Беренсе Петер
4 Мәсих кеше булған сағында ғазап кисергән икән, һеҙ ҙә уныҡы кеүек уй-фекер йүнәлеше* менән ҡоралланығыҙ. Ғазап кисергән кеше гонаһ ҡылыуҙан туҡтай, 2 ул быны ерҙәге ҡалған ваҡытын кешеләргә хас теләктәр буйынса түгел, ә Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн эшләй. 3 Үткәндә һеҙ шаҡтай ваҡыт был донъя кешеләре кеүек йәшәнегеҙ: үҙегеҙҙе оятһыҙ тоттоғоҙ*, төрлө нәфселәргә, эскелеккә бирелдегеҙ, ҡоторонҡо кисәләрҙә, тыйылғыһыҙ эсеү мәжлестәрендә ҡатнаштығыҙ, ерәнгес боттарға табындығыҙ. 4 Хәҙер улар, һеҙҙең бүтән үҙҙәре менән бергә шул уҡ аҙғынлыҡ юлынан бармағанығыҙға ғәжәпләнеп, һеҙҙе яманлай. 5 Ләкин улар тиҙҙән тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Зат алдында яуап бирәсәк. 6 Шуға күрә һөйөнөслө хәбәр үлеләргә лә вәғәзләнде. Был, уларҙы кеше күҙлегенән сығып тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап хөкөм итһәләр ҙә, улар Алла күҙлегенән рухи яҡтан тере булһын* өсөн эшләнде.
7 Ләкин һәр нәмәнең ахыры яҡынлаша. Шуға күрә айыҡ аҡыллы булығыҙ һәм һәр ваҡыт доғаның мөһимлеген иҫтә тотоғоҙ*. 8 Иң мөһиме, бер-берегеҙҙе ныҡ яратығыҙ, сөнки яратыу күп гонаһтарҙы ҡаплай. 9 Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ*. 10 Алланың сикһеҙ игелеге буйынса алынған төрлө бүләктәр менән өлгөлө идара итеүселәр булараҡ, һәр берегеҙ ниндәй күләмдә бүләк алған булһа, шул күләмдә уны бер-берегеҙгә хеҙмәт итеп ҡулланығыҙ. 11 Берәйһе һөйләй икән, был хәбәр Алланан икәне асыҡ күренерлек итеп һөйләһен. Берәйһе башҡаларға хеҙмәт итә икән, Алла биргән көскә таянып хеҙмәт итһен. Шул саҡта Алла бөтә нәмәлә Ғайса Мәсих аша данланыр. Дан һәм ҡөҙрәт мәңгегә уныҡы. Амин.
12 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, ҡаты һынауҙарға* осрағанығыҙға ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ. 13 Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарын уртаҡлашҡанығыҙға шатланығыҙ, шул саҡта уның даны асылғанда ла шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ. 14 Мәсих исеме өсөн һеҙҙе мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки был һеҙҙә дан рухы, Алла рухы, бар икәнен күрһәтә.
15 Шулай ҙа берегеҙҙең дә кеше үлтереүсе йә ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йә кеше эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сигеүен теләмәйем. 16 Ә кемдер мәсихсе булараҡ ғазап сикһә, оялмаһын, ә мәсихселәрсә йәшәп, артабан да Алланы данлаһын. 17 Сөнки хөкөм ваҡыты етте, һәм хөкөм Алла йортонан башлана. Әгәр хөкөм беҙҙән башлана икән, Алланың һөйөнөслө хәбәрен ҡабул итмәгәндәр* менән нимә булыр? 18 «Әгәр тәҡүә кешегә ҡотолоу еңел түгел икән, тәҡүә булмаған һәм гонаһ ҡылып йөрөгән кеше менән нимә булыр?» 19 Алла ихтыярын үтәгәндәре өсөн ғазап сиккәндәр үҙҙәрен тоғро Барлыҡҡа килтереүсегә тапшырһын һәм артабан да изгелек ҡылһын.