20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Доғаларыбыҙҙы яҡшыртабыҙ
«Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ» (ЗӘБ. 62:8).
45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен нимәгә дәртләндерә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
ЙЫУАТЫУ һәм кәңәш һорап, беҙ кемгә һәр ваҡытта ла мөрәжәғәт итә алабыҙ? Яуабы ап-асыҡ: беҙ Йәһүәгә доға ҡыла алабыҙ. Ул үҙе беҙҙе быға дәртләндерә һәм йыш доға ҡылыуыбыҙҙы теләй. Изге Яҙмала хатта: «Гел доға ҡылығыҙ», — тип әйтелә (1 Фес. 5:17). Беҙ, уға тартынмайынса доға ҡылып, тормошобоҙҙоң һәр өлкәләрендә йүнәлеш һорай алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Йәһүә, йомарт Алла булараҡ, доға ҡылыуыбыҙҙың ваҡытын сикләмәй.
2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Беҙ доға ҡылыу мөмкинлеген бик ҡәҙерләйбеҙ. Шулай ҙа күптәребеҙ бөгөн эшкә шул тиклем батҡан, хатта доға ҡылырға ваҡыт таба алмай. Ә ҡайһы саҡта доғаларыбыҙҙың эстәлеген яҡшыртырға кәрәк икәнен аңлайбыҙ. Бәхеткә ҡаршы, Изге Яҙмала был хаҡта күп кәңәштәр бар. Был мәҡәләлә беҙ, Ғайсаның миҫалын тикшереп, доға ҡылыуға нисек ваҡыт табып була икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ, биш мөһим өлкәгә иғтибар итеп, доғаларыбыҙҙың сифатын нисек яҡшыртып булғанын белербеҙ.
ҒАЙСА ДОҒА ҠЫЛЫУҒА ВАҠЫТ БҮЛГӘН
3. Ғайса доға ҡылыу тураһында нимә белгән?
3 Ғайса Йәһүәнең доғаларҙы ҡәҙерләгәнен яҡшы белгән. Ергә килер алдынан күпкә алдараҡ ул Атаһының доғаларға нисек яуап биргәнен күргән. Мәҫәлән, Йәһүә Һаннаның, Дауыттың, Ильястың һәм башҡа тоғро хеҙмәтселәренең эскерһеҙ доғаларына яуап биргәндә, Ғайса уның янында булған (1 Сам. 1:10, 11, 20; 1 Бат. 19:4—6; Зәб. 32:5). Шуға күрә Ғайса үҙ шәкерттәрен йыш доға ҡылырға һәм доғаларына Йәһүәнән яуап аласағына бер ҙә шикләнмәҫкә өйрәткән (Матф. 7:7—11).
4. Доға ҡылыу тураһында әйткәндә, Ғайсаның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
4 Доға ҡылыу тураһында әйткәндә, Ғайса үҙ шәкерттәренә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ерҙә хеҙмәт иткәндә ул Йәһүәгә бик йыш доға ҡылған. Ул бының өсөн ваҡыт бүлгән, сөнки гел кешеләр янында булғанға, уның буш бер минуты ла булмаған (Марк 6:31, 45, 46). Аулаҡ урында доға ҡылыр өсөн, ул таң атҡансы уянған (Марк 1:35). Кәм тигәндә бер тапҡыр ул етди ҡарар ҡабул итер алдынан төнө буйы доға ҡылып сыҡҡан (Лука 6:12, 13). Һәм хеҙмәтенең иң ауыр осоронда — үлеме алдынан төндө — ул бер нисә тапҡыр доға ҡылған (Матф. 26:39, 42, 44).
5. Беҙ нисек итеп Ғайсанан өлгө ала алабыҙ?
5 Ғайсаның үрнәге, эшебеҙ ни тиклем күп булһа ла, доға ҡылыр өсөн ваҡыт бүлеү мөһим икәнен күрһәтә. Бәлки, бының өсөн үҙ графигыбыҙҙа ваҡыт бүлеп ҡуйырға кәрәктер. Мәҫәлән, саҡ ҡына иртәрәк торорға йәиһә һуңыраҡ ятырға. Шулай итеп беҙ Йәһүәгә уның бүләген ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Линн исемле апай-ҡәрҙәш доға ҡылыу ни тиклем ҙур хөрмәт икәнен аңлағас, бик ҡыуанған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүә менән төрлө ваҡытта ла һөйләшә алғанымды белгәс, Йәһүәгә яҡын дуҫыма кеүек ҡарай башланым һәм доғаларымдың эстәлеген яҡшыртырға ҡарар иттем». Беҙҙең күбебеҙ шундай уҡ хистәр тоя. Шуға, әйҙәгеҙ, нимә тураһында доға ҡылыуҙың биш өлкәһен ҡарап сығайыҡ.
НИМӘ ТУРАҺЫНДА ДОҒА ҠЫЛЫП БУЛА?
6. Асылыш 4:10, 11 буйынса, Йәһүә нимәгә лайыҡлы?
6 Йәһүәне данлағыҙ. Илсе Яхъя ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан күренештә Йәһүәне күктә данлаған 24 аҡһаҡалды күргән. Улар: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт... ҡабул итергә лайыҡлыһың», — тип әйткәндәр. (Асылыш 4:10, 11-ҙе уҡығыҙ.) Тоғро фәрештәләрҙең дә Йәһүәне данлар өсөн күп сәбәптәре бар. Улар, уның менән күктә йәшәгәнгә, уны яҡшы белә. Улар, Йәһүәнең нисек эш итеүен күреп, уны данлай (Әйүп 38:4—7).
7. Беҙ Йәһүәне нимә өсөн данлай алабыҙ?
7 Беҙгә лә үҙ доғаларыбыҙҙа Йәһүәне маҡтарға кәрәк. Мәҫәлән, беҙ уға ни өсөн уны яратҡаныбыҙҙы һәм ни өсөн ҡәҙерләгәнебеҙҙе әйтә алабыҙ. Изге Яҙманы уҡығанда йә өйрәнгәндә Йәһүәнең үҙегеҙгә оҡшаған сифаттарын билдәләргә тырышығыҙ, ә шунан һуң уға үҙ хистәрегеҙҙе һөйләгеҙ (Әйүп 37:23; Рим. 11:33). Шулай уҡ Йәһүәне беҙгә һәм ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам иткәне өсөн данлай алабыҙ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм яҡлай (1 Сам. 1:27; 2:1, 2).
8. Беҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәттәр әйтә алабыҙ? (1 Фессалоникаларға 5:18).
8 Йәһүәгә рәхмәттәр белдерегеҙ. Йәһүәгә рәхмәттәр әйтер өсөн сәбәптәребеҙ бик күп. (1 Фессалоникаларға 5:18-ҙе уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, уға үҙебеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмәләр өсөн рәхмәттәр әйтәйек, сөнки һәр игелекле бүләк — унан (Яҡ. 1:17). Мәҫәлән, уға ерҙең матурлығы һәм башҡа ижади эштәре өсөн рәхмәттәр әйтә алабыҙ. Шулай уҡ ғүмеребеҙ, ғаиләбеҙ, дуҫтарыбыҙ һәм өмөтөбөҙ өсөн рәхмәт әйтеп була. Ул беҙгә уның яҡын дуҫтары булып китергә мөмкинлек биргәне өсөн дә рәхмәтле булыу бик мөһим.
9. Ни өсөн Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғоһо үҫтерер өсөн айырым тырышлыҡтар һалырға кәрәк?
9 Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле була алыуыбыҙ тураһында уйланыу бик мөһим. Бәлки, бының өсөн айырым тырышлыҡтар һалырға кәрәк булыр, сөнки был донъяла кешеләр йыш ҡына нимәлер алыу тураһында ғына уйлай. Күптәрҙең үҙҙәрендә булған нәмәләр өсөн рәхмәт әйтергә башына ла килмәй. Әгәр беҙ шундай ҡараштың йоғонтоһона бирелһәк, доғаларыбыҙ талаптар исемлегенә әйләнергә мөмкин. Шундай хәл булмаһын өсөн, Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғоһо үҫтерергә һәм бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәттәр әйтергә кәрәк (Лука 6:45).
10. Рәхмәт тойғоһо нисек бер апай-ҡәрҙәшкә ныҡ ҡалырға ярҙам иткән? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
10 Рәхмәтле кешеләргә ауырлыҡтар менән көрәшергә еңелерәк. Бына Кюнг-Сукb апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Уның үпкәһендә көсәйә барған яман шеш тапҡандар. Ул былай тип бүлешә: «Был хәл мине аяҡтан йыҡты. Мин үҙемде бөтә нәмәмде юғалтҡандай хис иттем. Миңә бик ҡурҡыныс булып китте». Уға сыҙам ҡалырға нимә ярҙам иткән? Һәр кис йоҡлар алдынан Кюнг-Сук апай-ҡәрҙәш, өйөнөң түбәһенә менеп, көн дауамында алған биш фатиха өсөн рәхмәттәр әйтеп, ҡысҡырып доға ҡылған. Был уға тыныс ҡалырға ярҙам иткән һәм Йәһүәгә уны ни тиклем ныҡ яратҡанын әйтергә дәртләндергән. Апай-ҡәрҙәшебеҙ Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренә һынауҙарҙы еңергә ярҙам иткәненә үҙе инанған. Ул шулай уҡ тормошта ауырлыҡтарға ҡарағанда фатихалар күпкә күберәк икәнен аңлаған. Беҙҙең дә һынауҙарыбыҙ, Кюнг-Сук апай-ҡәрҙәштеке кеүек, оҙаҡҡа һуҙылһа ла, Йәһүәгә рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәребеҙ бик күп. Йәһүәгә доғала рәхмәттәр әйтеү сыҙам ҡалырға һәм эмоциональ һаулығыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итер.
11. Ни өсөн Ғайсаның күккә күтәрелеүенән һуң уның шәкерттәренә ҡыйыулыҡ кәрәк булған?
11 Йәһүәнән вәғәз эшендә ҡыйыулыҡ һорағыҙ. Күккә күтәрелер алдынан Ғайса шәкерттәренә: «Һеҙ... Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ», — тигән (Ғәм. 1:8; Лука 24:46—48). Шунан һуң күп тә үтмәҫтән, йәһүдтәрҙең дин етәкселәре Петр менән Яхъяны ҡулға алып Синедрионға килтергән. Улар Алланың был тоғро хеҙмәтселәренә янаған һәм бүтән вәғәзләмәҫкә бойорған (Ғәм. 4:18, 21). Петр менән Яхъя нимә эшләгән?
12. Ғәмәлдәр 4:29, 31-ҙә әйтелгәнсә, шәкерттәр нимә эшләгән?
12 Янауҙарға ҡарамаҫтан, Петр менән Яхъя былай тигән: «Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ» (Ғәм. 4:19, 20). Петр менән Яхъя азат ителгәндән һуң, шәкерттәр Йәһүәгә былай тип доға ҡылған: «Ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир». Йәһүә уларҙың эскерһеҙ доғаһына яуап биргән. (Ғәмәлдәр 4:29, 31-ҙе уҡығыҙ.)
13. Джин Хёк ҡәрҙәштең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
13 Хөкүмәттәр вәғәз эшен тыйһа ла, беҙ Ғайсаның шәкерттәренән өлгө ала алабыҙ. Бына Джин Хёк ҡәрҙәштең миҫалы. Уны нейтралитет һаҡлағаны өсөн төрмәгә ултыртҡандар. Ул унда бер кешелек камерала ултырған тотҡондарға ризыҡ таратҡан. Әммә уға улар менән тыйылған темаларға, шул иҫәптән Изге Яҙма тураһында, һөйләшергә ярамаған. Джин Хёк хәҡиҡәт тураһында ипле һөйләр өсөн, һәр мөмкинлекте ҡулланырға ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылған (Ғәм. 5:29). Ул былай тип һөйләй: «Йәһүә минең доғаларыма яуап ҡайтарҙы һәм миңә ҡыйыулыҡ менән зирәклек бирҙе. Мин камераның ишеге янында биш минутлыҡ күп кенә өйрәнеүҙәр үткәрҙем. Кисен хаттар яҙҙым, ә икенсе көндө уларҙы тотҡандарға тараттым». Джин Хёк ҡәрҙәштең өлгөһө буйынса, беҙ ҙә Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйенсә, вәғәз эшен дауам итергә ҡыйыулыҡ һәм зирәклек һорап доға ҡыла алабыҙ.
14. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нимә ярҙам итер? (Зәбур 37:3, 5).
14 Йәһүәнән ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам һорағыҙ. Беҙҙең күптәребеҙ физик йә эмоциональ ауырыуҙары арҡаһында ғазап сигә. Кемдер үлгән яҡыны хаҡында ҡайғыра, ә ҡайһы берәүҙәрҙең ғаиләһендә шарттар бик ауыр. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡәрҙәштәр эҙәрләүҙәр һәм башҡа ауырлыҡтар менән осраша. Тәбиғәт афәттәре, киҙеүҙәр, һуғыштар арҡаһында был ауырлыҡтарҙы йырып сығыу тағы ла ауырыраҡ. Йәһүәгә күңелегеҙҙе бушатығыҙ. Уға хәлегеҙҙе яҡын дуҫығыҙға һөйләгәндәй һөйләгеҙ. Йәһүәнең һеҙгә ярҙам итер өсөн һеҙҙең хаҡҡа эш итеренә бер ҙә шикләнмәгеҙ! (Зәбур 37:3, 5-те уҡығыҙ.)
15. Доға ҡылыу ауырлыҡтарҙа сыҙам ҡалырға нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.
15 Йыш доға ҡылыу беҙгә ҡайғыларҙа ныҡ булырға ярҙам итер (Рим. 12:12). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен белә. Изге Яҙмала ул уларҙың «ярҙам һорап үтенеүҙәрен [ишетә]» тип әйтелә (Зәб. 145:18, 19). Быға пионер булып хеҙмәт иткән 29 йәшлек Кристи исемле апай-ҡәрҙәш үҙе инанған. Уның һаулығы ҡапыл ғына насарайған, һөҙөмтәлә ул тәрән депрессияға батҡан. Һуңыраҡ уның әсәһе үлемесле сир менән ауырып киткән. Кристи былай тип бүлешә: «Мин һәр иртә Йәһүәгә йәшәр өсөн көс һорап доға ҡылдым. Мин рухи эштәр тәртибен һаҡларға тырыштым: йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөм һәм шәхси өйрәнеү үткәрҙем». Ул артабан былай тип өҫтәй: «Доға ҡылыу миңә тормошомдоң иң ауыр ваҡыттарын еңергә ярҙам итте. Йәһүәнең һәр ваҡыт янымда булыуын тойҙом һәм был фекер мине бик ныҡ йыуатты. Һаулығым шунда уҡ яҡшырып китмәһә лә, Йәһүәнең минең доғаларыма яуап биргәнен күрҙем. Ул миңә йән тыныслығы бирҙе». Йәһүә «Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға... икәнен белә». Әйҙәгеҙ, быны бер ҡасан да онотмайыҡ (2 Петр 2:9).
16. Ҡотҡоға ҡаршы торор өсөн ни өсөн беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк?
16 Йәһүәнән ҡотҡоға ҡаршы торор өсөн ярҙам һорағыҙ. Камил булмағанға, дөрөҫлөк ҡылыр өсөн күңелебеҙҙә һәр ваҡыт көрәш бара. Беҙҙең еңелеүебеҙҙе теләп, Шайтан көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Шайтандың беҙҙе аҙҙыра алған ҡоралдарының береһе — әхлаҡһыҙ күңел асыуҙар. Улар башыбыҙҙы таҙа булмаған уйҙар менән тултыра. Был уйҙар эске булмышыбыҙҙы бысрата һәм беҙҙе етди гонаһҡа килтерергә мөмкин (Марк 7:21—23; Яҡ. 1:14, 15).
17. Беҙ «ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит» тигән һүҙҙәр буйынса нисек эш итә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
17 Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк. Ғайсаның өлгөлө доғаһында «Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит һәм Иблистән ҡотҡар» тигән һүҙҙәр бар (Матф. 6:13). Йәһүә ярҙамға килергә әҙер, тик беҙгә доғала был хаҡта әйтергә кәрәк. Бынан тыш, үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итеү мөһим. Донъяның тәьҫирен кәметер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк (Зәб. 97:10). Бының өсөн Изге Яҙманы уҡып һәм өйрәнеп, уйыбыҙҙы яҡшы фекерҙәр менән тултырырға кәрәк. Шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм вәғәзләү уйыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итер. Ә Йәһүә «көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл [ҡуймаҫмын]» тип вәғәҙә итә (1 Кор. 10:12, 13).
18. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә нимә эшләргә кәрәк?
18 Был һуңғы ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалыр өсөн элеккегә ҡарағанда күберәк доға ҡылырға кәрәк. Ысын күңелдән доға ҡылыр өсөн көн һайын ваҡыт бүлегеҙ. Йәһүә беҙҙең уға күңелдәребеҙҙе бушатыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 62:8). Йәһүәне данлағыҙ һәм уға бөтә эштәре өсөн рәхмәттәр әйтегеҙ. Унан вәғәз эшендә ҡыйыулыҡ һорағыҙ. Һынауҙар менән осрашҡанда һәм ҡотҡоға бирелгәндә унан ярҙам һорағыҙ. Бер кемгә лә, бер нәмәгә лә Йәһүәгә өҙлөкһөҙ доға ҡылырға ҡамасауларға юл ҡуймағыҙ. Ә Йәһүә доғаларыбыҙға нисек яуап бирә? Был мөһим һорауҙы киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.
42-СЕ ЙЫР Алла хеҙмәтсеһенең доғаһы
a Беҙ доғаларыбыҙҙың ҡәҙерле дуҫыбыҙға ысын күңелдән йылы һүҙҙәр әйтеп яҙылған хат кеүек булыуын теләйбеҙ. Ләкин доға ҡылыр өсөн ваҡыт табыу еңел түгел. Ә ҡайһы саҡта нимә тураһында доға ҡылырға белмәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, был ауырлыҡтарҙы нисек еңеп булғанын ҡарап сығайыҡ.