Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Тимәтигә 1
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Тимәтигә. Йөкмәтке

      • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

      • Ялған уҡытыусыларға ҡағылышлы киҫәтеү (3—11)

      • Пауылға сикһеҙ игелек күрһәтелгән (12—16)

      • «Мәңгелек батшаһы» (17)

      • Лайыҡлы көрәш алып бар (18—20)

1 Тимәтигә 1:2

Төшөрмәләр

  • *

    «Алланы хөрмәт итеүсе» тигәнде аңлата.

1 Тимәтигә 1:8

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «законға ярашлы».

1 Тимәтигә 1:9

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тоғро мөхәббәткә эйә булмағандар».

1 Тимәтигә 1:10

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ир-ат менән ятҡан ирҙәр».

  • *

    Йәки «ялған ант биреүселәр».

  • *

    Йәки «файҙалы».

1 Тимәтигә 1:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 125 мәҡәлә

1 Тимәтигә 1:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2019, 30—31 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2016, 25 б.

1 Тимәтигә 1:18

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2020, 28—30 бб.

Башҡа тәржемәләр

Изге Яҙманан параллель аяттарҙы күрер өсөн кәрәкле аяттың һанына баҫығыҙ.
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Тимәтигә 1:1—20

Беренсе Тимәтигә

1 Мин, Ҡотҡарыусыбыҙ Алланың һәм өмөтөбөҙ Мәсих Ғайсаның ихтыяры буйынса Мәсих Ғайсаның илсеһе Пауыл, 2 иман юлында йөрөүсе ысын улым Тимәтигә* яҙам.

Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Мәсих Ғайса һиңә сикһеҙ игелек һәм мәрхәмәт күрһәтеп, тыныслыҡ бирһендәр!

3 Македонияға китер алдынан, мин һинән Эфеста ҡалыуыңды һорағайным, хәҙер ҙә был турала һорайым. Унда ялған тәғлимәттәр таратҡандарға, 4 уйҙырмалар тыңлағандарға һәм шәжәрәләр менән мауыҡҡандарға улай эшләмәҫкә ҡуш. Ундай нәмәләр бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, ә фараздар ғына тыуҙыра һәм Алла иманды нығытыу өсөн биргән нәмәләргә бер нисек тә ҡағылмай. 5 Был күрһәтмәләр барыһында ла ысын йөрәктән, саф выждандан һәм эскерһеҙ имандан сыҡҡан яратыу булһын өсөн кәрәк. 6 Быларҙы ҡалдырып, ҡайһы берәүҙәр мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәр менән мауығып киткән. 7 Улар ҡанун уҡытыусылары булырға теләй, ләкин нимә һөйләгәндәрен дә, нимә тип ныҡышҡандарын да аңламай.

8 Беҙ иһә Ҡанундың һәйбәт икәнен беләбеҙ, тик уны дөрөҫ* ҡулланырға кәрәк. 9 Сөнки ҡанундар тәҡүәләр өсөн түгел, ә ҡанунһыҙҙар, фетнәселәр, тәҡүә булмағандар, гонаһлылар, тоғролоҡһоҙҙар*, изге нәмәләрҙе нәжесләүселәр, ата-әсәләрен йә башҡа кешеләрҙе үлтереүселәр, 10 аҙғындар*, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр*, кеше урлаусылар, алдаҡсылар, ант боҙоусылар* һәм хаҡ* тәғлимәткә ҡаршы килгәнде эшләүселәрҙең барыһы өсөн сығарыла. 11 Ошо хаҡ тәғлимәттең нигеҙендә бәхетле Алланың миңә ышанып тапшырған шөһрәтле һөйөнөслө хәбәре ята.

12 Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе Хужабыҙ Мәсих Ғайсаға рәхмәтлемен, сөнки ул мине, хеҙмәткә билдәләп, тоғро тип һананы. 13 Ә мин бит элек эҙәрләүсе, Алланы хурлаусы, битһеҙ кеше инем. Шулай ҙа миңә мәрхәмәт күрһәтелде, мин бит белемем дә, иманым да булмағанға шулай эш иттем. 14 Әммә Раббыбыҙ миңә сикһеҙ игелеген мул итеп күрһәтте, мин шулай уҡ иманға һәм Мәсих Ғайсаның яратыуына эйә булдым. 15 Бына хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ һүҙҙәр: Мәсих Ғайса донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, ә улар араһында иң гонаһлыһы — мин. 16 Шулай ҙа, минең миҫалымда — иң гонаһлы кешелә — Мәсих Ғайса үҙенең ни тиклем түҙемле булғанын күрһәтә алһын өсөн, миңә мәрхәмәт күрһәтелде. Шулай итеп мин уға ышанасаҡ һәм мәңгелек тормошҡа эйә буласаҡ кешеләр өсөн миҫал булдым.

17 Мәңгелек батшаһына — үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ берҙән-бер Аллаға — мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан булһын! Амин.

18 Улым Тимәти, мин һиңә был күрһәтмәләрҙе һинең турала әйтелгән пәйғәмбәрлектәргә ярашлы бирәм. Был пәйғәмбәрлектәр һиңә артабан да лайыҡлы көрәш алып барып, 19 иманыңды юғалтмаҫҡа һәм выжданыңды саф килеш һаҡларға көс бирер. Ҡайһы берәүҙәр иһә саф выждандан баш тартҡан, һөҙөмтәлә имандары һәләкәткә осраған карап шикелле емерелгән. 20 Улар араһында — Һимәнәй менән Искәндәр. Мин уларҙы, яза аша Аллаға ҡаршы һөйләмәҫкә өйрәнһендәр өсөн, Шайтанға тапшырҙым.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу