Ҡушымталар
1. ЙӘҺҮӘ
Йәһүә — ул Алланың исеме. Был исем «Ул булырға бирә» тигәнде аңлата. Йәһүә — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һәм бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе. Ул үҙенең һәр ҡайһы вәғәҙәһен үтәй ала һәм бөтә ниәттәрен тормошҡа ашыра ала.
Боронғо еврей телендә был исем дүрт хәрефтән торған. Башҡорт телендә был хәрефтәргә ЙҺВҺ хәрефтәре тура килә. Алла исеме еврей яҙмаларында яҡынса 7 000 тапҡыр осрай. Төрлө илдәрҙәге кешеләр «Йәһүә» исемен, үҙ телдәренең үҙенсәлектәренән сығып, төрлөсә әйтә.
2. ИЗГЕ ЯҘМА АЛЛА ТАРАФЫНАН РУХЛАНДЫРЫЛҒАН
Изге Яҙманың Авторы — Аллаһы Тәғәлә, әммә уны яҙыр өсөн, ул кешеләрҙе ҡулланған. Быны берәй начальниктың үҙ сәркәтибенә хат баҫтырырға ҡушыуы менән сағыштырып була. Унда сәркәтиптең түгел, ә начальниктың фекерҙәре яҙыла. Изге Яҙма хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була: унда кеше фекерҙәре түгел, ә Алла фекерҙәре яҙылған. Изге Яҙманы кешеләр изге рух тәьҫирендә яҙған. Үҙ хәбәрен Алла уларға төрлөсә еткергән. Мәҫәлән, кешегә Алла тарафынан күренеш йә төш бирелгән, ә кеше уны яҙып ҡуйған.
3. ПРИНЦИП
Принцип — ул ниндәй ҙә булһа берәй төп хәҡиҡәткә нигеҙләнгән Изге Яҙмалағы тәғлимәт. Мәҫәлән, «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа» тигән принцип нигеҙендә шундай хәҡиҡәт ята: беҙ аралашҡан кешеләр беҙгә тәьҫир итә (1 Коринфтарға 15:33). Ә «кеше ни сәсһә, шуны ура» тигән принцип кешенең үҙ эштәренең эҙемтәләренән ҡаса алмауын күрһәтә (Галаттарға 6:7).
4. ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
Пәйғәмбәрлек — ул Алланан килгән хәбәр. Ундай хәбәрҙәр өгөт-нәсихәт, әмер йә хөкөм ҡарары булырға мөмкин, йә булмаһа, улар аша Алланың үҙ ихтыярын асыуы ихтимал. Ә ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәр аша Алла киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙы асыҡлай. Изге Яҙмала яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең күбеһе инде үтәлгән.
5. МӘСИХ ТУРАҺЫНДАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘР
Изге Яҙманың Мәсихкә ҡағылышлы бик күп пәйғәмбәрлектәре Ғайсала үтәлгән. «Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.
▸ 2-се бүлек, 17-се абзац, төшөрмә
6. ЙӘҺҮӘНЕҢ ЕРГӘ ҠАРАТА НИӘТЕ
Йәһүә ерҙә ожмах булдырған. Уның ниәте буйынса бөтә ер шары, ожмахҡа әйләнеп, Алла яратҡан кешеләр өсөн йорт булырға тейеш булған. Йәһүәнең ниәте үҙгәрмәгән. Тиҙҙән Алла, бар яуызлыҡты бөтөрөп, кешеләргә мәңгелек тормош бирәсәк.
7. ШАЙТАН ИБЛИС
Иблис — ул Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән фәрештә. Ул Аллаға ҡаршы сыға, шуға күрә уға Шайтан тигән исем бирелгән. Был һүҙ «Дошман» тигән мәғәнә йөрөтә. Ул шулай уҡ «Иблис», йәғни «Яла яғыусы», тип атала, сөнки ул Алла тураһында ялған тарата һәм кешеләрҙе алдай.
8. ФӘРЕШТӘЛӘР
Йәһүә фәрештәләрҙе ерҙе барлыҡҡа килтергәнгә тиклем күпкә алдараҡ яратҡан. Улар күктә йәшәр өсөн барлыҡҡа килтерелгән. Фәрештәләрҙең һаны йөҙ миллиондан артыҡ (Данил 7:10). Уларҙың һәр береһе үҙенә күрә бер шәхес, һәр береһенең үҙ исеме бар. Улар баҫалҡы, шуға күрә кешеләрҙең табыныуынан баш тарта. Улар төрлө дәрәжәлә һәм төрлө эш башҡара. Мәҫәлән, кемдер Йәһүәнең тәхете алдында хеҙмәт итә, кемдер уның хәбәрҙәрен кешеләргә тапшыра, кемдер уның хеҙмәтселәрен яҡлай һәм йүнәлеш бирә, кемдер уның хөкөм ҡарарҙарын тормошҡа ашыра һәм вәғәзләү эшенә булышлыҡ итә (Зәбур 34:7; Асылыш 14:6; 22:8, 9). Киләсәктә Армагеддонда улар Ғайса яғында һуғышасаҡ (Асылыш 16:14, 16; 19:14, 15).
9. ГОНАҺ
Гонаһ — ул Аллаға йә уның ихтыярына ҡаршы килгән хистәр, фекерҙәр һәм эштәр. Гонаһ Алла менән дуҫлыҡты боҙа. Шуға күрә, кешеләр аңлы рәүештә гонаһ ҡылмаһын өсөн, ул ҡанундар һәм принциптар биргән. Улар беҙгә гонаһтан ҡасырға ярҙам итә. Йәһүә иң башта бар нәмәне камил итеп барлыҡҡа килтергән, әммә Әҙәм менән Һауа белә тороп уны тыңламаған, йәғни гонаһ ҡылған һәм шул арҡала камиллығын юғалтҡан. Һөҙөмтәлә улар ҡартайған һәм үлгән. Әҙәмдән гонаһты мираҫ итеп алғанға күрә, бөтә кеше лә ҡартая һәм үлә.
10. АРМАГЕДДОН
Армагеддон — ул Алланың һуғышы. Алла был һуғышта Иблис донъяһын һәм бөтә яуызлыҡты бөтөрәсәк.
11. АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ
Алла Батшалығы — ул күктә Йәһүә урынлаштырған хөкүмәт. Уның батшаһы — Ғайса Мәсих. Киләсәктә Йәһүә, был Батшалыҡты ҡулланып, бар яуызлыҡты бөтөрәсәк. Бөтә ер өҫтөнән Алла Батшалығы идара итәсәк.
12. ҒАЙСА МӘСИХ
Алла Ғайсаны барыһынан да алда барлыҡҡа килтергән. Кешеләр хаҡына үлһен өсөн, Йәһүә Ғайсаны ергә ебәргән. Ғайсаны үлтергәндәр, әммә Йәһүә уны терелткән. Хәҙер Ғайса Алла Батшалығының батшаһы булараҡ күктә идара итә.
13. 70 АҘНА ТУРАҺЫНДАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК
Изге Яҙмала Мәсихтең ҡасан килере алдан уҡ әйтелгән булған. Был ваҡиға б. э. т. 455 йылдан алып б. э. 29 йылына тиклем дауам иткән 69 «аҙна» тип аталған осорҙоң аҙағында булырға тейеш булған.
Мәсихтең б. э. 29 йылында килергә тейеш булғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Б. э. т. 455 йылда Ниҡәми, Иерусалимға килеп, уны торғоҙоу эштәрен башлаған. Тап шул ваҡыттан алып 69 аҙна иҫәпләнә (Данил 9:25; Ниҡәми 2:1, 5—8). «Аҙна» һүҙен ишеткәндә, 7 көн уйға килә. Пәйғәмбәрлектәргә ҡағылышлы «бер йыл өсөн бер көн» тигән ҡағиҙә буйынса «аҙна» ете көн түгел, ә ете йыл тәшкил итә (Һандар 14:34; Йәзәкил 4:6). Шулай итеп, бер «аҙна» 7 йылдан торғас, 69 «аҙнала» 483 йыл булып сыға (69 x 7). Б. э. т. 455 йылдан башлап 483 йыл иҫәпләһәк, б. э. 29 йылына киләбеҙ. Тап ошо йылда Ғайса һыуға сумдырылған һәм Мәсих булып киткән дә (Лука 3:1, 2, 21, 22).
Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектә шулай уҡ 7 йыл дауам итәсәк артабанғы «аҙна» хаҡында ла әйтелә. Пәйғәмбәрлеккә ярашлы был осорҙоң уртаһында, йәғни б. э. 33 йылында Мәсих үлтерелергә тейеш булған. Ә осорҙоң аҙағында, йәғни б. э. 36 йылында Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр йәһүдтәргә генә түгел, бар халыҡтарға ла иғлан ителә башлай (Данил 9:24—27).
14. ТРОИЦА ТУРАҺЫНДАҒЫ ЯЛҒАН ТӘҒЛИМӘТ
Изге Яҙма буйынса, Йәһүә Алла — ул Барлыҡҡа килтереүсе. Барыһынан да алда ул Ғайсаны барлыҡҡа килтергән (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22). Тимәк, Ғайса ҡөҙрәтле Алла түгел. Ул үҙен һис ҡасан да Аллаға тиңләмәгән, киреһенсә: «Атам Минән бөйөгөрәк», — тигән (Яхъя 14:28; 1 Коринфтарға 15:28). Әммә ҡайһы бер диндәр, Алла — ул Троица, тип әйтә. Имеш, Алла өс шәхестән — Ата, Ул һәм изге рухтан тора. Ләкин Изге Яҙмала «Троица» тигән һүҙ бөтөнләй юҡ. Ул ялған тәғлимәт.
Изге рух — ул Алланың эш итеүсе көсө. Шул көстө ҡулланып, Алла үҙ ихтыярын тормошҡа ашыра. Изге Яҙмала тәүге мәсихселәр хаҡында, изге рух менән һуғарылғандар, тип әйтелә. Шулай уҡ Йәһүә: «Барлыҡ кешеләргә Үҙ Рухымды яуҙырырмын», — тигән (Ғәмәлдәр 2:1—4, 17). Тимәк изге рух — ул шәхес түгел.
15. ТӘРЕ
Ни өсөн ысын мәсихселәр Аллаға табыныуҙа тәре ҡулланмай?
Оҙаҡ ваҡыттар тәрене тик ялған диндә генә ҡулланғандар. Боронғо ваҡытта тәрене тәбиғәт көстәренә табыныуҙа һәм әхлаҡһыҙ мәжүси йолаларҙа ҡулланғандар. Ғайса үлгәндән һуң тәүге 300 йыл дауамында уның шәкерттәре табыныуҙа тәре ҡулланмаған. Һуңыраҡ Рим императоры Константин тәрене христиандарҙың символы иткән. Шулай эшләп, ул христиан диненә күберәк кешеләрҙе ылыҡтырырға теләгән. Әммә тәре Ғайса Мәсих менән бер нисек тә бәйле түгел. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Тәре мәсихселәргә тиклемге һәм мәсихселәр менән бәйле булмаған мәҙәниәттәрҙә бар» («New Catholic Encyclopedia»).
Ғайса тәрелә үлтерелмәгән. «Тәре» тип тәржемә ителгән грек һүҙенең төп мәғәнәһе — ул «бағана», «бүрәнә» йәки «ағас». Бер хеҙмәттә былай тиелә: «Яңы Ғәһедтең грек телендәге тексында тәренең ике бүрәнәнән торғанын аңлатҡан бер һүҙ ҙә юҡ» («The Companion Bible»). Ғайсаны бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергәндәр.
Йәһүә үҙенә табыныуҙа ниндәйҙер һүрәттәр йә символдар ҡулланыуҙы теләмәй (Сығыш 20:4, 5; 1 Коринфтарға 10:14).
16. ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ
Ғайса үҙ шәкерттәренә үҙенең үлемен иҫкә алыу кисәһен үткәрергә ҡушҡан. Был кисә йыл һайын 14 нисан айында үткәрелә. Был көндә израилдәр Ҡотҡарылыу байрамы үткәргән. Иҫкә алыу кисәһе ваҡытында унда килеүселәр Ғайсаның тәнен һәм ҡанын символлаштырған икмәк менән шарапты ҡулдан ҡулға тапшыра. Ғайса менән киләсәктә күктә идара итәсәк мәсихселәр генә икмәк менән шараптан ауыҙ итә. Ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгәндәр иһә ауыҙ итмәй. Улар был осрашыуға килеп һәм үҙҙәрен лайыҡлы тотоп тәрән рәхмәт сағылдыра.
17. ЙӘН
Изге Яҙмала «йән» тигән һүҙ 1) кешене, 2) хайуанды йә 3) кешенең йәки хайуандың ғүмерен аңлата. Миҫалдар ҡарап сығайыҡ.
Кеше. «Нух көндәрендә... бик әҙ кеше, йәғни һигеҙ йән генә, һыу аша ҡотҡарылған булған» (1 Петр 3:20, ЯДТ). Бында «йән» тигән һүҙ кешеләрҙе — Нухты, уның ҡатынын, өс улын һәм улдарының ҡатындарын аңлата.
Хайуан. «Шунан һуң Алла: „Һыуҙар тере йәндәр менән тулһын һәм күктәрҙә, ер өҫтөндәге күк йөҙөндә ҡанатлы тереклек эйәләре осһон“, — тине. Шунан Алла былай тине: „Ер, төрҙәренә ҡарап, тере йәндәрҙе, йорт хайуандарын, януарҙарҙы һәм хәрәкәт итеүсе башҡа хайуандарҙы булдырһын“. Һәм шулай булды ла» (Башланмыш 1:20, 24; ЯДТ).
Кешенең йә хайуандың ғүмере. Йәһүә Мусаға: «Бар, Мысырға ҡайт, сөнки һинең йәнеңде эҙләүселәр үлеп бөттө», — тигән (Сығыш 4:19). Ғайса ерҙә сағында былай тип әйткән: «Мин — яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла» (Яхъя 10:11).
Кеше ниҙер эшләгәндә, ихлас күңелдән бар дәртен һалып тырышһа, уның хаҡында шулай уҡ, бөтә йәнен биреп эшләй, тиҙәр (Матфей 22:37; Ҡанун 6:5). «Йән» тигән һүҙ кешенең йә хайуандың берәй теләген тасуирлар өсөн дә ҡулланыла. «Үле йән» тигән һүҙбәйләнеш үлгән кешене аңлата (Һандар 6:6; Ғибрәтле һүҙҙәр 23:2; Ишағыя 56:11; Аггей 2:13).
18. РУХ
«Рух» тип тәржемә ителгән еврей һәм грек һүҙҙәре төрлө нәмәләрҙе аңлатырға мөмкин. Әммә ул һүҙҙәр һәр ваҡыт күҙгә күренмәгән нәмәләрҙе, мәҫәлән, фәрештәләр, ендәр һәм Алланың эш итеүсе көсө булған изге рухты аңлата (Матфей 12:43; Лука 11:13). Изге Яҙма, кеше үлгәс, рух йәшәүен дауам итә, тип өйрәтмәй.
19. ЙӘҺӘННӘМ
«Йәһәннәм» — Иерусалим янындағы үҙәндең исеме. Элек унда сүп-сар яндырғандар. Ғайса ерҙә йәшәгән көндәрҙә шул үҙәндә кешеләрҙе йә хайуандарҙы язалағандарына йә тере килеш яндырғандарына дәлилдәр юҡ. Шуға күрә «йәһәннәм» тигән һүҙ үлгән кешеләрҙе утта яндырып мәңге язалай торған күҙгә күренмәгән урынды аңлатмай. Шулай итеп Ғайса берәй кешенең йәһәннәмгә ташланыуы хаҡында әйткәндә мәңгегә юҡ ителеүҙе күҙ уңында тотҡан (Матфей 5:22; 10:28).
20. ҒАЙСАНЫҢ ДОҒАҺЫ
Ошо доға өлгөһөндә Ғайса үҙ шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән. Шуға күрә был доға «өлгөлө доға» булараҡ билдәле. Доғаның эстәлегенә иғтибар итәйек:
«Исемең мөҡәддәс тип танылһын»
Беҙ Йәһүәнән, үҙ исемен, йәғни абруйын һәр төрлө ялғандан азат итһен, тип үтенәбеҙ. Шул саҡта күктә лә, ерҙә лә бар заттар Алланың исемен тәрән хөрмәт итәсәк.
«Һинең Батшалығың килһен»
Беҙ, Алла хөкүмәте, Иблистең яуыз донъяһын юҡ итеп, ер өҫтөнән идара итә башлаһын һәм ерҙе ожмахҡа әйләндерһен, тип үтенәбеҙ.
«Ерҙә лә ихтыярың үтәлһен»
Беҙ, Алланың ергә ҡарата ниәте үтәлһен һәм уға тыңлаусан камил кешеләр ерҙәге ожмахта мәңге йәшәһен, тип доға ҡылабыҙ. Ерҙе барлыҡҡа килтергәндә Алланың ниәте тап шундай булған.
21. ЙОЛОМ
Кешеләрҙе гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә йолом биргән. Йолом — ул беренсе кеше Әҙәм юғалтҡан камил ғүмерҙе ҡайтарып алыр өсөн түләнергә тейеш булған хаҡ. Йолом шулай уҡ кешелеккә Йәһүә менән юғалтҡан мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә мөмкинлек биргән. Ғайса бөтә гонаһлы кешеләр хаҡына үлһен өсөн, Алла уны ергә ебәргән. Ғайсаның үлеме бөтә кешегә камил булып мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан.
22. 1914 ЙЫЛ — КЕШЕЛЕК ТАРИХЫНДАҒЫ МӨҺИМ ДАТА
Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған пәйғәмбәрлек буйынса 1914 йылда Алла үҙ Батшалығын урынлаштырырға тейеш булған.
Пәйғәмбәрлек. Йәһүә Набуҡаднизар батшаға киҫелгән ҙур бер ағас хаҡында төш күрһәткән. Ағасҡа «ете ваҡыт» дауамында үҫергә бирмәҫ өсөн, ағас төбөнә тимер һәм баҡыр бығау һалғандар. Һуңынан ағас яңынан үҫә башларға тейеш булған (Данил 4:1, 10—16).
Был пәйғәмбәрлек беҙгә нисек ҡағыла? Ағас Алла хакимлығын символлаштыра. Күп йылдар дауамында Йәһүә, Иерусалимдағы батшаларҙы ҡулланып, Израиль халҡы менән идара иткән (1 Йылъяҙма 29:23). Әммә ул батшалар тоғро булмаған, шуға күрә уларҙың идара итеүе туҡтатылған. Б. э. т. 607 йылда Иерусалимды емергәндәр. Шунан «ете ваҡыт» башланған (2 Батшалар 25:1, 8—10; Йәзәкил 21:25—27). Ғайса, «мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар», тип әйткәндә тап шул «ете ваҡытты» күҙ уңында тотҡан (Лука 21:24). Шуға күрә Ғайса ерҙә йәшәгәндә «ете ваҡыт» әле тамамланмаған булған. Үҙ вәғәҙәһенә ярашлы, Йәһүә «ете ваҡыт» үтеүгә үҙенең Батшаһын ҡуйырға тейеш булған. Ғайса батшаның идараһы Алла халҡына бөтә ер шарында мәңге фатихалар килтереп торасаҡ (Лука 1:30—33).
«Ете ваҡыт» күпме дауам иткән? Ете ваҡыт 2 520 йыл дауам иткән. Б. э. т. 607 йылдан алып 2 520 йыл иҫәпләһәк, беҙ 1914 йылға киләбеҙ. Тап ошо йылда Йәһүә Ғайсаны, Мәсихте, күктәге Батшалыҡтың Батшаһы итеп тәғәйенләгән.
2 520 йыл ҡайҙан килеп сыҡҡан? Инжил китабынан белеүебеҙсә, 1 260 көн «ваҡыт, ваҡыттар һәм ярты ваҡыт»ҡа йәғни өс ярым ваҡытҡа тиң (Асылыш 12:6, 14). Тимәк, «ете ваҡыт» (өс ярымды икегә ҡабатлау) 2 520 көнгә тиң. Әгәр «бер көн өсөн бер йыл» тигән пәйғәмбәри принципты иҫәпкә алһаҡ, 2 520 көн 2 520 йылға тиң була (Һандар 14:34; Йәзәкил 4:6).
23. БАШ ФӘРЕШТӘ МИХАИЛ
Изге Яҙмала бер генә баш фәрештә иҫкә алына, һәм уның исеме Михаил (Данил 12:1; Йәһүҙә 9).
Михаил — тоғро фәрештәләрҙән торған Алла ғәскәренең башлығы. Уның хаҡында Инжилдә: «Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо», — тип яҙылған (Асылыш 12:7). Унда Ғайса тураһында ла, ул Алла ғәскәренең башы булып тора, тиелә. Тимәк, Михаил — ул Ғайсаның тағы бер исеме (Асылыш 19:14—16).
24. АХЫРЫЗАМАН
Ахырызаман — ул Иблис донъяһының юҡ ителеүе алдындағы осор. Был осор дауамында бик мөһим ваҡиғалар булыр, тип алдан уҡ яҙылған булған. «Донъяның бөтәсәге» һәм «Әҙәм Улының килеүе» тигән һүҙбәйләнештәр ҙә ошо дәүергә ҡарай (Матфей 24:3, 27, 37). Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлаған. «Ахырызаман» шул ваҡытта башланған һәм Алла Батшалығының Иблис донъяһын Армагеддонда юҡ итеүе менән тамамланасаҡ (2 Тимофейға 3:1; 2 Петр 3:3).
25. ТЕРЕЛТЕҮ
Терелтеү — Алланың үлгән кешене йәшәүгә ҡайтарыуы. Изге Яҙмала терелтеүҙең туғыҙ осрағы хаҡында әйтелә. Ильяс, Елисей, Ғайса, Петр һәм Павел үлгәндәрҙе терелткән. Улар быны Алла көсө менән эшләй алған. Йәһүә, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа» йәшәүгә ҡайтарыласаҡ, тип вәғәҙә итә (Ғәмәлдәр 24:15). Изге Яҙмала шулай уҡ, ҡайһы берәүҙәр күктә йәшәр өсөн тереләсәк, тиелә. Алла тарафынан һайланған был кешеләр — майланғандар терелгәс, Ғайса менән күктә йәшәйәсәк (Яхъя 5:28, 29; 11:25; Филиптарға 3:11; Асылыш 20:5, 6).
26. СИХЫРСЫЛЫҠ
Сихырсылыҡ — ул ендәр менән бәйләнешкә инеү. Кешеләр, туранан-тура үҙҙәре йәиһә берәйһе аша, мәҫәлән, им-томсолар, сихырсылар, күрәҙәселәр аша ендәр менән бәйләнешкә инә. Шулай эшләгәндәр, кеше үлгәс, уның рухы ҡайҙалыр йәшәүен дауам итә һәм беҙгә тәьҫир итә ала, тигән ялған тәғлимәткә ышана. Ендәр шулай уҡ кешеләрҙе Аллаға буйһонмаҫҡа ҡоторта. Сихырсылыҡ үҙ эсенә йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәлек итеүҙе, ырымдарға ышаныуҙы, кәрт һалып йә устарҙағы һыҙаттарға ҡарап юрауҙы, ҡот ҡойоуҙы, ноҡот һалыуҙы үҙ эсенә ала. Күп кенә китаптар, журналдар, йондоҙнамәләр, фильмдар, плакаттар һәм хатта йырҙар сихырсылыҡты, ендәрҙе йә тәбиғәттән өҫтөн булған күренештәрҙе ҡыҙыҡлы һәм зыянһыҙ итеп күрһәтә. Күп кенә ерләү йолалары, мәҫәлән, үлгән кешене иҫкә алыу уңайына табын йыйыу йә ҡорбан салыу һәм мәрхүм менән хушлашыу кеүек йолалар ҙа асылда ендәр менән бәйләнеште үҙ эсенә ала. Ендәр менән бәйләнешкә инер өсөн, ҡайһы берәүҙәр наркотик ҡуллана (Галаттарға 5:20; Асылыш 21:8).
27. ЙӘҺҮӘ ХАКИМЛЫҒЫ
Йәһүә — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, ул Ғаләмдең Барлыҡҡа килтереүсеһе (Асылыш 15:3). Ул бар нәмәнең Хужаһы, шуға уның бөтә нәмә өҫтөнән идара итергә тулы хоҡуғы бар (Зәбур 24:1; Ишағыя 40:21—23; Асылыш 4:11). Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләре өсөн ҡанундар урынлаштырған. Йәһүә шулай уҡ башҡаларға хакимлыҡ бирергә хоҡуҡлы. Алланы яратып һәм уға буйһоноп, беҙ уның хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Йылъяҙма 29:11).
28. АБОРТ ЯҺАУ
Аборт яһау — ул әле тыумаған баланың ғүмерен аңлы рәүештә өҙөү. Һүҙ фажиғәле хәл йәки баланың үҙенән-үҙе төшөүе хаҡында бармай. Яралғандан алып бала инде әсә организмының өлөшө түгел, ә айырым бер кеше.
29. ҠАН ЕБӘРЕҮ
Ҡан ебәреү — ҡандың үҙен йә булмаһа уның дүрт төп өлөшөнөң береһен кеше организмына ебәреүҙән торған медицина процедураһы. Башҡа кешенең ҡаны йә кешенең һаҡланған үҙ ҡаны ебәрелеүе ихтимал. Эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазма ҡандың төп өлөштәре булып тора.
30. ӨГӨТ-НӘСИХӘТ БИРЕҮ
Изге Яҙма буйынса, өгөт-нәсихәт биреү һәм яза биреү бер үк нәмә түгел. Өгөт-нәсихәт өйрәтеү, тәрбиәләү һәм төҙәтеүҙе үҙ эсенә ала. Өгөт-нәсихәт биргәндә, Йәһүә бер ҡасан да аяуһыҙ йә ҡырыҫ булмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:1, 2). Йәһүә ата-әсәләр өсөн иҫ киткес үрнәк күрһәтә. Ул биргән тәрбиә һәр ваҡыт файҙа ғына килтерә, һөҙөмтәлә кеше хатта өгөт-нәсихәтте ярата башларға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:1). Йәһүә үҙ халҡын ярата һәм уны өйрәтә. Дөрөҫ булмаған ҡараштарын төҙәтер өсөн, ул күрһәтмәләр бирә. Бының ярҙамында улар Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерә башлай һәм уға яраҡлы эштәр ҡыла. Ә ата-әсәләр үҙ балаларына нисек өгөт-нәсихәт бирә ала? Беренсенән, улар балаға тыңлаусан булыу ни өсөн шул тиклем мөһим икәнен аңлатырға тейеш. Икенсенән, ата-әсәләр үҙ балаһын Йәһүәне, уның Һүҙен яратырға һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы аңларға өйрәтергә тейеш.
31. ЕНДӘР
Ендәр — ул күҙгә күренмәгән рухи заттар. Улар кеше көсөнән күпкә өҫтөн ҡөҙрәткә эйә. Ендәр — яуыз фәрештәләр. Улар Аллаға буйһонмаған һәм уның дошмандары булып киткән (Башланмыш 6:1; Йәһүҙә 6). Улар, Иблистең фетнәһенә ҡушылып, Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан (Ҡанун 32:17; Лука 8:30; Ғәмәлдәр 16:16; Яҡуб 2:19).