54-СЕ ДӘРЕС
«Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе»
Ғайса Мәсих — мәсихселәр йыйылышының башы (Ефестарға 5:23). Бөгөн ул күктән ерҙәге шәкерттәрен «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша етәкләй. (Матфай 24:45-те уҡы.) Ғайса был «хеҙмәтсене» үҙе һайлаған һәм уға ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуҡ биргән. Был хеҙмәтсе Мәсихкә буйһона һәм Мәсих ҡәрҙәштәренә хеҙмәт итә. «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул? Ул беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта?
1. «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?
Йәһүә һәр ваҡыт үҙ халҡына айырым кешеләр йәки бәләкәй төркөм аша күрһәтмәләр биреп торған (Малахи 2:7; Еврейҙарға 1:1). Ғайсаның үлеменән һуң, илселәр һәм Иерусалимдағы өлкәндәр мәсихселәр йыйылышының эшмәкәрлеген етәкләй башлаған (Ғәмәлдәр 15:2). Ошо өлгө буйынса, бөгөн дә бер нисә өлкәндән торған бәләкәй төркөм — Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе — Алла халҡына рухи ризыҡ биреп тора һәм вәғәз эше менән етәкселек итә. Был төркөм — Ғайса билдәләгән «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» (Матфай 24:45б). Етәксе кәңәшмәнең бөтә ағзалары майланған мәсихселәрҙән тора. Ерҙәге тормоштары тамамланғас, улар Ғайса Мәсих менән бергә күктәге Батшалыҡта идара итәсәк.
2. «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» ниндәй аҙыҡ бирә?
Ғайса, «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» мәсихселәргә «ваҡытында» аҙыҡ бирер, тип әйткән (Матфай 24:45а). Ашаған ризығыбыҙ, беҙгә көс биреп, һаулығыбыҙҙы нығытҡан кеүек, рухи ризыҡ та — Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өйрәтеү — беҙгә Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға һәм Ғайса тапшырған йөкләмәләрҙе үтәргә ярҙам итә (1 Тимофейға 4:6). Беҙ был рухи ризыҡты йыйылыш осрашыуҙары, конгрестар, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар һәм видеояҙмаларҙан алабыҙ. Быларҙың барыһы ла беҙгә Алланың ихтыярын яҡшыраҡ аңларға һәм уның дуҫы булып ҡалырға ярҙам итә.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Ни өсөн беҙгә «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе», йәғни Етәксе кәңәшмә кәрәк икәнен бел.
3. Йәһүәнең халҡы яҡшы ойошторолған булырға тейеш
Ғайсаның етәкселеге аҫтында Етәксе кәңәшмә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеген ойоштора. Беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙең эшмәкәрлеге лә шулай уҡ ойошторолған булған. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
1 Коринфтарға 14:33, 40-ты уҡы һәм һорауға яуап бир:
Ошо аяттарҙан күренеүенсә, ни өсөн Йәһүә үҙ халҡының ойошторолған булыуын теләй?
4. Тоғро хеҙмәтсе вәғәз эшен ойоштора
Беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн вәғәз эше иң мөһим эш булған. Ғәмәлдәр 8:14, 25-те уҡы һәм яуап бир:
Беренсе быуатта вәғәз эшенә ҡағылышлы күрһәтмәләрҙе кем биргән?
Петр менән Яхъя башҡа илселәрҙең күрһәтмәләрен нисек ҡабул иткән?
Етәксе кәңәшмә өсөн иң мөһим эш — вәғәз эшен ойоштороу. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Ғайса Мәсих вәғәз эшенең ни тиклем мөһим булыуын күрһәткән. Марк 13:10-ды уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Ни өсөн Етәксе кәңәшмә вәғәз эшенә шул тиклем ҙур әһәмиәт бирә?
Ни өсөн был ғәйәт ҙур эште бөтә ер йөҙө буйлап ойошторор өсөн «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кәрәк?
5. Тоғро хеҙмәтсе күрһәтмәләр бирә
Етәксе кәңәшмә бөтә ер йөҙө буйлап йәшәгән мәсихселәргә күрһәтмәләр бирә. Был ағай-ҡәрҙәштәр ҡарарҙарҙы нисек ҡабул итә? Беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмәнең нисек ҡарарҙар ҡабул иткәнен ҡара. Ғәмәлдәр 15:1, 2-не уҡы һәм яуап бир:
Беренсе быуаттағы мәсихселәр араһында ниндәй һорау бәхәстәр һәм ҡаршылыҡтар тыуҙырған?
Был һорауҙы сисер өсөн, Павел, Варнава һәм башҡа ағай-ҡәрҙәштәр кемдән ярҙам һораған?
Ғәмәлдәр 15:12—18, 23—29-ҙы уҡы һәм һорауға яуап бир:
Алланың был һорауға ҡарата ҡарашын белер өсөн, беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә нимә эшләгән? (12, 15-се һәм 28-се аяттарҙы ҡара.)
Ғәмәлдәр 15:30, 31 һәм 16:4, 5-те уҡы ла яуап бир:
Беренсе быуаттағы мәсихселәр етәксе кәңәшмәнең күрһәтмәләрен нисек ҡабул иткән?
Йәһүә был мәсихселәрҙе тыңлаусанлыҡ күрһәткәндәре өсөн нисек фатихалаған?
2 Тимофейға 3:16 һәм Яҡуб 1:5-те уҡы ла һорауға яуап бир:
Бөгөн Етәксе кәңәшмә ҡарарҙар ҡабул иткәндә ҡайҙан күрһәтмәләр эҙләй?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Етәксе кәңәшмәне тыңлайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ кешеләр артынан эйәрәһегеҙ».
Етәксе кәңәшмәне Ғайса етәкләй икәненә һине нимә ышандыра?
ТӨП ФЕКЕР
Етәксе кәңәшмә — ул «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе», уны Ғайса Мәсих билдәләгән. Был хеҙмәтсе бөтә донъя буйлап йәшәгән мәсихселәргә күрһәтмәләр һәм рухи аҙыҡ бирә.
Ҡабатлау
«Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсене» кем билдәләгән?
Етәксе кәңәшмә беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта?
Етәксе кәңәшмәнең «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» булыуына ышанаһыңмы?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Етәксе кәңәшмәнең нисек эш иткәнен бел.
«Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе нимә ул?» (интернет-мәҡәлә)
Рухи ризыҡ сифатлы булһын өсөн, Етәксе кәңәшмә нимә эшләй?
Етәксе кәңәшмә Ғайса тапшырған йөкләмәләргә нисек ҡарай?
Осрашыуҙарыбыҙ һәм конгрестарыбыҙ Йәһүәнең беҙгә Етәксе кәңәшмә аша күрһәтмәләр биргәнен нисек иҫбатлай?