ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
Алла кешеләр өсөн нимә эшләргә теләй?
1. Алла кешеләр өсөн нимә ниәтләгән?
АЛЛА кешеләргә иҫ киткес тормош ниәтләгән. Ул беренсе ир һәм ҡатынды, Әҙәм менән Һауаны, барлыҡҡа килтергән һәм уларға йәшәү урыны итеп матур баҡса биргән. Алла ниәте буйынса, улар балалар тыуҙырырға, ерҙе ожмахҡа әйләндерергә һәм хайуандар тураһында ҡайғыртырға тейеш булған. (Башланмыш 1:28; 2:8, 9, 15; 6-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
2. а) Алланың үҙ ниәтен үтәйәсәген беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Изге Яҙмала мәңгелек тормош тураһында нимә әйтелә?
2 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, кешеләр ҡасан да булһа ожмахта йәшәрме? Йәһүә беҙгә: «Мин быны ниәтләнем һәм быны үтәрмен», — ти (Ишағыя 46:9—11; 55:11). Эйе, Йәһүә үҙ ниәтен үтәйәсәк, уға бер ни ҙә ҡамасаулай алмай. Ул ерҙе «юҡҡа ғына түгел», ә билдәле бер маҡсат менән — унда «кешеләр йәшәһен өсөн» булдырған (Ишағыя 45:18). Әммә һүҙ ниндәй кешеләр хаҡында бара, һәм улар күпме йәшәргә тейеш? Изге Яҙмала былай тиелә: «Тәҡүәләр [йәғни Алланы тыңлаған кешеләр] ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29; Асылыш 21:3, 4).
3. Ерҙәге хәлдәрҙе күргәндә, ниндәй һорау тыуа?
3 Әммә бөгөн кешеләр ауырый һәм үлә. Күп ерҙә һуғыштар бара, һәм кешеләр бер-береһен үлтерә. Һис шикһеҙ, Алла быны бер ҙә теләмәгән. Улайһа, нимә булған һуң, һәм ни өсөн шулай килеп сыҡҡан? Был һорауға Изге Яҙма ғына яуап бирә ала.
АЛЛАНЫҢ ДОШМАНЫ
4, 5. а) Йылан аша Һауа менән кем һөйләшкән? б) Намыҫлы кеше нисек ҡараҡ булып китергә мөмкин?
4 Алланың дошманы бар. Инжилдә ул «Иблис йәки Шайтан» тип аталған. Эден баҡсаһында Иблис, йыланды ҡулланып, Һауаға өндәшкән (Асылыш 12:9; Башланмыш 3:1). Ул, Һауа менән йылан һөйләшә, имеш, тип күрһәткән. (7-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
5 Иблисте Алла барлыҡҡа килтергәнме? Юҡ! Башта ул фәрештә булып күктә йәшәгән, әммә һуңыраҡ насар яҡҡа үҙгәргән һәм Иблис булып киткән (Әйүп 38:4, 7). Был нисек килеп сыҡҡан һуң? Мәҫәлән, намыҫлы кеше нисек ҡараҡ булып китергә мөмкин? Бер кеше лә ҡараҡ булып тыумай. Әммә бер ваҡыт, кеше әйберен күреп ҡалып, ул, ошо әйбер минеке булһа ине, тип уйларға мөмкин. Шул әйбер тураһында күберәк уйлаған һайын, уны алыу теләге лә үҫә бара. Мөмкинлек тыуғас, ул был әйберҙе урлай. Шулай итеп, ул ҡараҡ булып китә (Яҡуб 1:13—15-те уҡығыҙ; 8-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
6. Нисек бер фәрештә Алланың дошманы булып киткән?
6 Теге фәрештә менән дә шулай килеп сыҡҡан. Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәндән һуң, Йәһүә уларға балалар тыуҙырырға һәм ерҙе тултырырға ҡушҡан (Башланмыш 1:27, 28). Шул фәрештә, бәлки, былай тип уйлағандыр: «Бөтә был кешеләр Йәһүәгә түгел, миңә табына ала бит!» Ошо турала уйлаған һайын, уның теләге лә үҫә барған — ул кешеләрҙең үҙенә табыныуын теләгән, ә быға Йәһүәнең генә хоҡуғы бар. Шуға күрә шул фәрештә, Һауаны алдап, юлдан яҙҙырған. (Башланмыш 3:1—5-те уҡығыҙ.) Шулай итеп, ул Алланың дошманы — Шайтан Иблис булып киткән.
7. а) Ни өсөн Әҙәм менән Һауа үлгән? б) Ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ?
7 Алла Әҙәм менән Һауаға баҡсалағы бер ағастың емешен ашамаҫҡа ҡушҡан, ашаһағыҙ — үләсәкһегеҙ, тигән. Улар Алланы тыңламаған һәм емеште ашаған (Башланмыш 2:17; 3:6). Шул рәүешле беренсе кешеләр Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған. Ваҡыт уҙыу менән, тап Йәһүә киҫәткәнсә, улар үлгән (Башланмыш 3:17—19). Әҙәм менән Һауаның балалары ла гонаһлы булып тыуған, шуға улар ҙа үлгән. (Римдарға 5:12-не уҡығыҙ.) Ни өсөн, уларҙың балалары ла гонаһлы булған, тип әйтеп була? Быны аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарайыҡ. Икмәк бешереү һауытын күҙ алдына килтерегеҙ. Уның йәмшәйгән урыны бар, ти. Шул һауытта бешерелгән һәр икмәк тә йәмшәйгән булып бешә. Аллаға буйһонмайынса, Әҙәм гонаһлы булып киткән. Беҙ — Әҙәмдең балалары, һәм беҙҙең дә уныҡы кеүек «йәмшәйгән» урыныбыҙ бар — беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы. Гонаһлы булғанлыҡтан беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ. (Римдарға 3:23; 9-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
8, 9. а) Иблис Әҙәм менән Һауаны нимәгә ышандырырға теләгән? б) Ни өсөн Йәһүә фетнәселәрҙе шунда уҡ юҡ итмәгән?
8 Иблис, Әҙәм менән Һауаны Алланы тыңламаҫҡа ҡотортоп, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргән. Ул Әҙәм менән Һауаны, Йәһүә — ялғансы, ул насар идарасы һәм уларҙы бәхеттән мәхрүм итә, тип ышандырырға теләгән. Иблистең һүҙҙәре буйынса, Әҙәм менән Һауа Аллаһыҙ ҙа йәшәй ала, һәм нимә яҡшы, ә нимә насар икәнде улар үҙҙәре хәл итә ала. Быға яуап итеп Йәһүә нимә эшләгән? Ул фетнәселәрҙе үлтереп, фетнәне баҫа алыр ине. Ләкин шулай эш итеү Иблистең ялғансы икәнен күрһәтер инеме? Юҡ.
9 Йәһүә фетнәселәрҙе шунда уҡ юҡ итмәгән. Бының урынына ул кешеләргә күпмелер ваҡыт дауамында үҙҙәре өҫтөнән идара итергә рөхсәт биргән. Сөнки Иблистең ялғансы икәнен һәм кешеләрҙең Йәһүә идараһы аҫтында ғына бәхетле була алыуын күрер өсөн, ваҡыт кәрәк булған. Был хаҡта беҙ 11-се бүлектән күберәк белербеҙ. Һеҙҙеңсә, Әҙәм менән Һауа дөрөҫ эшләгәнме? Иблискә ышанырға, Алланы тыңламаҫҡа уларҙың берәй нигеҙе булғанмы? Әҙәм менән Һауа бәхетле булһын өсөн, Йәһүә барыһын да булдырған. Ул уларҙы мәңге йәшәй алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән, йәшәү өсөн йәмле баҡса биргән һәм ҡыҙыҡлы эш тапшырған. Иблис иһә уларға бер нәмә лә бирмәгән. Һеҙ улар урынында булһағыҙ, нимәне һайлар инегеҙ?
10. Һәр беребеҙ ниндәй мөһим һайлау яһарға тейеш?
10 Бөгөн һәр беребеҙ шундай уҡ һайлау алдында тора. Был һайлауға ғүмеребеҙ бәйле. Йәһүәгә буйһоноп, беҙ Иблистең ялғансы икәнен раҫлай алабыҙ. Йәиһә идарасыбыҙ итеп Иблисте һайлай алабыҙ. (Зәбур 73:28; Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе уҡығыҙa.) Бөгөн бик әҙ кеше Алланы тыңлап йәшәй. Ысынбарлыҡта, донъя менән Алла идара итмәй. Улайһа, донъя менән кем идара итә?
ДОНЪЯ МЕНӘН КЕМ ИДАРА ИТӘ?
11, 12. а) Иблистең Ғайсаға яһаған тәҡдименән беҙ нимә беләбеҙ? б) Иблистең донъя менән идара итеүен Изге Яҙма нисек раҫлай?
11 Ғайса пәйғәмбәр донъя менән кем идара итә икәнен яҡшы белгән. Бер саҡ Иблис уға, «донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә» күрһәтеп, былай тигән: «Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм» (Матфей 4:8, 9; Лука 4:5, 6). Уйлап ҡарағыҙ, әгәр был батшалыҡтар Иблистеке булмаһа, ул уларҙы Ғайсаға тәҡдим итә алыр инеме? Әлбиттә, юҡ. Тимәк, бөтә хөкүмәттәр — Иблис ҡулында.
12 «Нисек инде донъя менән Иблис идара итһен, ти? Ғаләмде Хоҙай Тәғәлә барлыҡҡа килтергән бит!» — тип әйтерһегеҙ (Асылыш 4:11). Эйе, барыһын да Алла барлыҡҡа килтергән, шулай ҙа Ғайса «был донъяның хакимы» тип асыҡтан-асыҡ Иблисте атаған (Яхъя 12:31; 14:30; 16:11). Илсе Павел да Шайтан Иблисте «был донъяның илаһы» тип атаған (2 Коринфтарға 4:3, 4). Илсе Яхъя шулай уҡ: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тип яҙған (1 Яхъя 5:19).
ИБЛИС ДОНЪЯҺЫ НИСЕК ЮҠ ИТЕЛӘСӘК?
13. Ни өсөн беҙгә яңы донъя кәрәк?
13 Был донъя көндән-көн насарая. Тирә-яҡта һуғыштар бара, коррупция, ике йөҙлөлөк, көс ҡулланыу киң таралған. Кешеләр, нисек кенә тырышмаһын, был проблемаларҙы хәл итә алмай. Әммә тиҙҙән Алла был яуыз донъяны Армагеддон һуғышында юҡ итеп, ғәҙел яңы донъя булдырасаҡ. (Асылыш 16:14—16; 10-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
14. Алла үҙенең Батшалығының батшаһы итеп кемде һайлаған? Изге Яҙмала Ғайса тураһында нимә әйтелә?
14 Йәһүә Ғайсаны күктәге үҙ хөкүмәтенең, йәғни Батшалығының, батшаһы итеп ҡуйырға булған. Меңәрләгән йылдар элек Изге Яҙмала, Ғайса «Тыныслыҡ кенәзе» булып идара итәсәк, һәм уның хөкүмәте мәңге торасаҡ, тиелгән булған (Ишағыя 9:6, 7). Ғайса үҙ шәкерттәрен ошо хөкүмәт хаҡында былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:10). Һигеҙенсе бүлектән беҙ Алла Батшалығының донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙе тиҙҙән алмаштырасағын белербеҙ. (Данил 2:44-те уҡығыҙb.) Шунан ул ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. (11-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
ТИҘҘӘН ЯҢЫ ДОНЪЯ!
15. «Яңы ер» тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата?
15 Изге Яҙмала: «Беҙ... хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ», — тип яҙылған (2 Петр 3:13; Ишағыя 65:17). Ҡайһы саҡта, Изге Яҙмала «ер», йәғни «донъя» тип әйтелгәндә, ерҙә йәшәгән кешеләр күҙ уңында тотола (Башланмыш 11:1). Шуға күрә «яңы ер» тигән һүҙбәйләнеш Аллаға буйһонған һәм уның фатихаһын алған кешеләрҙе аңлата.
16. а) Алла үҙенең яңы донъяһында йәшәйәсәк кешеләргә ниндәй иҫ киткес бүләк бирәсәк? б) Мәңге йәшәр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
16 Ғайса вәғәҙә иткәнсә, Алланың яңы донъяһында йәшәйәсәк кешеләр «мәңгелек тормош» аласаҡ (Марк 10:30). Мәңгелек тормошҡа эйә булырға теләһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Яуап табыр өсөн, Яхъя 3:16 һәм 17:3-тө уҡығыҙ. Ерҙәге ожмахта буласаҡ тормош Изге Яҙмала нисек һүрәтләнә? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
17, 18. Бөтә ерҙә тыныслыҡ буласағын һәм хәүефһеҙ йәшәйәсәгебеҙҙе беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
17 Яуызлыҡ, һуғыштар, енәйәтселек һәм көс ҡулланыу булмаясаҡ. Ерҙә яуыз кешеләр бүтән булмаясаҡ (Зәбур 37:10, 11). Алла «бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата» (Зәбур 46:9; Ишағыя 2:4). Бөтә ерҙә Алланы яратҡан һәм уны тыңлаған кешеләр йәшәйәсәк. Ер йөҙөндә һәр саҡ тыныслыҡ буласаҡ (Зәбур 72:7).
18 Йәһүәнең халҡы именлектә хәүефһеҙ йәшәйәсәк. Алланы тыңлаған саҡта, израилдәр хәүефһеҙ йәшәгән, сөнки Алла уларҙы яҡлаған (Левиттар 25:18, 19). Ожмахта беҙ бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаясаҡбыҙ. Һәр ваҡыт үҙебеҙҙе тыныслыҡта тоясаҡбыҙ! (Ишағыя 32:18c; Миҡай 4:4-те уҡығыҙd.)
19. Ерҙәге ожмахта ризыҡ мул буласағын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
19 Ризыҡ мул буласаҡ. «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16). Йәһүә — «беҙҙең Аллабыҙ беҙҙе фатихалар», һәм «ер үҙ емешен бирер» (Зәбур 67:6).
20. Ерҙең ожмахҡа әйләнәсәген беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
20 Ер ожмахҡа әйләнәсәк. Ишағыя 65:21-ҙә әйтелгәнсә, кешеләр «йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар» (Асылыш 11:18-ҙе уҡығыҙ.) Ер, Эден баҡсаһы кеүек, иҫ киткес гүзәл буласаҡ. Йәһүә беҙгә кәрәкле бар нәмәне һәр ваҡыт биреп торасаҡ. Зәбурҙа был хаҡта: «Ҡулыңды асып, Һин һәр тере йәндең теләген ҡәнәғәтләндерәһең», — тип әйтелә (Зәбур 145:16).
21. Кешеләр һәм хайуандар татыу йәшәйәсәк икәнен ҡайҙан беләбеҙ?
21 Кешеләр һәм хайуандар татыу йәшәйәсәк. Хайуандар кешеләргә инде зыян килтермәйәсәк. Хатта бәләкәй балалар ҙа бөгөн ҡурҡыныс тип иҫәпләнгән хайуандар эргәһендә үҙен хәүефһеҙ тоясаҡ. (Ишағыя 65:25-те уҡығыҙe; Ишағыя 11:6—9.)
22. Ни өсөн кешеләр бүтән ауырымаясаҡ?
22 Ауырыуҙар булмаясаҡ. Ғайса ерҙә йәшәгәндә ауырыған кешеләрҙе һауыҡтырған (Матфей 9:35; Марк 1:40—42; Яхъя 5:5—9). Ә инде киләсәктә ул, Алла Батшалығының батшаһы булараҡ, бар кешене лә сәләмәтләндерәсәк. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «ауыртыу инде булмаясаҡ» (Ишағыя 35:5, 6; Асылыш 21:4).
23. Үлгәндәр өсөн Алла нимә эшләйәсәк?
23 Үлгәндәр яңынан йәшәйәсәк. Алла миллионлаған үлгән кешеләрҙе терелтергә вәғәҙә бирә. «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк». (Яхъя 5:28, 29-ҙы уҡығыҙ; Ғәмәлдәр 24:15.)
24. Ожмахта йәшәү мөмкинлеге хаҡында һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
24 Беҙ бөтәбеҙ ҙә һайлау алдында торабыҙ: Йәһүә хаҡында белем алып, уға хеҙмәт итергәме, әллә үҙебеҙ теләгәнсә йәшәргәме. Әгәр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайлаһаҡ, беҙҙе матур киләсәк көтә. Әйҙәгеҙ, Ғайса пәйғәмбәр хаҡында һәм уның Алла биргән иҫ киткес вәғәҙәләрҙе нисек үтәйәсәге хаҡында күберәк беләйек.
a Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын».
b Данил 2:44: «Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ».
c Ишағыя 32:18: «Минең халҡым тыныслыҡ хөкөм һөргән урындарҙа, ҡурҡынысһыҙ ерҙәрҙә һәм имен тораҡтарҙа йәшәр».
d Миҡай 4:4: «Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ, был бит — Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүәнең ауыҙынан сыҡҡан һүҙ».
e Ишағыя 65:25: «„Бүре менән һарыҡ бәрәсе бергә туҡланыр, арыҫлан, үгеҙ һымаҡ, һалам ашар, ә йыландың ризығы тупраҡ булыр. Улар минең бөтөн изге тауымда яуызлыҡ эшләмәҫ һәм зыян килтермәҫ“, — ти Йәһүә».