БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Алла кем ул?
1, 2. Кешеләрҙе ниндәй һорауҙар борсой?
БАЛАЛАР һорауҙар бирергә ярата. Уларға берәй нәмә һөйләгәндә, йыш ҡына улар: «Ни өсөн?» — тип һорай. Һеҙ уларға яуап бирәһегеҙ, ә улар: «Ә нимәгә?» — ти.
2 Йәшме беҙ, оломо, һәр беребеҙҙең һорауҙары тыуа. Һорауҙар төрлө булырға мөмкин: нимә ашарға? Нимә кейергә? Нимә һатып алырға? Ләкин мөһимерәк тә һорауҙар тыуа, мәҫәлән, тормош хаҡында һәм киләсәк тураһында. Әммә мөһим һорауҙарға ҡәнәғәтләндерерлек яуаптар тапмаһаҡ, яуап эҙләүҙән туҡтауыбыҙ ихтимал.
3. Ни өсөн күптәр, тормоштағы мөһим һорауҙарға яуаптар табыу мөмкин түгел, тип уйлай?
3 Изге Яҙма мөһим һорауҙарға яуап бирә аламы? Ҡайһы бер кешеләр, эйе, тип әйтер, әммә улар уйлауынса, Изге Яҙманы аңлау бик ауыр. Яуаптарҙы тик уҡымышлы дин кешеләре йә махсус белем алған уҡытыусылар ғына белә, тип һанай улар. Икенселәре иһә, наҙан булып күренеүҙән ҡурҡып, һорауҙар бирмәй. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
4, 5. Һеҙҙе ниндәй һорауҙар борсой? Ни өсөн бирешмәйенсә һорауҙарығыҙға яуап эҙләргә кәрәк?
4 Бәлки, һеҙ үҙегеҙҙән: «Мин ни өсөн йәшәйем? Үлгәс, минең менән нимә була? Алла кем ул?» — тип һорайһығыҙҙыр. Бөйөк Остаз, Ғайса пәйғәмбәр, былай тигән: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар» (Матфей 7:7). Һорауҙарығыҙға ышанысҡа лайыҡ яуаптар тапҡансы бирешмәйенсә эҙләгеҙ!
5 Ундай яуаптар Изге Яҙмала бар. Эҙләүҙән туҡтамаһағыҙ, һеҙ уларҙы, һис шикһеҙ, табырһығыҙ, уларҙы аңлау ауыр түгел (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5). Белгәндәрегеҙ һеҙҙе бәхетлерәк итер һәм киләсәккә иҫ киткес өмөт бүләк итер. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, күп кешеләрҙе борсоған бер һорауҙы ҡарап сығайыҡ.
АЛЛА БЕҘҘЕҢ ХАҠТА ҠАЙҒЫРТАМЫ ӘЛЛӘ УЛ АЯУҺЫҘ АЛЛАМЫ?
6. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, Алла кешеләр хаҡында ҡайғыртмай, тип һанай?
6 Күптәр, Алла кешеләр хаҡында ҡайғыртмай, тип уйлай. Ҡайғыртһа, донъя бөтөнләй башҡараҡ булыр ине, тиҙәр улар. Тирә-яҡ һуғыштар, дошманлыҡ, ҡайғы-хәсрәт менән тулған. Кешеләр ауырый, ғазаплана һәм үлә. Шунлыҡтан: «Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта икән, ни өсөн ул бөтә ғазаптарҙы юҡҡа сығармай?» — тигән урынлы һорау тыуа.
7. а) Берәй ҡайғы-хәсрәт килгәндә, дин кешеләре нимә тип әйтә? б) Алланың яуызлыҡта ғәйепле түгел икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
7 Кешеләр, Алла аяуһыҙ, тип уйлай, сөнки дин кешеләре шулай өйрәтә. Берәй ҡайғы-хәсрәт булһа, дин кешеләре, Хоҙай Тәғәлә шулай яҙған, ти. Асылда, улар ғазаптарҙа Алланы ғәйепләй. Әммә Изге Яҙмала, Алла яуызлыҡтың сығанағы була алмай, тип яҙылған. Инжилдә былай тип әйтелә: «Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: „Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән“, — тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай» (Яҡуб 1:13). Был шуны аңлата: Алла яуызлыҡты рөхсәт итһә лә, ул үҙе бер ҡасан да яуызлыҡ эшләмәй. (Әйүп 34:10—12-не уҡығыҙa.) Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап китәйек.
8, 9. Ни өсөн ауырлыҡтарыбыҙҙа Алланы ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ ине? Миҫал килтерегеҙ.
8 Ата-әсәһе менән йәшәгән бер егетте күҙ алдына килтерегеҙ. Атаһы уны бик ярата һәм үҙ ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәткән. Әммә бер ваҡыт был егет атаһына ҡаршы сыға һәм өйҙән китә. Атаһы уны тыймай. Улы ярамаған эштәр ҡыла һәм бәләгә эләгә. Һеҙ улының бәләгә эләгеүендә атаһын ғәйепләр инегеҙме? Әлбиттә, юҡ! (Лука 15:11—13). Шуның шикелле, Алла ла уны тыңламаған һәм яуызлыҡ эшләгән кешеләрҙе туҡтатмаған. Шуға күрә яуызлыҡты күргәндә, беҙ шуны иҫтә тоторға тейеш: Алла быға ғәйепле түгел. Уны ғәйепләү ғәҙелһеҙ булыр ине.
9 Алланың яуызлыҡты туҡтатмауына етди сәбәбе бар. Ошо китаптың 11-се бүлегенән беҙ был хаҡта күберәк белербеҙ. Ләкин шуныһы шикһеҙ: Алла беҙҙе ярата һәм ауырлыҡтарыбыҙҙа ғәйепле түгел. Ысынбарлыҡта, Алла ғына уларҙы сисә ала (Ишағыя 33:2).
10. Алланың бар яуызлыҡты юҡҡа сығарасағын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
10 Алла изге (Ишағыя 6:3). Уның бөтә эштәре саф, таҙа һәм яҡшы. Беҙ уға ышана алабыҙ. Кешеләр иһә улай түгел. Ҡайһы саҡта улар насар эштәр ҡыла. Хатта иң яҡшы идарасы ла насар кешеләр ҡылған яуызлыҡты бөтөрә алмай. Алланан көслөрәк зат юҡ. Бар яуызлыҡты мәңгегә бөтөрөргә Алланың көсө лә, теләге лә бар. Бынан тыш, ул яуызлыҡтың эҙемтәләрен дә юҡҡа сығарасаҡ. (Зәбур 37:9—11-ҙе уҡығыҙb.)
КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҒАЗАПТАРЫН КҮРЕП, АЛЛА НИМӘ ХИС ИТӘ?
11. Һеҙ ғазап сиккәндә, Алла нимә хис итә?
11 Алла, донъялағы ваҡиғаларҙы күреп, нимә хис итә? Һеҙҙең ауырлыҡтар кисереүегеҙҙе күргәндә ул нимә тоя? Изге Яҙма, Алла «ғәҙеллекте ярата», тип өйрәтә (Зәбур 37:28). Ул яҡшылыҡты ярата, ә яуызлыҡты нәфрәт итә. Алла кешеләрҙең ғазап сигеүен теләмәй. Тәүратта, ерҙең яуызлыҡ менән тулғанын күргәс, Алланың «йөрәге әрнене», тиелә (Башланмыш 6:5, 6). Аллаһы Тәғәлә бер ҙә үҙгәрмәгән (Малахи 3:6). Инжилдә, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта, тип әйтелә. (1 Петр 5:7-не уҡығыҙ.)
12, 13. а) Яратыу сифаты беҙгә ҡайҙан килгән, һәм башҡаларҙың ғазап сиккәнен күргәндә беҙ нимә хис итәбеҙ? б) Ни өсөн беҙ Алланың бөтә яуызлыҡты һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәгенә шикләнмәйбеҙ?
12 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла беҙҙе үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 1:26). Был шуны аңлата: беҙ Алланың яҡшы сифаттарын сағылдырырға һәләтле. Мәҫәлән, ғәйепһеҙ кешеләр ғазап сиккәндә, беҙҙең йөрәк әрней. Ә Алланың хистәре беҙҙекенән күпкә көслөрәк бит. Уның нимә хис иткәнен нисек белергә?
13 Изге Яҙма беҙҙе, «Алла — мөхәббәт ул», тип өйрәтә (1 Яхъя 4:8). Алла барыһын да яратыуҙан сығып башҡара. Унда яратыу сифаты булғанға күрә, беҙҙә лә ул сифат бар. Бына нимә хаҡында уйлап ҡарағыҙ: әгәр донъялағы бөтә ғазаптарҙы һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә көсөгөҙ етһә, һеҙ быны эшләр инегеҙме? Әлбиттә, эшләр инегеҙ! Һеҙ бит кешеләрҙе яратаһығыҙ. Ә Аллаһы Тәғәлә? Алла кешеләрҙе ярата, әммә бынан тыш уның яуызлыҡ һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә көсө лә етә. Шуға күрә ошо китаптың башында иҫкә алынған бөтә вәғәҙәләрҙең мотлаҡ үтәләсәгенә бер ҙә шикләнмәгеҙ! Ләкин, быға инаныр өсөн, Алла менән яҡшыраҡ танышырға кәрәк.
АЛЛА МЕНӘН ТАНЫШЫҒЫҘ
14. Алланың исеме нисек, һәм ни өсөн беҙ уны ҡулланырға тейеш?
14 Берәйһе менән дуҫлашырға теләһәгеҙ, һеҙ иң тәүҙә нимә эшләйһегеҙ? Үҙ исемегеҙҙе әйтәһегеҙ. Ә Алланың исеме бармы? Күп кешеләр, Алланың 99 исеме бар, тип әйтә. Башҡалар, уның исеме «Алла» йә «Хоҙай», ти. Әммә былар исем түгел, ә берәйһенең «батша» йә «президент» тип дәрәжәһен күрһәткән һүҙҙәр кеүек. Алла үҙе, минең исемем — Йәһүә, тигән. Зәбур китабында: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине», — тиелә (Зәбур 83:18). Был исем Изге Яҙмала меңләгән тапҡыр осрай. Йәһүә үҙенең исемен белеүебеҙҙе һәм ҡулланыуыбыҙҙы теләй. Һеҙ уның яҡын дуҫы булып китһен өсөн, ул үҙенең исемен асҡан.
15. Алланың исеме, Йәһүә, нимәне аңлата?
15 Алланың исеме, Йәһүә, тәрән мәғәнәгә эйә. Ул исем Алла үҙенең һәр вәғәҙәһен үтәй һәм бөтә ниәттәрен дә тормошҡа ашыра ала тигәнде аңлата. Уға бер кем дә ҡамасаулай алмай. Был исемде йөрөтөргә тик Йәһүә генә лайыҡc.
16, 17. Был титулдар нимәне аңлата: а) «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе»? б) «Мәңгелек Батша»? в) «Барлыҡҡа килтереүсе»?
16 Инжилдә: «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ», — тип әйтелә (Асылыш 15:3). «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе» тигән титул Йәһүәнең Ғаләмдә иң көслө шәхес булыуын аңлата. Инжилдә шулай уҡ Алла «Мәңгелек Батша» тип атала (1 Тимофейға 1:17). Был уның һәр ваҡыт булғанын күрһәтә. Зәбурҙа, ул — «мәңгенән-мәңгегә» Алла, тип әйтелә (Зәбур 90:2). Был фекер таң ҡалдыра!
17 Тик Йәһүәне генә Барлыҡҡа килтереүсе тип атап була. Инжилдә былай тиелә: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды» (Асылыш 4:11). Эйе, барыһын да — фәрештәләр, йондоҙҙар һәм планеталар, ағастар һәм сәскәләр, балыҡтар һәм ҡоштарҙы Йәһүә барлыҡҡа килтергән!
КЕШЕ ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛАША АЛАМЫ?
18. Ни өсөн ҡайһы бер кешеләр, мин бер ҡасан да Алланың дуҫы була алмаҫмын, тип уйлай? Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелә?
18 Ҡайһы берәүҙәр, Алланың иҫ киткес сифаттары тураһында белгәс: «Алла шундай көслө, бөйөк һәм шул тиклем йыраҡ, ул минең менән нисек ҡыҙыҡһынһын инде?» — тип әйтергә мөмкин. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, Алланы дуҫ тип һанау уны хөрмәт итмәүгә тиң. Әммә Алла беҙҙең шундай фекер йөрөтөүебеҙҙе теләйме? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, Йәһүә беҙгә яҡын булырға теләй. Инжилдә: «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел», — тип әйтелә (Ғәмәлдәр 17:27). Алла һеҙҙең үҙенә яҡынлашыуығыҙҙы теләй. Өҫтәүенә, Изге Яҙмала, Алла «һеҙгә яҡынлашыр», тигән вәғәҙә яҙылған (Яҡуб 4:8).
19. а) Алланың дуҫы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) Йәһүәнең ниндәй сифаттары һеҙгә айырыуса оҡшай?
19 Алланың дуҫы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ғайса пәйғәмбәр: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош», — тигән (Яхъя 17:3). Тимәк, Алланың дуҫы булыр өсөн, артабан да уның хаҡында һәм Ғайса хаҡында белем алыуыбыҙҙы дауам итергә кәрәк. Беҙ «Алла — мөхәббәт» икәнен белдек (1 Яхъя 4:16). Әммә уның башҡа иҫ киткес сифаттары ла бар. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй» (Сығыш 34:6). Ул «игелекле һәм кисерергә әҙер» (Зәбур 86:5). Йәһүә сабыр һәм тоғро (2 Петр 3:9; Еврейҙарға 10:23). Изге Яҙманы уҡып, һеҙ уның матур сифаттары тураһында тағы ла күберәк белерһегеҙ.
20—22. а) Алланы күреп булмаһа ла, беҙ уға нисек яҡынлаша алабыҙ? б) Башҡалар Изге Яҙма өйрәнеүегеҙҙән туҡтатырға тырышһа, нимә эшләргә?
20 Алланы күреп булмаһа ла, беҙ уға яҡынлаша алабыҙ. Нисек итеп? (Яхъя 1:18; 4:24; 1 Тимофейға 1:17). Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүәнең фекер йөрөтөүе һәм хистәре менән яҡшыраҡ таныша алырһығыҙ (Зәбур 27:4; Римдарға 1:20). Йәһүә менән яҡшыраҡ танышҡан һайын, һеҙҙең уға ҡарата яратыуығыҙ ҙа үҫә барыр, һәм һеҙ уның дуҫы булып китерһегеҙ.
21 Һеҙ шулай уҡ ни өсөн Йәһүә беҙҙең Атайыбыҙ тип атала икәнен аңларһығыҙ (Матфей 6:9). Ул беҙгә ғүмер биргән һәм беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Һәр ҡайғыртыусан атай үҙ балалары өсөн шуны уҡ теләмәйме ни? (Зәбур 36:9). Эйе, Изге Яҙма Алланың дуҫы булыу мөмкин, тип өйрәтә (Яҡуб 2:23). Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: Йәһүә, Ғаләмдең Барлыҡҡа килтереүсеһе, һеҙҙең менән дуҫлашырға теләй!
22 Ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе Изге Яҙма өйрәнеүҙән туҡтатырға тырышыр. Улар, бәлки, һеҙ үҙ динегеҙҙән китерһегеҙ, тип ҡурҡыр. Әммә үҙегеҙгә Йәһүә менән дуҫлашырға ҡамасауларға бер кемгә лә юл ҡуймағыҙ. Ул — Ғаләмдә булырға мөмкин булған дуҫтарҙың иң яҡшыһы!
23, 24. а) Ни өсөн һорауҙар бирергә оялмаҫҡа кәрәк? б) Киләһе бүлектә беҙ нимә ҡараясаҡбыҙ?
23 Изге Яҙманы өйрәнеү ваҡытында һеҙгә ниҙер аңлашылмаҫҡа мөмкин. Һорауҙар бирергә һәм ярҙам һорарға оялмағыҙ. Ғайса пәйғәмбәр әйткәнсә, беҙ, бәләкәй балалар кеүек, баҫалҡы булырға тейеш (Матфей 18:2—4). Ә балалар һорауҙар бирергә оялмай. Алла һеҙҙең үҙ һорауҙарығыҙға яуап табыуығыҙҙы теләй. Шуға күрә Изге Яҙманы тырышып өйрәнегеҙ, шул саҡта ундағы белемдең хәҡиҡәт икәненә инанырһығыҙ. (Ғәмәлдәр 17:11-ҙе уҡығыҙ.)
24 Изге Яҙманы өйрәнеү — ул Йәһүә хаҡында күберәк белеү өсөн иң яҡшы ысул. Киләһе бүлектән беҙ Изге Яҙманың башҡа китаптарҙан нимә менән айырылып торғанын белербеҙ.
a Әйүп 34:10—12: «Төшөнөүсән кешеләр, тыңлағыҙ мине, Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл! Сөнки ул кешегә эштәренә ҡарап әжерен бирәсәк, йөрөгән юлдарының емештәрен татырға юл ҡуясаҡ. Юҡ, Алла яуызлыҡ ҡылмай, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе ғәҙеллекте боҙмай».
b Зәбур 37:9—11: «Яуыз кешеләр юҡ ителәсәк, ә Йәһүәгә өмөтләнеүселәр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ. Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ. Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ».
c Һеҙҙең Изге Яҙмағыҙҙа Йәһүә исеме осрамаһа, йә һеҙ был исемдең мәғәнәһе, уның әйтелеше тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, 1-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.