Илселәрҙең эштәре
2 Илленсе көн байрамында улар бөтәһе лә бергә йыйылды. 2 Ҡапыл күктән көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде, һәм улар ултырған йорт шул тауыш менән тулды. 3 Улар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе. Был телдәр бүленеп, берәмләп уларҙың һәр береһенә төштө. 4 Шул саҡ уларҙың барыһы ла изге рух менән һуғарылып, төрлө телдәрҙә һөйләшә башланы; был һәләтте улар рух арҡаһында алды.
5 Ул ваҡытта Йәрүсәлимдә төрлө илдәрҙән булған диндар йәһүдтәр бар ине. 6 Шул тауыш ишетелгәс, халыҡ йыйылып китте. Барыһы ла аптырашта ҡалды, сөнки һәр кем шәкерттәрҙең уның үҙенең телендә һөйләшкәнен ишетте. 7 Улар бик ныҡ аптырап: «Бөтә был кешеләр Ғәлиләйәнән түгелме һуң? — тинеләр. — 8 Улайһа, нисек инде һәр беребеҙ үҙ туған телен ишетә? 9 Парфия, Мадай, Ғилам, Месопота́мия һәм Йәһүҙиә кешеләре, Каппадо́кия, Понт һәм Азия* кешеләре, 10 Фригиә һәм Памфилияла, Мысырҙа һәм Ли́вияның Кирини янындағы райондарында йәшәүселәр, шулай уҡ Римдан килгән еврейҙар һәм йәһүд диненә күскәндәр*, 11 криттар һәм ғәрәптәр — бөтәбеҙ ҙә уларҙың Алланың бөйөк эштәре тураһында беҙҙең телдәрҙә һөйләгәнен ишетәбеҙ». 12 Барыһы ла хайран ҡалды һәм аптырашып: «Ниндәй хәл был?» — тиеште. 13 Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Улар шарап* эсеп иҫергән», — тип көлдө.
14 Пете́р иһә 11 илсе менән алға сығып*, ҡысҡырып былай тип һөйләй башланы: «Йәһүҙиә кешеләре һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙсы. 15 Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, сөнки әле сәғәт иртәнге туғыҙ*. 16 Ләкин ошолай итеп һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Йәил пәйғәмбәрҙең бындай һүҙҙәре үтәлә: 17 „Һуңғы көндәрҙә, — ти Алла, — мин барлыҡ кешеләргә үҙемдең рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, егеттәрегеҙгә илаһи күренештәр бирелер, ҡарттарығыҙ төштәр күрер. 18 Хатта ҡол ирҙәргә һәм ҡол ҡыҙҙарға ла рухымды яуҙырырмын, һәм улар пәйғәмбәрлек итер. 19 Мин күктә мөғжизәләр ҡылырмын һәм ерҙә билдәләр — ҡан, ут һәм ҡуйы төтөн күрһәтермен. 20 Йәһүәнең бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш — ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер. 21 Йәһүәне исемен әйтеп саҡырған һәр кем ҡотолор“.
22 Исраилдар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Алла Назаралы Ғайса аша һеҙҙең арағыҙҙа ғәжәп эштәр, мөғжизәләр ҡылып һәм билдәләр күрһәтеп, уны үҙе ебәргәнен иҫбат итте. Һеҙ быны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 23 Был кеше һеҙҙең ҡулығыҙға Алланың ҡарар итеүе һәм алдан күреүе буйынса тапшырылды. Һеҙ уны ҡанунһыҙҙар ҡулы менән бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерҙегеҙ. 24 Әммә Алла уны үлем хакимлығынан* азат итеп терелтте, һәм үлем уны тотоп ҡала алманы. 25 Дауыт уның хаҡында былай ти: „Йәһүә һәр ваҡыт минең күҙ алдымда. Ул минең уң яғымда булғанға, мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. 26 Шуға күрә күңелем шатлана, телем ҡыуана. Мин өмөт менән йәшәрмен, 27 сөнки һин мине* ҡәберҙә* ҡалдырмаҫһың һәм үҙ тоғроңа серергә бирмәҫһең. 28 Һин миңә тормош юлын күрһәттең. Мин һинең яныңда булғанда, күңелемде шатлыҡ менән тултырырһың“.
29 Ағай-эне, һеҙгә туранан-тура әйтергә рөхсәт итегеҙ: ырыу башлығы Дауыт үлгән һәм ерләнгән. Уның ҡәбере әлеге көнгәсә һаҡланған. 30 Дауыт пәйғәмбәр булған, һәм Алла уға тоҡомдарының береһен тәхеткә ултыртырға ант иткән. Был хаҡта белгәнгә, 31 ул Мәсихтең тереләсәген алдан күреп, уның ҡәберҙә* ҡалдырылмаясағы һәм тәненең серемәйәсәге хаҡында әйткән. 32 Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә быға шаһит. 33 Ул, күккә күтәрелеп һәм Алланың уң яғына ултырып, Атанан вәғәҙә ителгән изге рухты алғанға, уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрәһегеҙ һәм ишетәһегеҙ. 34 Дауыт үҙе күккә күтәрелмәгән, ләкин ул былай ти: „Йәһүә минең Хужама әйтте: 35 „Мин дошмандарыңды аяғың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“. 36 Шуға күрә бөтә Исраил яҡшы белһен: һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны Алла Хужа һәм Мәсих итте».
37 Был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә барып ҡаҙалды. Шунда улар Петерҙән һәм башҡа илселәрҙән: «Ағай-эне, беҙгә ни эшләргә һуң?» — тип һораны. 38 Пете́р былай тине: «Гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Ғайса Мәсихте танып* һыуға сумдырылығыҙ, шул саҡта бүләк итеп изге рух алырһығыҙ. 39 Сөнки был вәғәҙә һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм йыраҡта булғандарға — Йәһүә Аллабыҙ үҙенә саҡырған һәр кемгә бирелгән». 40 Пете́р уларға башҡа бик күп ышандырырлыҡ дәлилдәр ҙә килтерҙе* һәм уларҙы: «Был боҙоҡ быуындан һаҡланығыҙ», — тип өндәне. 41 Петерҙең һүҙҙәрен шатланып ҡабул иткән кешеләр һыуға сумдырылды. Шул көндө шәкерттәргә 3 000 тирәһе кеше ҡушылды. 42 Улар илселәрҙән өйрәнеүен дауам итте, бер-береһе менән аралашты*, бергә ашаны һәм доға ҡылды.
43 Бөтә кешене ҡурҡыу солғап алды, сөнки илселәр аша күп мөғжизәләр һәм билдәләр күрһәтелә ине. 44 Ғайсаға ышана башлағандарҙың барыһы бергә булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45 Улар үҙ мөлкәтен һәм ерҙәрен һатып, аҡсаһын һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирә ине. 46 Шәкерттәр көн һайын ғибәҙәтханала йыйылды, бер-береһен үҙҙәренә ашарға саҡырып, ризыҡтарын ихлас күңел һәм ҙур шатлыҡ менән бүлеште. 47 Улар Алланы данланы һәм бөтә халыҡтың хуплауын яуланы. Ә Йәһүә көн һайын ҡотолоу юлына баҫҡандарҙың һанын арттырып торҙо.