12-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙманы артабан да өйрәнергә нимә ярҙам итер?
Изге Яҙманы өйрәнеү ҡыҙыҡлы сәйәхәткә оҡшаш. Әммә юлда төрлө ауырлыҡтар осрарға мөмкин. Һинең хатта ҡайһы берҙә: «Изге Яҙма өйрәнеүен дауам итергә кәрәкме икән?» — тигән уй тыуырға мөмкин. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бирешмәҫкә һәм өйрәнеүҙе ҡалдырмаҫҡа һиңә нимә ярҙам итер?
1. Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү мөһим?
«Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле» (Еврейҙарға 4:12). Изге Яҙмала Алланың уй-фекерҙәре яҙылғанға, ул ҙур ҡиммәткә эйә. Уны өйрәнеп, һин шулай уҡ Алла һине бик ныҡ яратҡанын белерһең. Алла Һүҙе белем генә биреп ҡалмай, ул ысын зирәклеккә өйрәтә һәм өмөт бирә. Ә иң мөһиме, ул Йәһүәнең дуҫы булып китергә ярҙам итә. Изге Яҙманы өйрәнеп, һин тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәртерһең.
2. Ни өсөн Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттең ҡиммәтен аңлау мөһим?
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе ҡиммәтле хазина менән сағыштырып була. Бына ни өсөн Алла Һүҙе беҙҙе хәҡиҡәтте һатып алырға һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмәҫкә өндәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:23). Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттең ни тиклем ҡиммәтле булыуын иҫебеҙҙә тотоу мөһим. Шул саҡта беҙ, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, өйрәнеүҙе дауам итер өсөн күп көс һалырбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4, 5-те уҡы.)
3. Йәһүә һиңә нисек ярҙам итә ала?
Йәһүә — Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ һәм Дуҫыбыҙ. Ул һинең үҙе менән яҡшыраҡ танышыуыңды теләй. Алла һиңә эш итер өсөн «теләк тә, һәләт тә» бирә ала. (Филиптарға 2:13-тө уҡы.) Шуға күрә, Изге Яҙманы өйрәнергә һәм белгәндәреңде тормошта ҡулланырға этәргес көс кәрәк булһа, ул һиңә ярҙам итер. Баҫым һәм ҡаршылыҡтарҙы еңергә өҫтәмә көс кәрәк булһа, Алла уны һиңә бирер. Өйрәнеүҙе ҡалдырмаҫ өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорап һәр ваҡыт доға ҡыл (1 Фессалоникаларға 5:17).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Башҡаларҙың баҫым яһауына һәм ваҡыт етмәүгә ҡарамаҫтан, Изге Яҙманы артабан да өйрәнергә нимә ярҙам итә алғанын бел. Шулай уҡ Йәһүәнең һиңә нисек ярҙам итәсәген ҡарап сыҡ.
4. Изге Яҙманы өйрәнеү беренсе урында торһон
Ҡайһы саҡта, эш күп булғанға, ҡырҡҡа ярылырҙай булаһың һәм Изге Яҙманы өйрәнеүгә ваҡыт етмәй кеүек тойола. Ул саҡта нимә эшләргә һуң? Филиптарға 1:10-ды уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Һинеңсә, тормошта нимә ысындан да мөһим?
Изге Яҙма өйрәнеүен тормошта мөһим урынға ҡуйыр өсөн, һин нимә эшләй алаһың?
А. Биҙрәгә тәүҙә ҡом тултырһаң, таштар инде һыймаҫ
Б. Әммә тәүҙә таштар һалһаң, ҡом өсөн дә урын ҡалыр. Шуның шикелле, ысындан да мөһим нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйһаң, башҡа эштәр өсөн дә ваҡыт табылыр
Изге Яҙманы өйрәнеү беҙҙең рухи ихтыяжыбыҙҙы — Алла тураһында белем алыу һәм уға табыныу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Матфей 5:3-тө уҡы һәм яуап бир:
Изге Яҙма өйрәнеүен беренсе урынға ҡуйһаҡ, был беҙгә ниндәй файҙа килтерер?
5. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, сыҙам булып ҡал
Башҡалар һине өйрәнеүҙе ташларға өндәргә мөмкин. Франческо миҫалына иғтибар ит. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:
Франческо Изге Яҙманы өйрәнә башлағаны тураһында әйткәс, дуҫтары һәм ғаиләһе быға нисек ҡараған?
Франческо сыҙамлығы өсөн нисек бүләкләнгән?
2 Тимофейға 2:24, 25-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Ғаиләң һәм дуҫтарың Изге Яҙманы өйрәнгәнеңә нисек ҡарай?
Берәйһенә Изге Яҙманы өйрәнеүең оҡшамаһа, ошо аят буйынса, һиңә шул кеше менән үҙеңде нисек тоторға кәрәк? Аңлат.
6. Йәһүәнән ярҙам һора
Йәһүәгә яҡынлашҡан һайын, уны ҡыуандырыу теләге лә үҫә бара. Әммә тормошто үҙгәртеү һәм Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәү еңел булмаҫҡа мөмкин. Һинең дә шулай булһа, бирешмә, Йәһүә һиңә ярҙам итер. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир:
Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, Джим тормошон нисек үҙгәрткән?
Уның өлгөһө һине нимәһе менән ғәжәпләндерҙе?
Еврейҙарға 11:6-ны уҡы һәм яуап бир:
Йәһүә үҙен «эҙләгән кешеләргә», йәғни уның тураһында белем алырға һәм уға яраҡлы тормош алып барырға тырышҡан кешеләргә нимә вәғәҙә итә?
Изге Яҙманы өйрәнеүҙе дауам итеүең Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙыра?
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ниңә һин Изге Яҙманы өйрәнәһең?»
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Изге Яҙманы өйрәнеү еңел булмаһа ла, был — мәңгелек тормошҡа алып барған берҙән-бер юл. Һәр ваҡыт Йәһүәнән ярҙам эҙлә, һәм ул һине һис шикһеҙ фатихалар.
Ҡабатлау
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр һинең өсөн ни тиклем ҡиммәтле?
Һин ысындан да мөһим нәмәне нисек һайлай алаһың?
Ни өсөн, Изге Яҙманы артабан да өйрәнер өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорау мөһим?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Күптәргә үҙ ваҡытын аҡыллы итеп ҡулланырға ярҙам иткән дүрт кәңәште ҡарап сыҡ.
«Ваҡытты нисек аҡыллы итеп ҡулланырға?» («Уянығыҙ!», 2014 йыл, февраль)
Бер ҡатындың ире уның Алланы ҡыуандырыр өсөн һалған тырышлыҡтарын аңламаған. Йәһүәнең шул ҡатынға нисек ярҙам иткәненә иғтибар ит.
Ҡатыны өйрәнеүен туҡтатмағанға күрә, бер ирҙең тормошо яҡшырған.
Ҡайһы саҡта Йәһүә шаһиттарын ғаиләләрҙе тарҡатыуҙа ғәйепләйҙәр. Әммә был ысынлап та шулаймы?