Яҡуп хаты
1 Мин, Яҡуп, Алланың һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең ҡоло, донъя буйлап таралған 12 ҡәбиләгә яҙам.
Һеҙҙе сәләмләйем!
2 Ҡәрҙәштәр, төрлө һынауҙар менән осрашҡанда шатланығыҙ, 3 сөнки һыналған иманығыҙ һеҙҙе сыҙамлы иткәнен беләһегеҙ. 4 Сыҙамлыҡҡа үҙ эшен ахырына тиклем еткерергә мөмкинлек бирегеҙ, шул саҡта һеҙ һәр йәһәттән камил һәм тел тейҙергеһеҙ, һис ниндәй кәмселекһеҙ булырһығыҙ.
5 Әгәр кемегеҙгәлер аҡыллылыҡ етмәһә, барыһына ла шелтәләмәйенсә*, мул итеп биргән Алланан һораһын, һәм уға бирелер. 6 Әммә бер ҙә икеләнмәйенсә, иман менән һорарға кәрәк, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғытып ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаш. 7 Ундай кеше Йәһүәнән ни ҙә булһа алырға уйламаһын да. 8 Ул баҙнатһыҙ, бөтә эштәрендә лә үҙгәреүсән кеше.
9 Ярлы ҡәрҙәш үҙенең юғары күтәрелеүенә ҡыуанһын*, 10 ә бай үҙенең түбәнәйеүенә шатланһын, сөнки байҙар ялан сәскәһе кеүек юҡҡа сығасаҡ. 11 Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте ҡорота, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Шуның шикелле, байҙар ҙа аҡса артынан ҡыуып, юҡҡа сығасаҡ.
12 Һынауҙы сыҙамлыҡ менән кисергән кеше бәхетле, сөнки уны үтеп сыҡҡас, ул Йәһүә үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош менән бүләкләнәсәк*. 13 Һынау менән осрашҡанда, берәү ҙә: «Мине Алла һынай», — тимәһен, сөнки Алланы яуызлыҡ менән һынап* булмаған кеүек, ул да берәүҙе лә яуызлыҡ менән һынамай. 14 Ләкин һәр кемде үҙ теләге ымһындырып ҡоторта*, шулай итеп ул һынала. 15 Шунан һуң теләк, көсәйеп киткәс, кешене гонаһ ҡылырға этәрә*, ә ҡылынған гонаһ уны үлемгә килтерә.
16 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, алданмағыҙ. 17 Бөтә изгелекле һәм камил бүләктәр — юғарынан, күк яҡтыртҡыстары Атаһынан килә, ә ул үҙгәреп торған күләгә шикелле түгел, һис үҙгәрмәй. 18 Ул беҙҙе, үҙе бар иткәндәр араһынан һайлап алған тәүге емештәр булһындар тип, үҙенең ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.
19 Ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, онотмағыҙ: һәр кем тыңларға әҙер булһын, һөйләргә ҡабаланмаһын һәм асыуланырға ашыҡмаһын, 20 сөнки асыуланған кеше Аллаға яраҡлы тәҡүәлек буйынса эш итмәй. 21 Шуға күрә бөтә бысраҡтан таҙарынығыҙ, яуызлыҡтың эҙе лә ҡалмаһын*. Алла һүҙен йыуашлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уға үҙегеҙҙә тамыр йәйергә юл ҡуйығыҙ, сөнки ул һеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.
22 Ялған фекер йөрөтөүҙәр менән үҙ-үҙегеҙҙе алдап, һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, ә уны үтәгеҙ. 23 Сөнки әгәр ҙә кемдер һүҙҙе тыңлап та уны үтәмәй икән, шул үҙенең йөҙөн көҙгөнән ҡарап торған кешегә оҡшаш: 24 ул үҙенә ҡарай ҙа, ситкә китеү менән, үҙенең ниндәй икәнен шунда уҡ онота. 25 Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшерә һәм уны тота, шул кеше ишеткәнен онотмай, ә уны үтәй. Шулай эшләп, ул бәхетле булыр.
26 Кем дә кем, Аллаға табынам, тип уйлап та телен тыймай* икән, шул үҙ-үҙен* алдай, уның табыныуы бушҡа ғына. 27 Аллабыҙ һәм Атабыҙ ҡаршыһында саф һәм тапланмаған табыныу — бәләгә эләккән етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм был донъяның боҙоҡ юлдарынан һаҡланыу ул.