11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Һыуға сумдырылғандан һуң да «яңы шәхес булып кейенегеҙ»
«Яңы шәхес булып кейенегеҙ» (КОЛ. 3:10, ЯДТ).
49-СЫ ЙЫР Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрәйек
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Кешенең холҡона беренсе сиратта нимә йоғонто яһай?
БЕҘ кисә генә һыуға сумдырылдыҡмы йәки күп йылдар элекме, Йәһүәнең беҙҙе яратыуын теләйбеҙ. Ә бының өсөн беҙгә уйҙарыбыҙҙы контролдә тоторға кәрәк, сөнки улар беҙгә ҙур йоғонто яһай. Әгәр беҙ башыбыҙҙы насар фекерҙәр менән тултырһаҡ, һис шикһеҙ, насар һүҙҙәр әйтеүебеҙ йә насар эштәр эшләүебеҙ ихтимал (Ефес. 4:17—19). Һәм, киреһенсә, яҡшы нәмәләр тураһында уйланһаҡ, тәртибебеҙ менән һүҙҙәребеҙ яҡшы булыр, һәм беҙ Йәһүәне һөйөндөрөрбөҙ (Гал. 5:16).
2. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙарға яуап бирелер?
2 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, беҙ аҡылыбыҙҙы бөтөн насар уйҙарҙан яҡлай алмайбыҙ, әммә улар буйынса эш итергәме, юҡмы икәнен, беҙ үҙебеҙ һайлайбыҙ. Һыуға сумдырылыр алдынан беҙ Йәһүә нәфрәт иткән эштәрҙе ҡалдырырға тейеш, юғиһә «элекке йәшәү рәүешебеҙҙе» сисә алмаясаҡбыҙ. Әммә Йәһүә беҙҙе хуплаһын өсөн, был ғына етерлек түгел. Изге Яҙма беҙҙе: «Яңы шәхес булып кейенегеҙ», — тип өндәй (Кол. 3:10, ЯДТ). Был мәҡәләлә ике һорауға яуап бирелер: 1) «Яңы шәхес» ниндәй ул? 2) Нисек беҙгә уны кейергә һәм бер ваҡытта ла сисмәҫкә?
«ЯҢЫ ШӘХЕС» НИНДӘЙ УЛ?
3. «Яңы шәхес» ниндәй ул һәм уны өҫтөбөҙгә кейер өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Галаттарға 5:22, 23).
3 «Яңы шәхескә» кейенгән кеше Йәһүә һымаҡ уйларға һәм эш итергә тырыша. «Яңы шәхес» Алланың изге рухы ярҙамында барлыҡҡа килә, шуға күрә ундай кешенең уйҙарында, хистәрендә һәм эштәрендә изге рухтың эш итеүе күренә. (Галаттарға 5:22, 23-төb уҡығыҙ, ЯДТ.) Мәҫәлән, ундай кеше Йәһүәгә һәм уның халҡына мөхәббәт сағылдыра (Матф. 22:36—39). Ул ниндәй генә һынауҙар менән осрашһа ла, шатлығын юғалтмай (Яҡ. 1:2—4). Ундай кеше тыныслыҡ урынлаштыра һәм уны һаҡлай белә (Матф. 5:9). Ул түҙемле һәм игелекле (Кол. 3:12, 13). Ул яҡшылыҡ эшләргә ярата (Лука 6:35). Уның иманы һәр эшендә күренә (Яҡ. 2:18). Яуызлыҡ ҡылырға ҡотортһалар, ул йыуаш булып ҡала, ә һынау ваҡытында тотанаҡлыҡ сағылдыра (1 Кор. 9:25, 27; Тит. 3:2).
4. Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы бер-береһенән айырым үҫтереп буламы? Аңлатығыҙ.
4 «Яңы шәхескә» кейенер өсөн беҙгә изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың бөтәһен дә үҫтерергә кәрәкc. Был сифаттар беҙ кейгән кейемгә оҡшамаған, сөнки кейенгәндә беҙ өҫтөбөҙгә берәр генә кейем кейәбеҙ. Мәсихселәргә хас сифаттар иһә бер-береһе менән бәйле, һәм беҙ уларҙы айырым үҫтерә алмайбыҙ. Әйтәйек, мин яҡыныма ҡарата сабыр һәм игелекле була алмайым, ти. Шул саҡта, мин уны яратам, тип әйтеп буламы ни? Миңә йыуашлыҡ менән тотанаҡлыҡ етмәһә, мине игелекле тип атарҙармы?
НИСЕК «ЯҢЫ ШӘХЕС» БУЛЫП КЕЙЕНЕРГӘ?
5. «Мәсихтең уй-фекерҙәренә эйә» булыу нимәне аңлата һәм ни өсөн Ғайсаның тормошон белергә кәрәк? (1 Коринфтарға 2:16).
5 1 Коринфтарға 2:16-ныd уҡығыҙ, ЯДТ. «Яңы шәхес» булып кейенер өсөн Мәсихтең уй-фекерҙәренә эйә булырға кәрәк. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ уның нисек уйлағанын аңларға һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерергә тейеш. Ғайса изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы камил рәүештә күрһәткән. Ул ялтыр көҙгө кеүек Йәһүәнең сифаттарын сағылдырған (Евр. 1:3). Ғайса Мәсих һымаҡ уйларға тырышҡан һайын, беҙ уға нығыраҡ оҡшай барабыҙ (Флп. 2:5).
6. «Яңы шәхес» булып кейенергә теләгәндәргә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
6 Ысынлап та Ғайсанан өлгө алып буламы? Кемдер: «Ғайса камил, мин уның кеүек була алмайым», — тип уйлар. Әгәр һеҙҙең дә шундай уйҙар тыуһа, бына нимәгә иғтибар итегеҙ. Беренсенән, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ, шуға күрә уларға ниндәйҙер кимәлдә оҡшай алабыҙ (Баш. 1:26). Икенсенән, Йәһүә беҙгә изге рух бирә. Ә был рух — Ғаләмдәге иң ҡеүәтле көс. Уның ярҙамында беҙ күп нәмә эшләй алабыҙ. Өсөнсөнән, Йәһүә беҙҙең бөгөн үк Ғайсаға оҡшаш булыуыбыҙҙы көтмәй. Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ беҙгә бының өсөн 1000 йыл бирәсәк! (Асыл. 20:1—3). Йәһүә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләүебеҙҙе һәм уның ярҙамына таяныуыбыҙҙы көтә.
7. Беҙ хәҙер нимә ҡарап сығырбыҙ?
7 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың дүртеһенә иғтибар итәйек һәм Ғайсаның был сифаттарҙы нисек сағылдырғанын беләйек. Өйрәнеү дауамында үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Мин яңы шәхес булып ни тиклем яҡшы кейенгәнмен?»
8. Ғайсаның яратыуы нимәлә күренгән?
8 Йәһүәгә һәм беҙгә ҡарата бөйөк яратыуы Ғайсаны ҡорбандарға барырға дәртләндергән (Яхъя 14:31; 15:13). Ғайса ерҙәге тормошоноң һәр көнө менән кешеләрҙе яратҡанын күрһәткән. Хатта дошманлыҡ мөнәсәбәте менән осрашҡанда ла, ул игелекле һәм мәрхәмәтле булып ҡалған. Ғайса кешеләргә Алла Батшалығы тураһында һөйләгән (Лука 4:43, 44). Ә шулай уҡ Алланы һәм кешеләрҙе яратҡанға, ул язаланып үлергә әҙер булған. Шулай итеп ул беҙгә мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан.
9. Яратыу сағылдырыуҙа беҙ Ғайсанан нисек үрнәк ала алабыҙ?
9 Беҙ күктәге Атабыҙҙы яратҡанға, уға бағышландыҡ һәм һыуға сумдырылдыҡ. Ғайса һымаҡ, беҙ, кешеләрҙе яратып, Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай» (1 Яхъя 4:20). Шуға күрә үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин ысынлап та кешеләрҙе яратаммы? Мин, ваҡытымды һәм көсөмдө йәлләмәйенсә, башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләргә әҙерме? Хеҙмәттә осраған кешеләр үҙҙәрен минең менән тупаҫ тотһа ла, мин уларҙы йәлләйемме? Һәм мин, кешеләрҙең ҡаршы килеүенә йә тырышлыҡтарымды ҡәҙерләмәүенә ҡарамаҫтан, артабан да вәғәзләргә әҙерме? Мин шәкерттәр әҙерләү эшенә күберәк ваҡыт бүлә аламмы?» (Ефес. 5:15, 16).
10. Ни өсөн, Ғайса тыныслыҡ урынлаштырыусы булған, тип әйтеп була?
10 Ғайса тыныслыҡ һөйөүсе кеше булған. Башҡалар үҙҙәрен уның менән насар тотһа ла, ул шундай уҡ яуап ҡайтармаған. Улай ғына ла түгел, ул, татыу мөнәсәбәттәр булдырыр өсөн, беренсе булып аҙым яһаған һәм башҡаларҙы ла шулай эшләргә өндәгән. Ул, мәҫәлән, кеше үҙ ҡәрҙәше менән татыулашмаһа, Йәһүәнең хуплауын ала алмай, тип өйрәткән (Матф. 5:9, 23, 24). Шулай уҡ Ғайса илселәренә «кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында» бәхәсләшергә кәрәкмәгәнен ҡат-ҡат аңлатҡан (Лука 9:46—48; 22:24—27).
11. Тыныслыҡ урынлаштырыусы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
11 Тыныслыҡ урынлаштырыусы булыу конфликттарҙан ҡасыу ғына түгел, ә тыныслыҡ булмаған ерҙә уны урынлаштырыу һәм ҡәрҙәштәрҙе татыулашырға дәртләндереүҙе аңлата (Флп. 4:2, 3; Яҡ. 3:17, 18). Үҙебеҙгә шундай һорауҙар бирергә була: «Башҡалар менән татыу булыр өсөн мин ниндәй ҡорбандарға барырға әҙер? Миңә үпкә һаҡлау ғәҙәте хас түгелме? Татыулашыр өсөн беренсе булып аҙым яһайыммы? Йәки быны мин ғәйепле тип уйлаған кеше беренсе эшләргә тейеш тип һанайыммы? Урынлы булғанда, мин башҡаларҙы бәхәсле хәлде яйға һалырға дәртләндерәмме?»
12. Ғайсаның игелеге нимәлә күренгән?
12 Ғайса бик игелекле кеше булған (Матф. 11:28—30). Хатта ауыр булғанда ла ул ихтирамлы һәм юл ҡуйыусан булып ҡалған. Әйҙәгеҙ, Финикия ҡатынының миҫалына иғтибар итәйек. Ул Ғайсанан үҙенең ҡыҙын һауыҡтырырға һораған. Тәүҙә Ғайса уның үтенесен үтәмәгән, әммә көслө иманын күреп, уның теләге буйынса эш иткән (Матф. 15:22—28). Ғайса игелекле булһа ла, ихтыярһыҙ булмаған. Ҡайһы саҡта ул дуҫтарына тура кәңәш биргән. Мәҫәлән, Петр Ғайсаға Йәһүәнең ихтыярын үтәргә ҡамасаулағанда, Ғайса уны бөтә шәкерттәре алдында хөкөм иткән (Марк 8:32, 33). Ғайса быны Петрҙы кәмһетер өсөн түгел, ә уға һәм башҡа шәкерттәренә лә мөһим һабаҡ бирер өсөн эшләгән. Мәсихтең шәкерте ҡаршылашырға түгел, ә уның менән бер ҡарашта булырға тейеш. Моғайын, был Петрҙы уңайһыҙ хәлгә ҡалдырғандыр, әммә был осраҡ файҙаға булған.
13. Эскерһеҙ игелек нимәлә сағыла?
13 Ҡайһы саҡта беҙҙең дә игелегебеҙ дуҫтарыбыҙға тура кәңәш биреүҙә күренә. Әгәр һеҙгә быны эшләргә тура килһә, Ғайсанан үрнәк алып, кәңәшегеҙҙе Изге Яҙмаға нигеҙләгеҙ. Үҙегеҙҙе ихтирамлы тотоғоҙ. Дуҫығыҙға насар ниәттәр таҡмағыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүәне һәм һеҙҙе яратҡан кеше шундай ҡайғыртыуығыҙ өсөн рәхмәтле булыр. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Әгәр дуҫым насар эш ҡылһа, уның менән һөйләшеп алырға ҡыйыулығым етерме? Төҙәтергә кәрәк булғанда, мин быны нисек эшләйем: игелекле йә ҡаты итепме? Ғәҙәттә, мин кәңәште ни өсөн бирәм: асыуланғанғамы йәки ярҙам итергә теләгәнгәме?»
14. Ғайса нисек игелек сағылдырған?
14 Ғайса яҡшылыҡтың нимә икәнен белә һәм үҙе лә яҡшы эш итә. Ул Атаһын ярата, шуға күрә үҙен һәр саҡ дөрөҫ тота һәм бөтә эштәрен яҡшы ниәттәрҙән сығып эшләй. Эйе, яҡшылыҡтың нимә икәнен белеү генә әҙ. Был сифатты беҙ эштәребеҙ менән күрһәтергә тейеш. Беҙ яҡшы эш иттекме, әллә юҡмы икәне уның кешегә нисек тәьҫир иткәненән күренә. Шул уҡ ваҡытта ниәттәребеҙ ҙә яҡшы булырға тейеш. Кемдер былай тип аптырар: «Насар теләктәрҙән сығып яҡшы эштәр эшләп буламы ни?» Эйе, була. Мәҫәлән, Ғайса башҡалар күрһен өсөн генә ярлыларға ярҙам иткән кешеләр тураһында һөйләгән. Уларҙың үҙҙәре өсөн яҡшы булып күренгән эштәре Йәһүә өсөн бер ни тормаған (Матф. 6:1—4).
15. Нимә ул яҡшылыҡ?
15 Яҡшылыҡ — ул дөрөҫ ниәттәрҙән сығып башҡарылған дөрөҫ эштәр. Шуға күрә үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Яҡшылыҡтың нимә икәнен мин беләм, әммә эштәремдә был күренәме? Дөрөҫ эш итергә мине нимә дәртләндерә?»
«ЯҢЫ ШӘХЕСЕБЕҘҘЕ» НИСЕК ҺАҠЛАРҒА?
16. Беҙгә көн һайын нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?
16 Һыуға сумдырылғас, бер мәртәбә һәм мәңгегә «яңы шәхескә» кейендем, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ. Был матур кейемде һаҡларға кәрәк. Нисек итеп? Изге рух тәьҫир итһен өсөн, көн һайын көс һалыу мөһим. Беҙ нығыраҡ тырышҡан һайын, Йәһүәнең изге рухы беҙгә тағы ла күберәк ярҙам итәсәк. Йәһүә бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Уның изге рухы ла эш итеүсе көс тип юҡҡа ғына аталмай (Баш. 1:2). Шуға күрә изге рух емешен тәшкил иткән сифаттар беҙҙең эштәребеҙҙә күренергә тейеш. Мәҫәлән, Яҡуб былай тип яҙған: «Ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле» (Яҡ. 2:26). Башҡа сифаттар тураһында ла шуны уҡ әйтеп була.
17. Ниндәйҙер осраҡта яҡшы сифаттар сағылдырмаған булһаҡ, нимә эшләргә?
17 Хатта күп йылдар элек һыуға сумдырылған булһаҡ та, ҡайһы саҡта яҡшы сифаттар сағылдырыуы еңел түгел. Әммә бирешмәгеҙ. Шул турала уйлағыҙ: яратҡан кейемегеҙҙе йыртһағыҙ, һеҙ уны шунда уҡ ташларһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Моғайын, һеҙ уны матур ғына итеп тегеп ҡуйырһығыҙ һәм артабан һаҡлап кейерһегеҙ. Шуның шикелле, ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә иткәндә лә, ҡайһы саҡта беҙ игелек, түҙемлек йә яратыу сағылдырмайбыҙ. Бының арҡаһында дуҫлығыбыҙҙың ептәре һүтелә. Әммә уны ташларға ашыҡмағыҙ. «Ғәфү ит мине» тип бөтә күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, образлы итеп әйткәндә, дуҫлығыбыҙҙы тегеп ҡуйырға һәм яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итер. Ә киләсәктә, әйҙәгеҙ, дуҫлығыбыҙҙы һаҡлап ҡына тотонайыҡ.
18. Беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?
18 Беҙ Йәһүәгә Ғайса Мәсихтең өлгөһө өсөн бик рәхмәтле! Ғайсаның фекер йөрөтөүен үҙләштергән һайын, унан өлгө алырға еңелерәк булыр. Шул саҡта кейгән «яңы шәхесебеҙ» беҙгә килешеп торор. Был мәҡәләлә беҙ рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың дүртеһен генә ҡарап сыҡтыҡ. Ни өсөн ҡалған сифаттарҙы ла ҡарап сыҡмаҫҡа һәм уларҙы нисек сағылдырып булғаны тураһында уйланмаҫҡа? Был өйрәнеүҙә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» (тат.) ярҙам итә ала (Мәсихселәр тормошо > Рух емеше). Бер ҙә шикләнмәгеҙ: әгәр һеҙ көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәгеҙ, Йәһүә һеҙгә «яңы шәхескә» кейенергә һәм уны бер ҡасан да сисмәҫкә ярҙам итер.
127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
a Һәр кеше «яңы шәхес» булып кейенә ала. Әммә бының өсөн уға Ғайса Мәсих һымаҡ уйларға һәм эш итергә өйрәнергә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ Мәсихтән ниндәй өлкәләрҙә үрнәк алып булғанын белербеҙ. Бында килтерелгән кәңәштәр һыуға сумдырылырға йыйынған кешеләргә лә, һыуға сумдырылған мәсихселәргә лә файҙалы булыр.
b Галаттарға 5:22, 23, ЯДТ: «Ә рух емеше — мөхәббәт, шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, 23 йыуашлыҡ, тотанаҡлыҡ. Шундай сифаттарға ҡаршы бер ниндәй ҡанун юҡ».
c Галаттарға 5:22, 23-тә мәсихсе изге рух ярҙамында үҫтерә алған сифаттарҙың тулы исемлеге килтерелмәй. Рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың ҡалғандары Изге Яҙманың башҡа аяттарында килтерелә. Бының тураһында 2020 йылдың июнь айындағы «Күҙәтеү манараһында» «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләнән күберәк белеп була.
d 1 Коринфтарға 2:16, ЯДТ: «„Йәһүәгә күрһәтмәләр биреп торор өсөн уның уй-фекерҙәренә кем төшөнгән?“ Ә беҙ Мәсихтең уй-фекерҙәренә эйә».