Матфай яҙған
16 Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде һәм, уны һынарға теләп, күктән берәй билдә күрһәтеүен һораны. 2 Ғайса уларға былай тине: «Кис еткәс, һеҙ „көн аяҙ була, сөнки күк йөҙө ҡыҙыл“ тип әйтәһегеҙ, 3 ә иртән „бөгөн һыуыҡ була һәм ямғыр яуа, сөнки күк йөҙө ҡыҙыл булһа ла, уны болоттар ҡаплаған“ тип әйтәһегеҙ. Күккә ҡарап, һауа торошон әйтә алаһығыҙ, ә булып ятҡан ваҡиғаларҙың мәғәнәһен* аңлай алмайһығыҙ. 4 Аллаға тоғро булмаған яуыз тоҡом һәр ваҡыт билдә һорай, әммә уға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа бер ниндәй билдә бирелмәҫ». Шунан Ғайса уларҙы ҡалдырып, китеп барҙы.
5 Уның шәкерттәре икенсе ярға сыҡты. Улар үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны. 6 Ғайса уларға әйтте: «Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар менән саддукейҙар әсеткеһенән һаҡланығыҙ». 7 Улар үҙ-ара: «Моғайын, ул үҙебеҙ менән икмәк алмағанға шулай әйтәлер», — тиеште. 8 Быны абайлап, Ғайса әйтте: «Ни өсөн икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? Иманығыҙ ҡайҙа*? 9 Һаман да аңламайһығыҙмы ни? 5 000 кешене биш икмәк менән туйындырғанымды һәм нисә кәрзин йыйып алғанығыҙҙы иҫләмәйһегеҙме әллә? 10 Шулай уҡ 4 000 кешене ете икмәк менән туйындырғанымды һәм нисә ҙур кәрзин йыйғанығыҙҙы оноттоғоҙмо? 11 Һеҙгә аңлашылмаймы ни? Мин һеҙгә икмәк тураһында түгел, ә фарисейҙар менән саддукейҙар әсеткеһенән һаҡланыу тураһында әйттем». 12 Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһе тураһында һөйләмәгәнен, ә фарисейҙар менән саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар.
13 Филип Ҡайсарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса шәкерттәренән былай тип һораны: «Халыҡ Әҙәм Улы тураһында нимә һөйләй? Уны кем тип һанай?» 14 «Берәүҙәр уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре — Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йәрәмиә йә башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип әйтә», — тине улар. 15 Шунда ул: «Ә һеҙ мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?» — тип һораны. 16 «Һин — Мәсих, тере Алланың Улы», — тип яуап бирҙе Шимун Петер. 17 Ғайса уға әйтте: «Юныс улы Шимун, һин бәхетле, сөнки һиңә быны кешеләр түгел*, ә минең күктәге Атайым асҡан. 18 Мин һиңә әйтәм: һин Петер, һәм был ҡаяла мин үҙ йыйылышымды төҙөрмөн, ҡәбер* ҡапҡалары уны еңә алмаҫ. 19 Мин һиңә күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен, һин ерҙә япҡан бөтә нәмә күктә инде ябылған* булыр һәм һин ерҙә асҡан бөтә нәмә күктә инде асылған* булыр». 20 Шунан ул шәкерттәренә үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
21 Шул ваҡыттан бирле Ғайса шәкерттәренә үҙенең Йәрүсәлимгә барырға тейешлеген, унда аҡһаҡалдар, өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре арҡаһында күп ғазап күрәсәген һәм үлтерелеп, өсөнсө көнгә тереләсәген аңлата башланы. 22 Шунда Петер Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, уны шелтәләргә тотондо: «Улай тимә*, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!» 23 Әммә Ғайса, уға арты менән боролоп, былай тине: «Кит янымдан*, Шайтан! Һин минең өсөн абыныу ташы, сөнки һиндә Алла уйҙары түгел, ә кеше уйҙары».
24 Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тине: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен һәм үҙенең яфаланыу бағанаһын* алып, миңә эйәрһен. 25 Кем үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалырға теләй, шул уны юғалтыр. Ә кем үҙ ғүмерен минең хаҡҡа юғалтһа, шул уны һаҡлар. 26 Ысындан да, әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып та, ғүмерен юғалтһа, бынан уға ни файҙа? Кеше үҙ ғүмере өсөн нимә бирер? 27 Сөнки Әҙәм Улы үҙенең фәрештәләре менән Атаһының данында килеп, һәр кемгә эштәренә ҡарап тейешлеһен бирер. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында торғандарҙың ҡайһы берҙәре Әҙәм Улының батша данында* килеүен күрмәйенсә үлмәҫ».