йәшәүебеҙҙе теләй. Тиҙҙән ул яуызлыҡты һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙы юҡ итәсәк. Әлегә Йәһүә ғазаптарға ваҡытлыса ғына юл ҡуя, сөнки уның быға етди сәбәбе бар. Ниндәй? Был хаҡта беҙ 8-се дәрестән белербеҙ. 2 Петр 2:9; 3:7, 13-тө уҡығыҙ.
5. Аллаға нисек яҡынлашырға?
Йәһүә беҙҙе доға аша үҙенә яҡынлашырға саҡыра. Ул һәр кеше менән ҡыҙыҡһына (Зәбур 65:2; 145:18). Ул кисерергә әҙер. Йәһүә беҙҙең уны һөйөндөрөргә тырышыуыбыҙҙы күрә. Әммә ҡайһы саҡта был килеп сыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан Йәһүә һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй. Эйе, камил булмаһаҡ та, беҙ Алла менән дуҫлаша алабыҙ. Зәбур 103:12—14c; Яҡуб 4:8-ҙе уҡығыҙ.
Йәһүә беҙгә ғүмер бүләк иткәнгә күрә беҙ уны барыһынан да бигерәк яратырға тейеш (Марк 12:30). Йәһүәне яратыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн, уның хаҡында артабан да белем алырға һәм ул ҡушҡанса эш итергә кәрәк. Шул саҡта һеҙ уға тағы ла яҡынайырһығыҙ. 1 Тимофейға 2:4; 1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ.
a Зәбур 103:7—10: «Ул үҙенең юлдарын — Мусаға, эштәрен Израиль улдарына асҡан. Йәһүә шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан, ярһырға ашыҡмай һәм тоғро мөхәббәткә бай. Ул бер ҡасан да ғәйеп эҙләп тормаҫ, асыу ҙа мәңге һаҡламаҫ. Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй, хаталарыбыҙға ҡарап ҡайтармай».
b Зәбур 83:18: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине».
c Зәбур 103:12—14: «Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә. Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».