3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Ни өсөн Ғайса илаған?
«Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне» (ЯХЪЯ 11:35).
17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1—3. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәре илай?
ҺУҢҒЫ тапҡыр һеҙҙең ҡасан илағанығыҙ булды? Ҡайһы выҡыт беҙ шатлыҡтан илайбыҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йышыраҡ илауыбыҙҙың сәбәбе күңел әрнеүе була. Ә яҡыныбыҙ үлгәндә, күҙ йәшен тыйыу бигерәк тә ауыр. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Лораb исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Ҡыҙымдың үлеүе арҡаһында йөрәгем шул тиклем әрнене, хатта ҡайһы ваҡыт тормош бөтөнләй мәғәнәһеҙ булып тойола ине. Шундай саҡтарҙа мин был ҡайғыны күтәрә алмаҫмын тип уйлай торғайным».
2 Ҡайһы саҡта беҙ башҡа сәбәптәр арҡаһында илайбыҙ. Японияла йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән Хироми исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ былай тип әйтә: «Ҡайһы ваҡыт вәғәздә осраған кешеләрҙең вайымһыҙлығы мине бик бойоҡтора. Шул саҡта мин, Йәһүәгә йәштәр түгеп, хәҡиҡәтте тыңларға теләгән бер кешене булһа ла табырға ярҙам ит, тип доға ҡылам».
3 Был апай-ҡәрҙәштәрҙең хистәре беҙҙең күбебеҙгә таныш (1 Пет. 5:9). Әлбиттә, беҙ «Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт» итергә теләйбеҙ (Зәб. 100:2). Әммә йыш ҡына ҡайғы, өмөтһөҙлөк йә иманыбыҙҙы һынаған ауырлыҡтар арҡаһында илайбыҙ (Зәб. 6:6). Шундай хистәр беҙҙе солғап алғанда, нимә эшләргә?
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
4 Беҙгә Ғайсаның үрнәге ярҙам итә ала. Уның да бойоғоп илаған ваҡыттары булған (Лука 19:41; 22:44; Яхъя 11:35; Евр. 5:7). Әйҙәгеҙ, шундай өс осраҡты иҫкә төшөрәйек. Быны ҡарап сығыу беҙгә Ғайсаны һәм уның Атаһын Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам итер. Шулай уҡ, ҡайғынан илар хәлгә еткәндә, нимә эшләп булғанын күрһәтер.
ДУҪЫНЫҢ ҮЛЕМЕ
5. Яхъя 11:32—36-лағы һүҙҙәр Ғайса тураһында нимәне асыҡлай?
5 Б. э. 32 йылында ҡышын Ғайсаның яҡын дуҫы Лазарь ҡаты ауырып киткән һәм үлгән (Яхъя 11:3, 14). Лазарҙың Марфа һәм Мәрйәм исемле апалары булған. Ғайса уларҙың өсөһөн дә бик яратҡан. Лазарҙың үлеме апалары өсөн ҙур ҡайғы килтергән. Күп тә үтмәҫтән, Ғайса Марфа менән Мәрйәм йәшәгән Вифания ауылына килгән. Марфа был хаҡта ишетеп, уны ҡаршыларға сыҡҡан. «Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине», — тип өндәшкән ул Ғайсаға (Яхъя 11:21). Шул саҡта Марфаны ниндәй хистәр солғап алғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Марфа менән Мәрйәмдең һәм башҡа килгән кешеләрҙең илағанын күреп, Ғайса үҙе лә илап ебәргән. (Яхъя 11:32—36-ны уҡығыҙ.)
6. Ни өсөн Ғайса Лазарҙың үлеүенә илаған?
6 Ни өсөн Ғайса илаған? «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) былай тип аңлатыла: «Дуҫы Лазарҙың үлеме һәм Мәрйәм менән Марфаның ҡайғырыуы Ғайсаға ныҡ тәьҫир иткән, хатта ул эстән генә ауыр итеп ыңғырашҡан һәм илап ебәргән»c. Ғайса, бәлки, Лазарҙың һуңғы көндәрендә нисек ыҙаланғанын һәм, үләсәген белеп, нисек әсенгәнен күҙ алдына килтергәндер. Һәм, әлбиттә, Лазарҙың үлеме арҡаһында Мәрйәм менән Марфаның көйөнөүе Ғайсаға көслө әрнеү килтергән. Ғәзиз яҡынын юғалтҡан кешеләргә ундай хистәр таныш. Был осраҡ өс мөһим хәҡиҡәтҡә өйрәтә.
7. Ғайсаның илауынан беҙ Йәһүә тураһында нимә беләбеҙ?
7 Йәһүә һеҙҙең нимә хис иткәнегеҙҙе яҡшы аңлай. Ғайса үҙ Атаһының «теүәл сағылышы» (Евр. 1:3). Илағанда, Ғайса Йәһүәнең хистәрен сағылдырған (Яхъя 14:9). Әгәр һеҙ яҡын кешегеҙҙе юғалтһағыҙ, шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең күңел әрнеүегеҙҙе күрә, һәм был уның үҙенә лә ҙур ҡайғы килтерә. Ул һеҙҙең күңелегеҙ яралы икәнен белә һәм ярҙам итергә бик теләй (Зәб. 34:18; 147:3).
8. Ни өсөн беҙ Ғайсаның ҡәҙерле кешеләребеҙҙе терелтәсәгенә шикләнмәйбеҙ?
8 Ғайса һеҙгә ҡәҙерле булған кешеләрҙе терелтергә теләй. Ғайса илағандан алдараҡ нимә булғанын хәтерләйһегеҙме? Ул, Марфаны йыуатҡанда, «ҡустығыҙ тереләсәк» тигән (Яхъя 11:23—27). Марфа Ғайсаға ышанған. Ул Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булған һәм күп быуаттар элек Ильяс һәм Елисей пәйғәмбәрҙәрҙең кешеләрҙе терелткәнен яҡшы белгән (1 Бат. 17:17—24; 2 Бат. 4:32—37). Ул, моғайын, Ғайсаның тол ҡатындың улын һәм синагога башлығының ҡыҙын терелткәне тураһында ишеткәндер (Лука 7:11—15; 8:41, 42, 49—56). Беҙ ҙә үлгән ҡәҙерле кешеләребеҙ менән осрашасағыбыҙға ышанабыҙ. Шуның тураһында уйланығыҙ: дуҫтарын «үлеләр тереләсәк» тип йыуатҡанда, Ғайса илап ебәргән. Тимәк, ул үҙе лә был ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтә!
9. Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, яҡынын юғалтҡан кешене нисек йыуата алабыҙ? Миҫал килтерегеҙ.
9 Һеҙ яҡынын юғалтҡан кешене йыуата алаһығыҙ. Ғайса Марфа һәм Мәрйәм менән бергә илаған, әммә, бынан тыш, ул шулай уҡ уларҙы тыңлаған һәм йыуатҡан. Бының менән ул беҙгә үрнәк ҡалдырған. Австралияла өлкән булып хеҙмәт иткән Дэн былай тип һөйләй: «Ҡатыным үлгәс, мин нығытыуға мохтаж инем. Йыйылыштан бер нисә пар миңә бик ярҙам итте. Мин уларға һәр ваҡытта мөрәжәғәт итә алдым. Улар алдында мин иларға һәм хистәрем менән бүлешергә оялмай инем. Ҡайсаҡ минең машинамды йыуырға, аҙыҡ-түлек һатып алырға йә ашарға бешерергә көсөм бөтөнләй юҡ ине. Ундай ваҡыттарҙа улар миңә ярҙамға килде һәм минең менән йыш доға ҡылды. Улар ысын дуҫтар һәм уларға һәр ваҡыт „таянып була“» (Ғиб. һүҙ. 17:17).
КЕШЕЛӘР ХАҠЫНДА КӨЙӨНӨҮ
10. Лука 19:36—40-та нимә тураһында яҙылғанын һәм артабан нимә булғанын һөйләп бирегеҙ.
10 Башҡа бер осраҡ б. э. 33 йылының 9 нисан көнөндә булған. Ғайса Иерусалимға керергә йыйына. Күп кешеләр, уға ҡаршы сығып, юлда уның алдында үҙҙәренең өҫ кейемдәрен йәйеп һала һәм, шулай эшләп, уны үҙ батшаһы итеп танығанын күрһәтә. Был бик шатлыҡлы мәл. (Лука 19:36—40-ты уҡығыҙ.) Әммә артабан булған хәл шәкерттәрҙе ғәжәпләндерә. Ҡалаға килеп еткәс, Ғайса уға ҡарай ҙа илай башлай. Ул, күҙ йәштәрен түгеп, Иерусалим халҡын ниндәй ҡыҙғаныс киләсәк көткәне тураһында пәйғәмбәрлек әйтә (Лука 19:41—44).
11. Ни өсөн Ғайса Иерусалим халҡы тураһында уйлағанда илаған?
11 Ватандаштары Ғайсаны ихлас күңелдән ҡаршылаһа ла, улар, дөйөм алғанда, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләмәй. Шуға күрә Иерусалим емереләсәк, күптәр үлтереләсәк, ә ҡалғандары әсирлеккә алып кителәсәк (Лука 21:20—24). Ғайса быны яҡшы белә, һәм был уның күңелен әрнетә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғайса пәйғәмбәрлек иткәнсә, күптәр уны кире ҡаҡҡан. Ә һеҙ йәшәгән ерҙә кешеләр һөйөнөслө хәбәргә нисек ҡарай? Әгәр уны әҙҙәр генә ҡабул итһә, әйҙәгеҙ, Лука китабының 19-сы бүлегендә килтерелгән һабаҡтар тураһында уйланайыҡ. Улар беҙҙе тағы өс мөһим хәҡиҡәткә өйрәтер.
12. Ғайсаның илағаны Йәһүә тураһында нимәгә өйрәтә?
12 Йәһүә кешеләр өсөн борсола. Ғайсаның күҙ йәштәре Йәһүәнең кешелек өсөн күңеле әрнегәнен күрһәтә. 2 Петр 3:9-ҙа әйтелгәнсә, Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә». Әгәр беҙ, яҡындарыбыҙҙың йөрәктәренә тәьҫир итергә теләп, һөйөнөслө хәбәрҙе ҡат-ҡат һөйләргә тырышһаҡ, уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтербеҙ (Матф. 22:39)d.
13, 14. Ғайсаның кешеләр хәленә инә белеүе нимәнән күренгән һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?
13 Ғайса үҙен тулыһынса хеҙмәткә бағышлаған. Ул кешеләрҙе өйрәтер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланған (Лука 19:47, 48). Ә ҡайһы саҡта Ғайсаны тыңларға шул тиклем күп кеше йыйылған, хатта уның һәм шәкерттәренең тамаҡ ялғап алырға ла ваҡыттары булмаған (Марк. 3:20). Һөйләшергә теләгән кеше менән Ғайса төнөн дә осрашырға әҙер булған (Яхъя 3:1, 2). Ни өсөн ул шулай бирелеп хеҙмәт иткән? Ғайса кешеләрҙе бик яратҡан һәм йәлләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғайсаны тыңлаған кешеләрҙең күбеһе уның шәкерте булып китмәгән, әммә улар төплө шаһитлыҡ алған. Беҙ ҙә бөтә кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеүен теләйбеҙ (Ғәм. 10:42). Бының өсөн беҙгә хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашырға кәрәк.
14 Төрлө ваҡытта вәғәзләргә әҙер булығыҙ. Һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләгән кешеләр әле күп. Әммә гел бер үк ваҡытта вәғәзләһәк, беҙ, моғайын, уларҙы осрата алмаҫбыҙ. Пионер булып хеҙмәт иткән Матильда исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Беҙ ирем менән төрлө ваҡытта вәғәзләргә тырышабыҙ. Иртән-иртүк кешеләр менән уларҙың эш урындарында һөйләшәбеҙ. Көндөҙ, кешеләр урамда саҡта, стенд менән хеҙмәт итәбеҙ. Ә кискә табан кешеләрҙе өйҙә осратып була». Әлбиттә, һәр беребеҙҙең уңайлы графигы бар. Вәғәздә күберәк кешеләрҙе осратырға мөмкинлек булһын өсөн, беҙ үҙ графигыбыҙҙы үҙгәртергә әҙер булырға тейеш. Шул саҡта тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаҫ, һәм Йәһүәне шатландыра алырбыҙ.
ҒАЙСА АТАҺЫНЫҢ ИСЕМЕ ТУРАҺЫНДА БОРСОЛҒАН
15. Лука 22:39—44 буйынса, ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса менән нимә булған?
15 Б. э. 33 йылында 14 нисан көнө кисен Ғайса Гефсимания баҡсаһына бара. Унда ул Йәһүәгә ҡайнар доға ҡыла. (Лука 22:39—44-те уҡығыҙ.) Еврейҙарға 5:7-лә әйтелгәнсә, ул, «күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды». Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Атаһынан нимә һораған? Уға тоғро булып ҡалыр өсөн һәм уның ихтыярын үтәр өсөн, ул көс һораған. Йәһүә улының күңелендә ниндәй әрнеү булғанын күргән һәм, уны нығытырға теләп, фәрештәһен ебәргән.
16. Гефсимания баҡсаһында доға ҡылғанда, Ғайса ни өсөн илаған?
16 Гефсимания баҡсаһында доға ҡылғанда, Ғайса ни өсөн илаған? Ул, Алланы хурлаусы һымаҡ үлергә мәжбүр булғанға, бик ҡайғырған. Уның өҫтөндә ифрат ҙур яуаплылыҡ ятҡан: ул Атаһының абруйын яҡларға тейеш булған. Ҡайһы берәүҙәрҙең Йәһүәгә ҡарата тоғролоғо хәҙерге ваҡытта һынала. Шундай саҡтарҙа улар Ғайсаның миҫалынан нимәгә өйрәнә ала? Әйҙәгеҙ, тағы өс мөһим хәҡиҡәткә иғтибар итәйек.
17. Ғайсаның ҡайнар доғаһына Йәһүәнең яуап ҡайтарыуы ниндәй хәҡиҡәтте асыҡлай?
17 Йәһүә һеҙҙең ҡайнар доғаларығыҙҙы тыңлай. Йәһүә Улының үтенесенә иғтибарлы булған. Сөнки Ғайса өсөн Атаһына тоғро ҡалыу һәм уның исемен хурлыҡтан таҙартыу бик мөһим булған. Беҙҙең менән дә шулай уҡ. Әгәр беҙҙең өсөн Йәһүәгә тоғро ҡалыу һәм уның исемен хурлыҡтан таҙартыу иң мөһиме булһа, беҙ ярҙам һорап үтенгәндә, ул доғаларыбыҙға яуап бирер (Зәб. 145:18, 19).
18. Ни өсөн Ғайсаны хәлебеҙгә инә белгән дуҫ тип атап була?
18 Ғайса һеҙҙең хистәрегеҙҙе аңлай. Янығыҙҙа һеҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтар аша үткән һәм һеҙҙе яҡшы аңлаған дуҫығыҙ булһа, һеҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы күпкә еңелерәк булыр. Ғайса Мәсих тап шундай дуҫ. Ул ныҡ арыуҙың һәм башҡаларҙың ярҙамына мохтаж булыуҙың нимә икәнен яҡшы белә. Ул, беҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе иҫәпкә алып, хәлебеҙгә инә, һәм «ярҙам кәрәк булғанда» беҙҙе ҡалдырмай (Евр. 4:15, 16). Ғайса Гефсимания баҡсаһында фәрештәнең ярҙамы өсөн рәхмәтле булған. Һабаҡ нимәлә? Йәһүә беҙҙең доғабыҙға баҫма, видеояҙма, телмәр, өлкән йә рухи яҡтан етлеккән башҡа ҡәрҙәш аша яуап бирә ала. Әйҙәгеҙ, Ғайса һымаҡ, Йәһүәнең ярҙамын һәр ваҡыт ҡабул итәйек.
19. Аллаға тоғролоғобоҙ һыналғанда, ҡайҙан көс алып була? Миҫал килтерегеҙ.
19 Йәһүә һеҙгә күңел тыныслығы бирер. Йәһүә беҙҙе нисек нығыта? Доғаларыбыҙға яуап итеп, ул беҙгә «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» бирә (Флп. 4:6, 7). «Алла именлеге» беҙҙең йөрәгебеҙҙе тынысландыра һәм аҡылыбыҙҙы борсоулы уйҙарҙан арындыра. Люсия исемле апай-ҡәрҙәш быға үҙе инанған. Ул былай ти: «Ҡайһы саҡта яңғыҙлыҡ хисе шул тиклем көслө була, мин хатта Йәһүә мине яратмай тип уйлай башлайым. Шундай саҡтарҙа мин Йәһүәгә хистәрем тураһында тулыһынса һөйләп бирәм. Доға миңә уйҙарымды тәртипкә килтерергә ярҙам итә». Люсияның миҫалынан күренеүенсә, доға күңел тыныслығы бирә.
20. Ғайса илаған өс осраҡтан беҙ нимәгә өйрәндек?
20 Беҙ Ғайсаның ниндәй осраҡтарҙа илағанын белдек. Был осраҡтарҙан беҙ күп йыуаныслы һәм файҙалы һабаҡтар алдыҡ. Был мәҡәлә шуны күрһәтте: яҡын кешеһен юғалтҡандар янында булыу бик мөһим, һәм Йәһүә менән Ғайса беҙҙе лә шундай ҡайғы ваҡытында, һис шикһеҙ, нығытып торасаҡ. Шулай уҡ ул беҙҙе вәғәзләгән кешеләрҙең хәленә инә белергә дәртләндерҙе, сөнки Йәһүә менән Ғайса ла улар менән тап шулай мөғәмәлә итә. Бынан тыш, был мәҡәлә Йәһүә һәм уның Улы беҙҙең йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы аңлай һәм беҙгә ауыр булғанда ярҙамға килергә әҙер икәнен иҫебеҙгә төшөрҙө. Оҙаҡламай Йәһүә күҙҙәребеҙҙәге «һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк» (Асыл. 21:4). Был көн килеп еткәнсе ошо мәҡәләлә алған һабаҡтар беҙгә ярҙам итер.
120-СЕ ЙЫР Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ
a Ҡайһы саҡта Ғайса көслө күңел әрнеүенән илаған. Был мәҡәләлә беҙ уның тормошонда булған шундай өс осраҡты ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ.
b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән
c «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) «Ғайса Мәсих» тигән мәҡәләлә «Эштәр һәм сифаттар» тигән исемдә «Тәрән хистәр һәм йылылыҡ» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.
d Матфей 22:39-ҙағы «яҡының» тигән һүҙ туғанды, күршене йә таныш кешене генә түгел, ә яныңда булған һәр кешене үҙ эсенә ала.
e РӘСЕМДӘ: Ғайса Марфа менән Мәрйәмде йыуатҡан. Беҙ ҙә яҡынын юғалтҡан кешене нығыта алабыҙ.
f РӘСЕМДӘ: Ғайса Никодим менән төнөн осрашырға ризалашҡан. Беҙ ҙә Изге Яҙма өйрәнеүен кешегә уңайлы ваҡытта үткәрергә тырышабыҙ.
g РӘСЕМДӘ: Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн Ғайса унан көс һораған. Һынауҙар ваҡытында беҙгә шулай уҡ эш итергә кәрәк.