-
Бөтә христиандар ҙа ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
Бөтә христиандар ҙа ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?
НИСӘ кеше христиан динен тота? «Христиан диндәре атласы» буйынса, 2010 йылда бөтә донъяла 2,3 миллиард христиан булған («Atlas of Global Christianity»). Әммә шул уҡ баҫмала, улар барыһы ла үҙ тәғлимәттәре һәм тәртип нормалары булған 41 000 конфессияға ҡарай, тип әйтелә. Шул тиклем күп төрлө «христиан» диндәре барлығын белгәс, күптәрҙең аптырап ҡалыуы һәм күңеле ҡайтыуы аңлашыла. Уларҙың: «Үҙҙәрен христиан тип атағандарҙың барыһы ла ысынлап та Ғайсаның шәкертеме?» — тигән һорауы тыуырға мөмкин.
Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Сик аша сыҡҡанда кеше, ғәҙәттә, үҙенең ниндәй илдең гражданы булғанын күрһәтергә тейеш. Ләкин был ғына етерлек түгел: уға шулай уҡ, үҙенең шәхесен танытҡан берәй документ, мәҫәлән, паспорт күрһәтеп, бының ысынлап та шулай икәнен иҫбат итергә кәрәк. Шуның шикелле, ысын мәсихсегә, Мәсихкә ышанам, тип әйтеү генә етмәй. Уға үҙенең ысынлап та мәсихсе икәнен иҫбат итергә кәрәк. Нисек итеп?
«Мәсихсе» тигән һүҙ беренсе тапҡыр б. э. 44 йылында ҡулланыла башлаған. Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан тарихсы Лука былай тип хәбәр иткән: «Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар» (Ғәмәлдәр 11:26). Мәсихселәр тип аталған кешеләр Ғайсаның шәкерттәре булған. Ә кем ул Ғайса Мәсихтең шәкерте? «Яңы Ғәһедтең халыҡ-ара яңы теологик һүҙлегендә» былай әйтелә: «Ғайсаның шәкерте булыу үҙ ғүмереңде бер һүҙһеҙ мәңгегә ҡорбан итеү тигәнде аңлата» («The New International Dictionary of New Testament Theology»). Тимәк, ысын мәсихсе — тотошлай һәм бер һүҙһеҙ Ғайсаның тәғлимәттәре һәм әмерҙәре буйынса йәшәгән кеше.
Үҙҙәрен христиан тип атаған күп кеше араһында шундайҙар бармы? Ысын шәкерттәренең нимә менән айырылып торғаны хаҡында Ғайса үҙе нимә әйткән? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманың был һорауҙарға нисек яуап биргәнен ҡарайыҡ. Киләһе мәҡәләләрҙә Ғайсаның үҙ шәкерттәрен танырға ярҙам иткән биш фекере ҡарала. Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең нисек эш иткәнен ҡарап сығырбыҙ һәм бөгөн кем Мәсихтең һүҙҙәре буйынса йәшәгәнен аңларға тырышырбыҙ.
-
-
«Минең һүҙемде тотһағыҙ»Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
«Минең һүҙемде тотһағыҙ»
«Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» (ЯХЪЯ 8:31, 32).
Был нимәне аңлата? Ғайсаның «һүҙе» — уның юғарынан бирелгән тәғлимәттәре. «Нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе», — тигән Ғайса (Яхъя 12:49). Үҙенең күктәге Атаһы Йәһүә Аллаға доға ҡылғанда Ғайса: «Хәҡиҡәт — Һинең һүҙең», — тигән. Үҙенең тәғлимәттәрен раҫлар өсөн ул йыш ҡына Алла Һүҙенә һылтанған (Яхъя 17:17; Матфей 4:4, 7, 10). Шуға күрә ысын мәсихселәр Ғайсаның һүҙен тоталар, йәғни Алла Һүҙен — Изге Яҙманы хәҡиҡәт тип, шулай уҡ тәғлимәт һәм тәртип нормаларына ҡағылған һорауҙарҙа иң юғары авторитет, тип һанайҙар.
Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Изге Яҙманың иң күп китабын яҙған илсе Павел, Ғайса шикелле, Алла Һүҙен хөрмәт иткән. «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм... файҙалы», — тигән ул (2 Тимофейға 3:16). Башҡа мәсихселәрҙе өйрәтергә билдәләнгән ирҙәр «ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға» тейеш булған (Титҡа 1:7, 9). Тәүге мәсихселәргә «кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә[не]» кире ҡағырға кәңәш ителгән (Колосстарға 2:8).
Бөгөн кем шулай эшләй? «Католик сиркәүенең катехизисында» былай тиелә: «[Католик] Сиркәүе „асылған һәр нәмә тураһындағы ышанысын Изге Яҙманан ғына түгел, башҡа нәмәнән дә ала. Шуға күрә Изге Яҙма ла, Риүәйәт тә бер үк төрлө ихтирам һәм хөрмәт менән ҡабул ителергә һәм ололанырға тейеш“». «Маклинз» журналында Торонтолағы (Канада) бер рухани ҡатындың һүҙҙәре килтерелгән: «Ниңә ике мең йыл элек яңғыраған „революцион“ тауышҡа ҡолаҡ һалырға? Беҙҙең үҙебеҙҙең дә бик күп иҫ киткес идеяларыбыҙ бар. Улар, бер туҡтауһыҙ Ғайсаға һәм Яҙмаға әйләнеп ҡарарға тура килгәнгә, үҙ көсөн юғалта».
Ә Йәһүә шаһиттары тураһында «Яңы католик энциклопедияһында»: «Улар өсөн Изге Яҙма — тәғлимәт һәм тәртип нормаларына ҡағылған һорауҙарҙа берҙән-бер авторитет», — тип әйтелә. Күптән түгел генә бер ир Йәһүә шаһиты булған бер ҡатынды бүлдергән дә, уның Изге Яҙмаһына төртөп күрһәтеп: «Һеҙҙең кем икәнегеҙҙе визит карточкағыҙ буйынса аңланым», — тигән.
-
-
«Улар ҙа донъяныҡы түгел»Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
«Улар ҙа донъяныҡы түгел»
«Донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки... улар ҙа донъяныҡы түгел» (ЯХЪЯ 17:14).
Был нимәне аңлата? Ғайса, донъяныҡы булмағанға, ул ваҡыттағы ижтимағи һәм сәйәси конфликттарҙа ҡатнашмаған. «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, — тип аңлатҡан Ғайса, — ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел» (Яхъя 18:36). Ул шулай уҡ үҙенең шәкерттәрен Алла Һүҙендә хөкөм ителгән фекер йөрөтөү, һөйләшеү һәм тәртиптән һаҡланырға өндәгән (Матфей 20:25—27).
Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Дини темаларға яҙыусы Джонатан Даймонд әйтеүенсә, беренсе мәсихселәр «эҙемтәһе ниндәй генә булмаһын — мәсхәрә, төрмә йә үлемме — [һуғыштарҙа] ҡатнашыуҙан баш тартҡан». Улар, нейтралитет боҙмаҫ өсөн, ғазап сигергә әҙер булған. Шулай уҡ улар үҙҙәренең әхлаҡи нормалары менән айырылып торған. Илсе Петр мәсихселәргә ҡараштарын уртаҡлашмаған кешеләр тураһында: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай», — тигән (1 Петр 4:4). Тарихсы Вил Дюрант, мәсихселәр «үҙҙәренең тәҡүәлеге һәм әхлаҡлылығы менән күңел асырға яратҡан мәжүси донъяның асыуын килтергән», тип яҙған.
Бөгөн кем шулай эшләй? «Яңы католик энциклопедияһында» мәсихселәр нейтралитеты тураһында: «Дини ышаныуҙар буйынса ҡулға ҡорал алыуҙан баш тартыуҙы мораль яҡтан аҡлап булмай», — тип әйтелә. Швейцарияның бер гәзитендә, «Африкандар хоҡуҡтары» тигән хоҡуҡ яҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 1994 йылда Руандалағы геноцидта «Йәһүә шаһиттарынан башҡа бөтә сиркәүҙәр ҙә ҡатнашҡан», тип хәбәр ителгән («Reformierte Presse»).
Нацизм ваҡытындағы холокост тураһында әйткәндә, бер уҡытыусы, «ябай граждандарҙан торған бер ниндәй төркөм йә ойошма ла күп кеше ҡатнашҡан ялған, ҡанһыҙлыҡ, йыртҡыслыҡҡа ҡаршы сыҡманы», тип көйәләнгән. Ләкин Америка Холокост мемориаль музейына мөрәжәғәт иткәндән һуң ул: «Хәҙер мин дөрөҫөн беләм», — тип яҙған. Ул Йәһүә шаһиттарының аяуһыҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан үҙ ышаныуҙарында ныҡ торғанын белеп ҡалған.
Ә уларҙың әхлаҡ нормалары хаҡында нимә әйтеп була? «Бөгөн йәш католиктарҙың күбеһе сиркәүҙең никахһыҙ йәшәү һәм никахҡа тиклемге енси мөнәсәбәттәр тураһында өйрәткәндәре менән риза түгел», — тип яҙылған «Ю.С. католик» журналында. Унда бер дьякондың ошондай һүҙҙәре килтерелә: «Минең күҙәтеүҙәрем буйынса, бик күптәр (хатта яртыһынан күберәктер, тип уйлайым) никахҡа ингәнгә тиклем бергә йәшәйҙәр». Ә «Яңы Британия энциклопедияһында», Йәһүә шаһиттары «юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәү яғында ныҡ торалар», тип әйтеп кителә.
-
-
«Бер-берегеҙҙе яратығыҙ»Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
«Бер-берегеҙҙе яратығыҙ»
«Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (ЯХЪЯ 13:34, 35).
Был нимәне аңлата? Мәсих үҙенең шәкерттәренә бер-береһен, үҙе уларҙы нисек яратһа, шулай яратырға ҡушҡан. Ә Ғайса уларҙы нисек яратҡан? Уның яратыуы ул ваҡытта ҡатындарға һәм башҡа халыҡ кешеләренә ҡарата киң таралған тиҫкәре ҡараштарҙан өҫтөнөрәк булған (Яхъя 4:7—10). Яратыу Ғайсаны башҡаларға ярҙам итер өсөн үҙ ваҡытын, көсөн һәм ялын ҡорбан итергә этәргән (Марк 6:30—34). Бынан да бигерәк, Ғайса үҙ яратыуын иң бөйөк юл менән, үҙенән ваз кисеп күрһәткән. «Мин — яҡшы көтөүсе, — тигән ул. — Яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла» (Яхъя 10:11).
Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһен дуҫ һәм имандаш тип атаған (Филимонға 1, 2). «Йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк» тип иҫәпләгәнгә, улар үҙ йыйылыштарында бөтә халыҡ кешеләрен дә ихлас ҡабул иткән (Римдарға 10:11, 12). Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан һуң Иерусалимдағы шәкерттәр «ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр». Ни өсөн? Яңы ғына һыуға сумдырылғандар, Иерусалимда ҡалып, «илселәрҙең өйрәтеүе[нә]» төшөнөүҙәрен дауам итә алһындар өсөн (Ғәмәлдәр 2:41—45). Ғайсаның шәкерттәрен шулай эшләргә нимә этәргән? Илселәр үлгәндән һуң 200 йыл да үтмәҫтән, Тертуллиан мәсихселәр тураһында нимә һөйләгәндәрен яҙған: «Ҡалай ныҡ ярата улар бер-береһен... улар бер-береһе өсөн хатта үлергә әҙер».
Бөгөн кем шулай эшләй? 1837 йылда баҫтырып сығарылған «Рим империяһының ҡолау һәм емерелеү тарихы» тигән китапта әйтелгәнсә, күп быуаттар эсендә үҙҙәрен христиан тип атаған кешеләр «бер-береһенә иманһыҙҙарҙың тырышлығынан күргән зыянға ҡарағанда күпкә күберәк яуызлыҡ эшләгән». АҠШ-та күптән түгел генә үткәрелгән бер тикшеренеү һөҙөмтәһендә кешеләрҙең дини хистәре (уларҙың күбеһе үҙҙәрен христиан тип атаған) менән бүтән раса кешеләренә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт араһында тығыҙ бәйләнеш барлығы асыҡланған. Йыш ҡына төрлө илдәрҙә йәшәгән бер үк сиркәү кешеләре берҙәм түгел, шуға күрә имандаштарына мохтаж булған саҡтарында ярҙам итә алмайҙар йә ярҙам итергә теләмәйҙәр.
2004 йылда Флоридаға ике ай эсендә дүрт көслө дауыл ябырылғанда, Флорида штатының Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рәисе Комитет ебәргән ярҙам дөрөҫ ҡулланыламы икәнен тикшерергә булған. Ул, башҡа бер ойошма ла Йәһүә шаһиттары кеүек берҙәм эш итмәй, тип билдәләп үткән. Ул хатта Шаһиттарға үҙҙәренә кәрәк булған бөтә нәмәләрҙе алырға тәҡдим иткән. Элегерәк, 1997 йылда, Йәһүә шаһиттарынан булған ирекмәндәр Конго Демократик Республикаһына бәләгә эләккән имандаштарына һәм башҡа кешеләргә медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалым алып килгән. Шул ваҡытта Европа илдәренән булған Йәһүә шаһиттары миллион самаһы долларлыҡ иң кәрәкле әйберҙәр йыйған.
-
-
«Һинең исемеңде асып бирҙем»Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
«Һинең исемеңде асып бирҙем»
«Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. [...] Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен» (ЯХЪЯ 17:6, 26).
Был нимәне аңлата? Ғайса, Алланың исемен хеҙмәттә ҡулланып, уны асҡан. Әлбиттә, ул Изге Яҙманан уҡығанда (ә ул йыш шулай эшләгән) Алла исемен төшөрөп ҡалдырмаған һәм уны титулдар менән алмаштырмаған (Лука 4:16—21)a. Ул үҙенең шәкерттәрен: «Исемең мөҡәддәс тип танылһын», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Лука 11:2).
Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Илсе Петр Иерусалимдағы өлкәндәргә, Алла төрлө милләт кешеләренән «үҙ исемен йөрөтөүсе халыҡ» йыйған, тип әйткән (Ғәмәлдәр 15:14, ЯДТ). Илселәр һәм башҡа мәсихселәр, «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», тип вәғәзләгән (Ғәмәлдәр 2:21, ЯДТ; Римдарға 10:13, ЯДТ). Улар шулай уҡ Алла исемен хаттарында ҡулланған. Тосефта тип аталған, б. э. III быуаты аҙағында төҙөлгән йәһүд ҡанундары йыйынтығында, мәсихселәрҙең ҡулъяҙмалары янып китһә, нимә эшләргә кәрәклеге әйтелгән: «Янғын сыҡһа, „Яҡшы хәбәрҙәр“ китаптарын һәм ми́наларҙыҡы [күрәһең, йәһүд халҡынан сыҡҡан мәсихселәрҙеке] булған китаптарҙы ҡотҡармайҙар, ә шундағы Алла исемдәре менән бергә янырға ҡалдыралар».
Бөгөн кем шулай эшләй? Изге Яҙманың АҠШ-тағы Христос сиркәүҙәренең Милли советы тарафынан хупланған инглизсә тәржемәһенә килтерелгән инеш һүҙҙә былай тип әйтелгән: «Берҙән-бер Алланың ниндәй ҙә булһа шәхси исемен (әйтерһең дә, башҡа аллалар бар һәм уны шуларҙан айырып күрһәтергә кәрәк) иудаизмда инде христиандар эраһына тиклем үк ҡулланмай башлағандар һәм уны ҡулланыу Христиан Сиркәүенең йыһани иманы өсөн бөтөнләй урынһыҙ» («Revised Standard Version»). Шуға күрә ул тәржемәлә Алла исеме «РАББЫ» тигән титул менән алмаштырылған. Күптән түгел Ватикан епископтарға бындай күрһәтмә биргән: «Йырҙарҙа һәм доғаларҙа ЙХВХb тетраграмматоны формаһындағы Алла исемен ҡулланырға һәм әйтергә ярамай».
Беҙҙең көндәрҙә кем Алла исемен ҡуллана һәм аса? Сергей әле үҫмер сағында Ҡырғыҙстанда йәшәгәндә Алла исеме Йәһүә иҫкә алынған бер фильм ҡараған. Шунан һуң ун йыл тирәһе Алла исемен ишетмәгән. Һуңғараҡ Сергей АҠШ-ҡа күсенгән, унда уға Йәһүә шаһиттары килгән һәм Изге Яҙманан Алла исемен күрһәткән. Йәһүә исемен ҡулланған кешеләрҙе тапҡанына ул бик шатланған. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Уэбстерҙың яңы халыҡ-ара һүҙлегенең өсөнсө баҫмаһында» «Йәһүә Алла» тигән мәҡәләлә, «танылған иң юғары алла һәм Йәһүә шаһиттары табынған берҙән-бер алла», тигән билдәләмә бирелә.
[Төшөрмәләр]
b Башҡорт телендә Алла исеме ғәҙәттә «Йәһүә» тип бирелә.
-
-
«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... иғлан ителер»Күҙәтеү манараһы 2012 | 1 март
-
-
«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... иғлан ителер»
«Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (МАТФЕЙ 24:14).
Был нимәне аңлата? Инжилдең бер китабын яҙған Лука: «Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән», — тигән (Лука 8:1). Ғайса үҙе былай тигән: «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит» (Лука 4:43). Ул үҙенең шәкерттәрен һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ҡалаларға һәм ауылдарға ебәргән һәм һуңыраҡ уларға: «Донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ», —тип ҡушҡан (Ғәмәлдәр 1:8; Лука 10:1).
Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Ғайсаның шәкерттәре ул ҡушҡанды шунда уҡ үтәй башлаған. «Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы» (Ғәмәлдәр 5:42). Һайланғандар ғына түгел, бөтә мәсихселәр ҙә вәғәзләгән. Тарихсы Август Неандер, «Цельс, христиан диненә тәүгеләрҙән булып ҡаршы сыҡҡан яҙыусы, һөйөнөслө хәбәрҙең ашҡыныусан вәғәзселәре йөн тетеүселәр, итек тегеүселәр, кейеҙ баҫыусылар — иң наҙан һәм тупаҫ кешеләр булғанынан мыҫҡыллап көлгән», тип әйткән. Жан Бернарди «Сиркәүҙең тәүге быуаттары» тигән китабында былай тип яҙған: «[Христиандар] барып, бөтә ерҙә лә барыһы менән дә һөйләшергә тейеш булған. Оло юлдарҙа һәм ҡалаларҙа, йәмәғәт майҙандарында һәм өйҙәрҙә. Тыңлайҙармы-юҡмы. [...] ...Ер ситенә тиклем» («The Early Centuries of the Church»).
Бөгөн кем шулай эшләй? «Рухи нәмәләргә бөтә ерҙә лә ҡыҙыҡһыныу юғалыуының бер сәбәбе — сиркәүҙең үҙенең вәғәзләү һәм өйрәтеү вазифаһына етди ҡарамауында», — тип яҙған англикан руханийы Дейвид Уотсон. Үҙенең «Ни өсөн католиктар сиркәүҙән китә?» тигән китабында Хосе Луис Перес Гвадалупе, евангелистар, адвентистар һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеген һүрәтләп, «улар өйҙән-өйгә йөрөмәй», тигән. Ә Йәһүә шаһиттары тураһында ул: «Улар даими рәүештә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй», — тип яҙған («Why Are the Catholics Leaving?»).
АҠШ-тың Юғары судының иң мөһим ҡарарҙары ҡарап сығылған журналда Джонатан Терли яһаған ҡыҙыҡ һәм хаҡ һығымта баҫтырылған: «Йәһүә шаһиттарын иҫкә алыу менән күпселек кеше шунда уҡ уңайһыҙ ваҡытта өйҙәребеҙгә килгән вәғәзселәр хаҡында уйлай. Йәһүә шаһиттары өсөн өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү — кешеләрҙе үҙ диненә йәлеп итеү ысулы ғына түгел, был уларҙың имандарының төп асылы» («Cato Supreme Court Review, 2001—2002»).
[Рамка]
Билдәләр кемгә күрһәтә?
Был мәҡәләләрҙәге ысын мәсихселәрҙе айырып торған, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән билдәләрҙе ҡарап сыҡҡас, уларҙың кемгә күрһәткәнен әйтә алаһығыҙмы? Үҙҙәрен христиан тип атаған ун меңдәрсә конфессия булһа ла, Ғайсаның үҙ шәкерттәренә: «Күктәр Батшалығына: „Хужам! Хужам!“ — тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк», — тигән һүҙҙәрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ (Матфей 7:21). Әгәр һеҙ Атаның ихтыярын үтәүселәрҙе — ысын мәсихселәрҙең билдәләренә тура килгән кешеләрҙе тапһағыҙ һәм уларға ҡушылһағыҙ, Алла Батшалығы идараһы аҫтында мәңгелек фатихалар ала алырһығыҙ. Алла Батшалығы һәм ул килтерәсәк фатихалар хаҡында күберәк белер өсөн, һеҙгә ошо баҫманы биргән Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ (Лука 4:43).
-