33-СӨ ДӘРЕС
Алла Батшалығы ниндәй эштәр башҡарасаҡ?
Алла Батшалығы инде идара итә. Тиҙҙән ул ерҙә ҙур үҙгәрештәр яһаясаҡ. Әйҙә, Батшалыҡтың ниндәй эштәр башҡарасағын ҡарап сығайыҡ.
1. Нисек Алла Батшалығы ерҙә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштырасаҡ?
Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы, Армагеддон һуғышында яуыз кешеләрҙе һәм кеше хөкүмәттәрен юҡ итәсәк (Асылыш 16:14, 16). Шул саҡта Изге Яҙмалағы: «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ», — тигән һүҙҙәр тулыһынса үтәләсәк (Зәбур 37:10). Батшалыҡ ярҙамында Ғайса бөтә ер йөҙөндә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек урынлаштырасаҡ. (Ишағыя 11:4-те уҡы.)
2. Ерҙә Алла ихтыяры үтәлгәс, тормош ниндәй буласаҡ?
Алла Батшалығының идараһы аҫтында «тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29). Күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара: ерҙә тик һәйбәт кешеләр генә йәшәй, улар Йәһүәне һәм бер-береһен ярата, бер кем дә ауырымай, һәм барыһы ла мәңге йәшәй!
3. Яуыз кешеләр юҡ ителгәс, Алла Батшалығы нимә эшләйәсәк?
Яуыздар юҡ ителгәс, Ғайса тағы 1 000 йыл Батша булып идара итәсәк. Был ваҡыт дауамында Ғайса һәм уның 144 000 хакимдашы кешеләргә камил булып китергә һәм гонаһтың эҙемтәләренән арынырға ярҙам итер. Был осорҙоң аҙағында ер иҫ киткес ожмахҡа әйләнер. Кешеләр бәхетле булыр, сөнки Йәһүәнең ҡанундарына буйһоноп йәшәр. Шул саҡта Ғайса хакимлыҡты үҙенең Атаһы Йәһүәгә ҡайтарыр, һәм Йәһүәнең исеме быға тиклем һис ҡасан булмағанса изгеләндерелер (Матфей 6:9, 10). Быларҙың барыһы Йәһүәнең яҡшы идарасы булғанын һәм кешеләр хаҡында ҡайғыртҡанын күрһәтер. Шунан Йәһүә Шайтанды, ендәрҙе һәм улар яҡлы булған бөтә кешеләрҙе юҡ итер (Асылыш 20:7—10). Алла Батшалығы ерҙә мәңгегә камил шарттар булдырыр.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Алланың Батшалыҡ ярҙамында үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә дәлилдәр ҡарап сыҡ.
4. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен юҡҡа сығарасаҡ
«Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына» килтерә (Вәғәзсе 8:9). Йәһүә Батшалыҡ ярҙамында был зыянды ҡаплар һәм ғәҙелһеҙлекте бөтөрөр.
Данил 2:44 һәм 2 Фессалоникаларға 1:6—8-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Йәһүә һәм уның Улы Ғайса кеше хөкүмәттәре һәм улар яҡлы булған кешеләр менән нимә эшләйәсәк?
Йәһүә менән Ғайсаның ғәҙел эш итәсәгенә һине нимә ышандыра?
5. Ғайса — иң яҡшы идарасы
Ғайса, Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, үҙ граждандары өсөн күп файҙалы эштәр башҡарасаҡ. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, һин Ғайсаның кешеләргә ярҙам итергә бик теләгәнен һәм, быны эшләр өсөн, Алланың уға көс биргәнен белерһең.
Ерҙә булғанда, Ғайса Батшалыҡтың ниндәй эштәр башҡарасағын күрһәткән. Түбәндә һанап кителгән ниндәй фатихаларҙы һин айырыуса күрергә теләйһең? Килтерелгән бөтә аяттарҙы уҡы.
ЕРҘӘ ЙӘШӘГӘНДӘ, ҒАЙСА... |
КҮКТӘН ҒАЙСА... |
---|---|
|
|
|
|
|
|
|
|
6. Алла Батшалығы кешеләргә матур тормош бүләк итәсәк
Батшалыҡ Йәһүәнең кешеләргә ҡарата тәүге ниәтен үтәйәсәк. Улар ерҙәге ожмахта мәңге йәшәйәсәк. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, Йәһүәнең үҙ Улы Ғайса аша бөтә ниәттәрен нисек тормошҡа ашырасағы тураһында бел.
Зәбур 145:16-ны уҡы һәм яуап бир:
Йәһүәнең «һәр тере йәндең теләген» ҡәнәғәтләндерәсәген белеү һиндә ниндәй хистәр уята?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Кешеләр берләшһә, донъялағы бөтә проблемаларҙы хәл итә аласаҡ».
Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәре хәл итә алмаған ниндәй проблемаларҙы хәл итәсәк?
ТӨП ФЕКЕР
Алла Батшалығы Йәһүәнең ниәтен тормошҡа ашырасаҡ. Ул бөтә ер йөҙөн ожмахҡа әйләндерәсәк. Ерҙә тик яҡшы кешеләр генә йәшәйәсәк, улар Йәһүәгә мәңге табынасаҡ.
Ҡабатлау
Алла Батшалығы Йәһүәнең исемен нисек изгеләндерер?
Алла Батшалығының Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙе үтәйәсәгенә ниндәй дәлилдәр бар?
Изге Яҙмалағы ниндәй вәғәҙәнең үтәлеүен һин түҙемһеҙлек менән көтәһең?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Армагеддондың нимә икәнен бел.
Ғайса «бөйөк афәт» тип атаған ваҡытта ниндәй ваҡиғалар буласағын бел (Матфей 24:21).
Бер ғаилә Батшалыҡ килтерәсәк фатихалар тураһында уйлана.
«Мине күп һорауҙар борсой ине» тигән мәҡәләнән бер сәйәси енәйәтсенең нисек үҙгәргәнен бел.
«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 ғинуар)