1 Яхъя
5 Ғайсаның Мәсих икәненә ышанған һәр кеше — Алла балаһы. Атаны яратҡан һәр кем уның балаларын да ярата. 2 Ә Алла балаларын яратҡаныбыҙҙы Алланы яратыуыбыҙҙан һәм уның әмерҙәрен үтәүебеҙҙән белеп була. 3 Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү ул, ә уларҙы үтәү ауыр түгел, 4 сөнки Алланың һәр балаһы донъяны еңә. Донъяны беҙ иманыбыҙ менән еңәбеҙ.
5 Донъяны кем еңә ала? Ғайсаның Алла Улы булыуына ышанған кеше түгелме ни? 6 Ғайса Мәсих һыу һәм ҡан аша килде. Ул һыу менән генә түгел, ә ҡан менән дә килде. Был хаҡта рух шаһитлыҡ бирә, сөнки рух хәҡиҡәтте аса*. 7 Өс шаһит бар бит: 8 рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк шаһитлыҡ бирә.
9 Беҙ кешеләрҙең шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, әммә Алланың шаһитлығы мөһимерәк. Алла үҙенең Улы тураһында үҙе шаһитлыҡ бирә бит. 10 Алла Улына ышанған кеше үҙенә бирелгән шаһитлыҡҡа ышана. Аллаға инанмаған кеше уны ялғансы итә, сөнки Алла үҙенең Улы тураһында биргән шаһитлыҡҡа ышанмай. 11 Бына ошо шаһитлыҡ: Алла беҙгә мәңгелек тормош биргән, һәм уны ул үҙенең Улы аша биргән. 12 Улды ҡабул иткән кешенең мәңгелек тормошҡа өмөтө бар, ә Алла Улын ҡабул итмәгәндең ундай өмөтө юҡ.
13 Мин быны һеҙгә, Алла Улына* ышанғандарға, мәңгелек тормошҡа өмөтөгөҙ барлығын белеүегеҙ өсөн яҙам. 14 Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ*: Алланан ни генә һораһаҡ та, үтенестәребеҙ уның ихтыярына тура килһә, ул беҙҙе ишетә. 15 Ни генә һораһаҡ та беҙҙе ишетәсәген беләбеҙ икән, унан һорағаныбыҙҙы аласағыбыҙҙы ла беләбеҙ.
16 Берәйһе, ҡәрҙәшенең үлемгә алып бармаған гонаһ ҡылғанын күреп ҡалһа, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла шул ҡәрҙәшкә йәшәү бирер. Был гонаһы үлемгә алып бармаған кешеләргә ҡағыла. Әммә үлемгә алып барған гонаһ та бар. Ундай гонаһ ҡылғандар өсөн доға ҡылырға тимәйем. 17 Ғәҙел* булмаған һәр эш — гонаһ, шулай ҙа үлемгә алып бармаған гонаһ та бар.
18 Беҙ бер Алла балаһының да гонаһ ҡылып йөрөмәгәнен беләбеҙ. Алла Улы уны һаҡлай, һәм Иблис* уға зыян килтерә алмай. 19 Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булғаныбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис* хакимлығы аҫтында ятҡанын беләбеҙ. 20 Шулай уҡ Алла Улының килеп, беҙ хаҡ Алла тураһында белем алһын өсөн, беҙгә аңлау һәләте* биргәнен беләбеҙ. Беҙ хаҡ Алла менән уның Улы Ғайса Мәсих аша берҙәмлектәбеҙ. Эйе, ул — хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош сығанағы. 21 Һөйөклө балаларым, боттарҙан һаҡланығыҙ.